Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан!
Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан! Ни сыҡһа, ошо М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының баш­ҡорт филологияһы факультетынан сыға. Йыл аҙағында улар, Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнә­ләштереп, Өфө тамашасы­һын таң ҡалдырҙы. Әҫәрҙе М. Кә­рим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов сәхнәгә алып сыҡты, тауыш ҡуйыусыһы — Илшат Зарипов, яҡтыртыусыһы Виталий Соколов булды.

Эштән һуң, йыл аҙағы бит инде, арып-талып, филологтар ролгә нисек ингәнен күрер өсөн барғайным. Ә улар барлыҡ икеләнеүҙәрҙе, йонсоғанды оноттороп, сәхнә тормошо менән йәшәтте. Мәстүрә әбей ролен башҡарған Зөлхизә Сәлихова бар ҡыланыш­тары менән ауыл әбей­ҙәрен хәтерләтте. Алға эйелеп йөрөүенә, башын сайҡай-сайҡай һөйләүенә ҡарап торһаң, йәш кенә ҡыҙ бала әбей сүрәтенә ингән тип уйламаҫһың да. Гәзитебеҙҙең авторы, әүҙем студент Гөлнур Хужәх­мәтова Рәйлә ролен шундай килештереп уйнаны, әйтерһең, ул тормошта ла уҫал, етәк­селек итергә яратҡан ҡыҙыҡай. Режиссер Илнур Лоҡманов йәштәрҙең күңел төпкөлөндә йәшеренгән һәләттәрен аса алған. Хәйбулла булып уйнаған Инсаф Хужабиргәновты күреп, бөтөнләй телһеҙ ҡала яҙҙым. Тыныс ҡына, әллә ни күҙгә ташланып та бармаған егеттең эсендә эйәр­ле-йүгәнле ат ята икән дабаһа! Ышандым мин, Инсаф-Хәйбулланың әйткәндәренә, ҡылыҡтарына! Илһам Теүәлбаев (Әмир), Азамат Нурғәлин (Әхтәм) кеүек егеттәр шулай уҡ ихласлығы, образдарын оҫта асыуҙары менән арбаны. Әлиә Әбдрәши­това (Нурания), Гүзәл Хаҡова (Кинйәбикә), Гүзәлиә Миңлебаеваларҙы (Ләйсән) бө­гөн­дән артист итеп сәхнәгә сығарыр­лыҡ!
Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан!Был ни хикмәт: режиссер шундай ма­һир­мы, әллә уҡы­тыусы ла артист бу­лырға һәм балалар алдында төрлө сү­рәткә инеп, алдына ҡуйған маҡсатына ирешергә, рухиәт орлоҡтарын сәсергә бурыслы тигән тәғлимәткә тоғро студенттар сыҡҡанмы майҙанға?! Нисек кенә бул­маһын, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­вер­ситетының “Ҡо­рос” фольклор-театр ансамбле Мәҙәниәт йылын уҡыу­ҙағы ҡаҙаныштары менән генә түгел, ә ижади балҡыш менән тамамланы. Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫҡанда, башҡорт драматургының әҫәрен, бәлки, тағы ла сәхнәгә алып сығырһығыҙ, йәштәр?! Яңы­нан барып ҡарап, тағы ла һеҙ тыуҙырған миҙгелдәрҙә йәшәп алыр инек!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164