"Сулпан" да һыясаҡ02.02.2019
Ниһайәт, Сибай театр-концерт берекмәһенең үҙ “мөйөшө” буласаҡ: 2015 йылдың сентябрендә янғында зыян күргән филармония бинаһы төҙөкләндерелә. Әле проект һәм экспертиза эштәре башҡарылған, төҙөлөш яҡын арала башланасаҡ.

Билдәле булыуынса, Сибай филармонияһы (хәҙер – театр-концерт берекмәһе) айырыуса һаҡлана торған мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә, шуға күрә уны төҙөүгә айырым иғтибар бирелә. Бинаның тышҡы үҙенсәлектәре һаҡланасаҡ. Ә бына эске майҙанды киңәйтеү планлаштырыла, һөҙөмтәлә тамаша залын 500 урынлыҡ итеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Беренсе ҡатта – ҙур һәм яҡты холл, кейенеү, грим бүлмәләре, буфет, оҫтахана, икенселә “Сулпан” балалар театры урынлашасаҡ. Бында шулай уҡ 98 урынлыҡ Бәләкәй зал булдырыу көтөлә.

Төҙөлөштө 2020 йылдың ноябрендә тамамлау ҡарала.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика