Баймаҡҡа юл төшкәс, хәлен беләйек тип, оҙаҡ йылдар бергә ҡатышып йәшәгән Фариза апайға инеп сығырға булдыҡ.
— Маҡтап йөрөйһөгөҙ, — тип тышҡа уҡ сығып ҡаршы алды апайыбыҙ. — Ашҡа ултырырға ғына йөрөй инек. Татарстандан бер туған ҡустым ҡунаҡҡа килгән. Әйҙә, әйҙә, инегеҙ.
Хәл-әхүәл һорашып, танышып алғас, һөйләшеп киттек. Еңгәй ҙә, ҡырҡ йәшкә етеп килгән, әле өйләнмәгән улы ла татарса һөйләшә. Ағай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе татарсараҡ итеп әйтеп ҡуя. “Еңгәй, ярай, татар ҡыҙы. Ҡусты ла мәктәптә әсәһе телендә уҡығандыр. Ә Рәфҡәт ағай ниңә тыуған илендә үҙенең бәҫен төшөрөп ултыра икән?” — тип уйлап ҡуйҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 967 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һүҙебеҙ ҡәҙерлеПедагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағоловтың “Телгенәм-бергенәм” махсус битендә сыҡҡан “Баҫыуҙа агрономдар күбәйҙе” (2011 йыл, 2 декабрь) тигән мәҡәләһе бик оҡшаны. Матбуғат биттәрендә мәҡәлдәрҙең үҙгәртелеүе хаҡындағы фекере менән айырыуса килешәм.
“Ана һөтө менән инмәгән тана һөтө менән кермәҫ” тигәнде — “әсә һөтө менән инмәгән кәзә һөтө менән кермәҫ” тиеп, кештәк һүҙен кетәккә алмаштырыу — үҙе ҙур хилафлыҡ бит. Рафаэль Аҙнағоловтың “Башҡорт телендә 250 мең һүҙ булырға тейеш” тигәне менән дә ризамын. Атаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаев шундай фараз йөрөткән. Уның “Туғандар һәм таныштар” тигән әҫәрен уҡып, теленең байлығына хайран ҡалғайным.
Һүҙҙәребеҙҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Башҡа телдән килеп ингән тигән уйҙырмалар менән уларҙы ситләтергә ярамай. Мәҫәлән, беҙҙә “дәүләт” тигән бик матур һүҙ бар. Башҡорт теленең ике томлыҡ һүҙлегендә, “хөкүмәт” тигән мәғәнәһенән тыш, уны байлыҡ, мал-мөлкәт тип аңлаталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1602 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Һүҙҙәр донъяһында буталмайыҡ” (2011 йыл, 2 сентябрь) тигән мәҡәләлә күтәрелгән һорауҙарға үҙ фекеремде әйтмәксемен.
Минеңсә, -цион ялғауынан бөтөнләйгә ҡотолоу мөмкин түгел. “Революцион идеялар” тигәнде революция идеялары тип тәржемә иткән хәлдә лә, дистанцион уҡытыу үҙ урынында ҡалһа, яҡшыраҡ булыр. Киләсәктә тағы ла әллә ниндәй уҡыу-уҡытыу төрҙәре барлыҡҡа килер — уларҙың барыһын да башҡортлаштыра башлаһаҡ, төрлө буталыш, аңлашылмаусанлыҡтар тыуыуы ихтимал. Неологизмдарҙы, теләйбеҙме-юҡмы, ҡабул итергә тейешбеҙ!
“Миәсме, Мейәсме?” — тиелә яҙмала. Тәүге вариант дөрөҫтөр, сөнки “и” хәрефе “ей” тип уҡыла бит. Мәҫәлән, Ғәли, Ғәлиев, Ғәлиә, Ғәни тип яҙабыҙ, ә Ғәлей, Ғәләйев, Ғәлейә, Ғәней тип әйтәбеҙ. Ошо урында үҙемде борсоған бер мәсьәлә хаҡында ла яҙып үтәйем. Беҙҙең Бөрйән районында Мәһәҙи ауылы бар, ниңәлер уның исемен Мәһәҙейгә үҙгәрттеләр. Төрлө белешмә китаптарында ла ул шулай атала (урыҫса — Магадеево).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын билдәләгәндә, аңлашылмаусанлыҡтар йыш була. Был тәбиғи хәл, сөнки ғалимдар мәсьәләгә үҙ күҙлегенән ҡарай, ҡағиҙәләргә таянып эш итә, ә ябай халыҡ, киреһенсә, яҙылышты телмәргә яҡынлаштырырға, ябайлаштырырға тырыша.
Һәр кем үҙенсә хаҡлы, әлбиттә. Әммә үҙ фекереңде көсләп тағып, еңеп сығырға ашҡыныуҙан фәтүә булмаясаҡ. Һүҙҙәр донъяһы — йәнле тормош. Унда ла тыуым, йәшәү, үлем бар. Һаҡһыҙ ҡыланып, ҡайһы саҡта үҙебеҙ үк һүҙҙәребеҙҙең тамырын өҙә сабып, уларҙы юҡ итеп ҡуябыҙ. Шул уҡ ваҡытта, киреһенсә, ситтәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алабыҙ. Уйлап эш итһәк ине.
Ғалимдарға әйтер һүҙем бар. Әллә ҡасанғы ҡағиҙәләргә сат йәбешеп, халыҡтың әйткәндәрен ҡолаҡ ситенән үткәрмәһәгеҙсе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”ды 1970 йылдан бирле алдырып уҡыйым. Һуңғы ваҡытта гәзит ыңғай яҡҡа ныҡ үҙгәрҙе: башҡортто һыҙландырған иң ҡырҡыу проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ күтәреп сыға башланы.
Мәҫәлән, баҫманың былтырғы 224-се һанын бер тынала уҡып сыҡтым. Ундағы “Башҡорт донъяһы” тигән ҡушымта һәм “Телгенәм-бергенәм” махсус бите айырыуса оҡшаны. Яҙмаларҙы уҡып сыҡҡас, күңелдә күп һорау тыуҙы. Әйтәйек, борон-борондан башҡорттар төйәк иткән еребеҙҙе “Башҡортостан Республикаһы” тип иғлан итеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙәк һәм урындағы матбуғат сараларының күбеһендә һаман да элеккесә “Башкирия” тип тылҡыйҙар. Мәскәүҙән эш менән килгән ҡайһы бер түрәләр ҙә үҙ сығыштарында, әллә белмәй, әллә белмәмешкә һалышып, “Башкирия”нан һалдыра.
“Телгенәм-бергенәм” махсус битендә Бөрйән районынан Вәзимә Мәжитова: “Улар бит беҙҙе “башҡорт” тип түгел, “башкир” тип атай”, — тип бик дөрөҫ яҙа. Һөҙөмтәлә “башкир”ҙан Башкирия килеп сыға ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1266 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитендә һуңғы ваҡытта туған тел мәсьәләһе йыш күтәрелә. Был дөрөҫ тә, сөнки телебеҙ тураһында даими хәстәрлек күрмәйенсә, милли үҙаңды һаҡлап ҡала, үҫтерә алмаясаҡбыҙ.
Гәзиттә һүҙ, башлыса, матбуғат теле хаҡында барҙы. Мин Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Байыҡ” һәм “Башҡорт йыры” тапшырыуҙарының телмәренә иғтибар итмәксемен. Был проекттарҙың етәксеһе — республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева. Тәжрибәле журналист, оҫта ойоштороусы, эшен күңел биреп, ихлас башҡара ул. Һөйләгәнен һоҡланып тыңларлыҡ.
Зәңгәр экрандарҙа бер нисә йыл барған “Байыҡ” конкурсы республика кимәлендәге бик әһәмиәтле дәүләт сараһына әүерелде. Халыҡ араһынан күпме талант асылды! Тамашасылар бейеүҙәрҙән ҙур кинәнес ала — ысын сәнғәт шулай тәьҫир итергә тейештер ҙә ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 Алға
Бит башына