Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һарығолаҡ”ты һағынып
“Һарығолаҡ”ты һағынып Һуғыш тамамланыуға биш-алты йыл үткән. Ауылда абруйлы кеше, дүрт бала атаһы Һиммәт, иҙән йыуыусы йәш, сибәр Йомабикәгә әүрәп китә. Мөхәббәттәре дөрләп янған төндө Һиммәт өйөнә ҡайтмай. Хәйерниса, борсолоп, ирен ҡайҙан эҙләргә белмәй сәбәләнгәндә, Һарығолаҡ уны Йомабикәнең өйөнә алып бара. Шурфҡа ҡолап төшөп, аяғын һындырғанда үҙен ҡотҡарған этенә, ни ашаһам, уға ла шуны ашатырмын, тип күптән түгел генә вәғәҙәләгәйне бит Һиммәт. Этенең был ҡылығын хыянат тип ҡабул итә ир, вәғәҙәһен дә онота һәм, уны үлемгә дусар итеп, шурфҡа ырғыта...

Йылдың Рәсәй киноһына арналыуы илебеҙҙә, республика­быҙҙа сәнғәттең был төрөнә иғтибарҙы бермә-бер көсәйтеп ебәрҙе. Киң мәғлүмәт сараларында Баш­ҡортостан киноин­дустрия­һын үҫтереү, режиссерҙар, опера­торҙар, музыкаль һәм әҙәби мө­хәррирҙәр кеүек һөнәр эйәләрен әҙерләү мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, сығыштар ойошторола, милли зи­тыбыҙға һуғып ҡына торған матур йөкмәткеле фильмдар кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылып тора. Ә беҙ, ибраһимдар, үткән быуаттың 90-сы йылдарында зәңгәр экран­дарға сыҡҡан “Һарығолаҡ” телефильмын һағынып һөйләп алабыҙ. Бик шәп, күптәрҙе илатҡан картина ине ул. Етмәһә, уның ҙур ғына өлөшө тап беҙҙең ауылда төшө­рөлгән. Клуб мөдиренең, үҙаллы әүҙем эшләү һәләтенә эйә Гөлнара Әбдрәхи­мованың: “Телефильмды яңынан ҡарап сығайыҡ, ауыл­даштарға ла күрһәтәйек”, – тигән тәҡдимен беҙ, ауыл ағинәйҙәре, элеп алдыҡ. Ундағы төп ролдәрҙе башҡарған кешеләрҙе саҡырып, хәтирәләрҙе яңыр­тайыҡ, бынамын тигән артистар менән бер рәттән, ҡайһы бер ролдәрҙә урындағы халыҡ та күпләп ҡатнашҡан бит, тинек. Тамашасы һөйөүен яулаған был фильмдың донъяға килеүе тирә-йүнде генә түгел, тотош республика мәҙәниәтен ҡуҙғытҡан ҙур ваҡиға булған. Төп ролдәрҙе баш­ҡарыусы артистар һуң кемдәр: башҡорт театры йондоҙҙары Әх­тәм Абушахманов (Һөңгө Һиммәт), Роза Кәримова (Хәйерниса), Ғаяз Алтыншин (ферма мөдире), фильм­дың тәүге өлөшөндә Шәүрә Дилмөхәмәтова (Йомабикә), икен­сеһендә журналист Тәнзилә Кейек­баева-Ғилманова (Йома­бикә)... Ауыл тәбиғәтен, данлыҡлы Ҡыҙыл­ғы буйҙарын һүрәтләгән мәлдәрҙе ҡабатланмаҫ моң эйәһе Сөләймән Абдуллиндың йыры оҙатып бар­ған.
“Һарығолаҡ”ты һағыныпТөп һүҙгә күсер алдынан баш­ҡорт әҙәбиәтенең танһыҡ әҫәре кимәленә күтәрелгән “Һарығолаҡ” хикәйәһе авторы, тарихи шәхес, талантлы яҙыусы, күренекле партия һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың, Башҡортостан телевидение­һының алтын фондына ингән “Һарығолаҡ” телефильмы режиссеры, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре Әнүәр Нурмө­хәмәтовтың, оператор Леонид Мешковтың, продюсер, художество етәксеһе, Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, республика журналистары­ның Ш. Хоҙай­бирҙин исемендәге премия­һы лауреаты Йәркәй Яҡшыдәүлә­товтың, Башҡортос­тан­­дың атҡа­ҙанған артисы Ғаяз Алтыншиндың яҡты рухына баш эйеп, йәнгә үтеп инерлек фильм ижад иткәндәре һәм бының менән ауылыбыҙҙы тағы бер яҡшы яҡтан тарихҡа теркәп ҡуйғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәйек.
Эш шунан башланып китә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында респуб­ликаның Милли йәштәр театрында эшләп йөрөүсе Әхтәм Абушахманов: “Ошо әйберҙе уҡып сыҡ әле”, – тип Башҡортостан теле­видениеһының баш режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтовҡа “Һары­ғолаҡ” хикәйәһен бирә. Ән­үәр Әбүбәкер улы, әҫәр менән таныш­ҡас, фильм төшөрөү ниәте­нә сат йәбешә.
Әйҙәгеҙ, киноны төшөрөүҙә ҡатнаш­ҡандарҙың хәтирәләренә иғтибар итәйек.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ, Рә­сәйҙең ат­ҡа­ҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, рес­пуб­ли­кабыҙҙың Салауат Юла­ев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт­ос­тандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе:
– Хикәйә мине лә ныҡ тетрән­дер­гәйне. Ғәҙәттә, үҙемә оҡшаған образдарҙы ғына кәүҙәләндерергә ризалашам. Оҡшамаһа – юҡ. Рамазан Ғимран улы кеше һәм уның тоғро дуҫы эт араһындағы мөнә­сәбәтте иҫ киткес тәрән психологизм аша һүрәтләгән. Әҫәр Әб­йәлил районының Ҡушый ауылында булған хәлгә нигеҙләнеп ижад ителһә лә, яҙыусы образды тормошта нисек бар, шулай тулы һәм оҫта күҙ алдына баҫтырған, халыҡтың тел байлығын бик нескә һәм урынлы ҡулланып, ентекле, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән. “Көрәшсе Һиммәт”, “Һөңгө Һиммәт” ҡушаматлы урындағы ауыл Советы рәйесе шундуҡ булмышымды биләне, күңелемде яуланы. Ролгә башкөллө инеп китеүемә быға тиклем “Казахфильм” киностудия­һында алған тәжрибәм дә ярҙам иткәндер.
Миңнулла ХӘМЗИН, “Баш­ҡорт­ос­тан” колхозының элекке рәйесе:
– Бик тә сетерекле сәйәси шарттар, “демократия” тип шау­лашҡан, тамаҡты талонға туй­ҙыр­ған йылдар булһа ла, бирешмәй эшләп килдек, ауылдың мәҙәни тормошон да иғтибарҙан ситтә ҡал­дыр­ма­ныҡ. Район хакимиә­тенең ул саҡтағы баш­лы­ғы Юрий Вәли улы Садиҡов һәр баш­ланғысҡа дәрт биреп торҙо. Әнүәр Нурмөхә­мәтовтың һәм академик Әхмәт Сөләй­мәновтың ярҙамы менән Нардуған байрамын ойоштор­ғайныҡ, режиссер бик матур фильм яһап, теле­видение­ға сы­ғарҙы. Шул саҡта уҡ уға йырлы-моңло кешеләребеҙ, ер-һыуҙа­рыбыҙ ныҡ оҡшағай­ны. Әнүәр Әбүбәкер улы “Йырсы ауыл” ти­гән фильм төшөрөргә ниәтләүен дә әйткәй­не. Тормошҡа ашмай ҡалды инде... Шуға “Һарығолаҡ”­тың дауамын Ауырғазы райо­нында түгел, ә беҙҙең Ибраһим ауылында төшөрөргә булдылар.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛ­МАНОВА, журналист, шағи­рә:
— Ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтында Әнүәр Нурмөхә­мәтов етәкселегендә Башҡортос­тан телевидениеһы өсөн махсус режиссерҙар әҙерләү бүлегендә уҡып йөрөй инем. Башҡортостан телевидениеһына ярты ставкаға режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә лә алғайнылар. Сағыу талант эйәһе, тележурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғил­ма­но­ваның ҡулы аҫтында булдым. Бер мәл телевидениеның баш режиссеры Әнүәр Әбүбәкер улы миңә: “Һарығолаҡ” тигән кино төшөрәбеҙ, һиңә Йомабикә ролен тәҡ­дим итәм, бына сценарий, ҡарап сыҡ”, – тине.
Фильмда ҡатнашыу тәҡдиме булғас, шат­лы­ғымдан ни эшләргә лә белмәнем. Быға тиклем Си­байҙа инглиз теленән уҡытып, урын­дағы телевидениела диктор, башҡорт­са тапшырыуҙар алып барыусы, концерт­тарҙа конферансье булып эшләп, йырлап, шиғырҙар һөйләп, бер аҙ тәжрибә туплаған, бөтә булмышы менән сәнғәткә ынтылған ке­шегә фильм­да уйнау күктән төшкән бәхет кеүек күренде.
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ, Мөхәммәтсә­лим Өмөтбаев музейының элекке директоры:
– 1994 йыл ныҡ иҫемдә ҡалған. Әсәйем ауырыбыраҡ торһа ла, балаларҙы уға ҡал­дырып китә инек. Оҫта ойоштороусы ла, киң күңелле шәхес тә ул беҙҙең Миң­нулла Ғәтиәтулла улы. Фильмға ҡатнашы булған һәммәһен дә оло ҡунаҡтай күреп, фатир­ҙарға урын­лаштырҙы, ашау-эсеү мәсьәлә­һен иркен хәл итте, бер кем дә күҙ уңынан төшөп ҡалманы.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛМАНОВА:
– Йәйге съемкалар бик йәмле мәлгә ту­ра килде. Рәсәйҙең атҡа­ҙанған, Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Роза Кәримова менән мине (фильмдағы Хәйернисаны һәм уның көндәше Йомабикәне) бер фатирға төшөрҙөләр. Роза апай менән бер өйҙә йәшәү, уның кә­ңәштәрен тыңлау миңә ныҡ фай­ҙалы булды. Хәҙер ҙә һағынып иҫ­кә алам уның менән бергә үт­кәргән көндәрҙе. Өй хужаһы бик ихлас, йомарт, таҙалыҡты, тәр­тип­те яратҡан кеше ине. Өйө, иха­таһы йыйнаҡ булғаны өсөн, Роза апай менән уны маҡтап ҡына торҙоҡ. Әбейе үлеп, бер үҙе йәшә­һә лә, ағай беҙгә көн дә тигәндәй мунса яҡты, съемкалар тамамланып, хушлашҡанда күп итеп һала­баш бирҙе. Мунсала йыуынған һайын бабайға рәхмәт әйтә-әйтә уны бик оҙаҡ тотондом (ҡыҙҙар Т. Ғайсин урамындағы Ғәбдрәхим Баязитовтың өйөн­дә йәшәгән. – Ф.Л.). Ә инде фильмда ми­нең “өйөм” ике урам сатында ине (Т. Ғай­син һәм Ф. Садиҡов урамдары киҫелешендә Зөлхизә Әхмәтшина әбейҙең өйө булған. Уны хәҙер ситтәр һатып алып, заманса йорт күтәрҙе. – Ф.Л.).
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ:
– Ә беҙҙә Рамазан Өмөтбаев менән Йәркәй Яҡшыдәүләтов ағайҙар йәшәне. Икеһе лә шәп кешеләр ине. Ә холоҡ-булмыштары ҡапма-ҡаршы инде! Рамазан ағай итле, һөтлө ризыҡ ашаманы. Береһе холес­теринды арттыра, икенсеһе эсәктәргә ултыра тип. Уның ҡарауы, кистәрен бик һуң ятып, иртә торор ҙа шәп-шәп атлап, ауылды урап сығыр ине. Йәр­кәй ағай иһә йоҡларға иртә ята, һуң тора. Ашауға ла талымһыҙ бул­ды. Фильм төшөрөлөп бөткәс, икеһе ме­нән дә дуҫ булып, оҙаҡ аралашып йәшәнек.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Минең “өйөм” йылғаға яҡын урында булғас, тәбиғәт көн һайын күҙ алдымда торҙо (М. Ғафури урамындағы был өй әле лә бар. Фәүзиә Дауытова улы Филарис менән йәшәй. – Ф.Л.). Ибраһим – хозур­лыҡ­тың ҡап уртаһында: ауыл эргәһенән генә Ҡыҙылғы йылғаһы аға, ете-һигеҙ саҡ­рымдай алыҫ­лыҡта Ағиҙел йәйрәй; тирә-яҡтан уйпат-уйпат бәләкәй түңәрәк күлдәр уратып алған.
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ:
– Фильм төшөрөргә булғас, кол­хозсы­ларҙы әллә ун көнгә инде эш­тән бушаттылар. Колхоз идара­һы Һиммәттең эш урынына әйлән­де. Хәҙер ул бинала – мәсет. Көнө буйы кино төшөрөү менән мәш ки­лә­ләр. Халыҡ, байрамға сыҡҡан кеүек, кейенеп-яһанып, урам тулып йөрөнө. Һабантуй эпи­зодын төшө­рөү өсөн ысын байрам ойош­торҙоҡ.
Клара ХӘМЗИНА, Ибраһим мәктәбе­нең элекке директоры:
– Партияның район комитеты бюро­һында Һиммәттең әхлаҡи тәртибен “тик­шерҙек”. “Бюро ағза­лары” Ғәзимйән Ибра­һимов, Әнүәр Садиҡов уға “кәзә билеты” биреп сығарҙы. Мин секретарь инем. “Әйтер­һең дә, ғүмер буйы райкомда эшләгәнһең, бик килештереп ултыраһың”, – тинеләр аҙаҡ­тан. Һиммәттең ҡылығы ауылға тарал­ғас, был хәбәрҙе “ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа” һөй­ләүселәр итеп ике ҡыҙымды – Айгөл менән Ләйсән­де – ҡуйҙылар. Таланты ме­нән дә, йөҙ-ҡиәфәте йәһәтенән дә ғәләмәт бәһлеүән Әхтәм Абушахманов Һиммәтте иҫ киткес ысын итеп һоҡланғыс уйнаны. Рамазан Өмөтбаев ағай, күп йылдар ҙур урындарҙа етәксе булып эш­ләгәс, райкомдың беренсе секретары роленә тап килеп кенә тора ине.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Тыштан “партократ” күренһә лә, Рама­зан Ғимран улы тормошта бик ябай, күр­кәм холоҡло ине. Миңә ҡәрҙәш тә булғас, уны яҡшы беләм. Заманында Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамам­лаған, Курск дуғаһында, Орел янында фашистар менән алыш­ҡан, контузия алған. Баймаҡ райо­нында бухгалтер, комсомол ойош­маһы секретары, унан инде рай­комдың беренсе секретары, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетында бүлек мөдире, Мәс­кәүҙә ижтимағи фәндәр акаде­мияһы аспиранты (иҡтисад фән­дәре кандидатлығына диссертация яҡлаған), БАССР-ҙың Ми­нистрҙар Советы рәйесе урын­баҫары, БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе кеүек юғары вазифа­ларҙы лайыҡ­лы үтте, мәҡәлә, хи­кәйә, хәтирә, романдары матбу­ғатта бер-бер артлы баҫылып торҙо. Боронғо башҡорт йырҙарын бик оҫта баш­ҡарыр ине. Дан­лыҡлы артист һәм ҡурайсы Ғиниәт Ушанов уны йәш сағында “йырсы булыр” тип нарыҡ­лаған. Шуға Рамазан Ғимран улының “Һарығо­лаҡ”та үҙ ролен оҫта башҡарыуы тәбиғи ине.
Тәлғәт СӘҒИТОВ, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы, хаҡлы ялдағы опе­ра йырсыһы, 86 йәштә:
– Ә һеҙ минең этемде, Джегымды, онотмағыҙ. Өйрәтелгән, ғәләмәт шәп һунар эте ине бит ул. Роль уйнамаһам да, ике се­рия дауамында эт менән йөрөнөм. Джегым “ултыр”, “ят”, “тор” кеүек һәм башҡа бихи­сап фармандарҙы теүәл үтәп, үҙ бурысын бик матур башҡарҙы, тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды.
Фильмдың тәүге өлөшө Һим­мәттең ҡанһыҙлығы менән тамам­ланғас, республи­ка­быҙҙың төрлө мөйөшөнән хаттар күпләп килә башланы. Айырыуса балалар, улар­ҙың атай-әсәйҙәре, Һарығо­лаҡтың ғүмере шулай аяныслы өҙөлөүе менән ризалашмай, илашып, телевидениеға, шәхсән ав­торға, баш режиссерға “Һарығолаҡ иҫән ҡалһын”, “Нишләп этте үлте­рәһегеҙ?” кеүегерәк йөкмәткеле хаттар яуҙырҙы. Фильмдың дауамы шулай барлыҡҡа килде. Икенсе серияны Рамазан Өмөтба­ев, Йәркәй Яҡшы­дәүләтов, Әнүәр Нурмөхәмәтов бергәләп ижад итте тиһәң дә була.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Әҫәр иҫ китмәле тәрән кинә­йәгә эйә. Эт тоғролоғо, йәғни аңһыҙ тоғролоҡ менән кемгәлер хеҙмәт итеп харап булыусылар тормошта осрап ҡына тора бит.

АВТОРҘАН.
Мин таба алған мәғлүмәттәр ошонда тамам. Ҡайһы бер сыға­наҡ­тарға ҡарағанда, 1996 йылда “Һарығолаҡ” телефильмын рес­пуб­ликабыҙҙың С. Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһына тәҡдим итеп ҡара­ған­дар. Хөкү­мәт тирәһендә ҙур ғына вазифа биләүсе берәү: “Премияны мот­лаҡ аласаҡ­һығыҙ”, – тип ышан­дырған да... Вәғәҙә һүҙ генә булып ҡалған шул. Был хәл “Һары­ғо­лаҡ” теле­фильмының бер заманда ла иҫкер­мәүенә, Һиммәт кеүектәр­ҙең тормошта гел осрап тороуына дәлил түгелме ни?!

Фәүзиә ЛАТИПОВА,
Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 44

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 93

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 104

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 140

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 124

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 326

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 160

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 112

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 67

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 123

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 155

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 177