Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурсаҡ театрына 598 миллион һум кәрәк
Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Рәсәйҙәге балалар театрҙары етәкселәре менән осрашты.

“Үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләү бурысы дәүләт сәйәсәтендә тәүге урында тора. Ә балалар театры был маҡсатты тормошҡа ашырыуға туранан-тура йоғонто яһай”, – тине ул.

Әле федераль бюджетта балалар театрҙарын яңыртыуға алты миллиард һумдан ашыу сумма ҡаралған. Яҡындағы биш йылда илдәге ошо учреждениеларҙың дүрттән бер өлөшө дәүләт ярҙамы аласаҡ.

“Балалар театрҙарының булышлыҡҡа мохтажлығын күҙ уңында тотоп, Президент В.В. Путинға өҫтәмә биш миллиард һум бүлеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттем, – тине Валентина Матвиенко. – Дәүләт башлығы был йәһәттән ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе”.

Республиканан барған делегация Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге вәкилдәре менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын яңыртыу мәсьәләһе буйынса һөйләште. Был эш өсөн 598 миллион һум сығым талап ителә. Сумманың 250 миллион һумын “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы федераль ҡаҙнанан бүлеү планлаштырыла.

Реконструкция барышында 150 урынға иҫәпләнгән зал, музей өсөн урын, интерактив балалар студиялары төҙөләсәк, яңы грим бүлмәләре, оҫтаханалар барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ театр тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү ҡарала.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: "Башинформ"дан алынды.
Район: Мәскәү ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхил булығыҙ, Заһир ағай...

Бәхил булығыҙ, Заһир ағай... 17.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡайғылы хәбәр: бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, халҡыбыҙҙың яратҡан...

Тотош уҡырға 85

Бөгөн Сибайҙа – "Эстрада легендалары"

Бөгөн Сибайҙа – "Эстрада легендалары" 17.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибайҙа “Мәҙәниәт марафоны” старт алды. Уның барышында республиканың билдәле сәнғәт, мәҙәниәт...

Тотош уҡырға 76

Нәзифәнең моңло кистәре

Нәзифәнең моңло кистәре 17.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йөрәктәргә үтеп инерлек халыҡсан моңло, үҙенсәлекле тауышлы был йырсы Хәйбуллала үткән һәр мәҙәни...

Тотош уҡырға 57

Филармонияға – яңы һулыш

Филармонияға – яңы һулыш 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибай филармонияһы – республикабыҙ сәнғәте үҫешенә ифрат ҙур өлөш индергән мәҙәни усаҡтарҙың...

Тотош уҡырға 80

Рәхмәттә – "Йөрәк һүҙе"

Рәхмәттә – "Йөрәк һүҙе" 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында шиғриәт яратыусылар араһында “Йөрәк һүҙе” конкурсы үтте....

Тотош уҡырға 71

Ишейҙәр үҙҙәре клуб асты

Ишейҙәр үҙҙәре клуб асты 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Баймаҡтың иң төпкөлөндә, Бөрйәнгә сиктәш ятҡан Ишей ауылы халҡы берҙәмлеге, матур йәшәргә ынтылыуы...

Тотош уҡырға 67

“Ҡош юлы” һеҙгә юллана

“Ҡош юлы” һеҙгә юллана 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йәштәр ауазы “имән ишектәргә” барып бәрелмәһен....

Тотош уҡырға 45

Йәш артистарға — өр-яңы автобус

Йәш артистарға — өр-яңы автобус 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы райондың ғына түгел,...

Тотош уҡырға 40

Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

Шишмә йыры – хистәр ташҡыны 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ун етенсе шиғри яҙ алдынан төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале йәнә сәскә ата. Был –...

Тотош уҡырға 66

“Голубцы” тәмләрбеҙ әле

“Голубцы” тәмләрбеҙ әле 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Салауат театры төрлө режис­сер­ҙар менән эшләй. Бер ҡара­һаң, Мәскәүҙән киләләр, икенсеһендә өфөләр...

Тотош уҡырға 51

“Иҙел”де күрмәй китмә

“Иҙел”де күрмәй китмә 14.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Саҡмағош районының үҙәк китапханаһында “Иҙел” халыҡ инструменттары ансамбленең ижади кисәһе үтте....

Тотош уҡырға 45

“Арғымаҡ”тар күскенселәр йыһанына оса

“Арғымаҡ”тар күскенселәр йыһанына оса 13.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

9 марттан 19-на тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд ҡалаһында “Күскенселәр йыһаны”...

Тотош уҡырға 85