Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйы тәрән, рухы юғары
Уйы тәрән, рухы юғарыКиң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш, ижадтары күңелгә һеңгән шәхестәр хаҡында ниндәйҙер ваҡиға айҡанлы һүҙ әйтеүе еңелдән түгел. Бының сәбәбе аңлашылалыр: ундай саҡта бер кемде лә ҡабатламау, яҙырға теләгән кешең тураһында яңы фекер әйтеү зарур. Шулай ҙа йылдар үткән һайын ҙур шәхес һәм маһир ижадсының бығаса беленмәгән һыҙаттары, яҙғандарының яңы табыштары асыла бара.
Башҡорт шиғриәтенә ХХ быуаттың 70-се йылдарында аяҡ баҫып, тәүге шиғырҙарынан уҡ ижадының лирик һәм фәлсәфәүи йүнәлешен, халыҡтың эске донъяһы менән эстетик зауығын, рухи биографияһы юҫыҡтарын билдәләгән Хәсән Назар күҙ алдыма оҫталыҡтың иң юғары баҫҡысына күтәрелгән, күңел ҡылдарын илаһи бер ҡалыпҡа көйләр ғәзиз дә, аяулы ла моң эйәһе булып килеп баҫа.
Шиғриәтебеҙҙең төп йөгөн тартыусыларҙың береһе булараҡ, Хәсән Назар үҙе лә, хисе менән фекере, уйы менән моңо бер бөтөн булған мәртәбәле ижады ла ҡәләмдәштәренең һәм тәнҡиттең даими иғтибар үҙәгендә булды. Миҫалға башҡорт шиғриәтенең буҫағаһына аяҡ баҫҡан йәш шағирға ихлас фатихаһын биргән Рәми Ғариповты, һуңынаныраҡ үҙ фекерҙәрен еткергән Рауил Бикбаевты, Әхиәр Хәкимде, Рәшит Солтангәрәевте, Назар Нәжмиҙе, Ғайса Хөсәйеновты, Нәжиб Асанбайҙы, Ғәзим Шафиҡовты атап китеү ҙә етә. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналары булған был шәхестәр Хәсән Назар ижадының үҙенсәлектәрен асыҡлап, ентекле анализ яһап, уның шиғриәтебеҙ майҙанында тотҡан тәғәйен урынын билдәләне. Хатта моңһоҙҙарҙы ла уйға һалырлыҡ был тәҡриздәрҙән шул аңлашыла: Хәсән Назар үҙ әҫәрҙәренең фәлсәфәүи тәрәнлеге менән киңлеге, образдар системаһының күңелгә яҡынлығы, уй-тойғоларының ихласлығы, теленең иҫ киткес байлығы, йөкмәткеһенең тотош бер күңел драмаһына ҡоролоуы, форма төрлөлөгө буйынса бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә милли шағир.
Хәсән Назар шиғриәтенең тематикаһы күп төрлө: халыҡ, ил, тел яҙмышы, рухиәтебеҙҙең торошо, әҙәби мөхит, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, фанилыҡ менән баҡыйлыҡ мәсьәләләре. Был проблемалар уның әҫәрҙәрендә шул тиклем тығыҙ үрелгән, хатта уларҙы бер-береһенән айырып алыуы ла ҡыйын.
Шәхсән миңә Хәсән Назарҙың фанилыҡ менән баҡыйлыҡ сигендә торған һәм әрнеүгә, һыҙланыуға мансылған әҫәрҙәре яҡыныраҡ. Ижадсынан ниндәйҙер кимәлдә әүлиәлек ҡеүәһе талап иткән һәм, ғөмүмән, әҙәм яҙмышының аяныслы булыуына ҡоролған, үҙәк өҙгөс моң менән һуғарылған бындай шиғырҙар айырым иғтибарға лайыҡ.
Әйтәйек, һүҙ сәнғәте мөғжизәләренең береһе булған “Васыят” шиғыры. Донъя әҙәбиәте, урыҫ һәм төрки шиғриәттәре тарихындағы васыяттарға туҡталып тормаҫтан, Хәсән Назарҙың әлеге әҫәренә диҡҡәт итәйек. Күренеүенсә, ул шағир күңеленең тартылған ҡылдай тулышҡан, уғата нескәргән мәлендә тыуған. Сатнаған ҡурай төҫлө эшлектән сыҡҡан йөрәген дауалап ята әҙип. Ә ундай саҡта: “...Шиғриәт — донъяға бәхиллек, // Васыят әйтеү ҙә ярайҙыр”, — ти шағир һәм артабан ғәзиз ауылы, уны уратып алған ҡашлаҡтары, аҡландары, таллыҡтары менән рух кимәлендә бәйләнешкә инә. Тәүләп аҡ донъяны күргән йәнтөйәген иҫкә ала, уға сикһеҙ рәхмәтен белдерә, хатта, ҡалғып киткән сағында, үҙен тыуған ауылында — Таулыҡайында тип хис итә. Әйтерһең, ул йәненә ғәзиз тау үңеренә сүгәләп ял ала, хәсрәт тә, ғәм дә юҡ хилүәттә һис ни менән сағыштырғыһыҙ ләззәт кисерә һәм, ғәжәп бер йылылыҡ, ябайлыҡ аша тыуған төйәге менән бер бөтөнлөгөн раҫлағандан һуң, шағир фәҡәт ауылына ғына һыйырлыҡ васыятына күсә. Был донъянан үткәндән һуң ҡабырсағының ятырға теләгән урынын да аңғарта — Урта тау түше:
... Урта тау түшендә донъяның
Ҡаҡлыҡһын бураны, дауылы.
Хәлеңдән, хатта үҙ-үҙеңдән
Күтәрел, тип һине әйҙәрмен.
Төтөн дә килтерер һөйөнөс,
Яна, тип, усағы өйҙәрҙең.
Һин — тәүге һәм һуңғы төйәгем,
Моң биргән, тел биргән ауылым.
Йырымда йәшәрһең. Үҙең дә
Йәшәт һин һүҙемде, һау булып.
Тәҡдирҙе кем белә... Васыят —
Ул сикләү түгел дә көнөңдө.
Алтмышҡа артылыр алдынан
Тик иҫәр уйламаҫ үлемде.
Уйы тәрән, рухы юғарыВасыят әйтелде — йәнде өйкәп торған һүҙҙәр менән тойғолар еткерелде. Барыһы ла асыҡланып, күңел юшҡындары иреп юҡҡа сыҡты, донъя нисектер яҡтырып киткәндәй булды. Һәм шағир, ошо илаһи нурға үлән ҡыяғындай ҙа күләгә төшөрмәҫтән, ирҙәрсә баҫалҡылыҡ һәм сабырлыҡ менән тамамлап ҡуя шиғырҙы:
... Ятамын дауалап йөрәкте,
Дарыуға ҡалған көн — ҡуй инде.
Васыят әйтеү ҙә — рух көсө,
Ҡабаттан күкрәмәм — һуң инде.
Аһ, әҫәрҙең ошо һуңғы юлы! Олуғ шәхес һәм арҙаҡлы шағирҙың бәхилләшеүе һымағыраҡ яңғыраған был һүҙҙәрҙә йөрәк һыҡрауы ла, ғаләмдәргә һыймаҫ һағыш та, донъяның фанилығына ҡарата үкенесле әсенеү ауаздары ла ишетелеп ҡалғандай. Күрәһең, һүҙ тылсымы ярҙамында сихри моң тыуҙырырға үҙ яҙмышы аша халыҡ яҙмышын сағылдырған, күктәр тарафынан шағирлыҡ мөһөрө баҫылған шәхестәр генә һәләтле.
Хәсән ағайҙың Зәкиә еңгәгә арнап яҙылған “Мин китермен бер саҡ...” тигән тетрәткес шиғыры “Васыят”тың дауамы итеп ҡабул ҡылына. Ул шул уҡ мотивҡа — тормоштоң ҡыуаныстарын да, аһ-зарын да бергә кисергән йән һөйгәнең менән алдан хушлашып ҡуйыуға ҡоролған. Әлеге лә баяғы, донъя хәлен кем белә. Был әҫәрендә шағир, үҙ күңеле юғарылығынан сығып, ул-был булһа, хәләленең иламауын үтенә:
Мин китермен бер саҡ. Һин илама.
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Сөнки:
... Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.
Тик ни ғиллә: шағирҙың был сабырлыҡҡа, сәмгә, ислам тәғлимәтенә нигеҙләнгән үтенесе кире тәьҫир уята — әлеге юлдарҙы уҡыған һайын оторо илағы килә. Йәғни ҡыйыш атып, тура тейҙереүгә өлгәшелә. Был — әҙип оҫталығы тарафынан яуланған үр, ул үҙе генә белгән мөҡәддәс сер. Шиғырҙың тамамланышы иһә әҫәрҙе донъя әҙәбиәте гәүһәрҙәре кимәленә күтәрә:
... Мин беләмен гүрҙә ни булырын —
Ерҙә күргәндең ул нисбәте.
Фәрештәләр һинән китмәйме тип,
Йәнем ҡайтыр, бәлки, кисләтеп.
Ҡайтһам, һин тойорһоң, нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын
Йылы биреп һинең өйөңә.
Ғөмүмән, Хәсән Назарҙың ошоноң ише әҫәрҙәре фекер менән тойғолар синтезынан тыуған ҡабатланмаҫ моңо менән айырыла. Ул моңдо һис кемдеке менән бутау мөмкин түгел. Һис кемдеке тигәндә, мин, әлбиттә, шиғриәт, рухиәт кеүек изге төшөнсәләр менән дә кәсеп итеү яйын тапҡан шалтырауыҡтарҙы түгел, ә ысын шағирҙарҙы күҙ уңында тотам. Был үҙенсәлек шағирҙың мең ғазап аша әҙәбиәтебеҙҙә үҙ йөҙөн таба алыуына, донъя әҙәбиәтен тәрәндән белеүенә, күңеленең ваҡлыҡтарҙан азат булыуына, бай тормош тәжрибәһенән, тәбиғи талантынан сығып глобаль дөйөмләштереүҙәр яһай алыу маһирлығына бәйле. Әгәр шулай булмаһа, Хәсән Назар күңеленән “Көҙҙәремдә” тип аталған хикмәт тә сыҡмаҫ ине. Бында әҙип беҙҙең алда һаман да зирәк зиһенле, әммә бер аҙ талған йөрәкле шәхес булараҡ һынлана. Ул инде үҙенең булмышына тәғәйен баһа бирер, ижадының әһәмиәтен, әҙәбиәттәге урынын аңлар йәштә: “... Мин һоҡлана белдем. Һаҡланманым, // Эсем-тышым — барыһы бер нөсхә”; “Юҡтан бар итеп бит һүҙ эшендә // Алтын сығарыштым, түгел күмер”. Арыу-талыуҙарының бер сәбәбе итеп ижадсы йәненең өҙлөкһөҙ эҙләнеүен, әҙип миссияһының ни тиклем ауыр, яуаплы бурыс һәм көндәлек хеҙмәт икәнен аңғарта шағир: “... Тәхетеңде, батша, яулап була, // Шиғриәтте ә һин яулап ҡара!”
Күренеүенсә, Хәсән Назар үҙенең башҡорт шиғриәте биләмәләрендә яулаған бейеклектәренән ҡәнәғәт. Сәбәләнмәй. Ваҡланмай. Тирә-йүнде юҡ хеҙмәте менән юҡ ижадын бар тиеп, ялған шөһрәт теләнеүсе өҙгөстәр баҫып алған заманда был да үҙенә күрә бер ирлек. Шуға ла уның ауыр аҡыллы ил ағаларына хас булған олпатлыҡ менән: “... Тыныс ҡаршылайым көҙҙәремде, // Килер ҡыш та, килмәй ҡалмаҫ ҡышым”, — тип яҙырға хаҡы бар. Ә инде әҫәрҙе тамамлап ҡуйған һуңғы ике юл — ысын шиғриәт һәм дөйөмләштереүҙең классик өлгөһө: “... Минһеҙ килгән йәйҙә мине эҙләп, // Иртәләрен өҙөлөп һайрар ҡошом”. Донъяның кемдәрҙән генә ҡалмаған фанилығына әсенеү ҙә, сәләмәт рух та, киләсәкте һиҙемләү ҙә бергә ҡушылыуҙан тыуған был илаһи юлдарға бары тик шиғриәт тигән тылсымдан алыҫ торған көнлөксөләр менән башҡалар ижадына көнләшеү хисе йөрөткәндәр генә һоҡланмаҫ.
Һанай китһәң, Хәсән Назарҙың “Ғүмер һәм дәүер” йыйынтығында (З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Өфө: 2008) рух осошоноң йондоҙло мәлдәрен сағылдырыусы, башҡорт шиғриәтенең юғарылығын билдәләүсе һәм фәҡәт мәңгелек ҡанундарына буйһоноусы шиғырҙары байтаҡ. Бына улар: “Юғары көс”, “Өҫтәрендә ерҙең”, “Усаҡ яна... Яҫҡып төтөн үрләй...”, “Ожмахтарға өмөтөм юҡ”, “Ишек”, “Кемдер йәшәй теләгәнсә...”, “Вафат булғас”, “Алтмышҡа артылғанда”.
Был әҫәрҙәрҙе айырып күрһәтеү Хәсән Назарҙың Аҡмулла аҡылы менән Бабич тойғоларын берләштереүсе шиғриәтен инҡар итеү түгел, ә үҙ йәшемә, зауығыма ярашлы күңелемә уғата хуш килгән, йәнемде тетрәнергә мәжбүр иткән шиғырҙарҙы билдәләп үтеү ул. Йылдар үткән һайын өр-яңы ҡырҙары менән балҡырға һәләтле әҫәрҙәр ижад итеү һәр кемдең өлөшөнә төшөр көмөш түгел шул. Ул тик ер йөҙөнә Күк хөкөмө менән шағир булып килгән һайланмыш шәхестәргә генә хас сифат. Йөкмәткеһе һәм мәғәнәһе буйынса эпик ҡоласлы әҫәрҙәргә торошло бындай шиғырҙарҙы уҡығандан һуң сафланған күңелдең ығы-зығы, ваҡлыҡтарҙан бер мәлгә арыныуын тояһың. Донъяны тәрәндәнерәк аңлайһың, тормоштоң, кешеләрҙең, беҙҙе уратып алған ер-һыуҙың ҡәҙерен нығыраҡ белгәндәй булаһың.
Шәхес тигәндәй, Хәсән Назар бөгөнгө шиғриәтебеҙҙең кимәлен түбән төшөрмәүҙе хәстәрләгән талапсан, хатта ҡаты ҡуллы әҙәбиәт белгесе, эскерһеҙ остазУйы тәрән, рухы юғары булараҡ та киң билдәле. Шағирҙы белә-белгәндән шиғриәт секциялары ултырыштарында, семинарҙарҙа, дөйөм йыйылыштарҙа, съездарҙа уның айырым авторҙарҙың ижадына, әҙәбиәтебеҙ торошона ҡағылышлы тос һәм фәһемле фекерҙәрен тыңлап, сығыштарына һоҡланғаным бар. Моғайын, шиғриәтте кәсеп кенә тип ҡарамаусылар, әҙәбиәтте хәстәрләү күҙлегенән сығып әйтелгән тәнҡит һүҙҙәренең ҡәҙерен белеп, рәхмәтле булыусылар минең менән килешер: Хәсән Назар баһаһы һәр саҡ ғәҙел, кәңәштәре урынлы һәм файҙалы. Ҡайһы саҡта үтә талапсан, ҡырҡа-яран, әммә ғәҙеллек тигән төшөнсәгә тоғро. Һәр һүҙе үлсәнгән, төптән уйланған, сәсәндәргә хас мәргән тел менән яҙылған фекерҙәре асыҡ, ғибрәтле булыр. Үҙе шәхси мәнфәғәттәренән сығып һис кем алдында ярамһаҡланмаҫ, бәғзе бер йылғыр әҙәмдәр ише ҡойроҡ болғамаҫ. Һуңғы осорҙа юғала барған бындай аҫыл сифаттар Хәсән Назарҙы шәхес булараҡ та бик аныҡ ҡылыҡһырлай. Һәр хәлдә, был уның бер төрлө яҙып, икенсе төрлө аҙыусылар ҡатарына инмәүенә бер дәлил.
Башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле моң өҫтәгән, күптәргә остаз булған арҙаҡлы шағир үҙенең 70 йәшен билдәләй. Уның иңендә — әҙәбиәтебеҙгә, милли матбуғатыбыҙға тоғро хеҙмәт итеп үткәргән йылдар, күңелендә рухи донъябыҙ күгенә талпыныусы йырҙар. Хәсән Назарҙың әле яҙыласаҡ шиғырҙары әҙипте милли шиғриәтебеҙ күгенең яңы бейеклектәренә күтәреренә шигем юҡ. Уға оло юбилейы айҡанлы иң изге теләктәремде еткереп, һүҙемде үҙенә арналған шиғырым менән тамамлап ҡуймаҡсымын.

Шағир баһаһы

Хәсән Назарға

Шағир ни хаҡ бөгөн?
Ваҡытында
Бер йөк бесән ине Ҡазанда.
Туҡайҙар юҡ инде.
Ә шулай ҙа
Ни хаҡ шағир беҙҙең заманда?
Беләм, һин әйтерһең: “Ни хаҡ, тип ни,
Кем ҡуя бит уның баһаһын?!
Халыҡ ҡуйһа, бер хәл. Ә тегеләй
Һығымтаны үҙең яһа һуң.
Ҙурҙан ҡубып әйтһәк, осһоҙландыҡ,
Өмөт тә юҡ ғәҙел бизмәнгә.
Туҡай, ана, шағир булмаҫ элек
Торош иткән бер йөк бесәнгә.
Ә бөгөн һуң?
Хатта маңлайында
“Шағир” тигән мөһөр булып та,
Бәғзе берәү ут йоторға мәжбүр
Сараһыҙлыҡ тигән ҡалыпта.
Шуныһы бар: кемдәргәлер яуа
Дәрәжәһе, исеме, миҙалы.
Уларына һис тә ҡаршылыҡ юҡ,
Ғәҙел булһын бары мизаны.
Ә, ғөмүмән, ғүмер кисерәбеҙ
Аңлайышһыҙ, сәйер заманда.
Алдан хаҡ ҡуйылған шағирҙарға
Яҡшыраҡтыр, бәлки, Ҡазанда”.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122