Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәнәғәт менән сәнғәт араһында
Сәнәғәт менән  сәнғәт араһында Баймаҡтан баш ҡалаға, интернатҡа (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатына) белем алырға килгән Фуат гимнас­тика менән әүҙем шөғөлләнә. Ауыл малайы бит — күнекмәләрҙе тырышып башҡара. Тик бер көн әллә ни була ла ҡуя уҡыусы менән: күңеленә урын тапмай. Сәбәбе – түңәрәктән ҡайтып килешләй моң ишетеп ҡала ул, башҡорт сәнғәтендә ҡурай тауышы юғалыр сиккә еткән мәлдә уны күтәреп ҡалған шәхестәрҙең береһе Әҙһәм Исҡужин интернатта балаларға милли музыка ҡоралыбыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөргәндә “Ғилмияза”ны һуҙып ебәрә – шул илаһи көйгә ғашиҡ була ла инде үҫмер.


Атаһының моңло тауышын да, тыуған төйәгенең ауазын да ишетә үҫмер был әҫәрҙә. Нисек кенә бул­маһын, Фуат Юнысбаевтың арта­бан­ғы тормошо ҡурайҙан айырыл­ғыһыҙға әүерелә. Егет башы-аяғы менән техника донъяһына сумһа ла…
Эйе, буласаҡ мәшһүр ҡурай­сы­лар, сәнғәт әһелдәре Юлай Ғәйнет­динов, Азат Айытҡоловтар менән бер ваҡытта, бер остазда шөғөл­лән­гән Фуат үҙен киләсәктә сәнәғәт өлкәһендә күрә – авиация институтына (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) йүнәлә. Кем белә, бәлки, ҡурай буйынса китһә, ул республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа йәшә­гән тама­ша­сыға ла билдәле музыкант булыр ине. Үҙешмә­кәрлектән профессиональ кимәлгә сығыу өсөн уға ни бары тик һөнәри белем генә етмәгән бит.
Уның ҡарауы, утыҙ йыл эсендә нисәмә төр деталь етештергән инженер ул! Илебеҙҙең оборона сәнә­ғәте үҫешенә күпме көс һалған был шәхес! Тормошта һәр кем үҙ урынында, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, кү­рәһең. Хәйер, ҡурайҙы ла ситләт­мәгән бит Фуат ағай. Мәжлестә кү­ңел асҡанда Баймағын, ата-әсәһен юҡһынғанда ҡулына алған ул был илаһи милли ҡоралды. Яҡындарын ғына түгел, бар Стәрлетамаҡ халҡын ғашиҡ иткән шул мәлдәрҙә. Был йәһәттән уның ҡала мәктәп­тәрендә балаларға ҡурай буйынса үҙе белгәндәрҙе өйрәтеүен, бихисап конкурста еңеү яулағанын билдәләү күпкә ишара һымаҡ.
— Дөрөҫөн әйткәндә, халҡының 70 проценты милли ҡоралында уйнай белгән илдәр бар. Беҙ кәмме ни? Ҡурайымды ҡулыма алғанда, һәр саҡ ошо уйҙар әйләнә башымда, — тип бәйән итә музыкаға булған һөйөүенең асылы хаҡында Фуат Хәләф улы. – Ә бит беҙҙең ҡурай сихри көскә эйә. Ниндәй тетрән­дергес, ниндәй илаһи ул! Уйнау­сыларға ла, тыңлаусыларға ла булған файҙаһы хаҡында әйтеп тә тормайым.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тарихы ла, рухи көсө лә – ҡурай. Шуны аңлай белергә кәрәктер.
Тарих тигәндән, Фуат ағай һәр көйгә иғтибар бирергә тырыша, уның ҡайҙа һәм нисек ижад ител­гәнен өйрәнә, шунан ғына көйләргә баҙнат итә. Репертуарында күпләп халыҡ көйҙәре (шул иҫәптән бер нисә вариантта) булыуы ҡурайсыға ҡарата ихтирамды көсәйтә генә.
…Туймазы ҡалаһы. Халыҡ ара­һындағы таланттарҙы барлау, киң тамашасы алдына сығарыу маҡсаты менән ойошторолған “Тылсымлы ҡурай моңо” I асыҡ район конкурсы бара. Сәхнәлә “Ғилмияза” яңғырай. Инде мәшһүр ҡурайсы Әҙһәм Исҡужиндың уҡыусыһы Фуат Юнысбаев һуҙа был көйҙө. Һауа һуларға ла баҙнат итмәгәндәй, зал тып-тын, күптәрҙең күҙендә йәш бөрсөктәре һәм… Гран-при! Тимәк, сәнәғәт тә, сәнғәт тә уңды Фуат ағайҙан. Ҡурайсының илаһи моңо киңерәк таралыуын ғына теләргә ҡалалыр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 73

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 82

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 116

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 103

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 300

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 149

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 157

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122