Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙел – Кама төбәге халҡы мөҡәддәс ҡиммәттәргә тоғро
Баш ҡала сәхнәһендә тарих та, бөгөнгө көн дә сағылды.

Республиканың 100 йыллығына арнап ойошторолған “Тарих биттәре” фестиваль-марафонының сираттағы ҡатнашыусылары – Краснокама районы вәкилдәре Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған сараға бик матур мәҙәни программа әҙерләп алып килгәйне. Фойела райондың тарихын, мәҙәниәтен, социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын, төрлө тармаҡ буйынса уңыштарын сағылдырған бай күргәҙмәләр тәҡдим ителде. Сарала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.

Баш ҡалала йәшәгән ҡунаҡ­тар­ҙы фойеға килеп инеү менән Яңы Ҡабан һәм Николо-Березовка ауылдары гармунсылары дәртле көйҙәр ме­нән ҡаршы алды. Ошонда уҡ ра­йондың ауыл хужалығына, мәҙәниәт, мәғариф тармаҡ­та­рына, йәштәр һәм спорт тормо­шона, төбәктең социаль-иҡти­сади йәһәттән үҫешендә ғә­йәт ҙур роль уйнаған “Арлан­нефть” ида­ралығына арнал­ған стендтар, йүнсел­дәр тәҡ­дим иткән тауарҙар, халыҡ кә­септәре оҫталарының күҙҙең яуын алырҙай һоҡланғыс эш­тәре менән танышырға мөмкин булды. Шәхси эшҡыуар Олег Баймырҙин үҫтергән бәшмәк­тәр, Ҡарман балыҡ хужалығы етештергән ҡара ыуылдырыҡ һәм баш­ҡа төрлө продукция, “Көнкүреш хеҙ­мәте” йәмғиә­тендә баҫылған би­ҙәк­ле быймалар күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Филармония сәхнәһендә тәҡдим ителгән тамаша, сал тарих биттәренә байҡау яһап, район тормошон, уның уңыш-ҡаҙаныштарын киң яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле булды. Мәҫәлән, төбәк тарихының иң сағыу биттә­ре­нең береһе Мәскәү метроһы төҙө­лөшөнә бәйле. 1935 йылда Николо-Березовканан һәм яҡын-тирә­ләге башҡа ауылдарҙан биш мең самаһы кеше ошо ҙур төҙөлөшкә юллана. Краснокама йәштәренең туранан-тура ҡатнашлығында “Сокольники”, “Красносельская”, “Комсомольская”, “Красные ворота” һәм бүтән станциялар барлыҡҡа килә.

Һәр сығыш бер-береһенә үрелеп, бөтөн композиция, матур тамаша барлыҡҡа кил­терҙе. “Байрам” өлгөлө хореография, “Йәдкәр” өлгөлө ҡурай­сылар, “Турғай”, “Березонька” халыҡ вокаль, “Ынйы” өлгөлө, “Фантазия” халыҡ бейеү ансамблдәренең, ра­йондың йыйылма хорының сығыш­тары байрамдың сағыу биҙәге булды. Сәхнәнән Краснокама ерен төйәк иткән төрлө милләт вәкилдәренең йыр-моңо ағылды, башҡорт бейеүе “Гөлнәзирә”не – мариҙарҙың “Ял покшелне”һы, ҡурай моңон рус һәм татар телдәрендәге йырҙар алмаштырҙы.

Тамаша һуңында Краснокама районы хакимиәте баш­лығы вазифаһын башҡарыусы Олег Ғилфанов республика фестиваль-марафонының штандартын Нуриман районы хаки­миәте башлығы Азамат Носратул­линға тапшырҙы. Улар үҙҙәренең яҡташтарын 2 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһында көтә.

Ә инде краснокамаларҙың сығы­шына килгәндә, ул ике ҙур йылғабыҙ – Ағиҙел менән Кама ҡушылған хозур төбәктә, боронғо ҡорамдар һаҡланған изге ерҙә эшһөйәр, берҙәм һәм талантлы халыҡ йәшәүен, улар өсөн дуҫлыҡ һәм та­тыу­лыҡтың мөҡәддәс ҡиммәттәр бу­лыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.

Олег ҒИЛФАНОВ,
Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
– Был фестиваль-марафон бик изге маҡсатты үтәй – тарихи хәтерҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙың баһа­лап бөткөһөҙ рухи мира­ҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Ул дуҫ­лыҡ һәм үҙ-ара хеҙмәт­тәшлекте нығытыу, тәбиғи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе киңерәк танытыу йәһәте­нән дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор: Г. ВАРИСОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Байрамдар тағы ла йәнлерәк үтәсәк

Байрамдар тағы ла йәнлерәк үтәсәк 20.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Учалыла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Яҙғы һәм йәйге байрамдар” тип аталған семинар-практикум...

Тотош уҡырға 26

Миша Ҡуянов кем ул?

Миша Ҡуянов кем ул? 20.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә бик матур һәм йылы сара булды: Мостай Кәримдең “Йәләлетдин атай” тип...

Тотош уҡырға 41

“Арғымаҡ”тарҙың “арғымағы” беренсе килде!

“Арғымаҡ”тарҙың “арғымағы” беренсе килде! 20.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 марттан 19 мартҡа тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд...

Тотош уҡырға 41

Әбйәлилдәр... Белореттар... Сиратта кем?

Әбйәлилдәр... Белореттар... Сиратта кем? 20.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Белорет районының Шығай ауылында ҡумыҙсылар конкурсы уҙғарылды....

Тотош уҡырға 49

Музей буйлап тарихты эҙләп

Музей буйлап тарихты эҙләп 20.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында республиканың – 100, музейҙың 60 йыллығына...

Тотош уҡырға 39

Театр штандарты – Сибайҙа

Театр штандарты – Сибайҙа 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Театр йылы уңайынан иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны Урал аръяғы...

Тотош уҡырға 62

Бар тормошобоҙ – уйын

Бар тормошобоҙ – уйын 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөтә донъя театр көнө айҡанлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын”...

Тотош уҡырға 60

Ижади сәфәрҙәр саҡыра

Ижади сәфәрҙәр саҡыра 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы, Милли йәштәр театры «Волшебная мельница» (режиссер М....

Тотош уҡырға 48

Штандарт баймаҡтарға тапшырылды

Штандарт баймаҡтарға тапшырылды 19.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Театр йылы сиктәрендә иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо...

Тотош уҡырға 69

Алтында – Орсоҡ байрамы

Алтында – Орсоҡ байрамы 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш йолаларына бәйле төрлө сараларҙың үтеүе маҡтауға лайыҡ....

Тотош уҡырға 104

Нуриев көндәре бара

Нуриев көндәре бара 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Быйыл Рудольф Нуриевтың тыуыуына – 81 йыл. Йыл да 17 мартта балетмейстерҙың Өфөләге Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 88

Сенегалдан һәм Чилиҙан киләләр

Сенегалдан һәм Чилиҙан киләләр 18.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостан Республикаһы буйлап 8 июндән 12 июнгә тиклем “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт...

Тотош уҡырға 54