Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
–Ҡайтайыҡ, – тине Вәғәҙә. Ҡа­тын алда ни булырын уйламай, үҙен яҙмыш даръяһына ташланы.
Ошо ваҡыт сәй эсә торған урынға бер йөк машинаһы – “КамАЗ” боролдо.
– Кешене кире бороп ебәрмәйек, – тине лә Вәғәҙә йәһәт кенә сәй әҙерләне.
Марат ни эшләргә белмәй, машина­һы янына атланы ла боролоп ҡара­ны. Яңғы­ҙын ҡалдырмайым әле, тип сәйлек янына килде. Шофёр вайымһыҙ ғына кеҫә телефоны менән булыша.
– Бында ла тотмай, ә ҡайһы тирә­ләрәк бәйләнеш бар? – тип һораны.
– Архангелде сыҡҡас, – тип яуап­ла­ны Марат һәм элеккесә милицияла хеҙ­мәт иткәндәге кеүек: – Нимә ташыйбыҙ? – тип һорап ҡуйҙы.
– Таш. Өфөгә, – тине “КамАЗ” хужа­һы, вайымһыҙ булырға тырышып.
Мараттың күҙенән был “тырышыу” иғти­­барһыҙ үтмәне. Ул маши­на­ның номерына күҙ һалды. “Беҙҙең яҡ­ты­ҡы түгел”, тип уйлап ҡуйҙы. Теге шофёрҙың яһалма тыныс­лығы уның кү­ңе­ленә шом һал­ды. Ә үҙе бер ни бул­мағандай, ино­марка­һына инеп ултырып, йөк машинаһының номерын бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙып та ҡуйҙы.
Мараттың күңелендә милиционер ҡоһоро уянды. Ул сит­тән генә “КамАЗ”-дың кузовына ҡарап алды. Унда йә­шел төҫ­тәге эре-эре таштар тейәл­гәй­не. “Затлы таштар, ахыры”, – тигән уй һыҙып үтте башынан һәм ни эшләргә бел­мәй албыр­ғап ҡалды. Ҡа­пыл ғына кәрәкле урынға хәбәр итергә кеҫә телефоны тотмай.
Артынан күҙәтеп барырғамы икән? Әле генә Вәғәҙә менән һөйлә­шеүҙән һуң уны ташлап киткеһе килмәй. Шулай аптырап торғанда, теге “КамАЗ” шофёры машина­һын урап йөрөп ҡарап сыҡты ла юлға йыйына башланы. Ма­рат тиҙ генә Вәғәҙә янына барҙы.
– Әйбереңде йый ҙа ҡуҙғалабыҙ, – тине.
Вәғәҙә эштең етди икәнен шунда уҡ төшөндө һәм, артыҡ һорау бирмәйенсә, палаткаһын бикләп тә ҡуйҙы. “КамАЗ” ҡуҙғалып киткәйне.
Уның артынса Марат та артыҡ ашыҡ­май ғына, Вәғәҙәне эргәһенә ултыртып, юлға сыҡты, күҙ уңынан ысҡын­дыр­маҫ­ҡа тырышып, юлдан бер килке күҙәтеп барҙы ла аҙаҡ бер яҡ ситкә ҡайырылып туҡтаны. Унан кеҫә телефонын сыға­рып, элекке начальнигының номерын йыйҙы. Хәл-әхүәл белешеп оҙаҡ һөйлә­шеп тора алмауы өсөн ғәфү үтенеп, йомошон әйтте.
– Учалы яғынан килә ул, беҙҙең тө­бәк номеры түгел. Эйе, затлы таштар булыр­ға тейеш, – тип теге “КамАЗ”-дың номерын әйтте.
– Аңлайым, тырышырмын, хушығыҙ.
Шулай ҡыҫҡа ғына һөйләшһә лә, өҫ­төн­дәге ауыр йөктән ҡотолғандай бул­ды. Марат Вәғәҙәгә ҡараны.
– Хәҙер барып ағайың менән һөй­ләшһәк тә була, — тине.
– Әйҙә, – тип бер һүҙ менән генә яуап­ланы Вәғәҙә.
Бер сәғәттән Мәғдән Марат менән тыныс ҡына әңгәмәләшә ине. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә лә кейәү буласаҡ кеше­нең елғыуар егет түгеллеген аң­ланы ағай.
Улар шулай бер-береһенә һынам­сыл ҡарашып һөйләшеп, никах көнөн билдә­ләне. Боронғо йола буйынса ти­гәндәй, Вәғәҙә өйгә инмәҫкә тырышты, күберәк еңгә­һе менән аласыҡта аш янында булышты. Ит өлгөргәс, табын әҙерләп, дүр­тәү­ләп өҫтәл янына ултыр­ҙылар. Һүҙ­ҙе Мәғдән башланы.
– Ярай, үҙегеҙ табышҡанһығыҙ, хә­ҙер ҡаршы килеп тә әллә ни ҡылып булмаҫ. Эйеме, бисәкәй? – тип һүҙен әйтеп бөтөр­мәйенсә ҡатынына ҡараны.
Еңгәһе һүҙгә йор булһа ла, әлеге мәл­дә үҙен етди тотоуҙы хуп күрҙе.
– Эйе шул, яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡ­лаһын, бергә йәшәүгә ни етә, – тип бары­һын да раҫлап ҡуйҙы ла: – Барынан етешеп ултырығыҙ әле, – тип ҡыҫ­тарға ла онотманы.
…Донъялары етеш, күңелдәре бө­төн, балалары үҫеп етеп килә, ни эшләп быға тиклем яңғыҙ йөрөгәнмен, тип Марат улар­ҙың тормошона һоҡланып ҡарап ултырҙы.
Кейәү буласаҡ кешегә һүҙ биргәс, ул үҙе тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләне. Милицияла ни өсөн ҡалмағанлығы тура­һын­да ғына һүҙ ҡуҙғатып торманы. Бер һүҙ менән “ялҡытты” тине лә ҡуйҙы. Була­саҡ туғандары ла ныҡышманы.
Бер аҙнанан никах уҡыттылар. Һуңы­нан Вәғәҙәнең ағаһы менән еңгәһен Өфө­гә ҡунаҡҡа саҡырып алдылар, загс­ҡа барып паспорттарына мисәт һуҡтыр­ҙы­лар. Марат үҙе шулай теләне. Бер ни тиклем ваҡыт үтте. Вәғәҙәгә эш тиҙ табылды. Үҙ һөнәре буйынса бер мага­зинға һатыу­сы булып урынлашты. Бер ял ваҡытында Марат:
– Тыуған яҡтарҙы күреп киләйекме әллә? – тип Вәғәҙәгә өндәште.
– Еләк тә бешкәндер инде, үҙем дә әйтер­гә йөрөй инем...
– Мин бит һинең ни уйлағаныңды беләм, – тип Марат уны биленән ҡосаҡ­лап күтәреп алды.
Вәғәҙә ҡапыл ағарып китте, хәле бөттө, төшөрөүен үтенеп, башын тотоп, диванға ултырҙы. Марат ни ҡылырға белмәй ҡа­тып ҡалды.
– Нимә, ауырттырҙыммы әллә? – тип уның янына ултырҙы.
– Юҡ, Марат, минең буйымда бар шикелле.
– Нимә? Нимә тинең? – тине Марат. – Бер ни аңламанымсы...
– Ғүмер буйы икәүҙән-икәү генә йәшәр­гә йыйынмайһыңдыр бит? — тип шаярып һораны Вәғәҙә.
– Ә-ә, ысынмы? – Марат һөйгәненең күҙҙәренә ҡараны.
– Икеләнеп, һиңә әйтмәйерәк йөрө­гәйнем.
– Ә мин иҫәр! – Мараттың кәйефе кү­тәрелеп китте, бүлмә буйлап әллә ниндәй эш ҡылғандай ҡаҡайып алып, әтәс кеүек йөрөргә тотондо, хыялға бирелде.
– Исемен уйлап ҡушырға кәрәк, егет кешенең исеме егеттәрсә булырға те­йеш…
– Ә һин ниңә әбизәтелнә малай бу­лырға тейеш тип уйлайһың? – тип йылмайып ҡараны Вәғәҙә.
– Бәй, ә кем булырға тейеш?
– Ә ҡыҙ булһа?
Марат юғалып ҡалды.
– Беренсе баланы ҡыҙ итмәҫһең ин­де, – тип Вәғәҙәнең күҙҙәренә ялбарып ҡа­раны.
– Эй, иҫәркәй, минән торамы ни, Хоҙай нисек ҡуша, шулай була инде, – тип Вәғә­ҙә иҙән уртаһында ҡатып ҡал­ған ирен барып ҡосаҡ­ланы. Шулай ҡо­саҡ­лашҡан ки­леш оҙаҡ һөйләшеп тор­ҙолар. Хыялландылар, киләсәк тормоштарына план ҡорҙолар.
Йыйынып юлға сыҡтылар. Юлда Ма­­рат ашыҡмай ғына һөйөклө ҡа­ты­нының күңелен күтәреп, төрлө мәҙәк­тәр һөйләп, көлдөрөп барҙы. Ул ныҡ шат ине һәм, үҙе лә уйламаҫтан, теге сәй эсеп йөрөгән урынға боролдо.
– Күреп китәйек әле беҙҙең аулаҡты, – тине ул Вәғәҙәгә. Бер-береһенә ҡа­рап йылмайышып ҡуйҙылар. Изге урын буш тор­май, танауға ҡыҙҙырылған ит еҫе килеп бәрелде.
Элек Вәғәҙә һатыу иткәндә, сәй, бы­лау, һыу, тәм-том ғына ине. Әлеге хужалар, тау кешеләре, эште киңәйтеп ебәр­гәндәр. Йәшерәге шашлыҡ янында үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл, ә олорағы – үлсәү янында.
– Ҡасан өлгөргәндәр? – тип ризаһыҙ­лыҡ белдерҙе Марат.
– Әйҙә, ҡайтайыҡ – тине Вәғәҙә кү­ңелһеҙ генә.
– Был урын хужаһыҙ инеме әллә?
– Эйе, яҙҙан кем өлгөрә инде, йәй буйы шул хужа. Мин Мәғдән ағайыма әйткәй­нем, ул ярҙам итеп бер аҙналай йөрөнө лә, шунан үҙем тырыша инем. Бында ни килеменә ҡара­ғанда сығымы күберәк. Әйҙә, ҡайтайыҡ, –­ тине Вәғәҙә.
Шул ваҡыт был яҡҡа бер “КамАЗ” боролдо. Марат ғәҙәте буйынса номерына ҡараны. Теге “КамАЗ” хужаһы, тип иҫенә төшөрҙө Марат.
Шофёр машинаһынан төш­тө лә туп-тура теге оло­рағына табан йү­нәлде. Ҡул биреп күрештеләр, йәш кеше йүгереп йөрөп өҫтәл әҙер­ләргә тотондо. Шофёр бында үҙен хужаларса тота, Мараттар яғына ҡарап ҡуйҙы ла һа­тыу­сынан ниҙер һораны. Тегеһе лә уларға текләп ҡа­раны. Марат өндәшмәй генә машинаһын борҙо һәм кире яҡҡа елдерҙе. Ун биш саҡрым самаһы үткәс, телефонын сығарып, элекке началь­нигының номерын йыйҙы.
– Алло, был тағы ла мин — Ибә­тул­лин… Һеҙ теге мин әйткән “КамАЗ”-ды тикшерҙегеҙме? Әле генә, Архангел эргәһендә…
– Мин төшөп, анау яҡҡа барып ки­ләм, – тине лә Вәғәҙә йәһәт кенә сығып та китте.
– Эйе, таш тейәгән. Үткәнендә, Өфө­гә, ти ине бит. Килмәһәләр, тимәк, икенсе бер юлы бар. Шул уҡ номер, тейәлгән ташы бик үҙен­сәлекле. Затлы таштар булырға тейеш. Хушығыҙ.
Марат һөйләшеп бөттө лә, машина­һынан сығып, кирелеп-һуҙылып алды. Вәғәҙә ҡайҙа китте икән, тип тирә-яғына ҡаранды.
Юлда тәҙрәһе ялтлап бер машина күренде. Теге “КамАЗ” һиҙен­гәндер, ҡы­уа, эх, тип үкенде элекке милиция хеҙ­мәткәре Ибәтуллин. Машина яҡын­лаш­ты, Марат ситкәрәк китеп юл бирҙе. Яйлап килгән “КамАЗ” көтмә­гәндә ажғырып Мараттың өҫтөнә барып менде. Тәгәр­мәстәр уның өҫтөнән үтеп китте, туҡтап торманы.
Был ҡот осҡос хәлде ситтән күреп торған Вәғәҙә әсе итеп ҡыс­ҡырып ебә­реп, ергә ауҙы. Күпме ятҡандыр, асыҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, иҫенә килгәндә, ҡайҙалыр йыраҡ түгел кәкүк саҡыра ине.
“Мин ҡайҙа һуң, нишләп ятам бында?” – тип бер килке аңламаны. Яй­лап ҡына аяғына баҫты ла тирә-яғына ҡаранды. Юл өҫтөндә кешеләр йыйыл­ған. “Ашығыс яр­ҙам” машинаһы күренә. Вәғәҙәнең күргән фажиғәһе күҙ алдынан ҡабат үтте... Был юлы ул ҡысҡыр­маны, илай ҙа алманы, шым ғына кеше­ләр торған яҡҡа йүнәлде.
Оҙаҡ ятты Вәғәҙә дауаханала. Бә­хеткә күрә, тыуасаҡ балаһына зыян килмәгән. Шулай яйлап аңына ҡайтты. Тик күңеле генә мәң­гелеккә өшөнө.
Вәғәҙә ике малай тапты. Уларҙың береһенә атаһы хөрмәтенә — Марат, ә икен­сеһенә Афғанда ҡалған ағаһы иҫтәлегенә Айрат тип ҡуштылар.
Маратты Вәғәҙәнең ауылында ерлә­неләр. Элекке хеҙмәттәш­тәре­нең бер ни­сәү­һе һуңғы юлға оҙатырға килгәйне. Был хаҡта гәзиттәр ҙә яҙып сыҡты. Ниндәй ҙур енәйәттең фашланыуы хаҡында радио-телевидениенан һөй­ләне­ләр. Һәр ерҙә “һәйбәт кеше ине, һәйбәт хеҙмәткәр ине” тип телгә алдылар. Ә ҡәбер тупрағына яһалма сәскә­ләрҙән веноктар ҡуйылған. Бер таҡтаға йәшәгән йылдары ла күрһә­телгән. “Элекке милиция хеҙмәткәре Ибә­туллин Марат Харрасович” тип яҙып, фотоһын йәбештереп ҡуйғандар. Фото­һүрәттән Марат шат йылмайып ҡарай. Ҡайҙалыр йыраҡ түгел кәкүк саҡыра…


Автор: Мағаш Йома.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 30

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 84

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 95

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 132

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 110

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 316

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 155

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 64

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 119

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 163