Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арғымаҡлы Хәсән Назар
Арғымаҡлы Хәсән Назар“Хәсән Назар тыуған яғына ҡайта икән...” Ошо хәбәрҙе ишетеп, ҡолағым “ҡарп” итеп ҡалды. Туҡтале, мәйтәм, шылтыратып ҡарайым. Бәлки... “Ағай, мине лә үҙ арбаңа ултырт әле”, — тим. “Ә, ишеттеңме ни? Ҡайтып килергә ине шул. 70 йәшемде тыуған яғымда билдәләргә ниәтем. Теләгең булғас, әйҙә, ултыр арбаға”, — тине ул ихлас күңелдән.
Киттек. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, әкиәттәге шикелле, күҙ асып йомған арала Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғол ауылына “тып” итеп барып та төштөк.
Райондың үҙәк китапханаһы директоры Нәзирә Кәримова, китапханасылар Нурия Ҡунысбаева, Ләйсән Ишмөхәмәтова, Эмма Польгуева әйҙүкләп ҡаршы алды. Уларҙың тәмле һыйынан ауыҙ иткән арала китапхана эше менән дә танышып өлгөрҙөк. Китапхананың үткән йылдарҙағы мул ҡаҙаныштары хаҡында ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләргә булыр ине, һүҙҙе оҙонға һуҙмай, былтыр яуланғанын ғына әйтеп китәм. Китапханалар араһында үткәрелгән “2011 йылдың иң яҡшы китапханаһы” тигән республика конкурсында II урынға лайыҡ булғандар. Был үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.
— Китапханаларға район ҡаҙнаһынан йыл һайын аҡса бүленә, — ти Нәзирә Кәримова. — Яңы китаптар, компьютерҙар һатып алдыҡ. Үкенескә ҡаршы, уҡыусылар һаны аҙая. Бына һеҙ, яҙыусылар, райондарға сығып, балалар менән йышыраҡ осрашыуҙар үткәрһәгеҙ ине. Ауыл халҡы әҙиптәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә сарсаған.
Арғымаҡлы Хәсән НазарСәйҙән һуң Нәзирә апай беҙҙең “карап”тың капитанына әйләнде. Штурвалды Ейәнсура башҡорт гимназияһына табан борҙо ул. Гимназияла шағирҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Хәсән Назар был уҡыу йортонда йыш ҡунаҡ булыуға ҡарамаҫтан, һағынып та өлгөргәндәр икән. Уның фәһемле һүҙҙәрен ауыҙ асып тыңланы уҡыусылар, һорау артынан һорау яуҙырҙылар, алҡыштарға күмделәр. Шағир өсөн уларҙың һөйөүенән дә ҙурыраҡ бүләк булмағандыр, моғайын.
“Капитаныбыҙ” Нәзирә Кәримова “карап”ты мәҙәниәт һарайына ҡарай йүнәлтте. Әле генә гимназияла үткән осрашыу хистәренең тулҡындарында бәүелә-бәүелә, мәҙәниәт һарайына барып ингәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Хистәремдән бер аҙ арыныуға, сәхнә түрендә ултырған Хәсән ағай Назарҙы халыҡ алҡышлай ҙа ине инде. Ана, ҡурайсылар моңло көй һыҙҙыртып ебәрҙе, бейеүселәр сәхнәне дер һелкетеп бейергә төшөп тә китте... Һай, был ейәнсуралар! Сәхнәгә түгел, йөрәккә баҫып бейейҙәр бит! “Байыҡ” республика бейеү конкурсы дипломанты Гөлнара Хәкимова-Назарова “Кәзә көтөүсе ҡыҙ” бейеүен башҡарғанда, Хәсән ағай ултырған урынында һикереп ҡуйҙы хатта. Ул да, бәлки, дәрте ташып, бейергә төшөргә самалағандыр.
Ә йырҙары, йырҙары һуң!? Хәлиҙә Ҡолшәрипова, Радмир Дәүләтбәков, Айгөл Ейәнсура, “Уралтау”, “Яҙ гөлдәре” ансамблдәре башҡарыуындағы йырҙарҙы тыңлап күңелдәрең аҡтарылып сығырлыҡ та баһа!
Ҙурланылар, хөрмәтләнеләр шағирҙы был кистә. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Басир Хәбибуллин, район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсуриндың ҡотлауын еткереп, Хәсән Назарға йүгән тотторҙо. Тимәк, шағир йылҡы өйөрөнә барып, йүгәнен шылтыратһа, ҡайһы арғымаҡ уға боролоп ҡарай, шуны эйәрләргә генә ҡала.
Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов иһә: “Хәсән Назар беҙҙең күңелебеҙҙә күптән инде халыҡ шағиры булып йәшәй. Был исемде рәсмиләштереп ҡуяһы ғына ҡалған”, — тине.
Бик хуп, бик мәслихәт! Был ҙур исемгә талантлы шағирыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, һис шикһеҙ, лайыҡ.

* * *
Ейәнсуранан Өфөгә ҡайтҡас, бер аҙ тын алып өлгөрҙөмө-юҡмы, Хәсән Назарҙы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Шығырым тулы залда ултырыусылар араһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарын күрәм. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин хатта дауахананан сығып, туп-тура бында килгән. Күренекле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, данлыҡлы ғалимдар Марат Аҙнабаев, Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, әҙип Йыһат Солтанов, шағир-яҙыусылар Ирек Кинйәбулатов, Тойғон, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Гөлнур Яҡупова, Марс Әхмәтшин, Рәшит Низамов, Мөхәммәт Закиров, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Дамир Шәрәфи тәьҫирләнеп Вилдан Дәүләтбирҙиндың ҡурай моңон тыңлай.
Исеме сит илдәрҙә лә билдәле күҙ табибы, академик Марат Аҙнабаевты шиғыр һәм йыр кисәләрендә йыш осратырға мөмкин. Әҙәбиәткә ғашиҡ ағайыбыҙ: “Шиғыр кисәһенә ошолай йыйылыуығыҙға ҡыуанам, — тине. — Әле бына халҡыбыҙҙың “Уйыл” тигән йыры иҫкә төштө. Унда шундай юлдар бар: “Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы уйландыра уйсан ирҙәрҙе”. Хәсән Назар ижады ла уйылып аҡҡан Иҙел кеүек уйға һала. Халыҡ яҙмышы, ил, тел яҙмышы тураһында уйландыра”.
Шағирә һәм прозаик Гөлнур Яҡупова: “Хәсән ағай, төрлө кисәләрҙә булғанда һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың шиғырҙары тип уҡыйҙар. Һеҙ күптән инде халҡыбыҙҙың шағиры”, — тип үҙенең китабын бүләк итте.
Ғөмүмән, теләктәр һәм бүләктәр күп булды кисәлә. Һәр кем йөрәгендә йөрөткән йылы тойғоларын әйтеп ҡалырға тырышты шағирға. Мәҫәлән, Әмир Әминев кисәнең Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған кисә менән (кискеһен Башҡорт дәүләт академия драма театрында Р. Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Февраль. Буран” тигән тамаша булды) тап килеүе юҡҡа ғына түгеллеген әйтте. Ысынлап та, данлы шағирыбыҙ Рәми Ғарипов Хәсән Назарҙың остазы, тәүге китабына фатиха биргән. Ошо ике шағир кисәләренең тап килеүен рух байрамы итеп ҡабул иттем мин.
Ләкин күңелде өйкәгән бер нәмә тураһында ла әйтмәй ҡала алмайым. Арҙаҡлы шағирыбыҙҙы баш ҡалабыҙҙың ҙур һарайҙарында тәбрикләргә тейеш инек беҙ. Оло шәхестәребеҙгә ҡарата битарафлыҡ касафатымы был? Иҡтисад хаҡында ғына ҡайғыртып, рухиәтебеҙҙе онотмаһаҡ ине, сөнки рухиәтһеҙ иҡтисади яҡтан да алға китеш булмаясаҡ.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135