Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Романдар оҫтаһы
Романдар оҫтаһы
Беренсе тапҡыр Ринатты уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, Күмертау ҡалаһының 8-се Маячный урта мәктәбе уҡыусыларын Өфөгә экскурсияға алып килгәндә, күрҙем. “Ағиҙел” журналы редакцияһына индек. Унда яҡташыбыҙ Рәшит Солтангәрәев эшләй. Беҙҙе редакция хеҙмәткәр­ҙәре менән таныштыра. Арала ҡаҡса ғына, бәләкәй буйлы, оялсан йылмайған егет тә бар. Ҡағыҙ­ҙарына күмелеп ултыра. “Хәтере­геҙҙә ҡалдырығыҙ, буласаҡ башҡорт Достоевскийы!” – тине Рәшит ағай, көлөмһөрәп.


Шунан бирле Ринат Камалдың ижады менән ҡыҙыҡһына башланым. “Таня-Таңһылыу” әҫәрен бер тында уҡып сыҡтым. Гүйә, ул минең яҙмышым тураһында һөйләй.
Һуңынан “Мөхәббәт дошмандары” (1996), “Оҙонтал” (2004) китаптары ба­ҫыл­ды, китапхананан тәүге “Бәлә” йыйынтығын табып алдым. Ундағы повесть, “Уйнашсы Фәсхи”, “Мөхәббәт өсөн яза” хикәйәләре, “Көсөк менән сабый”, “Сәйер мөхәббәт” новеллалары оҡшаны. Ә “Мөхәббәт дошмандары”, “Яза” повестарында мәктәп тормошо һүрәтләнә. Ринат уҡытыусыларҙың күңел донъяһын, уларҙың балалар менән ҡат­марлы мөнәсәбәтен дөрөҫ күрһәтә. Уңарсы ул үҙе лә мәктәптә биш йыл эшләгән икән. Әҫәрҙәрендә кешенең күңел кисерештәре менән тәбиғәттәге күренештәр сағышты­рыла. Лирик сигенеүҙәр, пейзаж картиналары геройҙарҙың психологияһын асыуға ярҙам итә. Минең үҙемә яҙыусының тә­биғәтте тасуирлауы рәссам ижадын хәтерләтә.
Ринат Камал – ғөмүмән, оҫта психолог, кеше күңеле белгесе. Әҫәрҙәрендә, ар­фалағыса, күңелдең һәр ҡылы сыңлап китеүен тойорға мөмкин. “Арыған кеше”не уҡығас, әҙип әллә үҙе төрмәлә ултырып сыҡтымы икән, тип уйланым… Был натурализм түгел, ижадсы үҙе лә һиҙмәҫтән геройы эсенә “инеп ултыра”. Миҫалға шул уҡ Искәндәрҙе, “Таня-Таңһылыу”ҙағы Фәнисә­не алыр­ға мөмкин. Ф. Достоевский “Енәйәт һәм яза” романында Родион Раскольников урынында үҙе “хыяллана”, үҙе ҡарсыҡты “үлтерергә бара” бит.
Талантлы прозаиктың ижады ике быуат ара­һындағы болғансыҡ заманға тура килде һәм Рәсәйҙәге үҙгәртеп ҡороу, баҙар мөнә­сәбәттәре осорон сағылдыра. Тыуған ил һәм әҙәм яҙмышы уның “Ҡотлоярҙар ниәте” исемле трилогияһында тағы ла тәрәнерәк итеп өйрәнелгән. Ошо шәлкемгә ингән ро­мандарының береһе “Әлфирә” тип аталған. Яҙыусының ҡатыны Әлфирә, Азамат, Мәғәсүм, Юлай исемле улдарына ғүмер биреп, 2002 йылда 49 йәшендә вафат булды. Мин Әлфирәне бер ни тиклем белә инем. Ул Өфөнөң насар күргән балалар өсөн тәғәйенләнгән 28-се мәктәп-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Сибәр, ҡуңғыр йөҙлө һылыуҡай, сая һәм үткер ҡатын. Уның характер һыҙаттары романдағы героиняла бер ни тиклем төҫмөрләнә.
Әлфирә — әҫәрҙә бер кемгә лә оҡшамаған, сәйер зат. Үҙенең малайҙарса ҡылығы менән ауыл бисәләрен аптыратып бөтә: һыулы тасты урап тү­гел, һикереп сыға, әле ситән башына атланһынмы, әле эйәрсәне Сабирйән менән шаярһынмы!.. Ә былай ҡарағанда илгәҙәк, тиҫтеренә ылы­ғып бара. Күңеле мөхәббәткә, малай­ҙар менән шаярыуға һыуһаған шул. Ысын: ул ҡартлас Ҡотлоярға тиң түгел.
Роман еңел уҡыла, теле бай, һутлы, төньяҡ-көнсығыш диалектының үҙенсәлек­тәре менән таныштыра. Был яҡ теленең, беҙҙең ҡолаҡ өсөн ятыраҡ тойолған һөй­ләштең үҙ моңо бар шул.
Ринат тормош һынауҙары алдында бөгөлөп ҡалманы. 2008 йылда Зиниә менән тормош ҡороп, Сафура исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Ринат Камал — бөгөн әҙәбиәтебеҙҙең олпат бер вәкиле, башҡорт әҙәбиәтен бүтән туғандаш һәм ят халыҡтар әҙәбиәте алдында ла лайыҡлы танытыр ижадсы. Уның үрҙә телгә алынған трилогияһы, Таня-Таңһылыу, Уйылдан, Әлфирә, Ҡотлояр, Сабирйән, Шәмсиә, Бәхтейәр, Мөнирә, Раушания, Камил, Искәндәр ише колоритлы характерҙары, ”Оҙонтал”, “Сабыр йән”, “Ағай-энеләр”, 1918 йылдағы ваҡиғалар хаҡындағы “Шаңдау”, “Беләҙекүл”, “Талаҡ!”, “Һөйкөмлө һөйәк” романдары – ошоға дәлил. Ул романсы-прозаик булараҡ формалашты һәм хәҙер шул юлдан атлай. Бөтә әҫәрҙәрен бергә туплап, “Кеше дра­маһы” тип нарыҡланы. “Ҡотлояр-Бәхте­йәрҙәр” – социализм осоронда йәшәгән бер ғаилә тураһындағы бәйән – ошо шәлкемдең бер өлөшө. Әлбиттә, әҙиптең үҙе әйте­үенсә, был шәлкем өҫтөндә эш тамам­ланмаған әле. Яуапҡа ни тиәһең инде – ижадсыға тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә ныҡ­лыҡ, сәм, таҙалыҡ теләйһе, ә уҡыусы­ларына әҫәрҙең осланыуын көтәһе генә ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135