Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи Мәккә – Миәкә
Рухи Мәккә – Миәкә “Әҙәби нағыш” марафоны менән Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрен урап сығырға насип булды. Ҡайҙа ғына барһаҡ та халҡыбыҙҙың йыр-моңо һоҡландырҙы, шиғри күңеле йөрәкте нурланы. Ә бына бөйөк Аҡмулла тыуған Миәкә еренә аяҡ баҫҡанда иһә үҙеңде рухиәт Мәккәһенә килгәндәй тояһың. Шағир Азамат Юлдашбаев әйткәнсә, Миәкәлә йыл һайын әҙәбиәт йылы, сөнки бындағы Аҡмулла көндәре халҡыбыҙҙың рухлы ул-ҡыҙҙарын үҙенә йыя.
Күптән түгел Татарстан тамаша­сыһын һоҡландырып ҡайтҡан “Ветерандар” ансамбленең йыры менән башланды район мәҙәниәт һара­йын­дағы осрашыу. Ҡартайылды инде тип, быйма, тун кейеп мейес башында ятмай Миәкәнең инәй-олатайҙары, ә кешеләргә йән йылыһы бөркә. Уларҙың сығышы шиғыр һәм йыр донъяһының ҡапҡаһын асыуға фатиха булып яңғыраны.
Төбәктә шиғыр нурында ҡойо­ноусылар бихисап, күбеһе – өлкән йәштәге апайҙар. Шуға ла, ҡулъ­яҙмаларҙы тикшереүҙе ситкә ҡуйып, ҡәләм эйәләренең үҙҙәрен тыңларға булдыҡ. Гөлшат Насибуллина, Рә­симә Мостафина, Әлфирә Кәримова, Миңзилә Билалова, Әлфирә Ҡус­ҡарова, Таңһылыу Янышева тулҡын­ланып һәм хисләнеп шиғырҙарын уҡыны. Апайҙарҙың әле лә йәштәрсә дәрт менән йәшәүе, һүҙҙәренән дә, күҙҙәренән дә бөркөлгән мөхәббәт нуры, тормошто һөйөүҙәре нисек һоҡландырмаһын инде! Уларҙың шиғырҙарын тикшереп, әҙәбиәт ҡанундары тураһында һөйләү урынһыҙ булыр ине. Иң мөһиме – яҙғандары Хоҙай ҡанундарынан тайпылмай: иман, әхлаҡ, әҙәп еҫе аңҡый уларҙан. Хәйер, апайҙар үҙҙәре лә шағир тигән илаһи исемгә дәғүә итмәй. “Шиғырҙы һыйыр һауған, кер йыуған арала яҙабыҙ”, – тиҙәр. Азамат Юлдашбаев былай тип өҫтәп ҡуйҙы: “Шағир халҡы һәр саҡ шиғыр менән йәшәй. Улар, киреһенсә, шиғыр яҙған арала кер йыуа... Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Көн һайын шартлау, фажиғә тураһында телеяңылыҡтар үлем коды алып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене ошондай хәбәрҙәргә күнектерҙек. Үлемдең баһаһы төштө. Уның баһаһы юҡ ерҙә йәшәүҙең дә мәғәнәһе юғала. Ә ҡәләм тотҡан кеше яуызлыҡҡа бармай. Бер бөртөк шәм эргә-тирәһен яҡтыртҡан кеүек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар барһа ла, һәр беребеҙ үҙенең күңел яҡтыһын һүндермәһен”.
Шиғриәт тулҡынында тирбәл­гән­дән һуң Миәкә балаларының күр­гәҙ­мәһен байҡап сыҡтыҡ. Уҡыу­сы­лар­ҙың һүрәттәре, ҡул эштәре күңелгә тағы ла яҡтылыҡ һирпте. Уларҙы ҡарағанда бер уй мейене телде: эх, ут менән уйнап, донъя бо­лартып ятыусыларға күрһәтәһе ине ошо балаларҙың эшен! Бәлки, әҙерәк кенә булһа ла йөрәктәрен семетер, уйландырыр ине. Хәйер, аҡса менән томаланған зиһен намыҫ, выждан кеүек төшөнсәләрҙән мәхрүм шул.
Кискә табан Родниковка ауылына йүнәлдек. Шығырым тулы ауыл клубы (уны ауылдыҡы тип әйтке лә килмәй, ҡала һарайҙарынан һис тә ҡайтыш түгел) гөрләп торҙо. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Атанғолова халыҡты рухиәт байрамы менән тәбрикләп, алдынғы уҡытыусыларҙы, китапха­насыларҙы почет грамоталары менән бүләкләне.
Байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, был көндә миәкәләр яҡташ яҙыусыһы Факил Мырҙаҡаевты юбилейы айҡанлы тәбрикләне. Ҡотлауҙарға Өфө ҡунаҡтары – шағир Азамат Юлдашбаев, драматург Рәлиф Кинйәбаев, яҙыусы Фәнис Янышев, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Айгөл Япарова ҡушылды һәм ихлас теләктәргә ҡушып бүләктәр тапшырҙы.
Әҙәбиәт байрамы Дим буйы һандуғастарының йыр-моңо менән аралашып барҙы.
Шулай итеп, әҙәбиәт толпары Аҡмулла еренән Стәрлетамаҡ тарафына сапты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 34

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 56

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 66

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 91

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 54

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 190

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 55

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 120

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 83

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 346

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 85