Күренмәгән яу Быйыл уҡыу йылы башында “башланғыс кластан уҡ баламды рус телендә уҡытыуға күсерегеҙ” тип ғариза яҙған бер төркөм атай-әсәй менән осрашырға тура килде. Боронғо сәсәндәр, илем-көнөм, телем-яҙмышым тип яуға сапҡан халыҡ батырҙарын биргән тарихи ауыл был. Шуның өсөн дә, мәктәп ишеген асып, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәре менән осрашмайынса, фекерҙәрен белмәйенсә, был хәбәргә ышанманым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни тиклем күп тел белһәң, шул тиклем яҡшыраҡ Ғәҙәттә, икенсе ерҙән йәки илдән килгән яңы танышыбыҙ менән аралашҡанда беҙ уның теленә иғтибар итәбеҙ. Тап туған теле аша аралашыусының үҙ-үҙен тотошо, ниндәйҙер бер айырым халыҡ вәкиле булараҡ милли һыҙаттары һәм мәҙәниәте сағыла. Тап әңгәмәсебеҙҙең туған теле аша уның иле тураһында ла белә алабыҙ. Бай мәғлүмәт бирер үҙенсәлеккә һәм көскә эйә ҡөҙрәтле тел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт бөтмәһен тиһәң, башҡорт ит һин балаңды Матур тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Көрсөк, һынылыш осоронда ла республикабыҙҙа тормош ҡайнап тора, эшләйем тигән көслө рухлы кеше эшен дә, донъя көтөргә яйын да таба. Рухты үҫтереү, илһөйәрлекте нығытыу өсөн ойошторолған сараларҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Әле яңы ғына районда билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапановтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған сәсәндәр бәйгеһе үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем һин, Аҡмулла вариҫы? Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнгән әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисовтың билдәләүенсә, Аҡмулла – мәғрифәтсе йә шағир ғына түгел, ә иңенә шағир-импровизатор, аҡыл эйәһе, остаз һәм тәрбиәсе яуаплылығын алған халыҡ сәсәне лә. Бөгөн Урта Азия һәм күп төрки халыҡтарында олуғ остаз булып танылған, ХIХ быуат башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индергән башҡорт сәсәненең ижадын өйрәнергә, Аҡмулла мираҫының рухи ҡеүәтен аңларға һәм һанларға хаҡлыбыҙҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телле итһәк тә,  телһеҙ ҡалдырһаҡ та – үҙебеҙҙән 2016/17 уҡыу йылына төрлө борсолоу, тулҡынланыу аша килеп индек. Мәктәп… Төрлө телдә төрлөсә әйтелһә лә, белем усағы булараҡ, ул һәр кемдең күңелендә мәңгегә ҡала. Киләсәк быуындар ҙа шулай ҡабул итерме уны?
Ком: 0 // Уҡынылар: 309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта һәр күренештең кәм тигәндә лә ике яғы бар, йәғни ыңғай һәм кире эҙемтәләре. Ҡайһы берҙәренең тиҙ арала күренә-һиҙелә һалып бармауы ла ихтимал. Әҙәм балаларының күбеһенә иһә бөгөнгөһө ҡиммәтерәк һәм улар, оҙаҡ баш ватып тормаҫтан, йыш ҡына юлдың иң еңелен һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдә уҡытыуға бәйле мәсьәләләрҙә лә тап шулай. Эштә лә, урамда ла, хөкүмәт, йәмәғәтселек, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа ойошмаларҙа урыҫ теленә генә өҫтөнлөк бирелгәндә (үҙебеҙ ҙә: “Шулай булды, шулай бара инде”, – тип килешеп йәшәгәндә), күпселек ҡатмарлы проблеманы ла анһат ҡына хәл итергә ынтыла. Ә бит йөҙәр йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнгән атай-олатайҙарыбыҙ тикмәгә генә, бер ҡыйындың – бер рәхәте, бер рәхәттең – бер ҡыйыны, тип әйтмәгәндер, моғайын. Әйҙәгеҙ, ана шул “ҡыйын” менән “рәхәт”те, йәғни проблеманың ыңғай һәм кире яҡтарын барлап ҡарайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәсән күрке һүҙ булыр Һабрау, Ерәнсә, Ҡатай Ғәле, Ҡобағош, Ҡарас, Мәхмүт, Сала-уат атлы һәм башҡа күп сәсәндәре булған башҡортомдоң... Улар араһындағы быуындар бәйләнеше аша халҡымдың күңел, йөрәк менән генә тоя торған көсө, ҡеүәте, рухы тапшырыла килгән. Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсәндең өйрәнсеге булһа, Ғәбит үҙе – Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы, Ишмөхәмәт Айҙар Байыҡтан өйрәнгән сәсәнлек серҙәрен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көслө лә ул, бай ҙа, тиһәк тә... “Был телдә бик күп әҫәрҙәр яҙылған, философик трактаттар бар. “Урал батыр” эпосының ижад ителеүе үҙе ни тора!” тигән һүҙҙәр ошо үлемһеҙ әҫәрҙе ижад иткән башҡорт теленең үҙе хаҡында ла. Улар уның үткәне менән бөгөнгөһөнөң айырылғыһыҙлығының шаһиты. Тәүгеһе уның ижад ителгән телгә барып сыҡһа, һуңғыһы – бөгөнгө әҙәби телебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйҙәрегеҙҙә  милләт тәрбиәләнәме? Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, донъяла йыл һайын ҡырҡлап тел юғала. Сәбәптәре глобализация йоғонтоһонда телдәрҙең конкурентлылығына, демография процестарына, тормош ҡанундарына, талаптарына бәйле. Был мәсьәлә Башҡортостанға ла ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек... Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади өлкәлә әленән-әле бығаса күрелмәгән хәл-ваҡиғалар, фәндә яңы асыштар булып тора, шуға ла уларға атама биреү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Йәмғиәттә туҡтауһыҙ барған реформалар, үҙгәрештәр йоғонтоһонда телдә яңы һүҙҙәрҙең пәйҙә булыуы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда көсәйеп китте.
Ком: 1 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 19 Алға
Бит башына