Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәниәтебеҙҙең мәркәзе

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына — 100 йыл.

Быйыл беҙ береһенән-береһе иҫтәлекле, дөйөм халыҡ кимәлендәге әһәмиәткә эйә олуғ байрамдар дәүеренә аяҡ баҫтыҡ. Республиканың 100 йыллығы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына — 100 йыл. Аңлашылып тора: был ваҡиғалар сағыу сәйәси-мәҙәни күренештәр булып үҫешкән һәм нығынған. Шул уҡ ваҡытта улар араһында бик тәрәндә ятҡан өҙөлмәҫ тамырҙар менән тоташҡан ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнештәре йәшәй.

“Өс таған”


Ҡайһылай һоҡланғыс өс таған: Башҡорт Автономиялы совет рес­публикаһы, Беренсе профессиональ башҡорт театры һәм баш­ҡорт яҙыусыларының береһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим!.. “Өс таған”дың һәр тағаны — бик ныҡлы һәм үҙ урынында. Инде йөҙ йыл дауам иткән үҫеш барышында “Өс таған”дың дөйөм (уртаҡ) ҡануны барлыҡҡа килгән һәм нығынған. Был ҡанундың иң төп асылы — халыҡ тормошо һәм дәүерҙең тарихи ысынбарлығы та­лаптары менән тығыҙ бәйләнеш. 1919 йылда йәшәүгә юл ярған тиңдәшһеҙ сәйә­си-мәҙәни яңы­лыҡтар башҡорт халҡының дәүләт суверенитетына эйә милләт булып үҫешендә өр-яңы дәүергә аяҡ баҫыуын иҫбат итте. Ошо хәҡи­ҡәт­тең универсаль күренеш икән­леге милли мәҙәниәт донъяһының бөтә тармаҡтарында ла берҙәй тормошҡа аша. Был хәҡиҡәт театр сәнғәтендә айырыуса асыҡ сағыла.

Башҡорт профессиональ театры — Башҡорт АССР-ы төҙөлөү (ойошторолоу) емеше. Автономиялы милли дәүләт хасил ителеүе башҡорт профессиональ театрына йәшәү юлы аса. Шулай итеп, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни донъяһында ғәйре дәүерҙәр дауамында сәнғәтсә үҫешкән тиҫтәләрсә үҙешмәкәр театр түңәрәктәре (коллективтары) 1919 йылда беренсе тапҡыр дәүләт кимәлендәге профессиональ театр ойошторорға хоҡуҡ ала. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — ана шул театрҙың, ана шул милли-тарихи башланғыстың хәҙерге вариҫы. Был урында шуны ла иҫкә төшөрөп китәйек: мәшһүр урыҫ драматургы А.Н. Островский “Профессиональ милли театр — үҙаллы дәүләт­селектең мөһим күрһәткесе”, — тип яҙған.

Бер быуатлыҡ ғүмер эсендә театр ҡатмарлы һәм маҡтаулы тарихи юл үтте. Уның коллективы һәр саҡ халыҡтың, йәмәғәт­селектең теләктәшлеген, дәүләт­тең матди ярҙамын, республика етәкселегенең хәстәрлеген күреп, таянып йәшәне һәм әле лә шулай йәшәй. 60-сы йылдарҙа төҙөлгән ялт итеп торған яңы бинаға күсте. Ә 70-се йылдарҙан бөгөнгәсә, 1993 йылғы янғындан һуң, яңынан реконструкцияланған мөһабәт һарайҙа ижадын дауам итә. Бындай хәстәрлек һәм ярҙам коллективҡа дәрт-дарман өҫтәй, ижад ҡанаттарын үҫтерә, әлбиттә.

Театрҙың үҫеш юлы Башҡорт­ос­тан тарихына, башҡорт мәҙә­ни­ә­те һәм сәнғәте тарихына ар­нал­ған китаптарҙа, моно­гра­фия­ларҙа, йыйынтыҡтарҙа, уҡыу әсбап­тарында ентекле өйрәнел­гән һәм баһаланған. Беҙҙең маҡ­сат — Башҡортостандағы төп театр­ҙың иң күренекле, иң оло ижади ҡаҙаныштарын байҡау һәм барлау, өлгәшелгән ҡаҙаныш­тар­ҙың артабанғы театраль үҫеш өсөн әһәмиәтен, ролен күҙалларға тырышыу.

Улар бишәү ине...

50 – 70-се йылдарҙа Баш­ҡорт­остан театрҙары афишаларынан ошондай биш исем һәр саҡ балҡып, саҡырып торҙо: күренекле яҙыусы-драматург Мостай Кәрим (1919—2005), Ибра­һим Абдуллин (1920—2005), Нәжиб Асанбаев (1921—2013), Әсғәт Мирзаһитов (1928—1989), Әнғәм Атнабаев (1928—1999). Ошо мәшһүр яҙыусы-драматург­тарҙың исеме Башҡортостан театрҙарының тарихына алтын хәрефтәр менән мәң­гелеккә яҙыл­ған. Уларҙың әҙәби яҙмышы һәр береһенеке — тик үҙенсә. Мостай Кәрим менән Әнғәм Атнабаев ғүмер буйы шағир булып ҡалды. Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирза­һитов — саф драматургтар. Ә ысын­барлыҡта ошо бишәүҙең пьесалары Башҡортостан театрҙары­ның бөтәһендә лә репертуарҙың әҙәби нигеҙен төп өлөшөн тәшкил итә.

...Башҡорт академия драма театрының спектаклен мин беренсе тапҡыр 1962 йылда ҡара­ным. Был коллектив ул ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театры менән бергә Аксаков йортонда “өйҙәш” йәшәй ине. Ауылдан килеп, Башҡорт дәүләт универ­ситетының беренсе курсында уҡый башлағайным. Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Рәйсә” спектакле. Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың халыҡ артис­тары Рим Сыртлановтың, Рәғиҙә Янбулатоваларҙың төп ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуҙары хәтерҙә уйылып ҡалған. Яҙыусы һәм театр коллективы спектаклдең ҙур уңыш ҡаҙаныуынан ҡанат­ланып, уның дауамын — “Фәйзи” спектаклен ижад итте. Ике әҫәр берләшеп “Рәйсә+Фәйзи” тигән исем алып, оҙаҡ йылдар барҙы театрҙа.

Артабанғы йылдарҙа Нәжиб Асанбаев пьесалары буйынса Баш­ҡортостандың бөтә театрҙа­рында яңынан-яңы спектаклдәр ҡуйыла. Яҙыусы-драматург тарафынан ижад ителгән тиҫтәләрсә пьеса театрҙар репертуарын тулы ҡанлы итеп тотоуҙа, уға заманса камиллыҡ биреүҙә мөһим роль уйнай. “Ҡыҙыл паша”, “Көҙән башҡорто” спектаклдәре айырыуса киң танылыу ала.

Кәрим Хәкимов, Зәки Вәлиди кеүек күренекле тарихи шәхес­тәр­ҙе масштаблы сәхнә образдары итеп һынландырған был спек­таклдәр, башҡорт театр сәнғәте үҫешенә, бөтә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә тойо­лорлоҡ өлөш индерҙе. Улар — театрҙың үҫеш юлында этаплы күренештәр. “Этап” тип атарлыҡ спектаклдәр йылдан-йыл барлыҡ­ҡа килә тора. Ул исемлектә — Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедиялары, “Ҡыҙ урлау” ко­медияһы, “Яңғыҙ ҡайын”, “Айгөл иле” драмалары, Әсғәт Мирза­һи­товтың драмаһы буйынса ҡуйыл­ған “Әсәләр көтәләр улдарын”, Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәр балҡыны. Ошо әҫәрҙәргә бәхетле сәхнә “ғүмере” биргән режиссерҙар (Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Вәзих Сәйфуллин, Ғабдулла Ғиләжев, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов), артистар (Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашев, Рим Сыртланов, Илшат Йома­ғолов, Хәмит Яруллин, Әхтәм Абушахманов, Заһир Вәлитов, Олег Ханов, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Бәҙәр Йосопова, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Нурия Ирсаева, Рәмзиә Хисамова, Таңсулпан Бабичева, Илһөйәр Ғәзетдинова), рәссамдар (Ғәлиә Имашева, Мөхәмәт Арыҫ­ла­нов, Рифҡәт Арыҫланов, Таң Ени­кеев), композиторҙар (Хөсәйен Әхмәтов, Шамил Ҡолбарисов, Бәхти Ғай­син, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәри­пов, Нур Дауытов...). Улар бер бөтөн талантлы коллективҡа ойошоп, Мәжит Ғафури исемен­дә­ге Башҡорт дәүләт академия драма театрын, башҡорт театр сән­ғәтен художестволы-эстетик ижадтың юғары бейеклектәренә күтәрҙе.

Башҡортостандың төп театры донъяһында милли мәҙәниәте­беҙ­ҙең бөтә төр һәм йүнәлештәре — режиссура, артистың баш­ҡарыу оҫта­лығы, сәхнә биҙәлеше, музыкаль биҙәлеш театраль күренеш­тең дөйөм идея-тематик йөҙөн са­ғыу образ итеп күҙ алдына баҫтыра.

Милли мәҙәниәт төрҙәренең бай йыйылмаһы айырым бер тамашала үҙенсәлекле биҙәктәр менән семәрләнгән халыҡсан тормош донъяһын барлыҡҡа килтерә. Ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшкән республикабыҙҙың иң төп театрын ышаныслы рәүештә “Мәҙәниә­тебеҙ мәркәзе” тип атай алабыҙ.

Юғары бейеклектәр сере

Был мәҡәләне уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныусан кешелә һорауҙар тыуасаҡ, әлбиттә. Ниндәй һорау­ҙар буласағын хатта яҡынса белеп то­рам һымаҡ. Һорау һәм яуап­тарҙы хәҙер ҡағыҙ битенә төшөрәйек.

Һорау: Мәҡәләнең геройҙары итеп ни өсөн нәҡ ошо биш яҙыусыны алдығыҙ?
Яуап: Ошо бишәүҙең өсәүһе — Мостай Кәрим, Ибраһим Абдул­лин, Нәжиб Асанбаев — яугир яҙыу­сылар. Бөйөк Ватан һуғы­шын­да улар фашист илбаҫар­ҙа­рына ҡаршы көрәштә һоҡланғыс хәрби батырлыҡ күрһәтә. (Әйтә­йек, өлкән лейтенант Ибраһим Абдуллиндың Сталинград һуғы­шын­дағы ҡаһарманлығы тура­һын­да армия генералы Говоровтың шаһитлыҡ яҙмаһы билдәле...). Һуғыштан ҡайтҡас инде, был өсәү, ҡулға ҡәләм алып, һоҡланғыс әҙәби әҫәрҙәр ижад итә. Өҫтәүенә әҙәбиәттең хәле ауыр, ҡатмарлы драматургия өлкәһендә лә шәптән түгел. Быныһы инде фронтовик­тарҙың яңы, икенсе ҡаһарманлығы була. Ошо өсәүгә бик тәбиғи рәүештә һин дә мин ҡушылып киткән Әсғәт Мирза­һитов менән Әнғәм Атнабаев иһә шул фронто­виктарҙың замандаштары шикелле ҡабул ителде. Һуғыш йылдарында тыл тормо­шо­ноң бөтә михнәтен, ауыр яфа­һын татыған сая ир-егеттәр шул замандар хаҡында, һуғыш касафатын күргән-кисергән атайҙар, балалар тураһында тетрәндергес драмалар ижад итте. Бөгөн уларҙың бишеһе лә беҙҙең арала юҡ. Был яҙмаларым шул ҡаһар­ман ағайҙарыбыҙҙың ҡәберенә баш эйеп, сәскә шәлкемдәре һалыуым булһын ине.

Һорау: Башҡорт дәүләт академия драма театрының иң маҡтаулы ҡаҙаныштары тура­һын­дағы күҙәтеүҙәрҙе ни өсөн “Рәйсә+Фәйзи” спектакленән башлап ебәрҙегеҙ?

Яуап: Быныһы үҙемдең шәхси биографиям менән туранан-тура бәйләнгән. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетында студент булып киткәс, профессиональ театрҙа ҡараған беренсе тамаша ана шул спектакль ине. Бер саҡ ауылдан йомош-юл менән килгән инәйемде, ағайым менән еңгәмде алып барғаным да хәтерҙә. Уға халыҡ, шулай уҡ студент йәштәр ағылып йөрөнө. Мәшһүр аккордеонсы Бәхти Ғайсин тарафынан спектакль өсөн махсус яҙылған йыр Рәғиҙә Янбулатова башҡа­рыуында күңелдәрҙе тирбәлдереп яңғырай. Мөһабәт залдары, зауыҡ­лы шәмдәлдәр, ҡыҙыл бәр­хәт­тән көпләнгән затлы йомшаҡ ултыр­ғыстар — бөтәһе-бөтәһе кәйефте күтәрә, әҫәрләндерә, әүрәтә, сәхнәлә барған тамашаны тын да алмайынса ҡарарға һәм ҡабул итергә көйләй.

Шуны өҫтәп әйтәйем: ошо спектаклдән һуң миңә “театр ене” ҡағылды шикелле. Студент саҡта ла Өфөлә, ысынлап та, “ҡала ке­шеһе” булып йәшәгән бөтә йыл­дарҙа академтеатрҙағы премье­раларҙы ҡалдырмай йөрөнөм. Күп спектаклдәргә рецензиялар яҙҙым. Күренекле яҙыусы-драматург­тар­ҙың ижади портреттарын һүрәт­ләнем. М.В. Ломоносов исемен­дәге Мәскәү дәүләт университетында аспирантура һәм докторантура үткән йылдарҙа яҙылған һәм яҡланған кандидатлыҡ (“Драматургия Мустая Карима. Своеобразие жанровой эволюции”) дис­сертацияһы һәм докторлыҡ (“Поэтика башкирской драматургии”) диссер­тацияһы башҡорт драма­тур­гияһына һәм театрына арналған.

Һорау: Башҡорт драма­тургияһы ошо бишәүҙең ижадынан ғына сикләнмәйҙер бит?

Яуап: Дөп-дөрөҫ. Совет осоро башҡорт драматургияһы халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Хәби­бул­ла Ибраһимов исемдәре менән бәйле. 30-сы йылдарҙа был исемдәргә Баязит Бикбай, Сәғит Мифтахов, Ҡадир Даян, Мөхә­мәтша Буранғоловтар өҫтәлә. Һуғыштан һуңғы осорҙа 60-70-се йылдарҙа Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаевтар аяҡҡа баҫа. Улар артынан Азат Абдуллин, Рафаэль Сафин, Илшат Йомағолов, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Кәбир Аҡбашев, Рәлиф Кинйәбаевтар килә. Ошо исемлектәге яҙыусы-драматург­тарҙың пьесалары бер быуат буйына Башҡорт дәүләт академия драма театрында милли репер­туарҙың әҙәби нигеҙен ышаныслы тәьмин итте. Дөрөҫ, совет, рус донъя классик драматургия өлгө­ләре лә байыҡтыра торҙо был репертуарҙы. Шулай ҙа башҡорт яҙыусыларының пьесалары һәр дәүерҙә лә театр репертуарының үҙәк өлөшөн, төп асылын билдәләй. Ә инде теге “бишәү”ҙең тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, былай тип әйтергә кәрәк: 50 – 70-се йылдарҙа күренекле биш драма­тургтың пьесаларын илһамланып бер-бер артлы сәхнәләштереү театр һәм драматургияның балҡыш­лы дәүере, йондоҙло сәғәттәре булды. Киң танылған биш яҙыусы — драматургтың Башҡорт дәүләт академия драма театры менән ҡулға-ҡул тотоноп ижад итеүе театр донъяһын да, әҙәбиәт донъя­һын да һис ҡасан булмағанса йәнләндерҙе, әҙәби һәм театр ижадының яңы юғары бейеклек­тәренә күтәрҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Филармонияға – яңы һулыш

Филармонияға – яңы һулыш 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибай филармонияһы – республикабыҙ сәнғәте үҫешенә ифрат ҙур өлөш индергән мәҙәни усаҡтарҙың...

Тотош уҡырға 15

Рәхмәттә – "Йөрәк һүҙе"

Рәхмәттә – "Йөрәк һүҙе" 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында шиғриәт яратыусылар араһында “Йөрәк һүҙе” конкурсы үтте....

Тотош уҡырға 35

Ишейҙәр үҙҙәре клуб асты

Ишейҙәр үҙҙәре клуб асты 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Баймаҡтың иң төпкөлөндә, Бөрйәнгә сиктәш ятҡан Ишей ауылы халҡы берҙәмлеге, матур йәшәргә ынтылыуы...

Тотош уҡырға 45

“Ҡош юлы” һеҙгә юллана

“Ҡош юлы” һеҙгә юллана 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йәштәр ауазы “имән ишектәргә” барып бәрелмәһен....

Тотош уҡырға 31

Йәш артистарға — өр-яңы автобус

Йәш артистарға — өр-яңы автобус 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы райондың ғына түгел,...

Тотош уҡырға 28

Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

Шишмә йыры – хистәр ташҡыны 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ун етенсе шиғри яҙ алдынан төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале йәнә сәскә ата. Был –...

Тотош уҡырға 50

“Голубцы” тәмләрбеҙ әле

“Голубцы” тәмләрбеҙ әле 15.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Салауат театры төрлө режис­сер­ҙар менән эшләй. Бер ҡара­һаң, Мәскәүҙән киләләр, икенсеһендә өфөләр...

Тотош уҡырға 41

“Иҙел”де күрмәй китмә

“Иҙел”де күрмәй китмә 14.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Саҡмағош районының үҙәк китапханаһында “Иҙел” халыҡ инструменттары ансамбленең ижади кисәһе үтте....

Тотош уҡырға 38

“Арғымаҡ”тар күскенселәр йыһанына оса

“Арғымаҡ”тар күскенселәр йыһанына оса 13.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

9 марттан 19-на тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд ҡалаһында “Күскенселәр йыһаны”...

Тотош уҡырға 76

“Ашҡаҙар”ҙың моңло тулҡындары халҡыбыҙҙы рухландырһын

“Ашҡаҙар”ҙың моңло тулҡындары халҡыбыҙҙы рухландырһын 13.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Был көндө булдырыу идеяһы менән Испания радиоһы академияһы президенты Хорхе Альварес сығыш яһай....

Тотош уҡырға 68

“Йатаған”ға һорауың бармы?

“Йатаған”ға һорауың бармы? 12.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Өфөлә “Йатаған” этно-төркөмө тәҡдиме менән яңы проект башланырға тора – “Этник музыка кисәләре”....

Тотош уҡырға 64

"Ер һүҙе" үҙ һүҙен әйтте

"Ер һүҙе" үҙ һүҙен әйтте 10.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Баш ҡалабыҙҙа “Ер һүҙе” кинофорумының республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде....

Тотош уҡырға 85