Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирекмәндәрҙән — кәмендә биш мәҡәлә!
Халыҡ араһында йылдан-йыл киңерәк танылыу ала барған “Википедия” интернет энциклопедияһын тағы ла киңерәк даирәлә таратыу һәм уның йөкмәткеһен артабан байытыу маҡсатында төрлө саралар йыш үткәрелә.

Мәҫәлән, Ҡытай, Һиндостан, Ин­до­незия, Филиппин, Тайвань, Таиланд, Япония һәм Үзбәкстан ирек­мәндәре тәҡдиме менән 1 ноябр­ҙән “Wikipedia Asian Month” халыҡ-ара викимарафоны ойошторола. Ай буйы барасаҡ был бәйге Азияға ар­нап яңы мәҡәләләр яҙыуҙы һәм бул­ғандарын тулыландырып, ка­мил­лаштырыуҙы күҙ уңында тота. Донъяның өс тиҫтәгә яҡын илендәге ирекмәндәр менән бергә был башланғысҡа Башҡорт википедияһы мөхәррирҙәре лә әүҙем ҡушыла.
Виртуаль энциклопедияның туған те­ле­беҙҙәге бүлегендә ҡатна­шыусы­лар ошо­ға оҡшаш халыҡ-ара сара­ларҙа даи­ми ҡатнашып килә. Тәүге тапҡыр улар 2012 йылда Алматы ҡалаһындағы төрки телле википедиялар конференцияһында Башҡорт ви­кипедияһының үҙенсәлекле исем туйын үткәргәйне. Быйыл башҡорт ирекмәндәре үҙҙәренең 10 йыллығы ай­ҡанлы Өфөлә Вики-һабантуй ойошторҙо. Ҡатнашыусыларҙың күп­селеге феке­рен­сә, был йыйын бик матур уҙҙы. Сентябрҙә Башҡорт википедияһы вәкилдәре Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре ирек­мән­дәренең Эстониялағы осрашыуында ла ҡатнашты һәм һөнәрҙәштәрен үҙ эштәре менән таныштырҙы.
— Башҡорт википедиясылары халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашыу һәм конкурс шарттарына ярашлы мәҡә­ләләр яҙыу буйынса ярайһы уҡ бай тәжрибә туплаған, — тине Башҡорт википедияһы етәксеһе Рөстәм Нурыев. – Мәҫәлән, виртуаль энцик­лопедиябыҙҙың 10 йыллығына ар­нап былтыр ноябрҙән апрелгәсә үҙе­беҙ­ҙең бәйгене ойошторғайныҡ. Унда би­хи­сап мөхәрриребеҙ ҡат­нашты һәм 764 яңы мәҡәлә яҙҙы. Һуңыраҡ “Викимедиа РУ” һәм “Беҙҙең килә­сәк” социаль программалар фонды ойошторған конкурс барышында Башҡорт википедияһы социаль эшҡыуарлыҡҡа бағышланған 221 яңы мәҡәлә менән тулыланды.
Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара бәйге­ләр­ҙең киңерәгендә һәм мөһи­мерә­гендә ҡатнашыуы Башҡортостанды донъя ки­мә­лендә танытыуға һиҙе­лерлек өлөш индерәсәк, тип иҫәпләй ирекмәндәр. Был сара тағы ла һө­ҙөм­тәлерәк булһын өсөн унда ҡатна­шыу­сыларҙың тағы ла күберәк булыуы шарт. Шуға ла википедиясылар туған телде һәм респуб­лика­быҙҙы ихлас һөйөүселәрҙе Азияға арнап кәмендә биш мәҡәлә яҙырға саҡыра. Әүҙемерәк була­йыҡ, милләттәштәр!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. irik
    irik от 31.10.2015, 22:41
    НиҺәйәт башҡорт Википедияһы танылыу тапты. Гәзит уҡыусылар танышып барасаҡ!






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135