Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнә Шүлгәнташ хаҡында
Йәнә Шүлгәнташ хаҡында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.
В. Марушиндың “Ағиҙел йылғаһы буйлап Урал ынйыһы — Шүлгәнташ мәмерйәһенә” (“По реке Белой к жемчужине Урала — пещере Шулган-Таш”) китабы — авторҙың “Саҡырып торған Урал батыр һуҡмаҡтары” шәлкемендә тәүгеһе. Ул бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе, тарихи ваҡиғалар, төбәктәге арҙаҡлы шәхестәр хаҡында һөйләй, Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп төшөү маршрутын ентекле һүрәтләй. “Урал батыр” эпосы геройҙары — ошо маршруттың “ҡатнашыусылары”. Китапта ике төрлө юл, туристик карта, ошо ерҙә Ағиҙел йылғаһы үҙенсәлектәре, тәжрибәле турист кәңәштәре бирелә. Киләсәктә республикабыҙҙағы бүтән маршруттар буйынса ла юл күрһәткестәр сығарыу күҙаллана.
С.К. Карамовтың “Ерҙәге һуңғы Таң йондоҙо” (“Земная Денница”) повесы — ауыл эшсәндәре хаҡында. Повестағы ваҡиғалар крәҫтиәндәрҙең иҫке тормошо юҡҡа сығып, өр-яңы тәртип, ҡанундар тыуған осорҙа бара. Колхоз, совхоздар, заман талаптарына яуап бирмәй тип, йәмғиәттең аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәләтен дә иҫәпкә алмайынса, уйланылмаған рәүештә тарҡатыла. Әммә повестың геройҙары — ысын крәҫтиәндәр һәм уларҙың идеялы етәкселәре Рәсәйҙең аграр ил булыуын, крәҫтиән эшен тергеҙеү кәрәклеген ныҡлы аңлай. Бының өсөн яңы эш алымы, крәҫтиән милкенең бүтән формаһы кәрәк. Повестағы геройҙар өр-яңы аграр предприятиелар төҙөүгә тотона, крәҫтиәндәрҙә эшкә ҡыҙыҡһыныу уята.





Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135