Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ерем менән күктең уртаһында...”
“Ерем менән  күктең уртаһында...” Йәшәү өсөн көрәш!

Айбарлап та ғүмер саптарын,
Һулышымды һурып ҡынынан,
Йәшәү өсөн изге көрәшкә
Мең ғәскәрҙәй инеп ҡырылам!..

Мең ғәскәрем минең, уй-хыял,
Ҡырылһа ла ғүмер ҡырында,
Өҙгөләнеп, башҡорт батыры
Һөрән һала өмөт-ҡарында.

Тамырымда шул саҡ ауазы
Йөрәккәсә үтеп ҡағыла,
Һәм сафтары көлдән терелеп,
Мең ғәскәрем алға ағыла!

Ә эргәмдә, терәп иңдәрен,
Милләтемдең бара көрәше,
Һаҙағында уның — зиһене,
Тартылған да телдең кереше.

Ҡан болото ғына ҡуйырып,
Ғәмһеҙлектәй ана кәйелә,
Кәйелгәндән ситкә тайпылып,
Һыҡрауҙарҙа сеңләй көйө лә...

Бары ҡаштар таштай ишелеп,
Күҙ алдына баҫа Уралым,
Томанында унда милләтем,
Ғәскәренә ташлай оранын!.

Йәшәү өсөн изге көрәштә
Ғәскәрендә булғас ғәскәрем,
Шул көрәшкә барып ингәндә,
Алып инһен милләт хәстәрен!

* * *
Кәрәктәрең бер тин тиеп,
Сүплектәргә, бәлки, ташларҙар,
Әллә күпме бысраҡ яғып,
Ялған менән төрөп тышларҙар.

Тик теҙләнмәм мин унда ла,
Һуңғы булһа ла был һулышым,
Үҙ йәнемдәй халҡым өсөн
Дауам итер бит ул һуғышын!

Ә намыҫым балҡып торор,
Бысрамаҫ ул ялған ҡулында,
Арзан данға ымһынмаҫ та,
Уйнамаҫ та ялған ҡылында.

Һәм өмөтөм өҙмәйенсә,
Хыялымды тотмай ситлектә,
Сүплектә лә сүпләнермен,
Ғәҙеллек бит ошо сүплектә!

* * *
Боролдоң да сығып киттең,
Һүҙ ҙә әйтмәй әйләнеп,
Бары һантый уйҙар ҡалды,
Өнһөҙлөккә бәйләнеп...

Әллә, иркәм, күр(ә)алманың,
Әллә һөйҙөң өҙөлөп,
Минең дә бит һүҙҙәр ҡалды,
Өнһөҙлөктә өтөлөп...

Хәҙер инде әйтер һүҙҙәр,
Ике юлдай һыҙылып,
Йылдар буйы ҡала килер,
Өнһөҙлөктә һуҙылып?..

Таң

Таң һылыуға ҡояш күҙен ҡыҫһа,
Тертләй ҙә китә кинәт үлән,
Һәм ғашиҡтарҙың барыр юлына
Йәйелеп китә йәшел келәм.

Күкрәк кирә баҫып ғорур ҡояш,
Шул сағы йырлап килгән була,
Ысыҡ-тәңкәләрен зыңғырлатып,
Таң һылыуы эй көлгән була.

Көлә лә һәм алһыуланған йөҙөн,
Оялғандай, үҙе йәшерә,
Ә күҙендә томан төҫөн алған
Иҫке өмөт ирей, йәшәрә.

Шул арала ҡояш ҡосаҡ йәйеп,
Ҡаш һикерткән була йылғала,
Һәм таң һылыуы һөйгәненең
Ҡосағына инеп юғала.

* * *
Йәмле лә ер, шундай шөҡәтһеҙ,
Тик күктәре ниңә шәфәҡһеҙ?..

Үҙ-үҙемде ҡыуған ҡамсылап,
Йәһәннәмдәй йәшлек туртаһында,
Торҙом да ҡалдым эленеп,
Ерем менән күктең уртаһында...
Төшәһе лә килә кирегә,
Гөл-сәскәле ерҙәр күрергә,
Күктәргә лә килә осаһы,
Йондоҙҙарҙан, ай, таждар үрергә.

Таждарын да ине илтәһе,
Ерҙең “һиңә” тигән һылыуына,
Үҙем ләкин түҙә алмам инде,
Сәскәләрҙең, ҡарап, һулыуына...

Шулай ҙа мин, өтөп бәғерем,
Атылһам да аҫҡа таш булып,
Көйгән килеш көҫәп йәшәүен,
Талпынһам ине һомай ҡош булып!..

Һөйәнтөҫтө иҫләп

Йөрөгәндә уйҙар уртаһында,
Төпкөлөнә китеп күңелдең,
Нисәнсегә инде, нисәнсегә
Күҙ йәшеләй бер-бер түгелдем...

Һис әмәлен тапмай йәшәүҙәргә,
Ялҡынына инеп һалҡындың,
Аһ, түгелдем ауыл көлдәренә,
Көндәренә ғәзиз халҡымдың...

Тынғыларын мәңге тапмам инде,
Ҡысҡырғанда унда балалар,
Балалары менән ҡатын-ҡыҙҙар
Ут-ялҡындан, ана, бағалар!..

Таштарына ятҡан ҡарғышы ла
Үҙәгемә килеп уйыла,
Уйылғанды алып ҡулдарыма,
Ҡаршы баҫам, үҙем, уйыма...
Ейәндәрең күрҙе, бабам, күрҙе!!!

Түрә

“Ниндәй хата —
Башҡа һыймай хатта!!!” —
Тигәс түрә,
Сәстәр торҙо үрә...
Һәр кешене
Тағы ишәк тиер,
Һәр тишекте
Тағы ишек тиер...
Билдәле бит:
Ишәк түрә булғас,
Аҡырыр ҙа,
Кеше генә уңмаҫ...

Һине, һылыу...

Һине, һылыу, мәңге беләм төҫлө,
Мәңгелектең, эйе, башынан!
Ҡайҙалыр ләкин юғалтҡанмын да,
Тыумышымдан алып бошонам...

Уралым

Күгәреп тә генә ятҡан Уралтау
Уралып киткән тирә-яғыма.
Күкте төкөп, илһам бөркөп,
Ята ул, ана, тын ғына!

Ҡарурмандар унда йәйелгән,
Ҡая ташҡайы ҡалҡа эргәлә.
Их, ниндәй бейеклек?!
Тот та шунда үрмәлә!!!

Унда менһәң, тирә-йүнде күрһәң,
Хозурлыҡтанмы, күҙҙәр бәйләнә.
Ҡараһаң аҫҡа — алыҫта
Ер шары, ана, әйләнә!

Шул саҡтары ике ҡулды йәйеп,
Үҙ еркәйеңде ҡос ҡына!
Ике ҡулды ике яҡҡа йәйеп
Үҙ еркәйеңә ос ҡына!!!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 86

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 175

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 176

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 68

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 151

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 125

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 118

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 172

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 111

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 302