Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөндөрә белә Һөйөндөковтар!
Һөйөндөрә белә Һөйөндөковтар!
Уларҙы Сибайҙа ғына түгел, күрше Баймаҡ районында ла яҡшы беләләр. Төрлө тармаҡта уңышлы эшләгән, хатта республика кимәлендә танылған Һөйөндөковтар хаҡында һүҙем.

Өсәүләп йә иһә дүртәүләп ҡала сәхнә­ләрендә сығыш яһап, йыш ҡына һәр төрлө фестивалдә, бәйгеләрҙә тәүге урындарға лайыҡ булған был дүрт ағай-эненең береһе лә һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе түгел.
Хәҙер һирәк ишетергә тура килгән мандолина ҡылдарын ифрат оҫта сирткән Ғай­са, бәләкәй генә гармунда башҡорт көй­ҙәрен һоҡланғыс итеп башҡарған Хәлил ағайҙар – армияла 25-әр йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан хәрбиҙәр. Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары башындағы тәүге дәһ­шәт­ле стратегик ракета ғәскәрҙәре сос­та­­вын­да дежурға баҫҡандар исемлегендә капитан Ғайса Һөйөндөков та бар. Ә отставкалағы подполковник, хәрби табип Хәлил ағайҙы яҙыусы-прозаик тип тә беләбеҙ. Хикә­йә­ләре һәм повестары матбуғат биттәрендә даими баҫылып тора. Автор төрлө йыл­дарҙа бер нисә гәзит һәм журналдың йыл лауреаты итеп билдәләнде.
Һөйөндөрә белә Һөйөндөковтар!Һирәк башҡарылған башҡорт халыҡ йыр­ҙарын тамашасының үҙәгенә үтерлек итеп еткергән Юлай Төхфәт улы – юғары категориялы табип-судмедэксперт, Баш­ҡорт­остан­дың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Сибай район-ара суд-медицина бүлеге мөдире.
Һөйөндөковтарҙың иң кесеһе Йәлил ағай хаҡында айырым телгә алыу дөрөҫ булыр. Бар донъяңды оноторлоҡ итеп баянда уйнаған был ир-азамат – танылған ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмә­кәре, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр ака­демияһы академигы. Әле Башҡортостан төбәк тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарған Йәлил Төхфәт улы һәр төрлө мәҙәни сарала ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡта “Уйна, гармун!” бәйгеһендә төп бүләкте яулағайны.
Үҙ-ара дуҫ бер туған дүрт ағай-эненең һәр ғаилә тантанаһы үҙе бер концерт программаһындай үтә. Мәжлестәрҙә төп иғтибар халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарына бирелә.
Мәҙәни мөхиттән йыраҡ торһа ла, бар булмышы менән йыр-моңға маһир, сәнғәтте яратҡан Һөйөндөковтарға һоҡланмау мөм­кин түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164