Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүлешкәндән йыр-моң арта ғына
Бүлешкәндән йыр-моң арта ғына Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй заман?!
Ялҡа кеше хатта йыр-моңдан.
Хөкөм сығарырға тора бәғзе,
Йыр ағылһа әгәр йортоңдан.

Кемдәргәлер ҡурай тынғы бирмәй,
Бимазалай башҡорт бейеүе.
Улар өсөн бер енәйәт һымаҡ
Халҡыбыҙҙың моңдо һөйөүе.

Имеш, башҡорт йырлап ҡына йәшәй,
Уйын ғына, имеш, уйында.
Ҡурай тартып ятыуын ул белер,
Һуңғы атын хатта һуйһаң да.

Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.

Йәне моңдоң йөрәге туң булмай.
Ул йырҙарҙан күңел нурланды.
Дошмандарың, әйҙә, көнләшһендәр,
Йырла әле, башҡорт, “Урал”ды!
Гәзитебеҙҙең республиканың Мәҙә­ниәт министрлығы менән берлектә ойош­торған “Талантлыны данлай “Баш­­ҡортос­тан” конкурсына килгән видео­яҙ­маларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң күңелгә ошо шиғыр юлдары килде. Халҡыбыҙҙың йыр һөйөүенә һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Башҡорт баҫыу өҫтөндә эштә бул­һынмы, урман-тауҙарҙы гиҙһенме, ял ит­һенме – һәр ҡайҙа моңдо юлдаш итеп ала. “...Йырҙар менән еңелерәк юлдар үтеүе”, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән шул.
Конкурсҡа Башҡортостандың һәм күр­ше өлкәләрҙең төрлө төбәгенән байтаҡ видео- һәм аудиояҙма килде. Әйтәйек, “Иң оҫта йырсы” номинацияһында 20-нән ашыу һәүәҫкәр ҡатнаша. “Иң оҫта бе­йеү­се” номинацияһына ла күп кенә бейеүсе яҙмаһын ебәргән. Быларҙан тыш, “Иң яҡшы фольклор ансамбле”, “Иң шәп һә­үәҫ­кәр композитор”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” номинацияһында ҡат­нашыусылар ҙа етерлек.
Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль сел­тәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төр­көмөнә килгән сығыштарҙы ҡарап халҡыбыҙҙың ғәжәп таланттарға бай булыуына инанаһың. Хәйбулла районынан Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны Мө­хәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, М. Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­вер­ситеты студенты Динар Мансуров, Өфөнән Зөһрә Фәруҡшина, Ишембай ҡа­лаһынан һигеҙ йәшлек Айназ Рәх­мә­тул­лин, Ҡырмыҫҡалынан Айҙар Мө­хә­­мәтгәрәев, Бөрйәндән Гөлдәр Йәрмө­хәмәтова, Ға­фуриҙан Әлфиә Байбул­ди­наның моңло йырҙары күңелдәрҙе ел­кендерә. Ә инде Силәбе ҡалаһынан мәктәп уҡыусыһы Маргарита Йәғлә­мү­нова, Ишембай ҡала­һындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эльвина Шәрипова, М. Аҡ­мул­ла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илнур Бая­зитов, Күгәрсен ра­йо­нының “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Азамат Ғәҙелшиндар сәхнә иҙәненә тү­гел, ә йөрәктәргә баҫып бейей һымаҡ!
Музыка ҡоралында уйнаусыларыбыҙ ҙа бихисап. “Сыуалташ”, “Бужан” ан­сам­блдәренең ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала, гармунда өҙҙөрөүе, Сибай балалар сәнғәт мәк­тәбенән 11 йәшлек Әнүәр Бу­ранғоловтың башҡорт халыҡ көйҙәрен һыҙҙыртыуы күңел ҡылдарын сиртә.
Сер түгел: моң донъяһы компо­зи­тор­ҙарға ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙә уларҙы әле бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үкенескә ҡаршы, атаҡлы композиторҙарыбыҙҙың береһе Салауат Низаметдинов та донъя­нан китеп барҙы. “Башҡортостан” гәзите иһә, “Иң шәп һә­үәҫ­кәр композитор” номи­нацияһын булдырып, төпкөлдәрҙә “күме­леп” ятҡан таланттарыбыҙҙы ижад тигән мөғжизәле донъяға йәлеп итергә тырыша. Тәүге ҡарлуғасыбыҙҙың моңо күптәрҙе әсир итеп өлгөрҙө лә инде. Уның – Ишембай ҡалаһынан Нәсимә Әминеваның – яҙған йырҙарын Нурия Вәлиева, Хәлисә Мө­хәмәҙиева, Регина Төхвәтуллина, Сә­ғит Мөхәмәҙиев, Розалия Әхмәт­йә­нова, Ил­нур Рәшитов ихлас башҡара. Нәсимә апай киләсәктә лә үҙенсәлекле моңдары менән халҡыбыҙҙы ҡыуан­ды­рыр тип ыша­набыҙ.
Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусылар­ҙың барыһы тураһында ла һөйләү мөм­кин түгел. Улар хаҡында белергә, йыр-моңон тыңларға, бейеүҙәрен күрергә теләүселәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Башҡортостан” гәзите” төркөмөнә инеп ҡарай ала. Үҙегеҙгә оҡшаған видео- һәм аудиояҙмаға “оҡшай” (“лайк”) ҡуйырға онотмаһағыҙ ине, сөнки еңеүселәрҙе билдәләгәндә жюри ағзалары һеҙҙең тауышты мотлаҡ иҫәпкә аласаҡ.
Тағы шуны әйтергә кәрәк: “Баш­ҡор­т­остан” гәзите конкурстың тәүге турын бер нисә төбәктә үткәрергә йыйына. Үҙе­геҙ ҙә беҙҙе саҡырып ала алаһығыҙ. Бы­ның өсөн “Башҡортостан” гәзите ре­дакция­һына (тел: 272-05-43, 272-16-24) шылты­ратығыҙ.
Хөрмәтле моң һөйөүселәр, әле кон­курстың иң ҡыҙған сағы. Алда “финиш һыҙығы” ла күренә башланы. Йөрә­ге­геҙҙәге хазинаны бүлешергә ашығығыҙ! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә, бүлешкәндән йыр-моң арта ғына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 41

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 57

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 66

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 92

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 55

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 196

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 56

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 120

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 83

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 346

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 86