Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шаршау күтәрелде
Шаршау күтәрелде
"— Нимә-ә?! Ниндәй детдом? — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте, бына-бына күҙ йәштәре сығыр төҫлө. Үҙемде иң көсһөҙ кеше итеп тойҙом шул мәлдә. Эйе, көсһөҙ. Алдағы көндәремде, ҡайҙа йәшәйәсәгемде, кем менән аралашасағымды үҙем билдәләй алмайым бит. Ҡайҙалыр өҫтән берәү һинең менән идара итә кеүек". Был юлдарҙы мин йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" исемле повесынан ("Китап", 2013) алдым. Китаптың йөкмәткеһен ошо әҫәр һәм Салауат Әбүзәрҙең "Төйөрһөҙ тәүге ҡоймаҡ" тип аталған фатихаһы тәшкил итә.

Повестың геройы — замандашыбыҙ Ильяс Мөхәмәтов. Үлем менән ҡунаҡ һорап килмәй тигәндәй, ата-әсәһенең ваҡытһыҙ донъя ҡуйыуы арҡаһында үкһеҙ етем ҡалған бала яҙмышы. Етегәндәй ете бала, шуларҙың береһе — Ильяс. Диңгеҙҙә, өйөрмәлә ҡалған капитанһыҙ карапты хәтерләтте миңә хужаларһыҙ ҡалған йорт. Кем теләй, шул килеп инә, бала күңелен аңларға тырышыу, йыуатыу урынына — тартҡыслайҙар, алдайҙар, ҡайҙалыр һөйрәкләйҙәр, бикләйҙәр, битәрләйҙәр. Бала өнһөҙ. Ул, өлкәндәр кеүек, эсендәге рәнйеү-һағышты һөйләй белмәй, үҙен яҡлай ҙа, ҡурсый ҙа алмай. Иң ҡыйыны — бала кисереше, бала сағыңда башыңа төшкән ҡара ҡайғы. Быны кисереп ҡарамаған кешегә, бәлки, аңлауы ла ауырҙыр. Экстремаль ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡалған береһенән-береһе кескәйерәк балаларҙың ҡылыҡтарын автор Айгиз Баймөхәмәтов балалар психологияһы дөрөҫлөгөнә тамсы ла хыянат итмәйенсә ҙур оҫталыҡ менән асыуға өлгәшкән. Атаһының тәне сыҡһа ла йәне сығып та өлгөрмәгән (үлгәненең икенсе генә көнө), тыуған нигеҙҙәренән алдаҡ менән алынып, дауаханаға килтереп бикләп ҡуйылған балалар яңылыштан ғына "детдом" һүҙен ишетеп ҡала. Быға тиклем дә, әсәләре үлеп, аталары яңғыҙы ҡалғас, бәғзе берәүҙәрҙең "балаларыңды детдомға тапшыр" тигән хөсөттәрен ишетеп, йөрәктәренә шом һалған был һүҙҙең ҡабаттан яңғырауы ҡайғынан һеңгәҙәгән мейеләрен шаңҡыта. Уларҙың башында хәҙер бер генә уй: ҡасырға!
Балаларҙың фантазияһына көнләшмәү мөмкин түгел. Был юлы ла шулай: ваҡытын да билдәләйҙәр, милицияға тотолмай утыҙ саҡрымды үтеү мөмкинлеген дә табалар. Йортом — ҡәлғәм. Сабыйҙарса мөкиббән инаныу менән улар тыуған йорттарына ынтыла. Бөтә бәлә-ҡазанан, ҡайғынан тик ул ғына, тыуған йорт ҡына ҡурсый ала, һәм бына улар өйҙә. Һәр кем үҙе өйрәнгән урынға ята, тынысланып, йоҡоға тала. Таң һарыһынан килеп еткән милиционер тәҙрә шаҡымаһа, улар, моғайын, татлы төштәр күреп, төш ауғансы бер нәмә белмәй йоҡлар ине.
Әммә... милиционер тәҙрә шаҡыны. Тыуған йорт, ғәзиз нигеҙ таңда күргән ҡыҫҡа төш кеүек кенә булып ҡалды. Балалар — детдомда. Быныһы инде – ысынбарлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылған балалар йорттарында Тыуған илдең именлеге өсөн башын һалған яугирҙәрҙең ғорур балалары тәрбиәләнһә, бөгөнгөләрендә хәл башҡасараҡ. Хәл башҡаса булғас, мөғәмәлә лә шулайыраҡ. Беҙҙең күҙәтеүсән һәм һынсыл геройыбыҙ Ильяс Мөхәмәтов быны шунда уҡ аңлай. Хәйер, аңламаҫлыҡ та түгел, балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәли ҡыҙы уларҙы:
— Уф, ошо йыйын алкаштарҙың мәхлүктәрен кеше итәм тип ғүмер үтте инде! (Әйтерһең, уны был эшкә кемдер мәжбүрләп ҡушҡан. — Т.Ғ.) Хөкүмәткә нужа итеп ниңә табаларҙыр ул, аптырайым...
Конфликт бына ошонда төйөнләнә: бала хатта эскесе әсәһенә лә башҡаларҙан һүҙ тейҙермәй, ә былар бит мөхәббәтле, сәләмәт ғаиләлә тәрбиәләнгән. Иркәләүгә, наҙға тилмереп үҫмәгән улар. Әсәләре яман шеш сиренән үлһә лә, уның яҡты иҫтәлеген йөрәктәрендә һаҡлайҙар, аталары бөтә ауыл ихтирам иткән оҫта ҡуллы, егәрле кеше була. Һәр хәлдә балалар йортоноң тупһаһын аша атлап эскә үтеү менән бала күңеленә мәңге уңалмаҫлыҡ итеп тел яраһы һалына. Әсә һәм бала. Улар араһындағы бәйләнеш бик нескә, аҡылы самалы булмаған бәндә уға аслан ҡағылмаҫ.
Ошо юлдарҙы уҡығанда үҙемдең тормоштағы бер ваҡиға иҫкә төштө. Сибай театры минең "Китмәгеҙ, торналар!" исемле пьесамды сәхнәләштерҙе (режиссеры — Д. Ғәлимов). Артистар менән мин дә бер нисә ауылға барҙым. Иң йәш артисыбыҙға – 5 йәш. Эсеп үҙ ырыҫынан үҙе көлгән йәш әсәнең балаһын уйнай ине ул. Бына шул “артисыбыҙ” көн дә спектаклдән һуң юғалып тора. Ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Спектакль бөтөү менән бының артынан төштөм. Күҙемә салынған күренеш мине шаҡ ҡатырҙы. Сабый клубтан сыға башлаған тамашасылар араһына ингән дә, ҡара күҙҙәрен ҙур асып, ниҙелер аңлатып, һөйләп маташа. Ҡолаҡ һалдым: "Спектаклдә уйнаған эскесе ҡатын — минең ысын әсәйем. Тик ул ысынында эскесе түгел — ул уйнай ғына. Роле шундай!" Йөрәгем һыҡрап, әрнеп китте: бала бит спектакль буйынса "Эх, былар минең әсәйҙе эскесе тип уйлап ҡуймаһалар ярар ине!" тигән уй менән йөрөгән. Эйе, әсәләр балаларының яҡлауына мохтаж, ә донъянан киткәндәре бигерәк тә. Шуға күрә лә повестағы хәл-ваҡиға ошондай төйөнләнеш алғас, артабанғы конфликттың киҫкен булыуына миндә шик ҡалманы.
Бала күңеле — быяла, һаҡһыҙ ҡағылһаң, ыуала. Балалар йортонда, иншалла, ас-яланғас түгелһең, әммә күңел... Ильястың күңел донъяһын автор әкренләп, төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышында аса. Бына улар Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә. Ильяс байрам тамашаһында айыу ролен уйнарға ниәтләнә. Художество етәксеһе уға ниңәлер Кощей ролен бирмәксе. Шул саҡ залға килеп ингән тәрбиәсе Рәйфә: "Ә бына Ильясты Кощей итеп ҡуйып шәп иткәнһең! Ул бит — Кощейҙың һыңары. Уға костюм тегергә лә кәрәкмәй. Футболкаһын сисһә, ҡабырғалары үтә күренеп тора. Нәҙек ҡулы, кәкре аяҡтары... Һуйған да ҡаплаған Кощей!" – ти.
Бала-сағаға ни — етә ҡала. Кемуҙарҙан көлә башлайҙар.
— Ха-ха... Ильяс — Кощей!
— Нәҙек бармаҡ...
— Кәкре аяҡ...
Бына шулай. Ә бит ошо ролде уйнарға күндерер өсөн икенсе төрлө һүҙҙәр ҙә табып була ине тәрбиәсегә! Педагог һәр саҡ баланың ыңғай яғына, һәләтенә баҫым яһарға тейеш тә бит.
Яңы йыл — Ильястың яратҡан байрамы. Күп итеп шиғырҙар ятлай, йырларға ла булдыра, бүләк өсөн "кеҫә тултырып" кәнфит-печенье ала. Ә, иң мөһиме, ул Яңы йыл кисендә теләгән теләктәрҙең тормошҡа ашыуына ышана. Бына сәғәт даң-доң итеп ун икене һуға. Эргәһендә — класташы Әмилә. Илаһи минуттарҙа балалар бер-береһенең күңел төбөндә ятҡан хыялдар менән бүлешеүсән — был һыҙат та повеста ювелир нескәлек менән тотоп алынған:
"— Һинең ниндәй теләгең бар?
— Аллаһ бирһә, әсәйем беҙҙе килеп алһын ине. Детдомдың нимә икәнен онотормон. Ә һинеке, Ильяс?
Әмиләнең һүҙҙәрен ишеткәс, шаҡ ҡаттым да ҡуйҙым. Мин бит әсәйемдең терелеүен теләй алмайым, сөнки был мөмкин түгел. Ҡасандыр балаһын ташлап киткән әсәй генә уны кире үҙ ҡосағына алыуы ихтимал. Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?!"
Бына! Был юлдар нисек кенә әсе булмаһын, уларҙа бала күңеленең иң тәрән ерендә — сөңгөлөндә — әсәһен яратыу ята. Һәм шул саҡ телевизорҙан Валентина Толкунова Ильястың әсәһенең яратҡан йырын башлай.
...Буду любить тебя всегда,
Я не могу иначе...
Ләкин... килеп ингән тәрбиәсе Рәйфәнең уҫал тауышы йырҙы бүлә, моңдо киҫә, йыр аша әсәһенең рухы менән ҡушылған йәнде йәнселтә: "Юҡ, тинем, юҡ! Әсәйең яратҡан, ә минең йәнем һөймәй ул йырҙы... Вообще, һүндерегеҙ телевизорҙы!"
Ошондай ҡаты күңел менән балалар тәрбиәләнгән учреждениела эшләргә хаҡы бармы уларҙың?! Директор Мәүлиҙә Нурғәли ҡыҙы, тәрбиәсе Рәйфә... Әҙме сабый күңеле ошондай "эшмәкәрҙәр" арҡаһында ыуала, уңалмаҫ яралар һалына, яҙмыштар ҡыйрала. Мәктәп системаһында ун биш йыл эшләнем мин дә, унан һуң ике улым мәктәп тамамлағансы педагогтар менән яҡындан аралашырға тура килде. Был һөнәрҙе осраҡлы һайлаған кешеләрҙе юлымда аҙ осратманым. Педагог булаһы йәштәргә имтихандан да бигерәк тест үткәрергә кәрәклек һәр саҡ бала башындағы лепкә кеүек үҙен һиҙҙереп торҙо...
Мәгәр һүҙ — Ильяс хаҡында. Баланың бер сәғәте ҡарт кешенең бер көнөнән оҙонораҡ, тигән бер аҡыл эйәһе. Ошондай шарттарҙа улар йәшәйҙәр, таң аттыралар. Кемеһе әсәһен көтә, кемеһе тиҙерәк уҡып бөтөп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫыуҙы, Ильяс иһә — үҙ тыуған йортона ҡайтып инеүҙе, атаһы уға тапшырып өлгөрмәгән "иң ҡәҙерле нәмәне" ҡулына алыуҙы. Йәшәү булғас, уның сырхауы ла бар — бер кемгә лә тимер үҙәк ҡуйылмаған, унан һуң бит әле тимер ҙә тутыға. Ильястың да теше һыҙлай башлай. Услап-услап ҡар ҙа ашап ҡарай, башын ҡышҡы һыуыҡта форточканан да сығарып тора — һис нәмә ярҙам итмәй. Теш һыҙлауын халыҡ үҙенсә "дошманыңа ла бирмәһен" тигән сирҙәр исемлегенә индергән. Директор көн дә тиерлек еңел автомобилдә ҡалаға эш менән китә. Үҙе менән алыр тип бала бер көн көтә, ике көн... ләкин директрисаның:
“— Кит, эргәмдә мыжып торма... Әле бер кем дә тештән үлмәгән. Марш мәктәпкә! —” тигән һүҙҙәре Ильястың ҡалаға барып дауаланырмын тигән өмөтөн бөтөнләй һүндерә. Ошонан башлап хәл-ваҡиғалар драматик көсөргәнеш ала: класташы Әмилә менән детдомдан ҡасыу, теш һурҙырыу, ҡайтҡан саҡта автобуста йоҡлап китеп, сит бер ауылға барып сығыу, буранға ҡамалыу, осраҡлы кеше ярҙамы менән кире балалар йортона ҡайтыу, бөтә балалар, педколлектив алдында битәрләнеү — мәсхәрә ителеү һәм ул ғына ла түгел, колонияға оҙатыу менән ҡурҡытыу. Бик ҡаты эләгә был икәүгә. Әмиләнең кем балаһы булыуын да иҫенә төшөрәләр, Ильястың иртә донъя ҡуйған ата-әсәһенә лә байтаҡ ҡара яғыла — һәр хәлдә яҡлаусыһыҙ балаларға бысраҡ өҫтөнә бысраҡ өйөлә генә.
Эш бының менән генә бөтһә, Ильяс был ваҡиғаны, бәлки, насар төш кеүек, башынан сығарып ташлар, оноторға тырышыр ине. Ундай учреждениеларҙа бит балаларҙың да үҙ атамандары, үҙ карателдәре бар. Тирандар үҙ эргәләрендә палач тотҡан кеүек, директрисаның да үҙ башкиҫәре бар. Бына ахыр сиккә етеп ҡыҙған етәксе был язаның кульминацияһын эҙләй башлай:
"— Һуңғы арала бигерәк шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. — Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...
Ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә ҙурыраҡ".
Балалар, айырыуса үҫмерҙәр, вәхшигә әйләнһә, Аллаһ һаҡлаһын, уның сиге юҡ. Даян шундайҙарҙан. Көс булһа, аҡыл кәрәкмәй, тигән кеүек. Етмәһә, бөтә был язалар юғары ғәҙеллек, тәртип һаҡлау исеменән алып барыла. Директор рөхсәт биргәс, Даянға ни ҡыланһа ла ярай бит! Бына ул үҙенең "ярандары" менән Ильястың ботинкаһын систерә, ойоҡбашын да һалдырта һәм боҙло-ҡарлы юлдан балалар йортон тирәләп йүгерергә ҡуша. "Артабанғы һәр аҙымынан ҡанлы эҙ ҡалдырып" Ильяс иҫен юйғансы йүгерә...
Властың тәмен татыған был тиран Ильяс менән уның дуҫы Фәриттән әллә күпме йомошон үтәтә. Уның йомоштары теге әкиәттәге "таң атҡансы баҡсаны утап, кесерткәнен иләп, миңә кейем һуғып өлгөрт" тигән характерҙа. Әкиәттә геройға тылсым көстәре ярҙамға килһә, бында иһә ул юҡ — Ильяс менән Фәриттең үҙҙәренә сығырынан-сығып "босс" ҡушҡан йомоштарҙы үтәргә тура килә. Эйе, повеста Ильяс барып эләккән балалар йортондағы эске тәртип деталдәр аша эҙмә-эҙлекле асыла, персонаждарҙың характеры ла, эске донъяһы ла хәл-ваҡиғалар бирелешендә үҫтерелә. "Кит, былай уҡ булмаҫ, буштыр", — тиер инең, әле бер, әле икенсе телетапшырыуҙа Ильяс йәшәгән мөхит әле бер, әле икенсе яғы менән асылғандай. Етмәһә, бөтә повесть буйынса психологик дөрөҫлөк һаҡланған. Ваҡиғаларҙың бала күҙлегенән, бала телмәре менән тасуирланыуы ла әҫәрҙең эмоциональ ҡабул ителешен көсәйтә. Яҡшыны насар тип ҡабул итмәй бала күңеле. Ильяс шәфҡәт туташы Сәйҙә, тәрбиәсе Хәкимә, төнгө няня Флүрә тураһында бер ҙә насар уйламай. Улар, бала күңелен яҡтыртҡан уйым-уйым нур кеүек, Ильясты повесть ахырынаса оҙата килә.
Арҡанды күпме ишмә — осо барыбер килеп сыға тигәндәй, балалар йортондағы етәксе тарафынан таралған бәғерһеҙлек үҙенең ҡара эшен атҡармай ҡалмай: Даян Фәритте, тумбочка эсенә тығып, юғары ҡаттан ергә быраҡтыра. Әле ҡасан ғына улар — Фәрит менән Ильяс — мәңге дуҫ булырға, ҙурайып, ғаилә ҡорғас та бер-береһен ташламаҫҡа вәғәҙәләр бирешкәйне. Ильяс дуҫының шағирлыҡ һәләтенә һоҡланып бөтә алмай ине. Хыялдар ысынбарлыҡҡа — битарафлыҡҡа — бәрелеп селпәрәмә килде. Тормошобоҙҙо балҡытыр бер нур һүнде, халҡыбыҙҙың киләсәген тәшкил итер бер ғүмер өҙөлдө. Ә бит ғүмер саҡлы ғүмерҙе өҙөүгә килтергән сәбәп нимә генә ине: балаларҙың бары тик табала ҡурылған балыҡтан ауыҙ иткеләре килде. Балалар йортонда был мөмкин булмағас, балыҡты йылғанан үҙҙәре тотоп килтерергә ҡарар иттеләр.
Язалау етәксе тарафынан Даян ҡулына тапшырылды... Ярай әле йөрәген ярған бәғерһеҙлек, юғалтыу, һағыштар, кешелек ырыҫынан көлөү, мәсхәрәләр Ильястың күңелен һындыра алмай. Атаһынан ҡалған "иң ҡәҙерле нәмәне" табыу көс бирә уға, йәнә юғары уҡыу йортона инеү, тағы, теге юлда осраған ҡарт әйтмешләй, йәмғиәт өсөн "серек теш" булмау теләге. "Әгәр ныҡ теләһәң, хыялдарың тормошҡа аша", — ти Флүрә апалары. Ошоларҙы Ильяс ныҡ теләй, ҡара болоттар, утлы өйөрмәләр аша үтһә лә, күңелендә яҡты киләсәгенә, юлында яҡшы кешеләр осраясағына тулы ышаныс һаҡлай. Балалар йорто етәкселеге тәрбиәләнеүселәр өсөн иң юғары уҡыу йортон — һөнәрселек училищеһын — билдәләп ҡуйһа ла, 9-ҙы бөтөп, балалар йортон ҡалдырыр Ильяс ошонда йәшәп 11-ҙе бөтөү юлдарын эҙләй һәм таба, университетҡа имтихан тота һәм... журналистика факультетына инә, атаһы ҡалдырған "ҡәҙерле нәмәне" — бетеүҙе лә ҡулына төшөрә.
Әкиәт тиһегеҙ? Юҡ, был ысын. Повестың авторы Айгиз Баймөхәмәтов үҙе үткән был юлды. Повесть – автобиографик характерҙағы әҫәр. Әле университетты тамамламаҫ борон "Башҡортостан" гәзитенә эшкә урынлашты. Хәҙер унда әҙәбиәт бүлегендә ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Ололарға кешелекле, кеселекле, һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала, хәл белешә, алсаҡ һәм илгәҙәк. Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш дуҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло. Бөгөнгө балалар йорто, уның эске донъяһы тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Бөгөнгө йәмғиәтте үрмәксе ауылай уратҡан битарафлыҡ, бәғерһеҙлек бындай учреждениеларҙы урап үтәме? Йылына бер йәки ике килеп тикшереп китеүселәр бары тик тышҡы камиллыҡҡа ғына иғтибар итә. Эске тәртип йәмғиәт өсөн ҡараңғы. Бала — хоҡуҡһыҙ зат, ауыҙыңды асһаң, ҡабат яба алмауың бар.
Афарин, Айгиз! Һин бөгөнгө балалар йорто донъяһын эстән яҡтырттың. Балалар йорттары хәҙер, үкенескә ҡаршы, күп. Тик тау халыҡтарында ғына юҡ улар. Уларҙа үкһеҙ етемдәрҙе туғандары үҙ ғаиләһенә ала. Балалар йорттары, әлбиттә, кәрәк, тик уларҙа кем эшләй? Бына ошо проблеманы күтәрә йәш ҡәләмдәшем. Әлдә ауырлыҡтарҙы ҡаһармандарса үтеп, үҙенә яҡты юл яра алған Айгиз Баймөхәмәтов. Юғиһә, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө — бөгөнгө балалар йорто донъяһын — беҙ һаман гәзит биттәрендә күренеп ҡалған статистик мәғлүмәт аша ғына төҫмөрләр инек. Йәш ҡәләмдәшем Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең көслө әҫәре менән балалар йорттарына ҡоролған шаршауҙы ҙур ҡыйыулыҡ менән күтәрҙе. Ошо әҫәрҙән һуң ул йорттар тәҙрәһенә лә ҡояш нуры төшөр кеүек. Эйе, башта нур күҙҙе сағылдырыр, әммә ҡояш нуры серетә торған микробтарҙы үлтерә бит, таҙарындыра, сәләмәтләндерә. Әҙәбиәттең юғары миссияһы ла бит — кеше күңелен һауыҡтырыу, дауалау.
Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135