Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортса йәнһүрәт һорағандарҙың үтенесе үтәлә
Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә грант отоусылар исемлеге билдәле булды. Улар араһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең халых ижадын үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы сиктәрендәге “Музыка донъяһына инәйек” әҙәби-музыкаль альянс, “Григорий Сергеевич Аксаков – беренсе Өфө губернаторы: С. Т. Аксаковтың мемориаль өй-музейының яңы экспозицияһы” проекты, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы төҙөйәсәк “Башҡортостан мәҙәниәте ирекмәндәре” республика интернет-порталы бар.

Шулай уҡ грант ярҙамында шағир, мәғрифәтсе, Ҡара Табын башҡорт ырыуының шәжәрәһен төҙөгән Ғәли Соҡорой хаҡында китап баҫылып сығасаҡ. Уның исем туйы “Табын-Фест” өлкә-ара фестивале сиктәрендә уҙасаҡ.

“Башҡортса йәнһүрәттәр аҙ” тиеүселәргә һөйөнөслө яңылыҡ: шулай уҡ грант отҡан “BashMult” республика фестиваль-бәйгеһе тиҙҙән ҡанаттарын йәйәсәк. Ул Бөтә донъя балалар көнөнә арналған һәм башҡорт йәнһүрәттәрен таратыуға йүнәлтелгән.

Салауат дәүләт башҡорт драма театрындағы “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы өсөн дә шатлыҡҡа сәбәп бар: улар грант ярҙамында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса әҙәби спектакль ҡуясаҡ.

“Тарихҡа ҡағыл” күргәҙмәһе һәм “Ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт” проекты күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн үҙ эшен башлаясаҡ. “Ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт” һуҡырҙарҙы сенсор телефон менән ҡулланырға һәм GPS-йүнәлтеү функцияһы менән ҡулланырға өйрәтәсәк.

Быйыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлегенә 45 йыл тула, ошо уңайҙан грант ярҙамында факультет студенттары һәм уҡытыусыларының эштәренән торған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Байымдар "Шаңдау"ҙы асты

Байымдар "Шаңдау"ҙы асты 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге – театр. Уның исемендәге йылды әбйәлилдәр “Шаңдау”...

Тотош уҡырға 0

Өҙә баҫты учалылар!

Өҙә баҫты учалылар! 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны дауам итә....

Тотош уҡырға 24

Иң юғары баһаһы – халыҡ һөйөүе

Иң юғары баһаһы – халыҡ һөйөүе 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөйөк сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм...

Тотош уҡырға 39

“Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә”

“Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә” 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй....

Тотош уҡырға 30

Гөлли Мөбәрәкова

Гөлли Мөбәрәкова 21.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостандың һөнәри сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2019 йылдың 20 февралендә...

Тотош уҡырға 45

Иң яҡшы көн мартта буласаҡ!

Иң яҡшы көн мартта буласаҡ! 21.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк “Иң яҡшы көн-2” проекты...

Тотош уҡырға 49

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы арабыҙҙан китте...

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы арабыҙҙан китте... 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡайғылы хәбәр: легендар сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының...

Тотош уҡырға 134

Учалылар Өфөнө “баҫып алды”

Учалылар Өфөнө “баҫып алды” 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Тамаша башланырға ярты сәғәттән ашыу ваҡыт булғанда ла залда урын табыуы проблемаға әйләнер тип...

Тотош уҡырға 84

Зөһрәнең бәхете

Зөһрәнең бәхете 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Зөһрә Әминеваның Салауат ҡалаһына килеп төпләнеүенә 45 йылдан ашыу. Бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә үҫә....

Тотош уҡырға 69

Йәнтөйәктең киләсәге өсөн борсолоп

Йәнтөйәктең киләсәге өсөн борсолоп 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ йолаһының “үргенсә” варианты ла бар....

Тотош уҡырға 72

Әбйәлилдә бар оҫталар
Сибайға Фидан Ғафаров килә

Сибайға Фидан Ғафаров килә 19.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибайҙа “Мәҙәниәт марафоны” башланды – унда республиканың иң яҡшы ижади коллективтары тәҡдим иткән...

Тотош уҡырға 73