Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талантлыны данланы “Башҡортостан”!
Талантлыны данланы “Башҡортостан”! “Бәйләнеш­тә” социаль селтәрендә “Башҡортос­тан” гәзите Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡор­тостан” Интер­нет-конкурсына 300-гә яҡын аудио-видеояҙма ҡабул ителде. Эйе, сараны шунда уҡ, виртуаль донъяла ғына, йомғаҡларға булыр ине, әммә һәр сығышты яңынан ҡарап сыҡҡандан һуң был тиклем һоҡланғыс һәләттәрҙе Өфөлә йәшәгәндәр ҙә күрергә тейеш тигән һығымтаға килдек.

Халҡыбыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ! Һоҡланғыс тауыштар, музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәр, композиторҙар күңелендә яралған моңдар, тәрән тойғоло бейеүҙәр баһалама ағзаларының һәр береһен әсир итте. Шулай итеп, йыл аҙағында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында “Иң оҫта йырсы”, “Иң оҫта бейеүсе”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы”, “Иң яҡшы фольклор ансамбле”, “Иң оҫта композитор”, “Тамашасы һөйөүе”, “Өмөт”, “Иң шәп мәҡәлә авторы” номинацияларында еңеп сыҡҡандар йыйылды.

Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе
Башҡорт башҡайҙары күп күргән.
Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,
Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.

...Конкурста еңеүселәр сәхнә түренә сыҡты. Бына фран­цуз яу­лыҡтарын ябынып, һалмаҡ ҡына баҫып инәйҙәр бейергә төшөп китә. Уларҙың һәр хәрәкәтендә милли үҙен­сәлек сағыла. Шуны ла өҫтәп әйтеп үтәйек: беләһегеҙ­ме, өлкән йәштәге ағинәйҙәр, тап ошо конкурс тип, таңғы биштән юлға сыҡҡан. Ә ул көндә шундай буран булды, хатта машиналары ватылһа ла, улар, ике ауыл араһын йәйәү үтеп, баш ҡалаға табан атлаған. Шунан нисек һоҡ­ланмайһың инде үҙ­ҙә­ренә! Кемдер, бәлки, ҡуй, ки­ре боро­лайыҡ, тиер ине, ә бе­ренсе урын яулау­сы­лары­быҙ, Әбйәлил районының “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансам­бле ағзалары булыуына тоғро ҡалып, ашҡынып Өфөгә килеп етте.
Сығышты Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан Иштимер Йо­сопов дауам итте. Ҡанатла­нып, осоп бейене үҫмер! Моғайын, киләсәктә ул сәнғәт юлы­нан китер. Күгәрсен райо­нының Мораҡ ауылынан ­Аза­­­мат Ғәҙелшин иһә өсөнсө урын­ға лайыҡ булды. Бейеү­селәрҙең һәр береһенә ижади үрҙәр, яңы балҡыштар те­ләйбеҙ!
“Талантлыны данлай “Баш­ҡорт­остан” конкурсында бик күп һәләттәр майҙан тотто. “Тамашасы һөйөүе” номинация­һын билдәләгәндә бары тик Интернетта ҡуйылған лайктар иҫәпкә алынды. Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Фатима инәй Һибәтова еңеп сыҡты был ярышта. Бер ҡараһаң, “Бәйлә­нештә” селтә­ре­нән кү­берәк йәш­тәр файҙа­лана, тимәк, улар халыҡсан моңдо үҙ иткән!
Республикала йыр, бейеү буйынса бик күп саралар ойошторола, ә бына һәүәҫкәр ком­­по­зиторҙар араһында кон­курс­тар әленән-әле үтеп тора тип маҡ­тана алмайбыҙ. Мәләүездә уҙған бәйгене һағынып һөйләй үҙешмәкәр ижадсылар. Шуға ла “Талантлыны данлай “Баш­ҡорт­остан” конкурсына һәүәҫ­кәр ком­позиторҙарҙан моңло йырҙар килеүенә һис тә ғәжәп­ләнмәнек. Шуныһы үкенесле: гәзит алдыр­маған бик күп моң эйәләре был сара хаҡында белмәй ҙә ҡалған. Әйткәндәй, ярыштың иң төп талабы ла шул ине бит – тап “Башҡорт­остан” гәзитен алдырып уҡыу­сылар ғына ҡатнаша ала. Шу­лай итеп, “Иң оҫта композитор” номинацияһында беренсе урын Ишембай ҡа­ла­һынан Нә­симә Әминеваға бирелде, икенсе урында — Ырымбурҙан Фәниә Да­уытова, өсөнсөлә — Ҡырмыҫ­ҡалы районынан Зәлиә Ра­ма­ҙа­нова. Һуң­ғы­лары йырҙарын үҙ­ҙә­ре башҡарһа, еңеүсе ижад иткән йырҙы был кисәлә Раушания Вәлиева йырланы. Бына, исмаһам, таланттар! Юҡҡа ғына йыр йөрәктә тыуырға тейеш ти­мәйҙәр, күрәһең, ха­лыҡсан ком­по­зитор­ҙар­ҙың йырҙары та­­ма­ша­сы күңеленә хуш килде. “Өмөт” номинацияһына лайыҡ Вилүр Мәүли­тов – Баймаҡ райо­нының Билал ауы­лынан. Ул – 200-ҙән ашыу йыр авторы, әммә шул тиклем баҫалҡы, тыйнаҡ ағай бер ерҙә лә үҙен күр­һәтеп, йырҙары алдынан йүгереп йөрөгәне юҡ. Бына уны үҙебеҙ өсөн тап ошо конкурс мәлендә ас­тыҡ. “Башҡорт йыры”, “Юл­даш” йыры” конкурстарында уның йырҙары – еңеүсе. “Үкенмәйем”, “Ғүмер”, “Ике тирәк” һәм башҡа бик популяр әҫәрҙәрен Ю. Һа­ғынбаев, А. Са­лауатов, М. Ҡото­ев кеүек моңло йырсыларыбыҙ баш­ҡара.
Конкурсты йомғаҡлау са­раһы уйындар менән ҡат­наштырып алып барылды. Ғ. Ғи­ләжев исемендәге Уҡыу театры фойеһында гәзиткә яҙылыу ойошторол­ғайны. Исем-шә­риф­тәр яҙылған ҡағыҙҙар тултырылған лототрон сәхнәгә сығарып ҡуйылғас, берсә кү­ңелле, берсә ҡыҙыҡлы булып китте. Беҙгә был эшебеҙҙә хеҙмәт­тәшебеҙ Дилбәр Ишмо­рато­ваның улы Ирхан яр­­ҙам­­лашты. Уның еңел ҡулынан бүләк­тәргә лайыҡ булғандар иғлан ителде. Шуныһы ҡыҙыҡ: йырсы Бибисара Азаматова гәзитебеҙҙе бик күп таныштарына яҙҙырған булған икән: ошо рәүешле ул сәхнәгә дүрт тапҡыр күтәрелеп, бүләктәр отто. “Бына шулай дуҫта­рымды гәзитле ит­тем, ә үҙем бүләкле булдым. “Баш­ҡорт­остан” гәзитенән айы­рыл­ма­ғыҙ, туғандар!” – тине ул тамашасыларға. Ә иң төп бүләк – ҡаҡланған ҡаҙ Йылайыр райо­нынан Зарифа апайға эләкте.
Артабан сараны “Иң оҫта йырсы” номинацияһында еңеү­селәр дауам итте. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы ҡыҙы Зөһрә Фәруҡшина был ярышта өсөнсө урынды яулаһа, Бөрйән ҡыҙы Гөлдәр Йәр­мөхә­мәтова икен­се урынға лайыҡ булды. Ә инде беренселек – Әб­йәлил районынан Фәр­зәнә Ғайси­нала. Уларҙың һәр береһе үҙен­сәлекле йыры менән тамашасы күңеленә үтеп инде.
“Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” номинация­һында ҡат­нашыусылар ара­һынан иң-иңдәр­ҙе һайлап алыуы ла еңел булманы. Нимә генә тимә, һәр береһенең үҙ моңо. Ә инде еңеүселәр билдәләнгәс, һораш­һаҡ, улар тураһында яҡташтары ла йылы фекерҙәрен еткерҙе. Өсөнсө урынға лайыҡ булған Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы уҙаманы Шәфҡәт Йосоповты яҡташтары “кеше-оркестр” тип йөрөтә икән. Ә ул, ысынлап та, ғәжәйеп талантлы булып сыҡты. Баянда уйнаусылар хат­та: “Ул көйҙө былай ҙа уйнауы ауыр, ә ул бер ҡулында – ҡурай, икенсеһендә гармун тотоп башҡара!” – тине. Ана ниндәй аҫыл талант эйәһе табылған был конкурс барышында!
Сибай ҡалаһынан килгән ғаилә музыканттарының сығышы тама­шаға дәрт, айырым бер халыҡ­санлыҡ өҫтәне. Икенсе урынды яулаған Хәлил, Йәлил, Ғайса Һөйөндөковтарҙы тыңлауы үҙе бер кинәнес булды. Залда бейергә төшөп киткәндәр ҙә табылды. Был номинацияла еңгән Ға­фури районының Сәйетбаба ауылынан “Бужан” инструменталь дуэты шулай уҡ берсә күңел, берсә скрипка ҡыл­дарын тарт­ҡандай итте. Әле сәхнәлә сит ил көйҙәрен башҡарғанда ғына ҡул­ланылһа ла, күптәребеҙ хәтер­ләй­ҙер, скрипка әүәлерәк ауыл­дарҙың киске йәме, клуб­тарҙың моңо була торғайны. Ошо музыка ҡоралы тауышын ишетеү хәтирәләргә сумдырҙы.
“Талантлыны данлай “Баш­ҡортостан” конкурсы йыл дауамында гәзиттә яҡтыртылып барҙы. Шуға журналистар ара­һын­да ла “Иң шәп мәҡәлә авторы” номинацияһында еңеү­сене билдәләне баһалама ағзалары. Баҫмабыҙҙың үҙ хәбәрсеһе Кәри­мә Усманова лайыҡлы булды был маҡтауға! Башҡортостан Жур­налистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев бүләкләне көньяҡ-көнсығыш райондарын бер итеп йөрөгән, мат­буғатҡа яҙылыуҙы әүҙем ойош­торған өлгөр хәбәрсебеҙҙе. Ижади уңыштар теләйбеҙ уға ла!
“Иң оҫта фольклор ансамбле” номинацияһында Әлшәй райо­нының Үрәҙмәт ауылынан “Сө­йөм­бикә” фольклор ансамбле өсөнсө урынға лайыҡ булды. Милли кейемдә матур сығыш яһаны өлкән йәштәге апайҙар. Киләсәктә лә уларға балҡышлы мәлдәр теләйбеҙ! Ә бына Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан килгән “Умырзая” ансамбле сәхнәгә сыҡҡайны, ысын мәғәнә­һендә яҙ һулышы бөркөлгәндәй булды. Икенсе урынға лайыҡ булған апайҙар үҙҙәре сәскә кеүек, байрамды ла, конкурсты ла биҙәне. Афарин уларға!
Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хәсәнов­тар ғаилә фольклор ансам­бленең сығышын ҡарау – үҙе бер милли йола байрамына шаһит булыуға тиң. Эйе, барыбыҙ ҙа беләбеҙ, Урал буйында йыр-моңға әүәҫ, дәртле халыҡ йәшәй. Әммә шундай ҙур ғаилә ансамбле ойоштороу һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел. Баймаҡтан был кисәгә 20-гә яҡын кеше килде, ә бөтәһе бергә сәхнәгә сыҡһа (50-нән ашыу тинеләр), баҫып торорлоҡ урын булмаҫ ине. Һылыуҙарҙан-һылыу Юлиә, моңлоларҙан-моң­ло тауышлы Зилиә Бәх­ти­ева­лар тап ошо нәҫел ҡыҙҙары икән. Әсәһен күр ҙә ҡы­ҙын ҡос тигән­дәй, Рәмзиә апайға ҡарап, ҡыҙ­ҙар­ының сибәр, талантлы бу­лыуы­на һис ғәжәплә­нерлек түгел. Хәсәновтар – халҡы­быҙ­ҙың аҫыл ғаиләләренең береһе. Улар халыҡ йырҙарын да баш­ҡарҙы, бейене лә, йолаларға нигеҙләнгән тамаша ла ҡорҙо. Сарала милләтеб­еҙҙең сәнғәти таланты, фольклоры байрам­дың төп ҡунағы булды.
Эйе, ҡатнашыусыларҙы Өфө сәхнәһенә алып сығыу ме­нән ян­ғанда, ҡыш миҙгеленең саялы­ғы ла, бәлки, онотоп ебәрелгәндер. Әммә, Аллаға шөкөр, изге маҡ­сат­та уҙғарылған сара матур тамамланды. Һәр бер еңеүсебеҙ тыуған тупһаһына имен-аман ҡайтып етте. Рәхмәт инде уларҙы ҡурсалап йөрөткән фәрештә­ләргә! Кисәбеҙҙе их­лас алып барған М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Денис Ғилманов та тапҡырлығы, зирәклеге менән егетлек күрһәтте.
Еңеүселәребеҙҙе Башҡорт­ос­тан Рес­публикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рә­йесе урынбаҫары Альбина Бу­ранғолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урын­баҫары Марат Ғәзизов, Республика халыҡ ижады үҙә­генең генераль директоры Байрас Иш­бирҙин, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙ­ҙары йәмғиәте рәйе­сенең бе­ренсе урынбаҫары Гөл­нур Ҡолһарина, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡар­ма комитетынан Рәйсә Күз­­бәкова, З. Исмә­ғилев исе­мендәге Өфө дәүләт сәнғәт академия­һының проректоры Алһыу Хәсби­уллина, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, композитор, йырсы Нурия Абдуллина, фольк­лорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов, сәсә­ниә Розалия Солтангәрәева тәбрикләп, уларға район, ҡала хакимиәт­тәре ярҙамында әҙер­ләнгән бү­ләктәрҙе һәм “Башҡортостан” гәзитенең дипломдарын тапшырҙы. Конкурсты ойош­тороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән хакимиәт баш­лыҡтарына, баш­ҡорт мәҙәниә­тенә битараф бул­маған һәр кемгә рәх­мәтлебеҙ! Мәҙәниәт йылын халҡыбыҙ та­лант­тарының моңона ҡойоноп тамамлай “Башҡортостан” гә­­зите. Киләһе йыл әҙәбиәткә арнала. Көтөгөҙ, ижадҡа ғашиҡ мил­ләт­тәштәр, яратҡан баҫ­мағыҙ был юлы ла һеҙҙе яңы ҡыҙыҡлы байрамда туплар!

Фотоларҙы беҙҙең сайттың фотогалереяһында ҡарай алаһығыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айгөл
    Айгөл от 31.12.2014, 09:06
    Ҙур байрам ойошторолған рәхмәт киләһе йыл да ла буламы ул?






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 30

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 84

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 95

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 132

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 110

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 316

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 155

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 64

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 119

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 163