Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шунда ҡалған минең эҙҙәрем...”
“Шунда ҡалған минең эҙҙәрем...” Матурлыҡҡа һаран тыуған яғым:
Юҡ урманы, зәңгәр күлдәре.
Сәскә еҫе бөркөп кенә иҫә, –
Бик иркә шул йомшаҡ елдәре.
Сыпсыҡ күҙе, зәңгәр япма булып,
Яуын алып ята күҙҙәрҙең...
Шунда ҡалған минең бала сағым,
Ялан тәпәй баҫҡан эҙҙәрем.

Алдымда Башҡортостандың танылған шағирәһе Фәниә Чанышеваның китаптары һәм фотоальбомы ята: уларҙың һәр береһенән әҙибәнең мөләйем һәм яғымлы йөҙө йылмайып баға. Бәләкәй генә буйлы ошо гүзәл ҡатындың ҡиәфәтенән мөһабәт ғорурлыҡ, сикһеҙ ҡөҙрәт бөркөлөп тора.

Мин Фәниә ханым менән, күренекле башҡорт яҙыусыһы Вәзих Исхаҡовҡа кейәүгә сыҡҡас, Өфөлә таныштым. Фәниәнең ире Ғилемдар Рамазанов — Вәзихтең яҡташы. Уларҙың “Аҡлан”дағы баҡса йорто – аллея үҙәгендә, ә беҙ уның осонда йәшәнек. Чанышевтарҙың ғаиләһен Вәзих күптән белә ине, уларҙың тормошо, ижады тураһында оло ихтирам һәм һоҡланыу менән һөйләй торғайны. Ғилемдар ағай – һуғыш ветераны, күп шиғырҙары ошо тетрәткес темаға арналған. Вәзих ҡаты ауырығанда, ҡәләмдәштәре, шул иҫәптән Фәниә менән Ғилемдар, дауаханаға, фатирыбыҙға килеп, хәл белеп торҙо. Шағирә ул саҡтарҙы башҡорт һәм татар яҙыусылары тураһында “Ғүмерем баҡсаһы”, “Йылдарға үрелгән йырҙар” тигән иҫтәлектәр китабына индергән.
Фәниә Ғафар ҡыҙының шиғырҙарын нисәнсе тапҡыр уҡыйымдыр, ләкин һәр саҡ мөхәббәткә, Башҡортостан тәбиғәтенә, кешеләргә, иренә, балаларына, ейәндәренә булған хис-тойғолар сағыулығына һоҡланып туя алмайым. Уларҙа һағыш һәм яңғыҙлыҡтың моңһоу ауаздары ла ишетелә.
Миңә ҡалһа, шиғриәт тигән илаһи ҡөҙрәт Фәниәгә әсә һөтө менән генә бирелмәгәндер, тыуған ояһында – Бүздәк районының Күҙәй ауылында – ҡанаттарын нығытҡандыр. Фәниә ханым күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Ғафар ағай заманына күрә белемле кеше булған: әҙәбиәт уҡый, өйәҙ писары вазифаһын башҡара. Әсәһе колхозда эшләй, уның йыр-моңға әүәҫлеге ҡыҙҙарына ла күсә.
Фәниә уҡыуға бик һәләтле ҡыҙ булып үҫә. Аҙаҡ ул автобиографик әҫәрендә ата-әсәһе, туғандары, тәүге мөхәббәте Ғилемдар Рамазанов менән үткән тормошон ентекләп һүрәтләне.
Фәниә Х класты тамамлағас, Өфө педагогия институтына уҡырға инә. Бында уға Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Агиш Ғирфанов, Фәрит Иҫәнғолов, Ғилемдар Рамазанов кеүек танылған башҡорт шағир-яҙыусылары менән аралашырға насип була. Яңы әхирәттәр таба.
Әй, һылыуҙар, һағынам да инде
Һеҙҙең кеүек йәшнәр сағымды:
Һәр бер йөрәк һиңә ялҡын һирпә,
Һәр бер ҡараш була яғымлы.

Таныш миңә һеҙҙең ашҡыныуҙар,
Килгән мәлдә һөйөү сәғәте.
Йәшереп һөйөү, эстән янып-көйөү,
Тыштан көлөү – ҡыҙҙар ғәҙәте.
Фәниә ханым менән Ғилемдар ағай бына тигән ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкәндәре Гөлшат – журналист, атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре. Гөлназ докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, уңышлы эшләп йөрөй. Илдар оҙаҡ йылдар буйына инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Фәниә Ғафар ҡыҙының фатирындағы шәхси китапханаға һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡорт, татар, урыҫ классиктарының әҫәрҙәре, әлбиттә, итәғәтле, алсаҡ һәм белемле балалар тәрбиәләүҙә йоғонтоһоҙ ҡалмаған.
Вазифалар байтаҡ: сөнки мин бит –
Килен, бисә, әни, дәү әни;
Уңған, сабыр, өлгөр булһаң икән...
Тик өлгөрөп булмай әллә ни.

Табып ҡайтар, бешер, төшөр, өлгөрт –
Иртән торһаң, эшең – муйындан.
Ашың татлы, йөҙөң яҡты булһын,
Өйөң бөхтә, керең йыуылған...
Фәниә Чанышева — талантлы шағирә генә түгел, иҫ киткес хужабикә лә. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ханым, таң менән тороп, ҡамыр баҫа һәм, йортҡа хуш еҫ таратып, икмәк бешерә! Был һөнәргә уны бала саҡта уҡ әсәһе өйрәткән.
Вәзих Исхаҡов вафат булғандан һуң, әсәйем менән улымдың кәңәшен тыңлап, мин Ҡазанға ҡайтырға мәжбүр булдым. Ләкин иремдең ҡәберенә баш эйергә тип, Өфөгә йыш килгеләй инем. Уны беҙҙең ғаилә дуҫыбыҙ яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың ҡатыны Зөбәржәт апай тәрбиәләп торҙо. Вәзих уның хаҡында, Зөбәржәт апайға иҫән сағында уҡ һәйкәл ҡуйырлыҡ, ти торғайны. Сабыр, һөйкөмлө, иренә һәм балаларына оло мөхәббәтле кеше булды ул.
Хоҙайҙан 60 йәшкә тиклем ғүмер биреүен һораны Вәзих, ләкин уның юбилейҙарын үҙенән башҡа үткәрергә тура килде. Саф йөрәктән рәхмәтемде еткерге килә, оло сараларҙы Өфөлә лә, Вәзихтең тыуған төйәге Саҡмағошта ла уға ҙур хөрмәт күрһәтеп ойошторҙолар.
Мин Өфөгә килгән һайын, күңелемдә айырым урын биләгән Фәниә ханымдың фатирына һуғылмай китмәйем. Бында һәр ваҡыт бөхтәлек хөкөм һөрә, рухи сафлыҡ һауаһы бөркөлә. Шағирәнең эш өҫтәленә 40 йылдан ашыу пар ҡанаттар булып ғүмер һөргән иренең фото рәсеме ҡуйылған. Түбәндәге шиғыр юлдарын уҡығанда иһә тән семерҙәп китә:
Йомолдо шәфҡәтле күҙҙәрең,
Ҡолаҡта яғымлы һүҙҙәрең.
Үткәндә – хаталар, яңлыштар...
Ҡалды тик тау хәтле һағыштар.

Төндәр – ул былай ҙа төн инде,
Көндәрем ҡараға төрөндө.
Һин ятҡан ләхеткә минең дә
Иң яҡты йылдарым күмелде.
Ләкин, нисек кенә булмаһын, яҡты хәтирәләр, татлы хыялдар менән йәшәй кеше. Улар элекке Советтар Союзының Мәскәү, Киев, Ленинград, Севастополь һәм башҡа ҡалаларында булып, күренекле әҙиптәр, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты. Вәзих Исхаҡовтың иҫтәлегенә үткәрелгән юбилей сараларында ла ҡәҙерле Фәниә ханым һәр саҡ минең янымда терәк булды.
Һуңғы тапҡыр Фәниә ханымдың фатирында миңә 2012 йылда, иремдең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгән саҡта булырға тура килде. Ленин урамындағы беҙҙең элекке йортобоҙҙа Вәзих Исхаҡов иҫтәлегенә таҡтаташ асҡандан һуң, Фәниә ханымдың фатирында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әле бер-беребеҙгә шылтыратып торабыҙ: ғүмеремде докторҙар ғына түгел, Фәниә ханым кеүек изге күңелле кешеләрҙән бөркөлгән нур ҙа оҙайта. Шағирәнең тормош девизы иҫемдән сыҡмай: “Кеше үҙенән һуң изге эштәр ҡалдырырға тейеш”. Фәниә Чанышева ҡатмарлы тормош юлында ошо маҡсатына тоғро ҡалды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135