(Аҫылғужа Баһумановтың телебеҙҙең хәл-торошо хаҡында фекерҙәре)

Тиҫтә йыл элек билдәле яҙыусы, шағир, журналист Аҫылғужа Баһуманов менән тел, ил мәсьәләләре хаҡында һөйләшеп ултырғайныҡ. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы арабыҙҙан көтмәгәндә китеп барҙы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгө күрһәтергә тейеш түгелме ӨфӨ?Өфө урамдары йылдан-йыл күркәмләнә, киңәйә, халыҡ өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыла. Ошо тырышлыҡты, матурлыҡты тупаҫ хаталар боҙоп тормаһын ине лә бит... Баш ҡала мәҙәнилеге, ҡупшылығы менән башҡаларға өлгө күрһәтергә тейеш түгелме ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 961 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мариҙар башҡорт телен ихлас өйрәнә Районыбыҙҙың Иванай мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуға ифрат етди ҡарайҙар һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Әхмәтғәлиева әйтеүенсә, уҡыусылар республика конкурстарында призлы урындар яулай, район кимәлендә уҙғарылған "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме? Республиканың ҡала һәм райондары буйынса “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлешен тикшереү йәһәтенән әленән-әле рейдтар үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сауҙа йорттары, йәмәғәт туҡланыуы урындары һәм магазиндарҙағы алтаҡталарҙағы мәғлүмәттең башҡортса дөрөҫ яҙылмауына, ҡайһы бер осраҡта уларҙың хатта бөтөнләй сит телдә бирелеүенә миҫалдар байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Тел — милләттең, шул иҫәптән башҡорттоң, иң ҡиммәтле, ҡәҙерле хазинаһы. Ул халыҡтың ижтимағи тормошонда, яҙмышында баһалап бөткөһөҙ ҙур урын тота", — тигән һүҙҙәр бар "Халҡым теле — хаҡлыҡ теле" тигән китапта (төҙөүсеһе — профессор М.В. Зәйнуллин).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың дәүләт статусындағы башҡорт теле сәйәсәт, иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләрендә, дини мөнәсәбәттәрҙә, ғөмүмән, һәр урында ҡулланылыуға хоҡуҡлы. Ләкин ул бөгөн үҙ функцияларын тулыһынса үтәй, тип әйтә алабыҙмы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телде һаҡлауҙың заманса алымы Көнөнә әллә нисәмә тел юҡҡа сыға, тип фаразлай ғалимдар. Шул уҡ ваҡытта уны ҡурсалау буйынса донъяның төрлө төбәгендә ҙур эш алып барыла.
Ниндәй генә ысул ҡулланмайҙар, ниндәй генә юл һайламайҙар ҡәҙерле төшөнсәне һаҡлап алып ҡалыу өсөн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1079 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар йылғаһының исеме беренсе тапҡыр XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Әбү Абдаллах Мөхәммәд әл-Идрисиҙең әҫәрендә телгә алына булһа кәрәк. Ундағы Анхадарҙы И.Г. Коновалова Ашҡаҙар менән бәйләй.


Юрматы башҡорттарында был атаманың "ашҡа зар булдыҡ", "аҫ ҡаҙаныңды (йылға буйында)" тигән һүҙбәйләнештәрҙән килеп сыҡҡаны хаҡында риүәйәттәр һаҡланған. Күренекле ғалим Ж. Кейекбаев заманында "Ашҡаҙар" гидронимының "ҡашҡа" (ашҡа) һәм "даръя" һүҙҙәренән хасил булыуы тураһында яҙып сыҡҡан. Тәүгеһе боронғо иран телдәрендә "аҡ, таҙа" тигәнде аңлатҡан, тигән ул. "Даръя" иһә һыу, йылға төшөнсәһен бирә (мәҫәлән, Сырдаръя, Амударъя). Ж. Кейекбаевтың был фекере "Башҡортостандың топонимдар һүҙлеге"нә лә инеп киткән. Уны төҙөгән А.А. Камалов был ҡарашты тағы ла киңәйткән: Мөхәмәтша Буранғоловтың боронғо батырҙарҙы "ҡашҡа" тип атағандары тураһындағы һүҙҙәренә иғтибар иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр нәмәнең, кешенең үҙенә генә бирелгән тәғәйен исеме була. Ошоға бәйле гәзит уҡыусылар менән "Ейәнсура" һәм "Йәнсура" атамалары тураһында фекер уртаҡлашмаҡсымын.


Бөйөк Ватан һуғышына хәтлем беҙҙең район Йәнсура тип йөрөтөлә ине: быны документтарҙағы мисәттәрҙән, баҫмаларҙан да күрергә мөмкин. Ни өсөн Ейәнсураға әйләнеп киткән һуң ул? Минең һәм башҡа күптәрҙең фекеренсә, "Йәнсура" һүҙе заманында башҡортсанан урыҫсаға "Зиянчура" ("Зианчура") тип яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға "йән" һүҙен әйтеүе ауырыраҡ. Һөҙөмтәлә "Зианчуринский район" тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килгән. Башҡорттар үҙ сиратында уны анһат ҡына "Ейәнсура" тип тәржемә итеп тә ҡуйған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштә барығыҙ ҙа ҡатнаша алаХөрмәтле гәзит уҡыусылар! "Фотоғәйепләү" рубрикаһы быйыл да дауам итә. Белеүегеҙсә, унда донъя күргән хаталы яҙмаларҙы сара күреү өсөн урындағы етәкселеккә ебәрәбеҙ. Һөҙөмтәлә ыңғай яуап алына, алтаҡталарҙың күбеһе яңыртыла. Тимәк, хаталарҙы бөтөрөүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Унда һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар: үҙегеҙ йәшәгән тәбәктә урам исемдәрендәге, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хата күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп, редакцияға ебәрегеҙ.
"Башҡортостан" гәзитендә тәржемә хеҙмәте күрһәтелеүен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бүлектең телефоны — 8 (347) 273 90 66.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 20 Алға
Бит башына