Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зәкирйән ӘМИНЕВ: “Урал батыр вариҫтары – дәүләт нигеҙен аңлаған, хоҡуҡи ил ҡорған милләт”
Зәкирйән ӘМИНЕВ: “Урал батыр вариҫтары – дәүләт нигеҙен аңлаған, хоҡуҡи ил ҡорған милләт” Һеҙҙең “Мең дә бер кисә” әкиәттәрен уҡығанығыҙ, шуларҙы һөйләгән кешене тыңлағанығыҙ бармы? Уҡығаным да, тыңлағаным да бар, тиеүселәр, моғайын, табылыр. Тап ана шундай боронғолоҡта онотолоп китеп әңгәләшкән кеүек булам мин белеме буйынса – юрист, фиғеле буйынса тарихсы-этнограф замандашыбыҙ Зәкирйән ағай ӘМИНЕВ менән аралашҡанда. Ул, әйтерһең, уҙған быуаттарға, төпкөлдә ятҡан рийәүәттәр ишегенә асҡыс табып алған да, яйлап ҡына шунан алған мәғлүмәттәр, факттар, өйрәнелгән һәм өйрәнелмәгән тарих менән таныштыра беҙҙе. Һәр тарихи ваҡиғаға уның үҙ ҡарашы, дәлилле фекере бар. Башҡорт халҡы яҙмышына, менталитетына ҡарашы бөтөнләй яңыса. Шулар хаҡында гәзит уҡыусыларға ла һөйләүен һораным.
-Зәкирйән ағай, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән кешенең юлы халыҡ тарихына, милләттең ҡатмарлы яҙмышына нисек барып бәйләнде икән? Бәлки, һорауҙы киреһенсә биреү ҙә дөрөҫ булыр ине: тарих, халыҡтың үҙаңы менән ҡыҙыҡһынған кешенең юридик факультетҡа уҡырға инеүен нисек аңларға?
- Беҙҙең бөтә башланғыстар ҙа бәләкәй саҡтарҙа яралған була ул. Минеке лә шулай уҡ. Атайымдың әсәһе башҡорт боронғоһон яҡшы белә ине. Атай-әсәй эштә бит инде. Бала саҡтан, иҫ белгәндән алып Сәлихә ҙурәсәйем янында йөрөй торғайным. Ул миңә төрлө әкиәттәр, рийәүәттәр, һамаҡтар һөйләй. Бигерәк тә әкиәттәрен яраттым. Миңә уны тыңлауы шул тиклем күңелле лә, ҡыҙыҡ та, сөнки, беләм, әҫәрҙең аҙағы барыбер яҡшылыҡтың еңеүе менән тамамлана. Ысынлап та, һәр балаға әкиәт һөйләргә кәрәктер ул: кинәйә менән уларҙа тормош, йәшәйеш хаҡында барыһы ла әйтелгән. Әкиәттәрҙе тыңлағанда башта ҡурҡыныс та булып китә бит инде, шунан ваҡиғалар үҫешен тыңлауы тағы ла мауыҡтырғыс, ә инде аҙағында дейеүҙе йәки йыланды, аждаһаны барыбер батырҙар еңеп ҡуя. Хәйер, бөтәһендә лә һүҙ улар хаҡында ғына бармаһа ла, алда әйткәнемсә, әкиәттәрҙең йөкмәткеһендә тәрән фәһем, бәхет асҡысы һалынған.
Сәлихә ҙурәсәйем үҙе лә яҡты күңелле кеше булды. Ул бер ҡасан кешене һөйләмәҫ, берәү менән дә талашмаҫ ине. Ике-өс самауыры һәр саҡ йырлап ултырыр ине, сәй эсеп, ҡунаҡ ҡаршылап, аралашып, күрше-күләнгә матур кәңәштәрен биреп йәшәне. Әбейҙәр менән йыйылышып сәй эскәндә боронғоно, йәш саҡтарын иҫләйҙәр. Беҙ, малайҙар, шул арала өйгә инеп, шулай уҡ тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа йәнә уйнарға сығып йүгерәбеҙ. Улар һөйләшкәндәге ҡайһы бер ҡыҙыҡ ваҡиғалар, һүҙҙәре ҡолаҡҡа ла кереп ҡала.
Атайым да тарих яратты. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, дәфтәренә ишеткән-күргәндәрен теркәп барыр ине. Атайҙың ул ҡуйын дәфтәрҙәре күп кенә ине, әммә кемдер әле беҙ үҫмер саҡта килеп алды ла, кире ҡайтарып бирмәне. Атай бик көйөп һөйләр ине был хаҡта, әммә әлегә тиклем ул яҙмалар беҙгә кире ҡайтманы. Шуныһы үкенесле булды: атай был яҡты донъянан киткәс тә, уның яҙмаларын һорап, төрлө яҡтарҙан килеүселәр булды, әммә беҙҙә улар юҡ ине инде. Юғалғанына ышанмайынса, ҡайһы берәүҙәр: “Атайың бөтәһен дә теркәп, яҙып барған бит, ҡана күсереп кенә алайыҡ инде беҙҙең нәҫел шәжәрәһен, шул-шул йылда үткән ваҡиға хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе...” – тип бик үтенеп, үпкәләп тә әйткәндәре булды, имеш, бирмәй йәшәреп тотабыҙ. Әммә дәфтәрҙәр эҙһеҙ юғалды. Атайҙың боронғо менән ҡыҙығыу сире миңә лә йоҡто. Мин дә үҙебеҙҙең ауыл, төбәк хәл-тороштары менән ҡыҙыҡһына башланым. Бер инәйҙән барып һорашып ултырғаным ныҡ хәтерҙә ҡалды. Һынап ҡарап ултырҙы ла был миңә: “Оялмай, кеше ышандырып, ниңә минән боронғо тарих һорашып ултыраһың, һин бит Ғәлимйәндең улы, атайың үҙе ғүмере буйына йыйҙы, һин үҙең миңә һөйләргә тейешһең”, – тине. Улай тип әйтһә лә, оло йәштәге инәй менән аралашыу минең өсөн бик мөһим ине. Сөнки өлкән быуын вәкилдәре күргәнде бит мин күрмәгәнмен, улар һәр нәмәне еренә еткереп, тәфсирләп һөйләй, сөнки был уларҙың үткәне, йәшлеге. Ҡайһы ваҡыт улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән бик кәрәкле мәғлүмәт әйтеп ысҡындыра. Бына, мәҫәлән, әсәйемдең бер инәй менән сәй эсеп ултырғанында уларҙың ауыҙынан ҡыҙыҡ ҡына һүҙ ишетеп ҡалдым. улар икеһе бер-береһен аңлай, был һүҙҙе мәғәнәһен, урынын белеп һөйләгәндәренә төшөндөм. Әммә минең өсөн был һүҙ таныш түгел ине. Һүҙлектәрҙән дә ҡараным – тапманым. Дәфтәремә яҙып ҡуйҙым, кәрәге булыр тип. Күпмелер йыл үтеп китте. Бер шулай боронғо арийҙарҙың ведалары буйынса санскрит теленән бер китап ҡарап ултырғанда ҡасандыр әсәйем менән баяғы инәйҙән ишеткән, әммә улар миңә аңлата алмаған һүҙ килеп сыҡты. Баҡтиһәң, санскритта был һүҙ һыраҡ ҡорбаны була икән. Ә бит әсәйем менән теге инәй, мин уларҙан ул һүҙҙе осраҡлы ғына ишеткәндә, әйткән нәҙерҙәренә тоғро булып, нисек итеп аҡ һарыҡты ҡорбанға салыуҙары тураһында һөйләшеп ултыра ине. Был миҫалдан нисек итеп һүҙҙең боронғо тарихҡа барып тоташыуын күрергә була. Хәҙер белеүемсә, беҙҙең халыҡты формалаштырыуҙа һинд-ирандарҙың, йәғни арийҙарҙың да ҡатнашҡанлығын танымау мөмкин түгел.
Тарих фәне менән яҡындан танышыуым 3-сө класта уҡығанда булды. Минән өлкәнерәк йәштәге Әмир исемле малайҙа бер карта күреп ҡалдым, шуның ситенә СССР-ҙа йәшәгән 20-гә яҡын милләт вәкилдәренең милли кейемдәге һүрәттәрен төшөрөп, кем икәндәрен яҙғандар. Хәтерләүемсә, унда урыҫтар, украиндар, бүрәттәр, үзбәктәр, төрөкмәндәр, башҡалар һәм шулар араһында башҡорттар ҙа урын алған. Үҙебеҙҙең халыҡты башҡалар менән тиң ҡуйыуҙарына бик ҡыуанғайным. Етмәһә, башҡорт ҡатыны шул тиклем матур милли кейемдә төшөрөлгәйне. Быға тиклем үҙебеҙҙә сыҡҡан китаптарҙы иҫәпкә алмағанда, Мәскәүҙә нәшерләнгән китаптарҙа башҡорттарҙы күргәнем юҡ ине. Әмирҙән һорап алдым теге картаны. Миндә тәрән ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан был бәләкәй генә картаны әле булһа ҡомартҡы урынына һаҡлайым, сөнки ул күңел ынтылыштарыма илтәсәк шишмә башы кеүек ине.
Шунан йәнә лә беҙгә күршелә бик оло йәштәге Бәхтийәр Хәмитов йәшәне. Был олатайҙың боронғо китаптары күп була торғайны. Атайым уның менән гел боронғо үткәндәр, тарих тураһында һөйләшер ине. Беҙ үҫкәндә башҡорт тарихы, менталитеты хаҡында китаптар булманы тиерлек. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бик йыш һәм күпләп бирә башлағас, атайым Бәхтийәр олатайға инеп сығырға кәңәш итте. Әммә ул олатай миңә нимәлер һөйләргә ашыҡманы, киреһенсә, улым һиңә әле иртәрәк, аңламаҫһың тигәнерәк һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Шулай ҙа “Очерки по истории Башкирской АССР” тигән китап барлығын һәм, әҙерәк үҫә төшкәс шуны уҡырға кәңәш итте. Тик ҡайҙан табырға һуң ул китапты? “Район китапханаһында бар, бүтән бер ҡайҙа ла таба алмайһың һин уны”, – тине олатай. Шул көндән башлап мин әсәйгә “мине район китапханаһына яҙҙыр” тип тынғылыҡ бирмәй башланым. Район китапханаһы Баймаҡтың теге осонда бит инде, унда барып яҙылыу – минең өсөн ҙур проблема. Мыжый торғас, әсәйем йәй көнө эшкә барғанда мине унда алып барып яҙҙырҙы. Был хәл мин дүртенсе класта уҡығанда булды. Китаханала эшләгән апай баяғы китап менән ҡыҙыҡһыныуыма бер аҙ ғәжәпләнде, әммә шулай ҙа китапты бирҙе. Ысынлап та, өлкәндәр әйткәнсә, мин ул китапты аңламаным, етмәһә, урыҫ телендә яҙылғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә ул бигүк оҡшап та етмәне. Бала кешегә ғилми стилдә яҙылған текстың оҡшамауы ла, аңлашылмауы ла билдәле инде. Етмәһә, унда беҙҙең ауыл тураһында бер нәмә лә яҙылмағайны. Күрәһең, ул китаптан мин үҙем танып белгән донъя – Баймаҡ, Иҙелбай ауылы хаҡында берәй мәғлүмәт уҡырға теләгәнмендер инде.
Бер йәй атайым Ҡарамалы ауылынан Сибайға иген ташыны. Донъя күрһен тип, ул ҡайһы саҡ мине лә эйәртә ине. Шунда бер ауыл магазинына индек. Элекке лавкаларҙа аҙыҡ-түлек менән бергә көнкүреш тауарҙары ла, китаптар ҙа – бөтәһе лә бергә һатыла ине. Атай икмәк алған арала мин китаптар ҡарай башланым. Береһе бигерәк тә күңелгә ятты: унда “күнәк” тигән һүҙ күреп калдым. Башҡорт телендә лә ул һүҙ булғас, был китап миңә оҡшаны ла, атайыма шуны алыуын һораным. Ул аптыраңҡырап: “Был һиңә нимәгә кәрәк, улым?” – ти. “Кәрәк!” – тим бит инде. “Ярай, улай булғас”, – тип атай көлдө лә 62 тингә миңә ошо китапты алып бирҙе. Ул ваҡытта был ҙур ғына аҡса ине. Әммә атайым балаларының ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәй торғайны. Әйткәндәй, был китап миндә әле лә йөрөй: Башҡорт дәүләт университетында сыҡҡан ғилми конференция йыйынтығы ул. Унда төрки телдәрҙең уртаҡ тамырҙары, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең борондан йәшәп килеүе хаҡында яҙылғайны. Ныҡлап аңламаһам да, ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым ул йыйынтыҡты. Туғандаш халыҡтар күплегенә хайран ҡалыуым хәтерҙә, сөнки быға тиклем, тик ҡаҙаҡтар менән тел оҡшашлығын әҙ-мәҙ белә инем, татарҙарҙы ла күргәнем бар, улары Баймаҡта апаруҡ ҡына бит инде. Ә ҡайҙалыр Алтайҙа туғандаш халыҡ барлығын белеү минең өсөн ҙур асыш булды. Картанан Алтайҙы табып алып, беҙҙекеләр унда нисек барып сыҡты икән, тип белгем килде. Атай менән фекерҙәремде уртаҡлаштым. Ул Алтай яҡтарында йөрөгәне бар икән: “Эйе, унда беҙгә оҡшаш халыҡтар йәшәй, улым!” – тине. Бына шулай бала саҡтан тарих менән тәрән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килгәндер инде, атайымдың да гел боронғо менән ҡыҙыҡһыныуы миңә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, сөнки малайҙар атайға ылығып үҫә бит. Ә былай тап тарих факультетына уҡырға барам, тарихсы булам, тигән уйым булманы ла кеүек.
Ғаиләлә һеҙ нисә бала инегеҙ?
Беҙ биш малай үҫтек!
– Бына һиңә бәрәкәт! Тотош ғәскәр булған бит ғаиләгеҙҙә!
Эйе, шулайыраҡ, рота уҡ булмаһа ла, бер отделение булып сыға инде. Атай менән әсәй гел эштә. Баяғы ҙурәсәйем янында матур тәрбиә күреп үҫтек. Атайым ғүмер буйы шофер булып эшләне, әммә тыуған яҡ тарихын күп белә ине. Хатта баш ҡаланан килгән тарихсы, ғалим таныштары уға гелән: “Эх, Ғәлимйән, уҡыу ғына эләкмәне һиңә, ниндәй тарихсы сығыр ине һинән!” – тип әйтер ине. Атайым ғәрәп, латин графикаһын яҡшы белде, кәрәк булыр тип, мине лә яҙырға өйрәтте. Гәзит-журналдарҙы күп алдырҙыҡ. Бигерәк тә тарихи баҫмалар ҡыҙыҡһындырҙы уны. Водитель булараҡ, төрлө ерҙәрҙә йөрөй бит инде, шунан беҙгә, улдарына, аңды үҫтерә торған төрлө уйындар алып ҡайта торғайны. Күмәкләшеп кроссвордтар сисәбеҙ, ребустар эшләп ҡарайбыҙ.
Иң өлкән малай булараҡ, ҡустыларҙы ла ҡараша торғайным. Эшкә китер алдынан, йәшенә, көсөнә ҡарап, кемгә нимәне башҡарырға кәрәклеген ҡағыҙға яҙып китәләр, шуларҙың үтәлешен мин контролдә тоторға тейешмен инде. Берәү иҙән йыуа, икенсебеҙ ишек алдын, өсөнсөбөҙ мал аҫтын таҙарта, дүртенсебеҙ өйҙө. Ул ваҡытта колонкалар булмай торғайны, һыуҙы алыҫтан шишмәнән ташырға кәрәк ине, был эш минең өҫтә булды. Кисен ҡайтҡас, атайым ҡушылған еренә еткерелгәнме-юҡмы икәнлеген тикшерә. Ҡайһы саҡтары ҡышҡы бурандан һуң юл һалырға тура килә ине. Был эшкә иң беренсе булып сығырға тырыша торғайным. Шунда ҡыҙыҡ бер нәмәгә иғтибар иттем. Кем беренсе юл һалып сыға, башҡалар шул юлдан йөрөп тик ята. Бер мәл ҡыҙыҡ өсөн атайҙың ҙур быймаһын кейеп, зигзаг рәүешендә ҡыйыш-мыйыш тапаным һуҡмаҡты һәм ситтән ҡарап торам: берәү ҙә төҙәтмәй баяғы ҡыйыш юлды, шунан атлай бирәләр. Мин һыуға килгәндәрҙе күҙәтәм, ә атай мине ситтән ҡарап торған. Ул минең ҡыйыш-мыйыш итеп һуҡмаҡ яһауымды оҡшатманы. “Бүтән улай итмә, юл һалаһың икән, артыңдан килгән кешеләр рәхмәт әйтеп атларлыҡ булһын һәм эшеңде һәр саҡ еренә еткереп атҡар”, – тине ул миңә ҡаты итеп. Атай әйткәс, юлды матурлап төҙәйтергә тура килде һәм үҙем өсөн һығымталар яһаным. Тимәк, юлды нисек яраһың, шулай артабан дауам итәсәк. Ҡайһы тарафҡа, ниндәй өлкәлә булыуына ҡарамаҫтан, беренсе атлаған кешенең иңенә ҙур миссия һалына. Ул яңылышырға тейеш түгел, сөнки артынан башҡалар атлай.
Ағай кеше булараҡ, өйҙә туғандарығыҙҙы нисек тыңлата торғайнығыҙ?
– Тыңлата торғайнығыҙ тип ни, беҙ татыу үҫтек. Уйын менән мауығып китеп ҡушылған эштәрен онотоп ебәрһәләр, иҫтәренә төшөрәм инде, сөнки кискеһен атай алдында мин яуап тотам бит. Ҡустыларға: “Атай нимә ҡушты? Башта эшеңде эшлә, шунан уйнарһың”, – тип әйтеү ҙә етә торғайны. Ҡайһы саҡ мыжып алалар инде, әммә башта атайҙың һүҙе, аҙаҡ уйын икәнлеген иҫтәренә төшөрөү бурысын яҡшы белә инем. Һуҡранышып алған булалар ҙа, тыңлайҙар инде, ҡайҙа барһындар. Атай абруйы ҙур булды беҙҙең өйҙә.
2000 йылдар башында “Өфө – Сибай” поезында тыуған яҡҡа ҡайтып килергә юлға сыҡтым. Купела Ҡырмыҫҡалы районынан бер оло йәштәге апай менән тура килдем. Һөйләшеп киттек, ул иренең туғандарына ҡунаҡҡа бара ята икән, элегерәк Баймаҡтың үҙендә йәшәгәндәр. Мин дә шунан икәнемде белгәс, ул почтальон булып эшләүе һәм бер матур ғаиләгә күпләп гәзиттәр алып барыуы хаҡында һөйләргә кереште һәм аҙаҡ: “Өйҙәрендә биш малай булыуына ҡарамаҫтан, бик матур, тәртипле үҫте улар. Йорттары гел таҙа булды, бөгөн ҡайҙалар икән? Ишеткәнең бармы? Урамдарына боролғас та, беренсе өйҙә йәшәйҙәр ине. Бер улдары һәр саҡ китап уҡып ултыра торғайны”, – тигәйне, мин көлөп ебәрҙем. Үҙеңдең ғаиләң хаҡында ситтән ошондай яҡшы фекер ишетеүе бик күңелле икән. Үкенескә ҡаршы, был һүҙҙәрҙе атайыма еткереп булманы, ул мәңгелек йортона күскәйне инде. Әммә әсәйемә ошоно һөйләп ҡыуандырҙым.
Әсәйем балалар йортонда үҫкәнгә, унда күнеккән тәртибенә беҙҙе бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтерҙе. Беҙ, биш малай, ир-егет эштәрен генә түгел, өйҙө, карауатты йыйыштырырға, аш бешерергә өйрәнеп үҫтек. Ҡустыларым да минең фекер менән килешер, тип уйлайым. Был өйрәнгәндәрем миңә әрмелә лә ярҙам итте, сөнки тәртиптең ни икәнен дә белмәгән малайҙар бар ине. Атайымдың һеңлеләре лә беҙҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе, сөнки улар йоланы белеп, күреп үҫкән кешеләр ине. Бер ҡараһаң, ваҡ нәмә һымаҡ, әммә сәс алдырғандан һуң йәки тырнаҡ ҡырҡҡандан һуң нимә эшләргә кәрәк, ҡасан киҫтерергә ярай, аралашыу тәртибе кеүек халыҡтың асылын сағылдырған традицияларҙы беҙ уларҙан өйрәндек. Мәхмүзә, Ғәйникамал апайҙарым хәҙер барыһы ла мәрхүмәләр инде, әммә улар беҙҙең күңелдәргә һалған рухи байлыҡ шулай уҡ баһалап бөткөһөҙ.
– Ә ни өсөн юридик факультетты һайланығыҙ?
Уҡырға инергә йөрөгәндә сығышы менән Балтас районынан булған Марат исемле бер егет менән дуҫлашып киттем. Икебеҙҙе бер үк стратегик ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү яҡынайтты. Марат өлкәнерәк курстарҙа уҡып йөрөй, ә мин яңыраҡ әрменән ҡайтып төшкәнмен. Ул миңә: “Зәкирйән, һин тарих факультетына барма, юрисҡа уҡы. Бына мин мәктәпкә барып практика үтә башлағайным, үҙемдең уҡытыусы түгел икәнлегемде аңланым. Яман ҡыйын икән ул яратмаған эшеңде башҡарыу, уҡып бөтөү менән икенсе эшкә барасаҡмын”, – тине. Уның был кәңәшенә ҡолаҡ һалдым, сөнки, беләм, мин өйрәтергә, тәрбиәләргә яратмайым. Был бөтөнләй минең асылыма тап килмәй. Икенсенән, бер ҡасан да уҡытыусы булыу теләге менән янманым. Имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, юридик факультетҡа уҡырға инеп киттем. Ә унда тарихты шул тиклем күп бирәләр, әйҙә, рәхәтләнеп, өйрән дә өйрән. СССР, сит дәүләттәр, Рим хоҡуғын һәм башҡа боронғо тарихтарҙы ентекле өйрәнәбеҙ. Ғөмүмән, юридик факультетта уҡытыу тәртибе шулай ҡуйылғайны: ниндәйҙер предметты үҙләштерер алдынан уның килеп сығышын, тарихын өйрәнәһең. Шулай итеп, үҙемдең күңелгә яҡын, бала саҡтан гел ҡыҙыҡһынған, аңларға теләгән өлкәнән ситтә йөрөнөм, тип әйтмәҫ инем. Киреһенсә, һәр өйрәнгән предмет гел тарихты иҫкә төшөрөп торған факультетта белем алдым. Тарихты беҙгә ныҡ өйрәттеләр. Карл Маркстың: “Кешегә һабаҡ бирерлек тарихтан башҡа бүтән икенсе берәй фәнде мин белмәйем”, – тигән һүҙҙәрен беҙгә уҡытыусыларыбыҙ бик йыш ҡабатлар ине. (Я не знаю другой науки, кроме как наука истории...)
Уҡып бөткәс, берәй төпкөл районға эшкә ебәрһәләр, унда ҡайҙан китап табаһың, тип, университетта уҡығанда китапхана туплай башланым. Алған китаптарымды атайым Өфөгә килгәндә уның аша Баймаҡҡа ҡайтара торҙом, юғиһә ятаҡта улар юғала ине. Уҡып бөтөүемә ярайһы уҡ бай ғына китапхана тупланым.
– Һеҙ бит совет осоронда белем алған кеше. Коммунистар партияһы тарихын бик тәфсирләп уҡытҡандарҙыр?
Әлбиттә, әгәр башҡалар уны бер йыл йәки ярты йыл ғына өйрәнһә, юристарға, дәүләттә тәртипте һаҡларға әҙерләнеүселәргә, был предметты ике йыл дауамында уҡыттылар. Юристар – дәүләттең алдынғы вәкидәре, тип әйтә торғайнылар беҙгә. Ул ваҡытта бит демонстрациялар була торғайны, шунда университет колоннаһының башында политбюро ағзаларының портреттарын беҙ, юристар, күтәреп бара торғайныҡ. Миңә Мәскәүҙәге партия ойошмаһы етәксеһе Гришиндың портреты беркетелгәйне. Көс еткеһеҙ ауыр, бик ҙур портрет була торғайны, әммә күтәреп үтергә бурыслыбыҙ. Һауа торошо ла төрлө ваҡытта төрлөсә була бит инде. Көн елле булһа, елкән һымаҡ, был портреттар беҙҙе үҙҙәре ыңғайына йөрөтә башлай, ә сафтарҙың тигеҙлеген һаҡларға кәрәк. Бының өсөн яуаплы полковник Ляхов шунда уҡ ҡысҡыра башлай ине: “Аминев, подними Гришина, держи расстояние!” (Көлә).
– Дин тарихы булманы бит инде?..
Беҙҙә атеизм булды. Уҡытыусыбыҙ бик үҙенсәлекле кеше ине. Ул һәр студенттан: “Аллаға ышанаһыңмы?” – тип һорай торғайны. Курсташым Вәғиз: “Ышанам, ул бар!” – тине. Уны уйларға ҡушып сығарып ебәрҙе. Имтиханды бирер кәрәк бит инде, нишләһен инде Вәғиз, кире килеп, яңынан нимәлер һөйләне. Мин “Юҡ” тип тә, “Бар” тип тә әйтмәнем. Уҡытыусыбыҙ мине бик иғтибар менән тыңланы, ул үҙе лә шулай уйлай ине кеүек. “Уны бар тип тә, юҡ тип тә әйтеп булмай, иҫбатлауы ауыр, әммә ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс бар донъяла!”– тинем. “Мутлашаһың, егет” – тиһә лә, яҡшы баһа ҡуйып сығарҙы ул. Аҙаҡтан мин тәфтишсе булып эшләп йөрөгәндә, урамда күреп ҡалһа, ул уҡытыусы гел хәлемде һорашып: “Шунан, туғаным, дин, Алла тураһында хәҙер нисек уйлайһың?”, тип шаяртыр ине.
– Бөгөн ҡарашығыҙ нисек Аллаға ҡарата?
– Бар, тип уйлайым. Академик Гинзбург телевизорҙан сығыш яһағанында был хаҡта бына нимә тине: “Әгәр ҙә Ул булмаһа, был Донъя ла, Тәртип тә булмаҫ ине, ә хаос ҡына хөкөм һөрөр ине. Ғүмерем буйына донъяның ҡоролошон өйрәндем һәм беҙҙе уратып алған мөхиттең теүәллегенә хайранмын. Тәбиғәттә туҙыу, тарҡалыу ҡануны көслө, әммә бит донъя теүәллеген юғалтмай һәр нәмәнең тәғәйен урыны, ваҡыты бар... ” Быны филолог түгел, ә бөтә донъяға билдәле физик, Ленин премияһы лауреаты әйтә!
– Юридик факультетта уҡыһағыҙ ҙа, филологтар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәнһегеҙ…
– Уның да үҙ тарихы бар. Әрменән ҡайтҡан егет булараҡ, атай-әсәй елкәһендә йәшәргә теләмәнем. Уҡыу башланған беренсе көндә үк эшкә төштөм. Университетҡа инеп барһам, ишектә “Электриктар кәрәк” тигән иғланды күреп ҡалдым да белешергә киттем. Ә мин был эште яҡшы беләм. Белем кимәлемде практикала тикшереп ҡаранылар ҙа шунда уҡ 1-се ятаҡҡа алып киттеләр. Оҙатып барған ағай комендантҡа мине күрһәтте лә : “Бына һиңә электрик, бүлмә бир. ул бер ай эсендә бындағы электр ҡорамалдарын йүнәтеп сығырға тейеш”, – тине. Көн-төн эшләп, ике аҙна эсендә бөтә өҙөлгән, ватылған, боҙолғандарҙы төҙөтеп сыҡтым. Энергетик килеп тикшереп ҡараны ла, мине һынау этабын уңышлы үттең, – тип эшкә алдылар.
– Был эшкә маһирлыҡ ҡайҙан килә?
– Баймаҡта, күршелә Мөхәммәт ағай була торғайны, мәрхүм инде хәҙер. Ауылда лампочка янһа ла, үтек эшләмәһә лә, бөтәһе лә уға йүгерә. Уның янында гел ҡарап йөрөп, электрик булып киткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Мәктәптә уҡығанда 5-се кластан радио менән ҡыҙыҡһынып киттем. Атайым йәнә лә был мауығыуымды хуплап, “Моделист-конструктор”, “Радио” тигән журналдар алдыра башланы. Быларҙың барыһының да миңә тормош юлымда файҙаһы тейҙе. Бүлмәле булып, аҡса алып эшләй, уҡый башланым. Ҡайһы бер кеше, эшләп уҡырға ваҡыт етмәне, тип әйтә. Бының менән һис килешмәйем. Әгәр ваҡытыңды дөрөҫ бүлеп, бер яйға һалып алһаң, бөтәһенә лә өлгөрөргә була. Йәш саҡта ваҡыт етмәүе мөмкин түгел: бер башыңа ни, уҡы ла эшлә!
Былар менән генә сикләнмәй, аҙағыраҡ педучилищеға электрик булып эшкә төштөм. Төн йоҡламаһам йоҡламаным, әммә ҡушҡан эште еренә еткереп үтәргә тырыштым, ғүмерендә лә электрик күрмәгән бүлмәләрҙе ялт иттереп тәртипкә килтерҙем. Училище директоры Сәйет ағай Сәйфуллин бик тә ғәҙел кеше ине, эшемде оҡшатты ла ярты ставканан тулыһына күсерҙе, шулай ярайһы уҡ ҙур хаҡ алып эшләй башланым. Хеҙмәтеңде хуплап торғас, тағы ла нығыраҡ тырышаһың бит инде. Йәш кешене илһамландырыр өсөн күп кәрәкме ни инде! Һәр хәлдә беҙ йәш саҡта шундайыраҡ инек. Ике ерҙә эшләп йөрөп, етмәһә, стипендия бара бит инде, ошо рәүешле миңә ҡайһы берҙә ҡулыма айына 200 – 250-шәр һум аҡса керә торғайны. Курсташтар, яҡташтар килә лә: “Әйҙә, ҡартлас, һыйлап ебәр әле”, – ти торғайны. “Театральный” ға йәки “Ҡыҫтыбай” ға алып барып, уларҙы ашатып сығарам шунда, ҡайһы саҡта аҡсалары бөткәндә аҡса ла биреп ебәргеләй инем, әммә бурысығыҙҙы ҡайтарығыҙ, тип бер ҙә һорағаным булманы. Егеттәргә эш табып биргән мәлдәр ҙә булды, әммә күбеһе бармай ҙа ҡуя. Уҡыуҙарынан ҡыуылыуҙан ҡурҡыпмы икән, йә башҡа сәбәптәнме башлаған эштәрен ташлай ҙа ҡуялар. Ә минең өйҙә ҡустылар күп бит инде, ата-әсәйгә ярҙам итке килә ине. Малайҙар кейемде тиҙ тишә йә йырта бит. Уларға кейем алып ҡайтам, йәйгеһен төҙөлөш отрядтарында йөрөп эшләргә тырыша торғайным. Ҡулымда иркенләп аҡса тотоп өйрәнгәс, эш эҙләп кенә йөрөй инем. Тиҙ генә табып та алам. Ҡышын урамда ҡар, көрт көрәп, вагон бушатҡан саҡтар ҙа булды.
– Ярай, юридик факультетта тарихтың төрлөһөн өйрәткәндәр. Ә бына башҡорт тарихына ҡарата нимә тиерһегеҙ?
Дөрөҫөн әйткәндә, ул йылдарҙа башҡорт тарихына артыҡ иғтибар юҡ ине. Уҡырға ингәс, ҡарайым, тарихсы студенттарҙың үҙ фәнни түңәрәге бар, филологтар “Шоңҡар”ҙа ҡанат нығыта, ә ни өсөн беҙҙең юристарҙыҡы булмаҫҡа тейеш әле, тинем дә, студенттарҙың “Башҡорт АССР-ының дәүләт һәм хоҡуҡи тарихын өйрәнеү” тигән фәнни түңәрәген ойоштороп ебәрҙем. Юрист-студенттарҙы саҡырып, иғлан элдем. Килде егеттәр. Биш-алты кеше, әммә шуныһы күңелде ҡырҙы, араларында бер башҡорт та юҡ ине. Татар, сыуаш, урыҫ егеттәре республикабыҙ тарихы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына булып сыҡты. Студент-юристар араһында башҡорттар аҙ, әммә бар ине. Уларҙың үҙ төйәгенең үткәне менән ҡыҙыҡһынмауын ауыр ҡабул иттем. Хәҙер аңлайым – һәр башҡортта милләтсене, вәлидовсыны күргән заманда үтә лә һаҡсыллыҡ күрһәткәндәрҙер. Сөнки минең үҙемде лә вәлидовсы, милләтсе тип ғәйепләүселәр, битәрләүселәр бар ине факультетта. Әммә урыҫса яҡшы белгәс, тарихтан да ярайһы ғына белемле булғас, уларҙың ауыҙҙарын нисек ябырға белә инем.Ҡайһы ваҡыт ныҡ ҡына талашырға, бәхәсләшергә тура килде, хатта һуғышыр сиккә еткән саҡтар ҙа булды. Ана шул саҡтарҙа мин, әгәр ирекле шәхес булам тиһәң, ул иректе яулай һәм дә тота белергә лә кәрәк икәнен аңланым. Ә был ауыр һәм көндәлек яу тип әйтергә була. Әммә инде әгәр үҙеңде ирекле кеше итеп иҫбатлай алһаң, аҙаҡтан бөтәһе лә был хәлгә күнәсәк һәм артабан еңелерәк буласаҡ. Тик унда-бында һине белмәгән берәйһе иркеңә ҡағылырға иткәндә генә яңынан иҫбатлап алыуҙы әйтмәгәндә. Күпселек кеше бит иреш-талашһыҙ, тыныс, һәүетемсә генә йәшәргә теләй. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Ирекле фекер йөрөткән кеше бөтәһе лә уйһыҙ-ниһеҙ китеп барған төҙөк сафты боҙа, ғәмһеҙҙәрҙе уйланырға мәжбүр итә. Күп уйланған, бер туҡтауһыҙ һорауҙар биргән кешене берәү ҙә яратмай. Әммә көтөү менән түгел, ә үҙеңсә йәшәү, үҙең булып ҡалыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Юҡҡамы ни, был донъяла ирекле булыуҙан да юғарыраҡ нәмә юҡ, тимәгәндер боронғо философтар. Уларҙың был фекере менән тулыһынса килешәм, шуға күрә милләттәштәремде лә ирекле фекер йөрөтөргә өйрәнергә саҡырам. Халыҡтың ирке иң тәүҙә айырым кешеләрҙең ирекле фекер йөрөтөүенән башлана, ти философтар.
Һуңғы арала шундай матур күренешкә аҙым һайын юлығам: бөгөнгө зыялыларыбыҙҙың күбеһе бала сағында өләсәй, олатай тәрбиәһендә үҫкән. Бөгөн беҙгә быны нисек һаҡларға? Ҡала ерендә өләсәй тәрбиәһен ала аламы бала? Өләсәйҙәр мәктәбе хаҡында ишетке килә.

Хәҙер бәләкәстәр балалар баҡсаһында үҫә. Ә унда уларҙы ваҡытында ашатып, йоҡлатып ҡарап тороу беренсе урында, ҡырҡ атаның балаһына ҡайҙан иғтибар етһен дә, ҡайҙан милли рух тәрбиәләү булһын инде. Киреһенсә, өйҙә туған телендә һөйләшеп өйрәнгән бала унда килгәс, ата-әсәһе телендә һөйләшеүҙән ояла башлай. Шул айҡанлы Сибайға күсеп килгәс, үҙемдең ҡыҙым һәм улым менән булған бер хәл иҫкә төштө. Университеттан һуң, уҡып бөткәс, мине Бөрө ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. Унда саф башҡортса һөйләшкән кешеләр бигүк күп түгел, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, балаларымдың икеһенең дә теле шул ҡалала башҡортса асылды, улар балалар баҡсаһында бүтән милләт балалары араһында йөрөүгә ҡарамаҫтан, үҙ телендә ҡурҡмайынса, оялмайынса яҡшы һөйләшә ине. Сибайға эшкә күсергәс, улымды иртәнсәк балалар баҡсаһына ебәрә алмай башланыҡ. “Бармайым унда”, – тип тауыш күтәрә. Ипләп һораштыра торғас, тәрбиәсе балаларымды башҡортса һөйләшкән өсөн мөйөшкә ҡуйғанын асыҡланым. Теге педагогтың ҡылығын үҙемдең милли ғорурлығыма тейеү, милләтемде һанға һуҡмау, тип ҡабул иттем. Шунан һуң, нишләйһең инде, баяғы тәрбиәсе ишаратын күрергә, һөйләшергә, тип балалар баҡсаһына киттем.
Теге мине күреү менән “балаларыңды дөрөҫ тәрбиәләмәйһең, улар гел башҡортса һөйләшә, милләтселәр үҫтерәһең” тип, милләтселектә ғәйепләп тауыш күтәрҙе. Ул кеше менән һөйләшеп, аңлашыу файҙаһыҙ ине. Ундайҙарҙың педагог булырға хаҡы юҡ, тип эштән ҡыуҙыртыуҙан башҡа сара ҡалманы. Был миҫалда мин һәр кем үҙ милләтенең бәҫен яҡларға, уны юғары тоторға тейеш тигән уйҙы еткергем килә.
Эйе, бына беҙ, Сәлихә ҙурәсәйем эргәһендә үҫтек, тип әйткәйнем бит инде үрҙә. Ҙурәсәйем Зәки Вәлидиҙе күргән, уны тыңлаған кеше ине. Был бөйөк шәхес беҙҙең Иҙелбай ауылында булып, ҙурәсәйемдең атаһында туҡтаған булған. Совет власы йылдарында Иҙелбай ауылын Зәки Вәлиди һәм уның иптәштәре йөрөгәнгә «контрреволюция ояһы» тип нарыҡлап яҙалар ине. Мин бәләкәйҙән Зәки Вәлиди хаҡында ҙурәсәйемдең һөйләгәндәрен ишетеп үҫтем. Уны күргән, хәтерләгән беҙҙең ҡарттарҙан бер кем, бер ҡасан Вәлидиҙе дошман итеп һөйләмәне. “Ил араһында боларыш китте, кем кем менән һуғышҡанын да белмәй. Шул ваҡыттарҙа беҙҙең ауылға төрлө яҡтан төрлө милләтле кешеләр килеп тулды, Зәки Вәлиди тигән берәүһе килеп төшөп атайымда туҡтаны. Үҙе буйға бәләкәй, ҡыҙғылтыраҡ йөҙлө ине. Бөтә халыҡ мәсет янына йыйылып, ҡарттарҙы келәмдәр өҫтөнә ултырттылар, шунда Зәки Вәлиди һыбай килеш һөйләне хәбәрен. “Үҙебеҙсә йәшәйбеҙ, үҙебеҙ хужа булабыҙ”, – тигәне иҫтә ҡалған, тиер ине ҙурәсәйем. “Вәлидиҙең бер ярҙамсыһы бөкөй ине” тигәненә аптырай торғайным. Йылдар үтеп, үҙ тарихыбыҙҙың беҙгә билдәһеҙ биттәре асылғас, ул кешенең Гәрәй Ҡарамышев икәнен һәм ҙурәсәйемдең бер нәмәне лә бутамай һөйләгәнен аңланым. Бала саҡтан миңә Зәки Вәлиди Салауат батыр, генерал Шайморатов кеүегерәк бер кеше булып күҙ алдына баҫа торғайны. Өфөгә килгәс кенә, уның “дошман” икәнлеген ишеттем. Уны яҡлап һүҙ әйткән өсөн үҙемә бәйләнгән кешеләр ҙә булды.
Университетта уҡығанда СССР-ҙың тарихын өйрәнгәндә бер нисә милләттең, йәғни азербайжандарҙың мусаватистарын, әрмәндәрҙең дашнактарын һәм башҡорттарҙың вәлидовсыларын яманлап яҙа торғайнылар. Ошо үҙе үк миндә Вәлидигә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты һәм мин уҡытыусым Фазылйән ағай Ишҡоловҡа: “Зәки Вәлидиҙең дәүләт һәм дә хоҡуҡи ҡараштары” тигән темаға курс эше яҙғым килә”, – тинем. Әлбиттә, ул мине әрләп ташланы.
Профессор Билал Юлдашбаевтың “Башҡорт АССР-ның барлыҡҡа килеү тарихы” тигән йыйынтығы бар ине, уны ятлап та бөткәйнем инде: унда Зәки Вәлидиҙең һәм арҡаҙаштарының хоҡуҡи ҡараштары ярылып ята. Был темаға яҙырға рәхсәт итмәгәстәр, “Күп милләтле СССР-ҙа башҡорттоң милли суверенитеты” тигән исем менән диплом яҡланым. Был тема менән шөғөлләнә башлағас, “Милли суверенитет төшөнсәһе халыҡта ҡасан, ни сәбәптән формалаша?” тигән һорауҙы асыҡлау кәрәк булды. Тимәк, милләт үҙен башҡаларҙан айыра белергә, үҙен бөтөн бер милләт итеп тойорға, уның милли үҙаңы бик юғары кимәлдә булырға тейеш. Милли үҙаңды соҡой торғас, “ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен башҡорт итеп ҡасан аңлай башлаған?” тигән һорауға яуап эҙләргә тура килде. Был һорау мине ырыуҙар, ҡәбиләләр заманын тикшерергә мәжбүр итеп, боронғо, исламдан да алдараҡ булған, мифологик аң хөкөм һөргән дәүерҙәргә алып инеп китте. Шунан инде мифологияны тикшерә башланым да унан да ҡыҙығыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ теманы тапманым. Һаман шуны соҡойом, ошо өлкәнән ысҡынып булманы. Сөнки донъяла бик боронғо халык булараҡ, башҡорт үҙенең мәҙәниәтендә шул боронғо замандарҙа хөкөм һөргән мифологик ҡараштарын һаҡлап ҡала алған. Төрки халыҡтары араһында башҡорттоҡо кеүек боронғо уникаль мифология юҡ.
– Тап “Урал батыр”эпосы хаҡындағы асыштарығыҙҙы тәфсирләп яҙып, китап сығарҙығыҙ. Унда бик ҡыҙыҡ ҡына табыштар бар, минеңсә. Һәр милләттәшебеҙ ул йыйынтыҡты табып уҡый алмай, гәзит аша төп фекерегеҙҙе еткерәйек әле?
– Юнир Ғәзимуллин исемле курсташыма тыуған көнөнә Мәскәүҙә “Фән” нәшриәтендә “СССР халыҡтары эпосы” серияһында 1977 йылда баҫтырылған “Урал батыр” китабын бүләк иткәндәр. Ул үҙе, енәйәт хоҡуғығын өйрәнергә теләгән кеше булараҡ, был китапҡа әллә ни әһәмиәт бирмәйенсә, үҙенә ҡыҙыҡ тип тапмаған һәм миңә: “Ундай нәмә һиңә генә оҡшауы ихтимал, Зәкирйән. Һиңә бирәйем әле, мин уны барыбер аңламайым”, – тип китапты бүләк итте. Һәҙиәне алдым да ҡарай башлағайным, был эпосты ҡасандыр “Ағиҙел” журналында уҡығаным иҫемә төштө. Әрмелә туған тел һағындырғас, атай-әсәйгә уҡырға берәй башҡортса баҫма ебәрегеҙ әле, тип һорап яҙҙым, миңә өйҙән күп итеп “Ағиҙел” журналдарын ебәрҙеләр. Төндә дежурҙа ултырғанда йәшереп кенә шуларҙы уҡый торғайным. Курсташым Юнир биргән баяғы китапта мин әрмелә уҡыған эпосты таныным. Әммә “Урал батыр”ҙы тәүге уҡығандан ғына аңлап булманы. Уны күберәк уҡыған һайын, һорауҙар ҙа күберәк тыуа башлай. Урал батырҙы мин туғыҙ йыл көн дә тиерлек уҡығандан һуң ғына аҙ-маҙ аңларлыҡ хәлгә килдем, – тип әйтә алам. Мин хәҙер диндар кешеләрҙең Ҡөрьәнде ни өсөн көн дә уҡығанын аңлағандаймын.
Эпосты тикшереүҙә миңә филологтар менән йәшәүем дә файҙалы булды, сөнки улар йыйылыша ла әҫәрҙең йөкмәткеһе, темаһы, геройҙар тураһында бәхәсләшә, фекер алыша. Хәҙер республикала билдәле шәхестәр Риф Әхмәҙиев, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Ринат Камалов, Ансар Нуретдинов, менән бер осорҙа белем алдыҡ ҡына түгел, бергә бер бөтөн булып, бик татыу йәшәнек. Улар китапханан алып ҡайтҡан әҫәрҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай мин дә уҡып сығам. Әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов кеүек ғалимдың киң ҡарашлы, ентекле, ффәлсәфәүи анализы һоҡландыра торғайны.
Раил Кузевтың 1974 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан “Башҡорт халҡының килеп сығышы” тигән китабы миндә бик күп һорауҙар уятҡайны. Уға тиклем Билал Юлдашбаевтың 1973 йылда сыҡҡан “Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы” тигән китабы логикаға нигеҙләнеп, халыҡҡа ихтирам менән яҙылыуы, фекерҙәремә ауаздаш булыуы менән бик оҡшағайны.
Миненсә, Р. Кузеевтың китабында башҡорт халҡының килеп сығышы бик буталсыҡ яҙылған, был процесты автор хатта үҙе лә бигүк аңламаған кеүек. Ни сәбәптән төрлө сығышлы 50-нән ашыу ырыу халҡы үҙен “башҡорт” тип атарға булған, сөнки араларында “Башҡорт” тигән ырыу булмаған. Башҡорттоң хатта һәр ырыуының килеп сығышы башҡа бит. Ошо төрлө сығышлы ҡәүемдәр тотоп ала килеп Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йыйылышып башҡорт булып уҡмашҡандар, йәнәһе. Ни өсөн унда тупланған һуң улар? Ҡайҙан килгәндәр? “Ат аунаған ерҙә төк ҡала” тигән әйтем бар башҡортта. Халыҡ йәшәгән ерҙә лә эҙ ҡала, ә археологтарҙың “Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ҙур бер халыҡ йәшәгән” тип ауыҙ тултырып әйтерлек бер нәмә лә тапҡандары юҡ әлегә тиклем. Бының сәбәбе – Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ҙур һыу сығанаҡтарының булмауы. Һыуһыҙ үлән үҫмәй, был иһә малға аҙыҡ табыуҙы ҡатмарлаштыра. Ә башҡорт – малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡ, тимәк, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы малсы башҡорт өсөн бигүк уңайлы ер түгел. Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Урал һәм уға яҡын ерҙәр һыуға, үләнгә мул. Ошо уҡ ерҙәрҙә боронғо археологик табыштар ҙа бик күп, әммә Р. Кузеев уларҙы ниңәлер бер ҙә башҡорт менән бәйләп ҡарамай ине. Бына ошо һорауҙар миңә тынғы бирмәне.
1990 йылдар башында Ишембайҙа эшләгәндә, Стәрлетамаҡта йәшәүсе яҙыусы дуҫым Вил Ғүмәров мине Раил Ғүмәр улы Кузеев менән таныштырҙы. Вилдең фатирында күренекле ғалим менән бер нисә тапҡыр осрашып, һөйләшеп ултырыу насип булды. Уға үҙемде борсоған, бая үрҙә һанап киткән һәм башҡа һорауҙарымды бирҙем, башҡорттоң килеп сығышын аныҡ ҡына аңлата алмауын әйттем. Хатта бәхәсләшеп тә алдыҡ. Әммә яуап ала алманым. Күрәһең, күренекле тарихсыға минең һорауҙарым оҡшамаған, ул Вилгә минең менән ризаһыҙлығын белдергән. Уныһына артыҡ иҫем китмәне, сөнки ысын тарихсыға уҡыусы, халыҡ фекере таныш булырға тейеш, тип уйлайым, сөнки һәр ижад кешеһе үҙ әҫәрен бит китап уҡыусы өсөн яҙа.
Уҡыған китаптарҙан һорауҙарыма яуап таба алмағас, үҙемә эҙләргә тура килде. Башҡортто, уның үткәнен аңларға теләү мине әлеге лә баяғы йәнә мифологияға алып барып төртөлдөрҙө. Урал батырҙы аңларға тырышып, мифологияны өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәттәрен күпләп уҡып, улар ҡулланған алдынғы фәнни методиканы ҡулланып, үҙемә бер һуҡмаҡ табып алдым.
Беҙ, башҡорттар, төрки телле халыҡ булғас, төрки телле халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә керештем. Татар, ҡаҙаҡ, алтай, хаҡас, яҡут халыҡтарында “Урал батыр” менән оҡшашлыҡтар эҙләп, уларҙың фольклорын тикшереп сығырға тура килде. Әммә башҡорттоң боронғо донъяуи, мифологик ҡараштарына уларҙа ниндәй ҙә булһа аныҡ яҡынлыҡ тапманым. Башҡорт теле төрки телдәренә ҡараһа ла, төркиҙәрҙә бөтөнләй икенсе мифологик донъя булып сыҡты, тап килмәй ҙә ҡуя. Аптырағандан «Был ниндәй халыҡ һуң ул, башҡорт?» тип уйлай башланым. Шунан фин-уғырҙарҙы тикшерергә тотондом, сөнки Кузеев: “Башҡорт килгәнгә тиклем Уралда фин-уғыр телле халыҡтар йәшәгән”, – тип яҙғайны. Әммә уларҙа эпос тигән нәмә бөтөнләй юҡ, тип әйтерлек.
Фольклорҙарын тулыһынса һөҙөп сыҡтым, әммә һорауҙарға яуап табып булманы. Башҡорт менән ҡатнашып йәшәгән, күрше мари, удмурт, мордва, комиҙарҙа ла уртаҡлыҡ тапманым. Бер мәл Күгәрсен районында прокурор булып эшләгәндә Өфөгә командировкаға килдем һәм Коммунистик урамдағы “Академкнига” магазинына инеп, китаптар аҡтарып торганда, “Новинки науки” китабында археолог Елена Кузьминаның бер мәҡәләһенә тап булдым. Унда автор скиф ҡурғандарында табылған ҡайһы бер бронза әйберҙәрҙә төрлө йыртҡыс заттың боланды ботарлағанды һынландырған композицияһын шумерҙарҙың мифологияһы менән сағыштырып, ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеүҙәр яһағайны. Һәр хәлдә, минең өсөн әһәмиәтле күҙәтеүҙәр ине. “Урал батыр”ҙа йылан улы Зәрҡүмдең боланды йотоуын тасуирлаған урын бар. Шул эпизодты скифтарҙың, шумерҙарҙың материалы менән сағыштырып, Урал батыр эпосындағы эпизодтың уларҙыҡы менән бер үк мәғәнәлә булырға тейеш тигән фекергә килдем. З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға барып, Е. Кузьминаның ниндәй китаптары бар, шуларҙы ҡарап сыҡтым. Ул кемдәрҙе уҡыған, кемдәргә һылтанып мәҡәлә яҙған, шуларҙың исемлеген төҙөп, яңынан тикшереү эше башланым.
Үҙем өсөн шунда ҙур мөһим асыш яһаным – башҡорттоң мифологияһы төркиҙәргә лә, фин-уғырҙарға ла түгел, иран донъяһына барып тоташа булып сыҡты. Иран телдәре көнсығыш һәм көнбайыш иран телдәренә бүленә. Беҙҙең Уралда көнсығыш иран телдәрендә һөйләшкән саҡ, сармат, аландар йәшәгән һәм уларҙан бик күп ҡурғандар ҡалған. Уларҙы археологтар ярайһы уҡ яҡшы өйрәнгән. Тик береһе лә башҡорт менән бәйләп тикшергәне юҡ. Фарсылар саҡ тип атаған ҡәүемде гректар скиф тип атаған. Беҙҙең ҡайһы бер ғалимдарыбыҙ уларға ҡарата “фарсылар” һүҙен ҡуллана. Был дөрөҫ түгел. Улар фарсылар түгел, ә ирандар. Фарсылар үҙҙәре ҙур ирандар донъяһының бер өлөшө генә. Мәҫәлән, башҡорт ҙур төрки донъяһының бер өлөшө булған кеүек инде. Беҙ бит башҡорт төрки телле булған өсөн генә бөтә төркиҙәрҙе лә башҡорт тип әйтә алмайбыҙ. Фарсылар һәм ирандар донъяһы менән дә шул уҡ хәл.
Ана шул бороғо ирандарҙы өйрәнә торғас, унда башҡорт мифологияһына, донъяуи ҡараштарына, топонимик системаһына әллә күпме оҡшашлыҡтар таптым.
Бына шулай эҙләнә торғас, иран донъяһында үҙебеҙҙең мифологиябыҙҙы аңлата алырлыҡ бик күп уртаҡ һыҙаттар күрҙем. Шул уҡ Зәрҡүмде генә алайыҡ. “Зәрҡүм”ды иран теленән тәржемә итһәң, ул беҙҙеңсә арыҫлан була. Көнбайыш ирандарҙа арыҫлан ”шер” тип аталһа, көнсығыш ирандарҙа ул «Заргом, Зергам» була икән. Беҙҙең эпоста Зәрҡүм арыҫлан түгел, ә йылан улы. Был персонаж боланды йота алмай аҙапланған мәлдә уға Урал тап була. Баҡтиһәң, был күренеш бынан биш мең йыл тирәһе элек шумер яҙмаларында теркәлгән икән! Шумер астрономдары быуаттар дауамында күк есемдәренең хәрәкәтен күҙәтеп бик теүәл, аныҡ календарь төҙөүгә өлгәшкән. Шул дәүерҙә февраль аҙағында төнгө күктә Арыҫлан йондоҙлоғо ҡалҡҡан



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122