Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теле — донъя киңлегендә
Башҡорт теле — донъя киңлегендә"WIKIPEDIA" — ирекмәндәрҙең тырышлығы менән ойошторолған, һәр кем ҡатнаша алған электрон энциклопедия. Ул "WIKI" технологияһы буйынса эшләй, ә үҫешенә коммерцияға бәйле булмаған "WIKIPEDIA" фонды булышлыҡ итә. Һәр кем, шул иҫәптән һеҙ ҙә, был проект бүлегендә ҡатнаша алаһығыҙ", тигән аңлатма бирелгән "Википедия"ның башҡорт теле бүлегендә.

Проект тәү башлап 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә барлыҡҡа килә. Маҡсаты — Ер шарындағы бөтөн телдәрҙә ниндәйҙер сикләүҙәрҙән азат, ғәҙел энциклопедия төҙөү. Бөгөн донъя халҡы алты меңдән ашыу телдә аралаша, "Википедия"ға шуның 2060-ында (был һан көн һайын арта) мәғлүмәттәр индерелгән.
Электрон энциклопедияла башҡорт теле бүлеге нисек барлыҡҡа килгән һуң? 2006 йылға тиклем уны "Untifler" ҡушаматлы берәү ойоштора. Исеме билдәһеҙ. Ошо уҡ йылдың 26 ғинуарында Рөстәм Нурыев уның менән бәйләнешкә инә һәм башҡорт теле бүлегендә хаким бурыстарын үтәргә теләген белдерә. Ул оҙаҡ ҡына яңғыҙы эшләй. Шул осорҙан алып "Википедия"ның башҡорт теле бүлеге танылыу яулай бара.
Рөстәм Нурыев күптән түгел "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы менән осрашты. Алдан уҡ иҫкәртәйек: был уның ысын исеме түгел. Үҙе менән таныштырыуын һорағас, уҙаман бына нимә тине:
— Минең уйымса, Интернетта һинең кемлегеңде белеүҙәре мөһим түгел. Унда шәхестең исеменә түгел, ә уй-фекеренә, эш-шөғөлөнә ҡарап баһа бирәләр. "Википедия"лағы дәрәжәмә килгәндә лә, өҫтәмә бурыстарым ғына бар, башҡаларҙан бер төрлө лә өҫтөнлөгөм юҡ. Әйткәндәй, унда кисә яҙыша башлағандың да, ете йыл хаким булғандың да хоҡуҡтары бер төрлө. Ә Рөстәм Нурыев — ижади исем-шәриф. Ҡартатайым Нурыйәхмәт хөрмәтенә алдым уны. Ошо исем менән яҙыша башлағас, бик күп фәлсәфәүи асыш яһаным. Бихисап мәғлүмәт, Рөстәм Нурыевты эҙләп, Йыһан киңлегендә аҙашып йөрөгән.
Йыш ҡына Интернетты сүплеккә тиңләйҙәр, ә минеңсә, уны ҡый баҫмаһын өсөн гөлләмәләр рәтендә булған изге мәғлүмәт менән күберәк тултырырға кәрәк.
Осрашыуҙа Рөстәм Нурыев журналистарҙы "Википедия"ның башҡорт теле бүлегендә ҡатнашырға саҡырҙы. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, һәр кем ошо изге эшкә әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөн индерһә, энциклопедия башҡортса мәғлүмәткә ифрат байыр, уны ҡулланыу даирәһе киңәйер ине. Ысынлап та, башҡорт донъяһы, уның мәҙәниәте, әҙәбиәте, мәғрифәте, ижтимағи-сәйәси тормошо һәм башҡалар хаҡында бығаса бер ҡайҙа ла булмаған энциклопедия төҙөү үҙебеҙҙән тора ла баһа! Ә бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Фәҡәт "Башҡорт википедияһы"на инеп, үҙең белгән мәғлүмәттәрҙе теркәп барырға ғына кәрәк.

Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рөстәм Нурыев
    Рөстәм Нурыев от 09.02.2013, 12:03
    Википедия 285 телдә төҙөлә. Башҡорт Википедияһында беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелдә яҙылған. "Башҡортостан" исемле мәҡәләнең беренсе нөсхәһен исемһеҙ автор яҙа башлаған. 2012 йылдың декабрь айында әүҙем мөхәррирҙәр һаны 69 булып китте. Һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ. Ауылығыҙ тураһында мәҡәләне тулыландырыуҙан башлағыҙ.

  2. Рафиҡ
    Рафиҡ от 10.02.2013, 13:25
    Рөстәм Нурыев,
    Оло эш, рәхмәт быны башлаусыларға. Тыуған ауыл, кешеләре, тарихыбыҙҙы күрҫәтеп килеү бигерәктә кәрәк. Ни өсөн тигәндә беҙҙең халыҡ үҙенең тарихын белмәй. Кайтҡанда һорашам беләһегеҙме шулай булған беҙҙең халыҡ өсөн ҡайғылы эштәрҙе. Юҡ тейҙәр, нисек инде тыуып үҫкән ерҙә йәшәп белмәҫкә. Нәмә өсөн беҙҙең халыҡтан быларҙы йәшереп тотола билгеле. Ни өсөн иң бай ерҙә йәшәгән беҙҙең халыҡ таланып йәшәй. Бәләкәй, үҫмер саҡтарымда ауылым ҡосағында үҫтем, барыла күҙ алдымда, ғумер буйы һоҡланып йәшәйем, улар турында белдерегә кәрәк ине. Беҙҙең халыҡ бай күңелле, ауылыма ҡайтҡанда үҙебеҙҙең башҡорт йырҙары йөрәгемә дауа булып тора.

    Фотолар нисек ебәрегә, кәңәш итегеҙ әле. Рәхмәт.

  3. Уҡыусы
    Уҡыусы от 12.02.2013, 01:37
    " Аҡыҡ" нәмә була ул? Биҙәнеү өлкәһенә ҡарай булһа кәрәк,ләкин теүәл генә ни икәнен белмәйем."Һырға һабағы" тигән хикәйә бар. " Һырға һабағы" ниҙе аңлата? Рәхмәт!

  4. Рөстәм Нурыев
    Рөстәм Нурыев от 22.02.2013, 18:11
    Рафиҡ. Фотоларҙы ҡуйыу өсөн Википедияла терклергә кәрәк. Унан һуң һул яҡта "Файл күсереү" тигән ҡорал аша фотоны күсерәһең. Күсергәндән һуң Ниндәйҙер мәҡәләлә Шул рәсемде күрһәтергә тигән команда яҙыһың. Википедияла эшләй башлаһаң күрһәтеүе еңеләрәк.

    Уҡыусы. Аҡыҡ 1. в знач. сущ. сердолик, 2) в знач. прил. сердоликовый аҡыҡ ҡаш - сердоликовый камень; аҡыҡ төймә - сердоликовая пуговица
    Машинный фонд башкирского языка тигән сайтты ҡараға кәрәк.






Байымдар "Шаңдау"ҙы асты

Байымдар "Шаңдау"ҙы асты 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге – театр. Уның исемендәге йылды әбйәлилдәр “Шаңдау”...

Тотош уҡырға 82

Өҙә баҫты учалылар!

Өҙә баҫты учалылар! 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны дауам итә....

Тотош уҡырға 54

Иң юғары баһаһы – халыҡ һөйөүе

Иң юғары баһаһы – халыҡ һөйөүе 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөгөн төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөйөк сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм...

Тотош уҡырға 66

“Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә”

“Тормоштоң асылы – гармонияла йәшәүҙә” 22.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева күркәм юбилейын билдәләй....

Тотош уҡырға 96

Гөлли Мөбәрәкова

Гөлли Мөбәрәкова 21.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡортостандың һөнәри сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2019 йылдың 20 февралендә...

Тотош уҡырға 56

Иң яҡшы көн мартта буласаҡ!

Иң яҡшы көн мартта буласаҡ! 21.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк “Иң яҡшы көн-2” проекты...

Тотош уҡырға 62

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы арабыҙҙан китте...

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы арабыҙҙан китте... 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡайғылы хәбәр: легендар сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының...

Тотош уҡырға 148

Учалылар Өфөнө “баҫып алды”

Учалылар Өфөнө “баҫып алды” 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Тамаша башланырға ярты сәғәттән ашыу ваҡыт булғанда ла залда урын табыуы проблемаға әйләнер тип...

Тотош уҡырға 94

Зөһрәнең бәхете

Зөһрәнең бәхете 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Зөһрә Әминеваның Салауат ҡалаһына килеп төпләнеүенә 45 йылдан ашыу. Бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә үҫә....

Тотош уҡырға 84

Йәнтөйәктең киләсәге өсөн борсолоп

Йәнтөйәктең киләсәге өсөн борсолоп 20.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ йолаһының “үргенсә” варианты ла бар....

Тотош уҡырға 79

Әбйәлилдә бар оҫталар
Сибайға Фидан Ғафаров килә

Сибайға Фидан Ғафаров килә 19.02.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Сибайҙа “Мәҙәниәт марафоны” башланды – унда республиканың иң яҡшы ижади коллективтары тәҡдим иткән...

Тотош уҡырға 85