Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешелек ҡиммәттәренә инанған журналист
Кешелек ҡиммәттәренә инанған журналистЗөлфиә Рәхмәтуллина менән беҙ студент саҡтан таныш. “Булыр бала – биләүҙән” тип халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, журналист һөнәрен һайлаған ҡыҙ әле ҡанаттарын нығытҡан осорҙа уҡ етдилеге, төплөлөгө менән иҫтә ҡалған.

Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында Зөлфиәнең йүгерә-атлай Башҡортостан радиоһында эшләп йөрөгәнен, ҡыҙыҡлы темалар һәм геройҙар эҙләгәнен хәтерләйем. Шуға күрә уңған, һәләтле ҡыҙҙы уҡыу йортон тамамлағас та дәүләт телерадиокомпанияһына ҡуш ҡуллап эшкә алыуҙарына аптырайһы түгел.
…Ул замандан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты. Ҡасандыр өйрәнсек булып йөрөгән Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы — хәҙер үҙе һөнәре буйынса студенттарға ғәмәли дәрестәр бирерлек билдәле журналист, телерадиокомпанияның йөҙөн, йүнәлешен билдәләгән ижадсыларҙың береһе.
Танылыуҙың төрлө юлдары бар. Бәғзе берәүҙәр, бәлки, былай тип тә уйлайҙыр: телевизорҙан ни тиклем йышыраҡ күрһәтһәләр, журналистың йөҙөн шул тиклем нығыраҡ хәтерләйҙәр. Барҙыр, булмаҫ, тимәйек. Әммә ваҡытлы төшөнсәләрҙе һәм тышҡы ялтырауыҡлыҡты маяҡ итеп алған “белгестәр”, ҡайһы ғына өлкәлә эшләмәһен, барыбер ваҡыт иләгенән төшөп ҡала, сөнки “ваҡыт” һәм “сифат” төшөнсәләрен барыбер алдап булмай. Халыҡ хөрмәте иһә булдыҡлыларға, уңғандарға, тап халыҡтың булмышын һәм һулышын тойоп, кешеләр мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткәндәргә тәтей. Атап әйткәндә, йәмәғәтселекте борсоған киҫкен проблемаларҙы уртаға һалып, тәфсирләп тикшерә алған, иң мөһиме, уны хәл итеү юлдарын эҙләгән һәм тапҡан ҡыйыу һүҙле, төплө фекерле журналистар ғына аудиторияның хәтерендә уйылып, оҙаҡҡа ҡала… Зөлфиә Рәхмәтуллина – тап шундайҙарҙан.
Уны журналист булараҡ ҡына түгел, ә оло йөрәкле шәхес икәнлеген асҡан бер ваҡиға хаҡында бәйән итмәксемен. Быйыл миңә “Башҡортостан” гәзитендә ҡатмарлы яҙмышлы, иңенә оло һынау төшкән ҡатын хаҡында яҙырға тура килгәйне. Зөлфидәнең улы ауыр сиргә дусар, насар күрә. Үҫмер – инвалид, махсус мәктәптә уҡый. Уларҙың нисә дауаханала күпме ятҡанын, ниндәй дауа алғанын һанап бөтөрлөк түгел: малай бала саҡтан табиптар күҙәтеүендә, уның тормошо – көндәлек көрәш. Зөлфидә Ғарипова иһә ошо көрәш менән йәшәү араһындағы нескә, әммә ныҡлы күпер төҫлө. Ҡатын юғары белемле, әммә балаһына даими иғтибар талап ителеү сәбәпле, һөнәре буйынса эшләй алмай. Әммә ҡул ҡаушырып ултырырлыҡ мөмкинлеге лә юҡ: яллап йәшәгән фатирға түләргә, ашарға, кейенергә кәрәк. Сирле балаға күпме аҡса киткәнен әйтеп тораһы ла түгел! Ни эшләргә? Зөлфидә бер генә мөмкинлектән дә баш тартмай: риэлтор, һатыусы, йыйыштырыусы кеүек эштәрҙе башҡара. Иң мөһиме — ирекле график булһын, сөнки ҡатындың балаһын башҡаса ҡарау сараһы юҡ. Әйткәндәй, бәләкәс ҡыҙының һаулығы ла шәптән түгел: йөрәгенә операция кисергәне мәғлүм. Хәҙер иһә уйлап ҡарағыҙ: ошондай йөктө тартҡан ҡатын сабыйҙарына нисек, ни тиклем ярҙам итә ала? Дөрөҫ, улар дәүләт медицина страховкаһы гарантиялаған мөмкинлектәрҙән файҙалана (бының өсөн күпме тупһа тапап, документтар йыйыу – икенсе мәсьәлә). Әммә береһенән-береһе хәүефле диагноздар ҡуйылған үҫмергә тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген бирәм тиһәң, был ғына аҙ – ҡиммәтле операциялар талап ителә. Ауыр сирҙәрҙе иһә бушлай дауаламайҙар... Шуға күрә Зөлфидәнең күп ваҡыты, тейешле инстанциялар менән бер рәттән, мәрхәмәтлек фондтары тупһаһын тапау менән үтә. Шөкөр, оло йөрәкле кешеләр бар был донъяла... Гәзиттәге мәҡәлә лә шундайҙарҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн яҙылғайны. Артабан иһә хәлдәр былай булды. Ниндәйҙер бер сарала Зөлфиә Рәхмәтуллина менән осраштыҡ. Уның кешелекле, иғтибарлы булмышын белгәнгә күрә, Илнурҙың тарихын бәйән иттем. Тап ошо осорҙа аҡса туплап, Зөлфидә Ғариповаға улын Мәскәүгә, сираттағы операцияға алып китәһе бар ине. Ваҡыт үтә ҡыҫынҡы, ярҙам итәһе кешеләрҙе табыр өсөн һөҙөмтәле юл кәрәк! Ә телевидениеның тәьҫир көсө һәр кемгә мәғлүм…
Зөлфиә “булмаҫ” тимәне. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Илнур тураһында сюжет төшөрөлдө, Каруанһарай янында Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолдо, Зөлфидә Ғарипова “Телеүҙәк” тапшырыуының махсус сығарылышында сығыш яһаны, һәм инвалидтар проблемаһы, уларға йәмғиәттәге мөнәсәбәт хаҡында көнүҙәк программа килеп сыҡты. Шәхсән Зөлфиәгә һәм ижади төркөмгә рәхмәт! Ошо яҙмала ғына уларҙың теманы асыу өсөн күпме рухи көс һәм тырышлыҡ һалғанын, кеше бәләһенә битараф булмаған геройҙарҙы тапҡанын, күтәрелгән мәсьәләнең мөһимлегендә ижадташтарын инандырғанын, әлбиттә, тәфсирләп яҙып бөтөп тә булмай. Мәгәр, һөҙөмтә булды: Илнур Мәскәүгә сираттағы операцияға барып ҡайтты. Йәшәйеште матди ҡиммәттәр менән генә баһалап булмағанын аныҡ аңлаған, физик һәм рухи сәләмәтлек, именлек һәм кешелеклелек, намыҫ һәм выждан төшөнсәләренә инанған телерадиожурналист Зөлфиә Рәхмәтуллинаның сираттағы еңеүе тип атар инем мин был осраҡты.
Зөлфиәнең тағы бер тос ижади эше – “Атылған йондоҙ” радиотапшырыуҙар циклы ла тыңлаусылар иғтибарын яулаған, резонанс тыуҙырған өлгөләрҙең береһе.
Винер Килмөхәмәтов, Радик Гәрәев, Fаяз Алтыншин, Насип Кучаев, Fабдулла Fиләжев, Fайса Хәсәнов, Райман Ишбаев, Ренат Басариев, Дим Мәннән, Рәйес Түләк, Fәбиҙулла Зарипов… Уларҙың барыһы ла – башҡорт сәнғәтендә, әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр. Бөтәһе лә – журналист Зөлфиә Рәхмәтуллинаның «Атылған йондоҙ» радиопрограммаһы геройҙары. Исемдәре һәммәбеҙгә яҡшы таныш булһа ла, улар тураһында яйлап ҡына онота бармайбыҙмы? Йәш быуын, ғөмүмән, был ижадсылар менән ҡыҙыҡһынамы? Әллә радиола яңғыраған йырҙарынан, тыуҙырған образдарынан, шиғырҙарынан ары артығын белергә лә теләмәйме? Тап ошо һорауҙар Зөлфиә Рәхмәтуллинаны аналитик тапшырыуҙар циклы эшләргә этәргән дә инде. Мәғлүмәти йәһәттән күп асыштар бүләк иткән был ижади эше хаҡында журналист үҙе бына нимә ти:
«Юғары йыр сәнғәте һәм ысын шиғриәт төшөнсәләрен тапап, еңел-елпе жанрҙар өҫтөнлөк иткән заманда башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларға ла, сифатлы кимәлдәге эстрада сәнғәтенә лә ҡыҙыҡһыныу кәмей бара. Еңел-елпегә хәҙер өлкәндәр ҙә күнекте, буғай. Бәлки, иғтибар итмәйҙәрҙер, битарафлыҡ кисерәләрҙер… Шиғриәт тураһында әйтеп тораһы ла түгел. «Бөгөн башҡорт әҙәбиәте юҡ ул», – тип «лаф» ороусылар етәһе, ә күптәре алтын әҙәби мираҫыбыҙҙы булдырған ысын һәләттәр ижады менән ҡыҙыҡһынырға ла теләмәй. Бөтә бәләне заманға ғына япһарырғамы? Әллә ысын таланттарҙы ваҡламай, һәләттәрен күрһәтеп, заманына ярашлы итеп таныта белеү етмәйме? Был һорау, әлбиттә, бер бөгөн генә көнүҙәк түгел. Шулай ҙа бөтә ғәмәлдәр аҡса менән үлсәнгән заманда айырыуса киҫкен.
Исемдәре үрҙә телгә алынған шәхестәр ижады сағыу балҡышҡа тиң. Йыр сәнғәтен төптән аңлағандар Винер Килмөхәмәтов, Радик Гәрәев, Райман Ишбаевтың башҡарыу оҫталығын эталон итеп таный. Ундайҙарға тиңләшеү ынтылышы мотлаҡ булырға тейеш, был сифатты ижадҡа мөнәсәбәт, сәхнәгә илткән ҡатмарлы юл тарихы аша ла тәрбиәләргә мөмкин, минеңсә. Мәҫәлән, башҡортса бер һүҙ белмәгән етем Черниковка егетенең (ә Өфөнөң ошо төбәгендә тыуып үҫеү үҙенә күрә бер мөһөр хатта) сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инеү теләге менән яныуын, шуға ла туған телен өйрәнеүен, хатта аралашҡан кешеләре араһында башҡортса белеүселәр булмағас, Матросов паркында ял итеүселәрҙән ярҙам һорап, имтихан өсөн монолог ятлаусы Ренат Басариев үрнәге оло маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ тәүге ижади төркөмөн тыуған төбәге — Ырымбур өлкәһендә ойоштороп, артабан нисәмә йыл Үзбәкстанда башҡорт йыр сәнғәтен танытып йөрөгәндән һуң, үҙ халҡым янында йәшәгем, улар өсөн ижад иткем килә тип, бер яҡыны булмаған Башҡортостанға килеп төпләнгән Насип Кучаев миҫалы ла өлгө бит! Әммә ошондай бай рухлы кешеләрҙе һанлай беләбеҙме? Ниндәй аяныс: Насип Кучаев менән мәңгелеккә хушлашыуҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында халыҡ шығырым тулы була, ә ошонан теүәл бер ай элек ойошторолған беренсе шәхси концертына бармаҡ менән генә һанарлыҡ кеше килә... Башҡорт сәнғәте өсөн Радик Гәрәев индергән өлөш, ниндәй генә шартта ҡалһалар ҙа, Рәйес Түләк менән Fәбиҙулла Зариповтың һуңғы һулышҡаса шиғриәт тип яныуы, ваҡытында «сәхнә», «ижад» тип баш ҡалаға сығып китеп, булмышынан тайпылған, үҙенә бөтөнләй хас түгел шөғөл менән сағыу ижадын томаларға мәжбүр булған Дим Мәннән яҙмышы… Ошо һәм башҡа шәхестәрҙең тормош ваҡлыҡтары, матди ҡыйынлыҡтар, кәртә-ҡаршылыҡтар аша яуланған рухи еңеүҙәре хаҡында башҡаларға ла һөйләгем, ошо һәләттәргә яңыса ҡараш булдырғым килде. Шулай итеп, «Атылған йондоҙ» тапшырыуы артабан циклға әүерелде».
Ҡыҫҡа, сағыу, әммә аяныслы яҙмыштар тураһындағы был ижади эш Зөлфиә Рәхмәтуллинаның ҡыйыу, тос һүҙле журналист икәнлеген яңы юҫыҡтан аса, уның аҡыл ҡеүәһен, төплө фекерләү һәләтен, шул уҡ ваҡытта, ниндәй генә сетерекле темаға тотонмаһын, иплелек һәм итәғәтлелек кеүек кешелек сифаттарын һаҡлаған ижад оҫтаһы булыуын тағы берҙе дәлилләй. Һис шикһеҙ, журналистың эше юғары баһаға лайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122