Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көлдөк тә, уйландыҡ та
Көлдөк тә, уйландыҡ та Красноусол мәҙәниәт һарайы. Бө­гөн бында Ғафури халыҡ театры билдәле шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” тигән комедияһын ҡуйырға те­йеш. Һуңғы йылдарҙа, ха­лыҡ тама­шаларға йөрөмәй, мәҙәни саралар ярым буш сәхнәләрҙә үтә, ти­гән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Шуға ла театр режиссеры, Баш­ҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Зәйтүнә Зәйнәшева менән осрашҡас та:
– Кеше булырмы икән? – тип һора­ным.
Минең һорауыма ул ышаныслы итеп:
– Ни эшләп булмаһын, киләсәктәр, – тип яуапланы. – Шәп комедия, ундағы тел байлығы, ун­дағы фәлсәфә! Бер образ да бар­маҡ­тан һурып сығарылмаған. Шуға ла артис­тарыбыҙ рәхәтләнеп уйнаны, бер-ике уҡыуҙа уҡ ятлап ал­ды. Бығаса комедияны райондың төрлө ауылдарында, “Красноусол” шифаханаһында ял итеүселәргә күрһәттек. Ныҡ оҡшат­тылар, һәр ерҙә алҡыштарға күмеп оҙатты­лар.


Әкренләп халыҡ йыйыла башланы. Үҙен Әл­фиә Вәлиева тип таныштырған ханымға был комедияны Ейәнсура райо­нының “Үҫәр­гән” халыҡ театрында ҡарарға тура килгән.
– Тағы ла килдем әле, – тине ул. – Яҡ­та­шы­быҙ Салауат Әбүзәрҙең сәхнә­ләште­релгән пьесаларын ҡараған һайын ҡарағы килә. Ана, Мәжит Ғафури исе­мендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялый”ы бишенсе йыл сәхнәнән төш­мәй. Тимәк, халыҡ ярата, ихлас йөрөй.
Зәйтүнә Зәйнәшеваның әйткәне раҫҡа сыҡ­ты, аҙна башы, эш мәле булыуға ҡара­маҫтан, халыҡ эркелеп килде, хатта билеттар етмәгән­лектән, бәғзеләренә ул­­тыр­ғыс­тар сығарып бир­ҙе­ләр. Был иһә халыҡ теат­рының абруйына ишара.
Инде илле йылға яҡын данлы тарихы бар үҙешмәкәр театрҙың. Тәүге көндәр­ҙән үк Мос­тай Кә­римдең “Ай тотолған төндә” трагедия­­һын сәхнәләштереүгә баҙнат ит­кән ға­фу­риҙар әк­ренләп ижад баҫҡыс­тарын яулай бара. М. Ға­фуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Н. Асан­баевтың “Рәйсә + Фәйзи”, Х. Иб­ра­һимовтың “Баш­ма­ғым”, “Зәңгәр шәл”, Ә. Ат­на­баевтың “Законлы никах ме­­нән”, “Ба­ла­­ҡай­­ҙа­рым”, “Иге­ҙәктәр”, Т. Миң­нул­линдың “Гөргөри ке­йәү­ҙәре”, Ә. Мир­­за­һитов­тың “Әсәләр көтәләр улдарын” спек­­такл­дәрен тама­ша­сылар әле лә һа­ғынып иҫкә ала.
…Ауылға Американан ер һатып алырға Стив исемле әфәнде килергә тейеш. Ауыл ха­кимиәте башлығы Тимер­йән уны ҡаршы алырға әҙер­ләнә, әммә иҫке генә өйөнә байраҡ элеп ҡуйған Әүхәткә, шул нәмәңде алып ҡуй, тип мәж килгән арала, ҡунаҡ үҙе үк бында килеп төшә. Тап ошо ерҙә башлана ла инде комедияның төп асылы. Әүхәт:
– Килгән ҡунаҡты бороп сығарыу ғәҙәте юҡ беҙҙә, Тимерйән ҡустым. Прахади, Эстиф! Будь как дома!.. Ҡарсыҡ, нимә ҡарап тораһың, өҫтәл әҙерлә, – ти.
Ҡунаҡ һыйлау башлана. Хужа өҙҙөрөп гармунда уй­най, үтенеп һорағас, ҡатыны Сара моңло итеп йыр һуҙа. Бындай ҙа моңло тауышты иҫе китеп тыңлай Стив. Бер аҙҙан ҡунаҡты һыйлар өсөн Әүхәт һуңғы һарығын һуя. Баш­ҡорттоң саманан тыш йомарт­лығы был. Бер Әүхәт кенәме икән? Бөгөнгө ҡырыҫ баҙар шарттарында ошо изге күңел­лелекте башҡалар уҫал ниәттә файҙалана түгелме тигән фекер тыуа.
Ул көндә ҡунаҡ Әү­хәттең йортонда ҡуна. Иртәгәһен Ти­мер­йән улар­ға килеп ингәс, ошондай һөйләшеү була.
Тимерйән. Торҙомо әле?
Әүхәт. Йоҡлай… Нимәгә кәрәк булды ул һиңә?
Тимерйән. Баҫыуҙы күрһә­тәм тигәй­нем…
Әүхәт. Улай икән… Тиҙерәк һатып ебә­рергә самалайһыңмы?!
Тимерйән. Ҡуй әле, Әүхәт ағай, как будто мин һатам ерҙе. Ул ҡарарға килгән, мин күрһәтәм – шул. Ҡушылғанды ғына башҡарам. (Юғарыға күрһәтеп). Тегенән ҡушалар, мин – бәләкәй кеше.
Әүхәт. Эх, ҡустым, кешенең ҙуры, бәлә­кәйе булмай ул. Меҫкене генә була…
Тимерйән. Һуң, тегенән бойорғас, нимә эшләргә миңә?
Әүхәт. Тегенән, имеш… Бында бит улар түгел, һин йәшәйһең. Үҙ башың юҡмы ни?!
Тимерйән. Әйтеүе рәхәт ул, Әүхәт ағай. Һуң үҙең уйлап ҡара, нисәмә йыл хужаһыҙ эшкәртелмәй ята ерҙәр. Сүп үләненән башҡа бер нәмә үҫмәй бит.
Әүхәт. Йөрәктәр сүпле булғанға шулай ул, ҡустым. Йөрәктәрҙе сүп баҫҡан...
Үкенескә ҡаршы, бәғзе етәкселәрҙең йөрәген дә, күңелен дә сүп баҫҡан. Уларҙа халыҡ ғәме юҡ, үҙҙә­ренең мәңге туймаҫ ҡор­һағын ғына хәстәр­ләйҙәр. Бәләкәй генә өйөндә донъя хәстәре менән көн иткән Әүхәттең “Ситтәр талар өсөн генә килә” тип әйтеүендә ҙур мәғәнә ята. Ысынлап та, йәһәннәмдән бе­рәү ҙә быларға яҡшы булһын, иркен йәшәһен тигән маҡсат менән юл тотмай. Бөгөн сит илдәрҙән килгән ойошма­ларҙа тир түккән таныш-тонош аша күреп-бе­леп торабыҙ: аҡсаны бер ҙә ҡуш услап тот­­тор­майҙар. Иң тәүҙә үҙ мәнфәғәте, еңел кәсеп итеү тора улар алдында. Ошо ерҙе фай­ҙаланып, байлығын һура-һура ла кире ҡаса…
Ер. Төп законыбыҙҙа барыбыҙҙы туйын­дыр­ған ер халыҡ милке тип һаналһа ла, ҡайһы ваҡыт ул бәғзе берәүҙәрҙеке генә түгелме икән тип уйлап ҡуяһың. Рәхәтләнеп әүеш-тәүеш итәләр, байыйҙар, был донъяға мәңгегә килгән кеүек ҡыланалар...
Комедиялағы ваҡиғалар бөгөнгө көнит­меше­беҙгә ауаздаш. Һәр образдың типик булыуы, тамашасыларҙың, хас та шул бит әле, тип һөйләнә-һөйләнә ҡарауы менән отошло. Артистарҙың сығышына зал­да­ғылар рәхәт­ләнеп көлһә лә, һәр ым, ишара, диалог ҙур мәғәнәгә эйә. Кемдер үҙен күрҙе, кемдер ауылдашын таныны. Мәҫәлән, Барый образы. Бөгөн башын араҡыға ты­ғып, хатта ҡатынын онот­ҡандар юҡ түгелме ни арабыҙҙа!
Американан ер һатып алырға килгән Стив (Азамат Абдуллин), ауыл ҡарты Әүхәт (Наил Вәлиев), уның ҡарсығы Рәзилә Хәби­буллина, хакимиәт башлығы Тимерйән (Ил­нур Ғөбәй­ҙуллин), колхозсы (Юлай Аҙ­на­ғолов), уның кәләше Зилә (Эльвира Насирова) үҙ ролдәрен оҫта итеп баш­ҡар­ҙы. Телмәрҙәре асыҡ, хәрә­кәттәре баҙыҡ, ҡаушамайҙар, хатта үҙҙәрен үҙеш­мәкәр артист тип әйтергә тел әйләнмәй.
Әҫәр халыҡтың йәнле телмәре менән дә тамашасыларҙың күңеленә үтеп инә. Тор­мошсанлығы, күңелле йырҙар, бейеү­ҙәр уны тағы ла байыта төшә. Көлдөрҙө лә, уйлан­дырҙы ла был комедия.
Шундай матур байрам бүләк иткән Ға­фури районының мәҙәниәт һарайы етәк­селегенә, халыҡ театрына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122