Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рим Хәсәнов. Башҡорт сәнғәтен унан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Бөгөн ошондай олуғ шәхес, бер нисә быуын вәкилдәренең яратҡан композиторы Рим Мәхмүт улына – 72 йәш.

Ул 1947 йылдың 9 мартында Благовар районының Языков ауылында сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ ғаиләлә тыуа. Бәләкәйҙән скрипкала уйнарға өйрәнә, унан гитара, баян, торба, балалайка серҙәренә төшөнә. Бала саҡтан көйҙәр сығара башлай, мәктәптәге сәнғәт түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә.

Рим Хәсәнов артабан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт, Өфө дәүләт сәнғәт училищеларында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Уҡыған сағында уҡ төрлө ижади хеҙмәттәре менән билдәлелек яулай.

1973 – 1978 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлегенә етәкселек итә. Ошо арауыҡта һәм унан һуңғараҡ 30-ҙан ашыу спектаклгә көй яҙа, улар араһында “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”, “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Ғәлиә”, “Ташлама утты, Прометей” һ.б. сәхнә әҫәрҙәре бар.

Бынан тыш, Рим Хәсәновтың ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар ҙур урын биләй. Айырыуса уҙған быуаттың 70-80 йылдары башҡорт музыка сәнғәтен уның йырҙарынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.

2006 йылдан инглиз теленән тәржемә һәм драма әҫәрҙәре яҙыу менән шөғөлләнә. 2010 йылдан – Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2015 йылда Благовар районында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың “Сәскәләр уяныр” тип аталған тәүге асыҡ фестиваль-конкурсы үткәрелде.

2017 йылдың 28 апрелендә Рим Хәсәновҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Сәнғәт оҫтаһын тыуған көнө менән тәбрикләп, уға именлек-һаулыҡ, яңынан-яңы үрҙәр, ижад ҡомары теләйбеҙ.

Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне.
Фото: "Башинформ"дан алынды.
Источник: "Башҡорт википедияһы" мәғлүмәттәре ҡулланылды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Театр штандарты – Сибайҙа

Театр штандарты – Сибайҙа 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Театр йылы уңайынан иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны Урал аръяғы...

Тотош уҡырға 31

Бар тормошобоҙ – уйын

Бар тормошобоҙ – уйын 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөтә донъя театр көнө айҡанлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын”...

Тотош уҡырға 36

Ижади сәфәрҙәр саҡыра

Ижади сәфәрҙәр саҡыра 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы, Милли йәштәр театры «Волшебная мельница» (режиссер М....

Тотош уҡырға 27

Штандарт баймаҡтарға тапшырылды

Штандарт баймаҡтарға тапшырылды 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Театр йылы сиктәрендә иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо...

Тотош уҡырға 61

Алтында – Орсоҡ байрамы

Алтында – Орсоҡ байрамы 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш йолаларына бәйле төрлө сараларҙың үтеүе маҡтауға лайыҡ....

Тотош уҡырға 97

Нуриев көндәре бара

Нуриев көндәре бара 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Быйыл Рудольф Нуриевтың тыуыуына – 81 йыл. Йыл да 17 мартта балетмейстерҙың Өфөләге Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 70

Сенегалдан һәм Чилиҙан киләләр

Сенегалдан һәм Чилиҙан киләләр 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостан Республикаһы буйлап 8 июндән 12 июнгә тиклем “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт...

Тотош уҡырға 50

Рәшит Назаровтың йырҙары буласаҡ!

Рәшит Назаровтың йырҙары буласаҡ! 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Гитарала уйнап йырлаусыларҙы, көйҙәр ижад итеүселәрҙе һәм шиғыр яҙыусыларҙы ғына берләштермәй был...

Тотош уҡырға 118

Өфөлә – "Тере тупраҡ"

Өфөлә – "Тере тупраҡ" 17.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Әле Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге...

Тотош уҡырға 72

Бөрйәненә йырлап ҡайтыр ине...

Бөрйәненә йырлап ҡайтыр ине... 17.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

– Әнүәр апа “Ауылға ҡайтырға сығам” тип телеграмма һуҡҡан! Ошо хәбәрҙе ишетеү менән тыныс ҡына...

Тотош уҡырға 187

“Ҡош юлы” ҡошсоҡтары

“Ҡош юлы” ҡошсоҡтары 16.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Тамыр” телеканалы менән берлектә “Ҡош юлы. Балалар”...

Тотош уҡырға 184

Театр йылы штандарты Әбйәлилгә юлланды

Театр йылы штандарты Әбйәлилгә юлланды 15.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Театр йылына арналған республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә....

Тотош уҡырға 93