Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя һине ҡабул итһен тиһәң, Ҡурҡма һин Кеше булыуҙан!
Донъя һине ҡабул итһен тиһәң, Ҡурҡма һин Кеше булыуҙан! Атай йорто тиһәм...

Икмәк рухы һеңгән йорт эсендә
Төштәремдә булам бик һирәк.
Атай йорто тиһәм, күҙ алдымда
Емелдәшеп тибә ҡуш йөрәк...

Атай йорто иҫкә төшкән һайын
Тамағыма төйөр тығыла,
Баҡса башындағы тирәктәрем
Йыуаталар бөгөлә-һығыла.

Атай-әсәй күптән гүр эйәһе,
Улар өсөн тибә дүрт йөрәк...
Йәшәү өсөн беҙҙең балаларға
Икмәк рухы һеңгән көс кәрәк!

АҠ МИҘГЕЛ

Беҙме һиңә килдек, һинме беҙгә
Осрашырға йылдар сатында.
Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр бейеклектән
Ергә төштөң аҡбуҙ атыңда.

Эҙҙәреңдән яуа ап-аҡ ҡарҙар,
Аҡ төш күрә талғын Ағиҙел.
Ҡояштары һүнгән күңелдәрҙе
Яҡтыртһасы һинең был миҙгел.

Бер миҙгелгә генә күңелемде
Һыуытһасы һинең һалҡының,
Һиндә генә туңып ҡалһа икән
Хәсрәттәре Рәсәй халҡының!

Хыялдарын юғалтмаған халыҡ
Йәшәй әле Рәсәй илендә.
Йыртҡыстар ҙа һөйләшерҙәр әле
Киләсәктә кеше телендә.

Рәхмәт һиңә, миҙгел—аҡ миҙгелем,
Һәр кем күрә бөгөн үҙ көнөн.
Киләсәктә, ай(ы)рым-ай(ы)рым түгел,
Бергә күрһәк ине Ил йүнен!

ҠУРҠМА ҺИН

Беҙгә ҡәҙәр ерҙән күпме йәндәр
Эҙһеҙ генә киткән ҡиблаға!
Ваҡытлыса ғына ерҙә йәшәү:
Ул яңылыҡ түгел донъяға.

Ҡабул итмәй донъя буш һүҙҙәрҙе,
Һүҙең булһа, булһын эшең дә,
Һин яуаплы илең, тыуған ерең,
Балаларың, үҙең өсөн дә.

Яуаплылыҡ ҡына тыуҙыралыр
Яңылыҡты килер быуынға.
Донъя һине ҡабул итһен тиһәң,
Ҡурҡма һин һүҙле булыуҙан, —
Ҡурҡма һин Кеше булыуҙан!

***

Ут булып та йөрөнөм мин,
Һыу булып та йүгерҙем,
Йондоҙ була алмаһам да,
Тулҡын булып өлгөрҙөм.

Диңгеҙҙәге тулҡындарға
Ҡушылырға ынтылам...
Тыныслыҡ диңгеҙ төбөндә,
Шуны тойғандай булам

Унда булыу бурыс түгел,
Рухи байлыҡ өҫтәрәк, —
Һуңғы сиктә мәңгелеккә
Сәсрәр өсөн көс кәрәк...

МЕГАПОЛИСТА

Кемдәр генә бында тыумаған да,
Кемдәр генә донъя ҡыумаған,
Тарих армыттарын ниндәй генә
Йән әрнеткес йылдар йыумаған!..

Был ҡалала күпме ҡомартҡылар,
Күпме байлыҡ, күпме ҡәлғәләр!
Ил байлығын талап көн күрәләр
Кеше булалмаған шәүләләр...

***

Йәнем әрней тыңлағанда
Ил-Еремдең моңдарын.
Ниндәй генә көстәр сиртмәй
Был күңелдең ҡылдарын!

Ил һулышынан моңсолмон,
Ерҙе тыңлап моңланам,
Берсә ожмах ситләп уҙам,
Берсә тамуҡта янам.

Иҫән саҡта ер моңдарын
Һеңдерә алһам йәнемә,
Уны тыңлар өсөн, бәлки,
Илем инер хәлемә.

Илем ҡәҙерләнмәгәндә
Ғүмер ҡәҙерһеҙләнә,
Килмешәктәрҙең ҡулынан
Тыуған ер йәберләнә.

Тыуған ерҙе яҡлай алмай
Өҙгөләнә бәғерем.
Илем күрә алыр микән
Балалары ҡәҙерен?

***

Мин йышыраҡ тоям йөрәгемдә
Ҡыҫҡарыуын оҙон юлдарҙың.
Күкрәгемдә тоям йән әрнеткес
Тупалағын ҡайнар йылдарҙың.

Йондоҙҙарҙы барлай кеше уйы,
Тик мәңгелек унан уҙҙыра,
Беҙгә ниҙер аңлатырға теләп,
Көмөш елдәр күктә һыҙғыра...

Ҡояш байый иртән сығыр өсөн
Тик тереләр өсөн юлдашҡа.
Ғазап менән таҙартылған күңел
Яҡыная бара ҡояшҡа.

МӘРХӘМӘТЛЕ
ЙЫЛДАР


Иреп китәм, иҫтәремә төшһә.
Мөхәббәттең ипле ҡыҙ сағы...
Яңғыҙ ҡалам кеше араһында
Һүнеп ҡуйһа хәтер усағы.

Бер синыфта бергә белем алып,
Ҡурҡытыуҙан уны тыйылып,
Хаттар яҙҙым уға зәңгәр күккә,
Аҡ болотҡа ғына һыйынып...

Ниндәй матур булған беҙҙең йәшлек,
Ниндәй изге булған мөхәббәт!
Ул йылытҡан, ул балҡытҡан беҙҙе —
Күңелдәрҙә булған мәрхәмәт.

Мин шуларҙы уйлап иҫкә алам
Бала саҡты, йәшлек йылдарын...
Мөхәббәтле, мәрхәмәтле йылдар
Биҙәп тора ғүмер юлдарын.

Автор: Зөфәр Вәлит


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135