Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижады алтын уның
Ижады алтын уның Яҡташыбыҙ, бик күп романдар авторы Яныбай Хамматовтың яҡты рухына бағышлап яңыраҡ Сермән ауылында әҙәби кисә үткәрҙек. Әйткәндәй, бындағы моделле китапхана уның исемен йөрөтә. Осрашыуға килеүселәр әҙипкә арналған “Башҡорт тарихының аҡыны” күргәҙмәһе менән танышты. Унда яҙыусының китаптары, шәжәрәһе, ғаилә архивынан алынған фоторәсемдәре ҡуйылды. Уҡыу залы мөдире Гөлнур Мусина кисәне Яныбай Хамматовтың биографияһы менән таныштырыуҙан башланы.
Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында ярлы крәҫтиән ғаилә­һендә тыуған. Уға биш йәш тулыуға әсәһе Сәрбиямал вафат була. Тәүге ауырлыҡтарҙы Яныбай ошо йылдарҙан башлап күрә. Башланғыс белемде Ис­маҡайҙа ала, уҡыуын Инйәр ауыл мәктәбендә дауам итер өсөн бик күп михнәттәр, ҡар­шылыҡтар кисерергә тура килә. Инйәрҙә уҡығанда йәйге каникул ваҡыттарында алтын йыуыу приискыларында эшләй. Ошон­да тәүге шиғырҙарын яҙа, ста­рателдәр тормошо менән таныша. Инйәр мәктәбен тамамлап, тыуған ауылында эш баш­лай. Әммә илгә ҡаршы немец фашистары һуғыш башлай, һәм 17 йәшлек Яныбай хеҙмәткә алына.
Ижады алтын уныңЯуҙан ул 1946 йылда әйләнеп ҡайта, төрлө урында эшләй. ВЛКСМ-дың Белорет ҡала комитетында беренсе секретарь, “Башзолото” тресының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әбйәлил район Советының баш­ҡарма комитеты рәйесе, БАССР Эске эштәр министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы... Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙенә ышанып тапшырылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Я. Хамматов әҙәбиәткә, яҙыу эшенә ныҡлап тотонорға форсатты һуңғараҡ таба. Тәүге хикәйәләре һәм мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған. Тарихи әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ киң та­нылыу ала Яныбай Хаммат улы. Ул – егермеләгән роман авторы. «Бөртөкләп йыйыла ал­тын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сыға­рыуҙы сағылдыра. Яҙыусы тарихи тема өҫтөндә ентекле эш­ләй. Ике ҡалын китаптан торған «Төньяҡ амурҙары» роман-дилогияһы ХIХ быуатта Башҡортостанда барған хәл­дәрҙе Рәсәй тормошона бәйлә­үе, башҡорт полктарының 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуын күп яҡлы һүрәтләүе һәм ата-баба­быҙҙың француздарға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡ­тарын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. “Башҡорттар китте һуғышҡа…” романы иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән данлы, шанлы юлды тасуирлаусы эпик әҫәр булараҡ билдәле. “Тыуған көн” романы ла ҡаһарман яҡта­шы­быҙ Миң­леғәле Ғөбәйҙуллин­дың биогра­фияһына таянып яҙыл­ған.
Күп яҡлы талант эйәһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Салауат Юла­ев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматов яҙған әҫәрҙәр урыҫ, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Әҙиптең исемен мәң­геләштереү йәһәтенән Белорет районында Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылды.
...Был кисәгә Сермән ауылы аҡһаҡалдары, яҙыусыны күреп белгәндәр саҡырылғайны. Беренсе булып оҙаҡ йылдар Сер­мән ауыл Советы рәйесе булып эшләгән хеҙмәт ветераны Солтан Сиражетдинов һүҙ алды.
– Яныбай Хаммат улы беҙҙең ауылға ҡышҡы һалҡын көндә бер төркөм күренекле яҡташы­быҙ менән ҡунаҡҡа килде, – тип хәтирәләргә бирелде аҡһаҡал. – Улар араһында шағир Сафуан Әлибаев, композитор Заһир Исмәғилев һәм башҡалар бар ине. Яныбай ағай үтә лә тыйнаҡ, йомшаҡ һүҙле, тыныс холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләүсе шәхес булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Ижады алтын уныңҺөйләшеүҙе дауам итеп, ха­лыҡ мағарифы отличнигы, хеҙ­мәт ветераны Хаммат Әғзәмов тәьҫораттары менән бүлеште. Ул әҙиптең һәр әҫәрҙе еренә еткереп яҙыуын, тарихи документ­тарҙы ныҡлап өйрәнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бик күп конкурстар лауреаты, ҡурайсы Әсхәт Хәйернуров иһә, дәртле көйҙәр башҡарып, кисәне тағы йәмләп ебәрҙе. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Вәсилә Мәхмүтова ошо йылдың нәҡ Әҙәбиәт йылы тип билдәләнеүенә ҡыуанысын бел­дерҙе. Тимәк, алдағы көндәрҙә лә бындай күркәм кисәләр, яҙыу­сылар менән осрашыуҙар йы­шы­раҡ булыр тигән өмөттә ҡалды һәммәһе.

Зилә Фәхрисламова,
Яныбай Хамматов исемендәге Сермән китапханаһы мөдире.­



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135