Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәниә Шевчук! Таныштырып тороу кәрәкме?
Фәниә Шевчук!  Таныштырып тороу кәрәкме? Беҙҙең замандың геройы тип атаһаҡ та була Юрий Шевчукты. Һәр сығышы, аҙымы менән егетлеген күрһәткән был ижадсы битарафтарҙы, биләгән вазифаһына йәбешеп ултырған етәкселәрҙе лә яҙғанына иғтибар иттерерлек ҡеүәт, моң менән әйтте һүҙен. Өфөлә ойошторолған рок төркөмө хәҙер бөтөн донъяға танылыу яуланы.
Яңыраҡ Юрий Шевчуктың әсә­һе 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан З. Вә­лиди исемендәге Милли китапханала Фәниә Шев­чук­тың гра­фика һәм тәбиғәт күренеш­тәрен һүрәт­ләгән күргәҙмәһе асылды. Тормоштоң бик күп ауырлыҡтарын кисергән, әммә һынмаған, һәр саҡ йөрәгендә тыуыр көнгә өмөт йөрөткән ханымдың рәсемдәрендә лә – йәшәү көсө, рух тантанаһы, талғын йыр.
Әйткәндәй, был күргәҙмәнең идея авторы – улы. Сара “ДДТ” төркөмөнөң Башҡортостан буйлап гастролдәре тамамланған көндә ойошторолдо.
– Әсәйем ғүмер буйы рәссам булырға хыял­ланды. Күп ҡы­йын­лыҡтар кисерһә лә, унда һәр саҡ ижадҡа ынтылыш йәшәне. Был һүрәттәрҙә – уның мөхәббәте. Һуғыш ваҡытында Төньяҡ диң­геҙ юлында радист булып эшләп, уның бар мих­нәтен күргән ул. Ленинград блокадаһы хаҡында күптәр та­рих аша белә, ә әсәйем – ана шул мәлдәрҙең тере шаһиты, – тине Юрий Юлианович. Ул шу­лай уҡ Башҡортостандың тә­би­ғәте, халҡы, райондарҙа йорт­тарҙың күр­кәмлеген бил­дә­ләне. Һүнеп барған Рәсәйҙә беҙҙең төбәк йәнле бер утрау кеүек тойолған уға.
Фәниә Шевчук!  Таныштырып тороу кәрәкме?Фәниә Әкрәм ҡыҙының күр­гәҙмәләре Өфөлә генә тү­гел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡала­ла­рын­да ла ойошторол­ғаны бар. Сарала ҡатнашҡан Өфө ҡалаһы хакимиәте баш­лығы Ирек Ялалов хөрмәтле заман­дашының күкрәгенә “Еңеү­ҙең 70 йыллығы” миҙалын таҡ­ты.
Ыҡсым йыйынтыҡҡа ла туп­лан­ғайны Фәниә Шевчуктың һүрәттәре. Уларҙа – шундай тәрән­лек, тормошҡа һөйөү, ғүмерҙең миҙгеллеге. Бы­на-бы­на ҡулың менән көнба­ғыш­тарға ҡағылһаң, йә сәскәләре, йә орлоҡтары ҡойолоп төшөр кеүек. Ижад – ул тере организм. Йөрәгенән сыҡ­ҡан кисе­рештәрен һалған Фәниә ханым һүрәт­тәренә, шуға ла улар тәьҫирһеҙ ҡалдырмай.
Байрамдың аҙағында тағы ла бер ҡыуаныслы мәл көтөп торҙо ҡунаҡтарҙы. Наил Мәх­мүтовтың “По следам легенд уфимского рок-н-ролла. Юрий Шевчук и ДДТ” китабының исем туйы үтте. Уҙған быуат­тың икенсе яртыһында бар­лыҡҡа килгән ижади йүнәлеш хаҡында бик бай мәғлүмәт туплаған китап. Был Наил Мәжит улы туплап сы­ғарған тәүге йыйынтыҡ түгел, әммә үҙенсәлеге шунда: унда халыҡ араһында попу­лярлыҡ яулап өлгөргән рок төркөмөнөң бай тарихы ғына яҙылмаған, ә тотош донъяның рок музыка йүнәлеше сағылдырылған. Эйе, китап кисерештәр, тәьҫо­раттар менән мауыҡмай, әммә уның бар ҡиммәте лә шундалыр. Һәр кем уҡый һәм һығымталарҙы үҙе яһай.
1000 дана тираж менән сыҡҡан йы­йын­тыҡты Наил Мәхмүтов байрамда ҡатнаш­ҡан һәр кемгә бүләк итте. Ике сәғәттән ашыу автограф таратты Юрий Шевчук ижадын үҙ иткәндәргә. Сиратҡа икешәр, өсәр тапҡыр баҫып рәхәтләнде “ДДТ”-ның фанаттары. Бында ни әйтәһең инде – Шевчук, рок!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135