Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт каруанының солтаны
Әҙәбиәт каруанының солтаны
Ҡайһы берҙә үҙ-үҙеңде аңлар өсөн, өйрәнгән мөхитеңдән айырылып, үҙеңә бигүк хас булмаған хәл-ваҡиғалар эсенә инеп, булмышыңды ысынбарлыҡтың зәһәр утында һәр яҡлап яҡтыртып дөрөҫлөктө табырға тура килә. Ғәҙеллек хаҡына, киләсәгенең дөрөҫ йүнәлеш алыуы хаҡына бара ошондай аҙымға әҙәм балаһы. Айырым кеше яҙмышына ғына түгел, тотош халыҡ яҙмышына ла ҙур йоғонто яһай ала бындай ғәмәл. Ә инде халыҡтың мәҙәни кимәле, әҙәбиәте күҙ уңында тотолғанда — улар ғәҙеллектән, тимәк, киләсәктәге үҫештән тыш бөтөнләй йәшәй алмайҙыр.

Әхиәр Хәкимдең “Каруан” романын­да төп геройҙы яҙмыш елдәре Мәскәүҙә уҡып йөрөгән еренән алыҫ тарафтарға — Урта Азияға – алып китеп, бик күп­тәнге дәүерҙәрҙе өйрәнгән даирәләргә индереп ебәрә. Баҫымсаҡ холоҡло, ғи­лемгә ынтылған башҡорт егете Аҡһаҡ Тимер заманындағы ҡатмарлы хәл-ва­ҡи­ғалар эсенә башкөллө сума.
Тарихты өйрәнеү, халыҡтарҙың үткә­не менән ҡыҙыҡһыныу, унда фәһем алыр­лыҡ йә ғорурланырлыҡ мәғлүмәт табып, фәнгә яңы биттәр өҫтәү — йәш зыялының теләге. Белеме артҡан һа­йын, башта ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына то­йол­ған уй-фекерҙәре нығына, торған һайын улар ныҡлы ышанысҡа, шәхес­тең тормошто, донъяны ҡабул итеүе­нең нигеҙе булырҙай ҡарашҡа әйләнә бара. Мәғ­рип­тән — яңылыҡ, мәшриҡтән зирәклек ташыған каруан юлдары бергә килеп ҡушылған урын — Сәмәр­ҡәнд ҡала­һы – үҙенең тарихи мәш­һүр­ле­ге ме­нән әсир итә. Ғилми ҡы­ҙыҡ­һы­ныуҙа­рының илдәге сәйәси йүнәлеш менән тап килмәүе, шул арҡала күп эҙәрлекләүҙәр кисерергә мәжбүр булыуы ла зы­ялы егетте дө­рөҫлөк, ғәҙеллек юлынан тайпылдыра алмай. Шәреҡ китап­ханала­рын­да үҙ башҡорт халҡына ҡағылышлы ҡиммәт­ле мәғлүмәттәр менән дә зи­һе­нен ба­йы­­тып, дәртләнеп иленә – Башҡор­­тос­та­нына – ҡайта ул...
Романда, ситләтеп булһа ла, үҙ башынан кисергән ваҡиғаларҙы ла, уй-фекер даръяларын да һүрәтләй Әхиәр Хәким. Быға шик юҡ, сөнки яҙыусының ғүмер һәм ижад юлына күҙ һалһаң, тарихи ғәҙеллекте эҙләү һәм үҙ халҡының ололоғон раҫлау юлы булыр ул.
Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында 1929 йылдың 23 авгусында донъя­ға килә яҙыусы. Бала сағынан уҡ бик зирәк аҡыллы, әсе төртмә телле, һәр нәмәне тиҙ отоп алыусан булып үҫә. Һуғыш башланғас, үҫмер генә көйөнә поезға ултырып китеп, Мәскәүгә яҡын бер станцияла үҙе теләп фронтҡа яҙыла. Яҙмыш уны ҡы­ҙыҡлы кешеләр менән осраштыра: буласаҡ данлыҡлы кинорежиссер Григорий Чух­рай взводында йәш радист була. Һу­ңынан 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында Краков, Будапешт ҡалаларын алыуҙа ҡат­на­ша. Венгрияла Балатон күле янын­­дағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡа­лалары урамдарында дошманды ҡы­уып, Австриялағы Альп тауҙарына ба­рып етә.
Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡанда йәш һалдаттың күкрәген II дәрәжә Ва­тан һу­ғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орденда­ры, күп миҙалдар биҙәй. Ғилемгә һыу­һаған егет Дәүләкән педагогия училищеһына уҡыр­ға инә. 1949 йылда уны тамамлағас, яҙмыш елдәре Урта Азияға, Үзбәкстанға алып барып ташлай. Әсәһе, Ғәзизә апай, һуғышта ике улы — Харис һәм Талиптың ятып ҡалыу ҡайғыһын да, Әхиәренең иҫән-һау ҡайтыу шатлығын да сабыр күтәрә-күтәреүен... Уның һаулығын ны­ғы­тыу теләге Әхиәрҙе шундай ҡәтғи ҡарарға килтерә: унда, Үзбәкстанда, емеш-еләк, икмәк ашап, йылы һауа һулап, ҡәҙерлеһе аяҡҡа баҫып ки­тер, тип ыша­на ул. Сурхандаръя ви­ләйә­­тендәге үзбәк ҡышлағында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы бу­лып эшләп йөрө­гәнендә, әсәһенең йөрәге тибеүҙән туҡ­тай. Һу­ғышта күпме тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан һалдатҡа үҙ әсәһен сит ерҙә ерләп ҡалдырыу еңел булма­ғандыр. Рәми Ғариповтың Әхиәр Хә­кимгә арнап яҙыл­ған шиғыры бар.
Ут та илай,
Уттың күҙ йәштәре
Таммай ергә, —
Оса күктәргә,
— тип ирҙәр илауы­ның өнһөҙ ауыр­лығына ишаралай ша­ғир.
Илле йыл үткәс, ғәзиз әсәһе ер­лән­гән яҡҡа тағы барып әйләнергә насип була Әхиәр Хәкимгә. Донъ­ялар үҙгәреп, ил­дәр бүлгеләнеп бөтһә лә, мәҙәни бәй­ләнештәрҙең өҙөлмәүе һөйөндөрә. Са­риасия ҡала һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәфүрхан Фаттоев ул уҡытыусы булып эшләгән мәк­тәптә осрашыу ойоштора. Кешеләр уны онотмаған, китаптарын үзбәк те­лендә уҡыған. Олий Мәжлес депутаты Ҡасим­жан Халдаров, йола буйынса, оло ҡунаҡ итеп күреп, иңенә милли елән һала: “Һин беҙ­ҙең аранан сыҡтың, тимәк, һин — үзбәк яҙыусыһы”, — ти.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, Шәреҡ донъя­һы, Шәреҡ мәҙәниәте, фәлсәфәһе, фән-ғилеме әҙәби ижадында шундай баҙыҡ сағылыш табасағын мөғәллим егет ул саҡта үҙе лә башына кил­термәгәндер. Үзбәкстан ерлеге менән бәйле тарихи ваҡиғалар киләсәктә ниндәй күләмле әҫәрҙәр тыуҙырасағы әле үҙенә лә мәғ­лүм булмағандыр... Әгәр ҙә уны яҙмыш елдәре, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сы­ңы”, “Каруан” ро­мандарындағы ваҡиға­ларҙай, ҡом-сүл иленә үҙен дә илтеп ташламаһа, баш­ҡорт әҙәбиәтендә Әхиәр Хәким тигән исем, ошондай үҙен­сәлекле әҫәрҙәр булыр инеме һуң? Ха­лыҡтың каруан-каруан бай тарихы бе­лемһеҙлек, наҙанлыҡ, билдәһеҙлек сүлдәрендә күмелеп, әле оҙаҡ-оҙаҡ ятыр ине, моғайын.
Уҡытыусылыҡ эшен Әхиәр Башҡор­т­остандың Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Муса мәктәбендә дауам итә. 1961 йылда М. В. Ломоносов исемен­дәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, СССР Фәндәр академия­һы­ның М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты эргәһендәге аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡ­лай. 1960—1962 йылдарҙа “Әҙәби Баш­ҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965—1966 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
Халыҡтарҙың боронғо тарихын, героик ауыҙ-тел ижадын инҡар итеү сә­йәсәте алып барылған заман. Илдәге берҙән-бер партия бөтәһен берләш­тереп, бер дөйөм тел тыуҙырыу теләге менән яна. Хатта “Совет Башҡортос­таны” гәзитенең башҡорт телендә үҙ­ал­лы баҫма булараҡ донъя күрәсәге лә бер ваҡыт шик аҫтына алынып ҡуя. Партияның Өлкә ко­митеты алдында был хаҡта ризаһыҙлыҡ белдереп сығыш яһаған бер төркөм зыялы­лар араһында шағир Рәми Ғарипов менән тәнҡитсе, тәрже­мәсе Әхиәр Хәким дә бар. Сәйәси ҡойон ярһыу йөрәкле егеттәрҙе тырым-тыра­ғай ырғытып ташлай. Рәми, Өфөлә эш таба алмай, ауылға китергә мәжбүр була. Күп тә үтмәй, “Ағи­ҙел”дә эшләп йөрөгән Әхиәр ҙә, урындағы мөхиткә һыймай, Мәскәүгә юллана.
Яҙмыштың был бөгөлө лә уңыш килтерә уға. “Литературная газета”ның СССР ха­лыҡтары әҙәбиәте бүлеген етәкләп, артабанғы егерме биш йыл ғүмерен илебеҙҙең иң юғары әҙәбиәт даирәһендә аралашып үткәрә Әхиәр Хәким. Урыҫ, украин, белорус, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк, ҡаҙаҡ телдәрен һыу кеүек эсеп, күп милләтле яҙыусылар донъяһы менән яҡындан таныша. Уның яҡын дуҫтары араһында Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Георгий Гулиа, Нодар Думбадзе, Олесь Гончар, Василь Бы­ков, Иван Драч, Сыңғыҙ Айытматов, Аҫыл Якубов, Сәрүәр Азимов, Мөьмин Каноат, Абдижәмил Нурпеисов була. Был исемдәрҙе һанап сығыу ғына ни тора! Рух гәү­һәрҙәре! Гәзит тирәһендә Әхиәр Хәким көслө әҙәбиәт белгестәрен, тәржемәселәрҙе туплай. Виктор Ас­тафь­ев, Зөлфиә, Давид Кугультинов, Олжас Сөләймәнов кеүек һүҙ оҫталары, фекер эйәләре әҫәрҙәрҙе ижади ­тик­шереүҙә ҡатнаша.
“Литературная газета”ның ошондай ҙур эштәр башҡарған заманын хәҙер һағы­нып иҫләргә генә ҡала. Аһәңле оло оркестр һымаҡ ҡатмарлы, әммә ғәйәт изге маҡ­саттар менән янған, ил әҙә­биәтен барлап, йүнәлеш биреп, күҙәтеп барған бындай бүлек хәҙер юҡ. Яңы сәйәсәт менән милләттәрҙең тигеҙ үҫе­ше концепцияһы тағы ла тура килмәй китә — хәҙер бына ниндәйҙер төбәк компонентын уйлап сығар­ҙылар... Ә бит, Әхиәр Хәким иҫән булһа, халыҡ бар икән, уның үткәнен дә, киләсә­ген дә, телен дә ҡырҡып ташлап булмай, тип күкрәк киреп ҡаршы сығыр ине телдәрҙе юҡҡа сығарыу сәйәсәтенә.
Офоҡтарҙың киңәйеүе, нисәмә төрлө милли әҙәбиәттең йөҙөн, үҫешен са­ғылды­рып барыу, моғайын, Әхиәр Хә­кимдә үҙ әҙәби мөхитебеҙҙе киңәйтеү, прозабыҙға яңылыҡ индереү теләген уятмай ҡалмағандыр. Быға тиклем башлыса әҙәби тәнҡит, тәржемә менән шө­ғөлләнгән әҙип ең һыҙғанып, хикәйә, повестар, ро­мандар яҙыу эшенә тотоноп китә. Китаптары Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә, илебеҙҙең күп кенә башҡа төбәктәрендә, Болгария, Венгрия, Чехословакия, Фран­цияла донъя күрә. Уның әҫәрҙәрен украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, азербайжан, татар, эс­тон телендә яратып уҡыйҙар. Тәүге мәлдә Әхиәр Хәким һуғыш ғәрәсәтен үткән кешеләрҙең уй-хәтирәләре хаҡында яҙһа, “Ҡуштирәк”, “Думбыра сыңы”, “Һа­уыр ҡумта”, “Кар­уан”, “Ҡош юлы”, “Өйөрмә”, “Эшелон” романдарында халыҡтың тарихи үткәне һәм бөгөнгөһө эпик ҡолас ала.
Шәреҡ донъяһының башҡорт мәҙә­ниәтенә булған йоғонтоһо был роман­дарҙа бөтә тулылығында һүрәтләнә. Ниһайәт, башҡорт әҙәбиәтенә боронғо башҡорт зыя­лыһы образы килеп инә. Ғилемде һыу кеүек эскән, һөйләшеү-аралашыуынан уҡ зыялылыҡ бөркөлөп, яҡтырып торған, ниндәй генә һуғыш ғәрә­сәттәрен үтһә лә, аҡыл зи­рәклеген, тыныс мөғәмәлә һаҡлаған башҡорт зыялыһы, киләсәкте күҙаллаған, үткән­дәрҙән һабаҡ алған ҙур йөрәкле уҙа­ман... Эйе, быларҙы әйткәндә, һис шик­һеҙ, Әхиәр Хәким үҙе күҙ алдына килеп баҫа.
Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Әхиәр Хәким “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының М. Горький исе­мендәге дәүләт премияһы, Баш­ҡор­тос­тан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты ул. 2001 йылда республи­кабыҙ Президенты Указы менән “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтау­лы исемгә лайыҡ булды.
Бәхетенә күрә, яҡташтары — дәүлә­кәндәр – арҙаҡлы шәхестәрен оло хөр­мәткә солғап йәшәтте. Әхиәр Хәким тыуған яғында “Дим” әҙәби берекмәһен етәкләне, баш­лап яҙыусыларға кәңә­шен, ярҙамын йәлләмәне.
— “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тигән мәҡәлде бер аҙ төшө­нәм мин хәҙер, — тигәйне Әхиәр Хәким һуңғы йылдарҙағы бер һөйлә­шеүҙә. — Баш ҡа­ла шау-шыуы күңелде елкендерһә лә, үҙ ерем нығыраҡ тарта. Тамырҙарым бында минең — Башҡортостанымда.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 79

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 108

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 63

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 117

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 159

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122