Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман шаңдауҙары
Заман шаңдауҙары Гөлнур Яҡупованың ижады менән күптән танышмын, шиғриәтен дә, прозаһын да, балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен дә күҙәтеп барам. “Ҡатындар” тип аталған трилогияһын айырыуса ентекләп, тулҡынланып уҡыным, әҫәрҙәрендә даими яҡтыртыла килгән ватансылыҡ темаһынан, ил ҡалҡаны ир-аттарҙың күркәм образдарын һүрәтләүҙән яҙлыҡмауына ҡыуандым, сөнки миндә, көслө зат вәкилендә, ҡыҙыҡһыныу ҡатыш бер сәм дә уянды: гүзәлдәр хаҡында ғына яҙғанмы, уларҙы өҫтөн ҡуйғанмы талантлы әҙибәбеҙ? Ни тиһәң дә, был тема миңә, Ватан һаҡсыларының батырлыҡтарын тарихта ҡалдырыу, хәтер бағыу өсөн үҙ ғүмерендә күп көс һалған журналисҡа, үтә лә яҡын.


Барлай китһәң, өс романдан торған эпик ҡоласлы әҫәрҙә тағы ла ниндәй генә темалар күтәрелмәгән дә сюжетҡа ҡайһы ғына ваҡиғалар үрелеп китмәгән! Мәғлүмәти байлыҡты иһә ҡапылда иңләп алырлыҡ та түгел һымаҡ. Әммә, уҡып сыҡҡас, йөкмәткене зиһенгә һеңдергәс, күңелде айҡаған тәьҫораттар тулҡыны баҫыла төшкәс, был тәрән фәлсәфә, тел моңо, мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле һүрәтләү саралары менән һуғарылған әҫәрҙең һәр юлы, һәр һүҙе уйланылып, бер мөҡәддәс маҡсатҡа – халыҡсан идеяға хеҙмәт итеүгә ҡоролғаны айырым-асыҡ ярылып ятыуын аҡылың һәм йөрәгең менән аңлайһың. Һәм был ҡаҙанышҡа өлгәшкән яҙыусы өсөн шатланаһың, уға ошо китапты яҙырға рухи көс, телмәр бәҫе, ваҡиғалар тослоғо биргән ил-халыҡ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең!
Был трилогияның ҡатын-ҡыҙға, әсәгә мәҙхиә булып, ғәмәлдә уҡытыусыға һүҙ сәнғәте менән ҡуйылған һәйкәл икәнлеге хаҡында әйтеп тораһы түгел – төп героиня Нурия ошо заттан, ошо һөнәр эйәһе. Гөлнур Яҡупованың ижадына хас күренеш-образ дәрәжәһенә еткереп һүрәтләнгән тәбиғәт илаһиәте лә йәнде арбай. Йөрәккә үтеп инерлек, һайыҡмаҫ тойғолар даръяһын кистерерлек мөхәббәт тарихтары ла һушты ала… Былар хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләрлек, айырым хеҙмәттәр яҙырлыҡ мәғлүмәт әҙ түгел был китапта.
Заман шаңдауҙарыМин иһә, башта уҡ акцент ҡуйып киткәнемсә, “Ҡатындар”ҙың идея-йөкмәткеһен асыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнаған, ошо ҙур хеҙмәттең нигеҙ таштарының береһе булған, уны камил ижад емеше иткән мөһим төшөнсәне юлламаҡсымын, ул да булһа – ватансылыҡ, илһөйәрлек рухының сағылышы.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. “Ҡыҙ бала” тип аталған беренсе романда Нурия, осҡор зиһенле, фантазиялы ҡыҙыҡай, уҡыусы алдына уның күҙенә тура ҡарап, күңелен шар асып килеп баҫа. Ул бәләкәйҙән йәшәйеш асылы, нәҫеленең шәжәрәһе, ауылының тарихы менән ҡыҙыҡһына. Үҫә килә уның уй-фекер офоҡтары киңәйә бара, ил-халыҡ яҙмышына барып тоташа. Әйтергә кәрәк, автор героиняһын шулай эҙмә-эҙлекле, киләсәктә а бруйлы шәхес булырын күҙаллап, әсәләрсә бәпләп үҫтерә. Ҡыҙ баланың донъяға ҡарашы формалашыуын әҫәрҙәге бәғзе өҙөктәрҙән эҙләп ҡарайыҡ әле (әҫәрҙә хикәйәләү беренсе заттан бара).
“...Өйҙәге хәбәргә ҡолағымды ҡарпайттым:
— Лавкаға барғайным, шунда өс-дүрт фронтовик, әллә әсе балды күберәк һемергәндәр, ҡыҙып китеп гәпләшәләр, Сталинды әрләйҙәр... Ҡурҡмайынса?! Һуғыш булырын белә тороп, армияны әҙерләмәгән, тиҙәр…— Ҡартәсәйем тымғас, атайым дауам итте:
— Һеҙгә бында, төпкөл ауылда, күп нәмә ҡараңғы инде ул. Мин армияла күпте аңланым. Сталиндың хаталары етерлек, был һуғыш ул хәтлем ҡанлы булмаҫ ине, әгәр юлбашсы алдан күрһә. Һеҙгә ни, төпкөл ауылда...
Ҡартәсәйем уға һүҙен осларға ирек бирмәне:
— Ниткән хәбәр ул, “төпкөл ауылда” ти ҙә торасы. Үҙең ҡайҙанһың, ә? Беҙ бында, тылда, күргәнде, асыуым да килмәгәйе, бәғзе һалдат та күрмәгәндер әле, уф, Аллам! Көфөр булмағайым... Бер ус бойҙай өсөн, ана, Гөлбикә күршене ер аяғы-ер башына – ҡатырға һөрҙөләр. Үҙең дә күреп торҙоң дабаһа! Иҫ кергән сағың...
– Эйе, каторгаға... Ҡырҡ икенсе йылда, — тине лә атайым ҡапыл һорап ҡуйҙы: — Ул ҡайҙа?
– Ярар, һорау алма минән.
— Әсәй, бөттө хәҙер һорау алыуҙар, шымсылыҡ, эҙәрләүҙәр. Ул – юҡ!
Атайым мин үҙемде белә-белгәнем бирле стенала эленеп торған Сталин һүрәте хаҡында һораған икән. Уны ҡартәсәйем, ҡара кәшмир яулығына төрөп, һандығына һалып ҡуйҙы быйыл 5 мартта Сталин вафат булғас. Ул көндө ҡартәсәйем ныҡ ҡайғырҙы. Мине эйәртеп колхоз кәнсәләре янында уҙған матәм митингыһына алып барҙы. Бар әҙәм илай ине шикелле. Ҡайтышлай, Мәүлиҙәләргә инеп сыҡҡайным, бәс, уның атаһы уҡытыусы Әмин абый ҡояштай балҡып йөрөй, һис тә ҡайғырмағайны Сталин бабай үлгәнгә. Тағы аптыраным...”
Ошонан ары Нурия һуғыш фажиғәһе, ир-аттарҙың Ватан именлеген яҡлап утлы дәһшәт эсенә инеүҙәре хаҡында уйлана башлай. Уйлы бала ул. Юғиһә һуғышты күрмәгән ҡыҙҙың ғәмһеҙ уйнап ҡына йөрөр мәлендә халҡының ҡаһар­манлығы, фронт ваҡиғалары хаҡында тәрән кисерештәргә батып йөрөүе үрҙә әйтелгәндәргә, уның илһөйәр булып үҫеп килеүенә ишара түгелме ни?
Колхоз кәнсәләрендә йыйыштырыусы булып эшләгән ҡартәсәһенә ярҙамлашҡан арала, кистәрен, шунда ишек алдында йыйылып гәп һатырға ғәҙәтләнгән ағайҙарҙы тыңлаштыра, киләсәктә яҙыр бәйәндәренә үреп ебәрмәк, хәтеренә һала: “…Ҡасан ғына, ҡайҙа ғына осрашмаһындар, гәптәрендә “һуғыш” тигән һүҙ ҡалҡып сыҡмай ҡалмай – был ағайҙарҙың тормошо, гүйә, ике осорға бүленгән: һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң. Мин ул ике осорҙо ике яр, аръяҡ һәм бирьяҡ, итеп күҙаллайым, ә уртала, ҡайнап торған ут, ҡан, күҙ йәше урғылып аҡҡан тарафта, — һуғыш үҙе. Моғайын, тамуҡ шундайыраҡ булалыр? Үҙем күрмәгән һуғышты уйламай, пәйҙәләп ҡарамай булдыра алмайым, сөнки мин белгән кешеләрҙең күбеһе уны көн дә иҫенә төшөрә. Зөлхизә өләсәйемдең уландарын, ҡурайсы олатайымды йотҡан ул тамуҡ. Әсәйемде яратҡан Барый ағайҙы һәләк иткән, күрше Ғәҙилә инәйҙе хыялыйландырған. Мансур ағайҙың ҡулын өҙөп алып ҡалған… Бөтә илдең, бар халыҡтың яҙмышын икегә айырып аға ул ҡанлы йылға. Китапты асһаң — фронт шиғырҙары, радионы ебәрһәң — фронт йырҙары, ағайҙарҙы тыңлаһаң — фронт хәтирәләре. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, ул дәһшәтле осорҙо күргәндәй итеп кисерәбеҙ, сөнки кесе йыhанда (әсә ҡарынында) сағыбыҙҙа уҡ шул тиңһеҙ юғалтыуҙар хаҡында ишетеп, йөрәк ҡаныбыҙҙы hуғарҙыҡ, шул мәңге баҫылмаҫ әрнеүҙәр күҙҙәренә, hүҙҙәренә hеңешкән кешеләр араhында үҫтек...
И, гәп hуғырға әүәҫ ағайҙар, әлдә hеҙ бар был донъяла! Беләм дәhә, hеҙ булғанға беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, немец фашистары аяҡ аҫтына hалып тапай алманы. Еңелhәгеҙ бит, СССР-ҙағы йөҙәрләгән милләт, үҙ теленән, тарихынан, диненән ваз кистерелеп, “урыҫ” тигән дөйөм бер мөhөр менән ҡол ителер ине… Һеҙ – бар! Һеҙҙең гәптәрегеҙҙе тыңлап, ир-ат фәлсәфәhен үҙләштереүсе мин бар – атай hүҙҙәре, атай вәғәздәре hалып ҡуйыла торған күңел тартмаларым буш түгел”.
Ошо урында, “атай вәғәздәре” тапҡырында, ир-аттың ғаилә алдындағы изге бурыстары хаҡында ла оҙон һүҙгә төшөп китке килә, әммә Нурияның атаһының ситкә сығып китеүен нисек ауыр ҡабул итеүен яҙыусы ҡәләменең уҡыусының йәнен әрнетер хәтирәгә әүерелдергән эпизодҡа туҡталыу менән сикләнәм: “Ни генә эшләһәм дә, йығылып ятып көлһәм дә, күңелем китек шул. Кистәрен, йоҡлап китә алмай, таһрайып өрлөккә ҡарап ятам. Әллә ниңә ҡартәсәйемдең: “Өйөмдөң өрлөгө ишелде”, – тигән сәйер һүҙе иҫемдән сыҡмай, атайым ситкә киткәс әйткәйне. Ҡарай торғас, былай ҙа аҡ, шыма өрлөк ай яҡтыһында тағы ла ағарып, нурланып киткәндәй була, гүйә, атайымдың йөҙө. Ана, ике күҙе күкшел-йәшел булып ялтырай. Шыбырлап ҡына өндәшәм:
— Атай! Атай, ҡайт, Камилды, малайыңды, күргең килмәйме ни? Ул һиңә иш булыр. Әлүктән ҡыр танаулы, һиңә оҡшаған. Камила ла — тас үҙең...
Тағы ҡарайым өрлөккә: ике күҙ тигәнем тәҙрә яҡ баҡсала үҫкән сейәнең япраҡтары икән, ай нурында күләгәләре сағылған. Бәй, түшәм тулы икән ул серле “күҙҙәр”, керпек ҡаҡмай миңә баҡҡандар...” Бала йөрәгенән сыҡҡан ошондай һүҙҙәргә битараф ҡалыусы булмағандыр?!
Алдыма ҡуйған темама әйләнеп ҡайтып, һыҙыҡ өҫтөнә алам: әҫәрҙә, ғөмүмән, фронтовиктарҙың баҙыҡ образдары бихисап. Нурия уларҙың яҙмышын күңел дәфтәренә яҙа бара. “Колхоз хисапсыһы сулаҡ Мансур ағайҙың ярты өҫтәлде биләп ятҡан ҙур счетының төймәләре ҡара кискәсә шаҡылдай... Аҙаҡ ул счет кәнсәләр стенаһында оҙаҡ йылдар иҫтәлеккә эленеп торҙо...” Ҡайһы берәүҙәренең, мәҫәлән, Һөйөнгән тигән сәйер ҡушамат тағылған Зәйет ағайҙың, айырым хикәйәгә “ем” бирерлек тарихы бар: һуғышта өс бармағын юғалтып, өҫтәүенә сатан булып ҡайтҡан. “Бармаҡ ҡына булһа – трибунал, шулайтып үҙен йәрәхәтләүселәр бар, һөйөндөм, әлдә аяҡҡа ла тейҙе пуля”, тип һөйләргә яратҡан ул... Онотолмаҫлыҡ тағы берәү бар трилогияла – милиционер Сәмиғуллин. Был образға күләм йәһәтенән бигүк ҙур урын бирелмәһә лә, ул ифрат оло ихтирам менән бар ителгән, уны әҫәр юҫығынан айырып та алып булмай.
Ошо юлдарҙы ғына килтереп китәйем: “...Яугир, милиция ветераны Сәмиғуллинды бөтә ауыл оҙатты һуңғы юлға. Район комиссариаты һәм милиция бүлегенән форма кейгән кешеләр ыңғайына, хәрби оркестр ритмына баҫырға тырышып, халыҡ үҙәк урам буйлап үтте, митингыға йыйылды... Тәртип боҙолғас ҡына, сара күреп, ҡағыҙ тултырып, районға оҙатыуҙа ғына күрмәне ул бурысын, ә алдан алырға тырышты. Мәктәпкә көн ашалап килеп урар ине – кәүҙәһе күренеү ҙә иҫкәртте! Илле йыл хеҙмәт итте Сәмиғуллин Толпарлыға. Эшен шул тиклем дә яратҡан булған икән, тип уйланым да эсемдән төҙәтеп ҡуйҙым: беҙҙе, кешеләрҙе, яратты ул!”
Ә һуғышта ялан госпиталдәрендә, үҙе әйтмешләй, бер кем күрмәгәнде күргән фельдшер Әүхәт образын берәү менән дә бутарлыҡ түгел. Тыныс тормошта ауыл дауаханаһында эшләп, ауылдаштарының нәҫел сирҙәре хаҡында тәфсирләгән хеҙмәтен йәш табипҡа аманат итеп тапшырған, туплаған тәжрибәһе менән эскерһеҙ уртаҡлашҡан ошо коллегалары хаҡындағы юлдар медицина хеҙмәткәрҙәренең яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа хеҙмәтенә баш эйеү түгелме ни?
Әйткәндәй, әҫәрҙә табип һөнәрендәге бер нисә персонаж бар, һәм уларҙың практикаһын хикәйәләгән өҙөктәр Гөлнур Яҡупованың күп тарафта хәбәрҙар булыуын, ошо ҡатмарлы профессияның да нескәлектәрен өйрәнеүе менән ғәжәпкә ҡалдыра. Был яҙыусының энциклопедик белемле булыуы, тотонған эшенә яуаплы ҡарауын иҫбатлай, әлбиттә. Рәссам, хәрби, төҙөүсе, механизатор, һауынсы, мейес сығарыусы, ашнаҡсы, һатыусы, хат ташыусы, тегеүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре бар әҫәрҙә, һәр ҡайһыһы ентекле, белдекле итеп һүрәтләнгән. Ә минең ошо юҫыҡҡа саҡ ҡына тайпылып китеүем иһә “Ҡатындар” трилогияһының халыҡ һөйөүен яулауының, төрлө йәштәге, төрлө хеҙмәттәге кешеләр араһында ла үҙ уҡыусыларын табыуының хикмәтен аңлатырға теләүемдән.
Икенсе роман – “...Бер һөйгәнем өсөн” – мәңгелек мөхәббәт тойғоһон йырлай, уҡыусыны хистәр орбитаһына сығара, ҡанатландыра, тетрәндерә... Айырыуса нәфис, шағирәнә тел менән яҙған был өлөштө яҙыусы һәм уның ҡәләменең поэтик маһирлығын да танымай мөмкин түгел. Трилогияның ылыҡтырғыс көсөнөң тағы бер кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилелер был.
Әлеге романда инде тормош аренаһына Нурияның тиҫтерҙәре сыға, ил хәстәре хәҙер улар иңендә. Нурия менән бергә уйнап үҫкән, үҙҙәренсә уны ҡурсалаған, малайҙарҙың холоҡ-фиғелдәренә күҙен асҡан дуҫтары – Әхиәр, Сабир, Харис, Фатих армия хеҙмәтенә алына. Сабир ГДР-ға эләгә, тыныс осорҙа бер кескәй немец ҡыҙыҡайын ҡотҡарам тип аяғы йәрәхәтләнә, уныһы, аңһыҙҙан оло юлға сығып, саҡ машина аҫтына ҡалмай. Сабирҙы немецтар Трептов-парктағы совет һалдатына һәйкәл эргәһендә, теге ҡыҙ баланы күтәртеп, фотоға төшөрә, беҙҙең илгә лә хәбәр ебәрәләр – беҙҙең һалдаттарҙың намыҫ, гуманизм традицияларына тоғролоғо түгелме ни? Харис сверхсрочник булып ҡала, Хәрби академияға уҡырға инергә ниәтләй, шул арала ҡытайҙар менән сиктәш Даманский ваҡиғалары булып ала...
Ҡыҫҡаһы, ил һағында торған ир-аттар темаһын Гөлнур Яҡупова һис кенә лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, көслө заттың был мөҡәддәс бурысын аныҡ билдәләй. Улар – ил ҡалҡаны!
Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн тигән мәҡәлдән исем алған был романда төп һүҙ Мөхәббәт хаҡында. Мәҡәлдең тосо: һөйөүең хаҡ булһа, һөйгәнеңдең нәҫел-ырыуын, йәнтөйәген, илен-халҡын да яратырһың, үҙ итерһең. Һәм ошо мәғәнә һөйгәне Фәсхетдин-Әдисәйгә эйәреп сит-ят яҡҡа килеп ереккән Ҡырым татаркаһы Таһура, Нурия өсөн Татар әбекәй – Йәнкиҫәк образы аша тулыһынса асыла. Ватансылыҡ рухы төшөнсәһе, тыуған илеңдең, халҡыңдың аманаттарына тоғролоҡ төрлө аспекттарҙа ҡарала, нәфис әҙәбиәттең киң мөмкинлектәре ярҙамында күрһәтелә, иғтибарҙы биләй, төптән уйланырға мәжбүр итә. Шуныһы мөһим: автор нотоҡ уҡымай, аҡыл һатмай, тапалған дидактикаға таянмай, ә үҙенең ҡулында булған һүҙ байлығы, һүрәтләү саралары төрлөлөгө менән эш итә. Ошо ыңғайҙа Гөлнур Яҡупованың ғәжәйеп кимәлдә психолог булыуын да, кеше күңелен үтә күрә алыу һәләтен дә билдәләп китер инем.
“Әхирәте Мәүлиҙә украин егетенә кейәүгә сығып Донецкиға киткәндә, Әмин ағай Нурияға:
– Хәтереңдәме, Тарастың улы, Андрейы, дошман воеводаһының ҡыҙы сибәр полячкаға ғашиҡ була ла атаһын, халҡын һата. Полячка уны юрамал әүрәтә, улай ҙа: “Егет, минең атайым бит һинең Ватаныңа ҡаршы һуғыша”, – тип иҫкәртә. Егет нисек яуап бирә?
– Хәҙер, иҫләп ҡарайым...
– Иҫтә ҡалдырмаҫлыҡмы, оноторлоҡмо?! “Һин – минең Ватаным”, – ти Андрей. Ана шундай хыянатсыл халыҡ улар, белгең килһә.
– Бәс, халыҡ араһында кеме юҡ. Шул уҡ Тарас Бульбаның өлкән улы Остап һатлыҡ йән түгел!
Шул һөйләшеүҙән һуң Нурияның уйына “Һин – минең Ватаным!” тип һөйгәненә табынған егеттең ҡылығы килә лә инә, килә лә инә. “Бер һөйгәне өсөн әҙәм балаһы илен ҡалдырып күсеп тә китә – ана, Йәнкиҫәк, Мәүлиҙә... Мөхәббәт хаҡына йәнен фиҙа ҡыла – ана, Ромео һәм Джульетта, Таһир һәм Зөһрә... Хыялый була – Ләйлә менән Мәжнүн... Эвридиканы ҡотҡарырға Орфей ҡара гүргә төшә, Нәркәстең Һәүбәне – һыу аҫты батшалығына... – шулай фекер туплай ул, анализлай, көндәлектәренә яҙып та ҡуя: – ләкин береһе лә һөйгән йәрен Ватан менән тиңләмәгән! Илһөйәрлек – иң изге, иң тоғро хис, ул кешегә әсә ҡарынында, кесе йыһанда уҡ, ҡан аша күсә, тыуғас, әсә һөтө менән һеңә ләһә. Эйе, донъя ҡуласаһы әҙәм балаһын сит ерҙәргә лә ташлай, һөйәге тыуған тупрағына ҡайтмағандар бар, әммә Ватаны һәр кемдең йөрәгендә тамырланған, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, ул тамыр өҙөлмәй. Шуға инанамсы. Барыбер дәлилдәр эҙләйем. Эргәлә генә йәшәп ята лаһа бер һөйгәне өсөн даръялар артылып килгән берәү, һынап ҡарайым әле уны – Йәнкиҫәкте.
– Толпарлы һинең Ватаныңмы хәҙер? – тип тоттом да һораным.
– Ватан кендегеңне кискән жир түгелме ни? Тәүге сулыш алган, тәүге йотым су эчкән... Тәпи баскан... Кырым инде минең Ватаным. Ә Толпарлы – килен булып төшкән жир, мине үзенә сыйындырган изге туфрак.
– Ә бына Әдисәйең: “Йәнкиҫәк, һин – минең Ватаным!” – тиһә, ни әйтер инең?
– Ир-егет әйтер сүз түгел!
Төҫөнә “Балаҡай, ярҙам итә алдыммы һиңә, юҡмы?” тигән һорауҙы сығарып, борсолобораҡ оҙатып ҡалды мине Йәнкиҫәк. Юл ыңғай, тыҡрыҡтан төшә һалып, ҡартәсәйемә һуғылдым.
– Әҙәмде яҙмыш ҡайҙа юлыҡтырмаҫ, Ватанында алған иманын юғалтмаһа, шул булыр уның намыҫы, шул булыр тоғролоғо. Башҡа халыҡ – башҡасараҡтыр, бәлки, белмәйем. Ә башҡорт ул – уғата ватансыл. «...Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын», – тип кем әйтә, әйләндереп килтереп йыр әйтә, башҡорттоң йыры! – Шулай тине баяғы һүҙ юҫығында зирәк Рәйхана.
Бер сама күңелем урынына ултырҙы. Был хаҡтағы уйҙың осо-ҡырыйы юҡлығын, сетерекле булыуын тойомланым, әммә сигенмәнем – инеп ятты ул мейемә, уралды бәғеремә”.
Ышанам, ”Ҡатындар”ҙың хиссән, хыялсан, намыҫсан, ватансыл Нурияһының үткер зиһен иләге аша үткән, уйлы шәхестең йәшәйеш кредоһына әйләнгән фекер һығымталары уҡыусы күңеленә йоғонтоһоҙ ҡалмағандыр!
“Кесе йыһан – Оло йыһан” тигән өсөнсө романда иһә төп героиня уҡыусы алдына олпат йәштәге ҡатын, өләсәй, ихтирамлы шәхес, ағинәй булып килеп баҫа. Тормош, заман арғымағының дилбегәһе – уның балаларының, уҡыусыларының ҡулында. Нурия Баязит ҡыҙы үҙенең аманати бурысын үтәргә – ауылының, ил-йортоноң яҙмышын бәйән итергә, уны донъя тарихына бәйләп үрергә, хәтер һуҡмаҡтарына төшөп, ваҡыт арауыҡтары, ҡитғалар артылып сәйәхәт итергә ниәтләнә. Һәм был ғәмәлгә ныҡлап тотона, яҙылған һәм әлегә хәтерҙә генә төйнәп кителгән бәйәндәрен бер епкә теҙә...
Трилогия киңлегендә ваҡиғалар ҡоласы киңәйгәндән-киңәйә, персонаждар ишәйә бара. Әммә баштараҡ телгә алынғандар ҙа онотолмай, бик урынлы итеп йәнә телгә килеп керәләр. Күптән донъялыҡта булмаған, исемдәре революция, колхозлашыу осорҙарын байҡағанда ғына аталып киткәндәр иҫтән төшөп ҡалмай, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандар онотолмай – халыҡ хәтеренең, коллектив уйҙың юйылмаҫлығына тура ишара был.
“Толпарлының йөрәгенең антеннаһы барҙыр, тотош илдең, хатта ки планетаның тын алышын тоя, тотоп ала был һиҙгер антенна, – ти Нурия, – ауыл тигәс тә, ул үҙенең айырым бер утрауҙа, бәйләнешһеҙ яңғыҙлыҡта йәшәмәгәнен, ә Ер шарында, Йыһанда бар ителгәнлеген ап-асыҡ аңлап, тойоп йәшәй ҙәһә! Миңә ҡалһа, ауыл – донъя кендеге ул. Шул кендек бар ғәләмде ризыҡ менән туйындыра, мәңге юйылмаҫ ҡан хәтере, тел мираҫы, рухиәт менән һуғара һәм, моғайын, тап ошо бәйләнеш аша ҡайтарылалыр ҙа уға ғаләм шаңдауҙары: кешенең кесе йыһаны әсә ҡарыны булһа, кешелектеке – ауылдыр ҙаһа!” Төп героиняның ошо хаҡ фекере бөтә әҫәр дауамында, төрлө дәлилдәргә арҡаланып раҫлана килә, әҙәбиәт белгестәре уй сюжеты тип атаған көслө алымды хасил итә, автор алға һөргән идеяларҙы бойомлаштырыу маҡсатына хеҙмәт итә.
“Кесе йыһан – Оло йыһан”да яңы тарих биттәре асыла. Бер ҡасан да ил һәм халыҡ өсөн актуаллеген юғалтмаҫ Ватан темаһы әлеге заман орбитаһында әйләнә. Романға ике һуғыш – афған һәм чечня ваҡиғалары хаҡында үҙаллы повесть йә хикәйә булып та йәшәрлек потенциалы булған ҙур бүлектәр индерелгән. Уларһыҙ был күләмле әҫәрҙең йөҙө, туҡымаһы камил булмаҫ ине, моғайын.
Афған һуғышы Нурия Баязит ҡыҙының уҡыусыһы, Толпарлы егете Муса Таминдаров яҙмышы призмаһы аша ҡарап хикәйәләнгән. “Ми-8” хәрби вертолеты экипажы командиры Мусаның Афғанстанда башҡорттарҙың боронғо мөйтән ырыуы риүәйәттәрен, артефактын – бронзанан ҡойолған һомайғош һынын һаҡлаған пуштун ҡарты Жәүәт менән осрашыуы хәтерҙе ҡуҙғыта. Экипаждың хәрби тормошо ла тасуирланған, әлбиттә, бигерәк тә һауа бәрелештәре айырым-асыҡ итеп һүрәтләнгән. Төп иғтибарҙы Гөлнур Яҡупова улай ҙа афған тәбиғәтенә, урындағы халыҡтың фажиғәһенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә йүнәлтә, боронғо башҡорт тамырҙарын юллай, тарих ауаздарын шаңдаулата.
Чечняға уҡытыусы Әмин ағайҙың ейәне Айгиз эләгә. Телевизорҙан йыш күргән, гәзиттән уҡыған хәлдәр хаҡында автор тик үҙенсә итеп тасуирлауға, дөрөҫөрәге, персонажы исеменән чечен халҡының милли һыҙаттарын билдәләүгә, һәр ике яҡтан да әсәләр йөрәгенә ҡан һауҙырған ваҡиғаларҙы һөйләтеүгә, ҡатмарлы кисерештәргә дусар итеүгә өлгәшкән. Унда чечен ҡыҙы Заринаның мәктәп иншаһы теркәлгән, бала күңеленең һуғышты нисек тәрән аңлауы дәлилләнгән, бер-ике һөйләм менән генә: “Сунжа туңды, уның йыры ҡалын боҙ аҫтында тонсоҡто”, – ә бит һүҙ бер ҡасан да туңмай торған ажар ағымлы тау йылғаһы хаҡында бара.
Тап ошо урында ҡабатлап баҫым яһап китергә кәрәктер: Гөлнур Яҡупова – үҙенең ижадында, поэзияһында ла, прозаһында ла, халыҡ рухиәтен, тарихын, Ватан рухын, илһөйәрлек тойғоһон юғары күтәреүсе әҙибә. Айырып билдәләгәндә, уның “Әҙәм һәм Һауа” йыйынтығындағы “Мираҫ” исемле шиғри дастаны, мәҫәлән, мәктәптәрҙә программаға индереп өйрәнерлек әҫәр ул. “Йыртҡыс ҡаны, “Күперҙәр” тигән повестары хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була. Хәрби-патриотик теманы даими һәм тәрән яҡтыртҡаны өсөн әҙибә Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы айҡанлы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының Башҡортостан Республика Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012 йыл) булған – юҡҡа түгел бит!
Ватансылыҡ тойғоһо, ил иманы тигән изге төшөнсә “Ҡатындар” трилогияһында мөһим урын биләй, автор уға осраҡлы ғына ҡағылып үтмәй. Ил һаҡсылары, именлек ҡалҡандары ир-аттың бөтөн, һоҡланғыс, быуын-быуын үрнәк булырлыҡ образдары тыуҙырылған. Һис шикһеҙ, әҫәрҙең йәш быуында ил-халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләүҙәге, социаль-мәҙәни аспекттағы роле ифрат ҙур. Әле мин был китаптағы ҡатлы-ҡатлы сюжет коллизияларының тик бер генә йүнәлешенә туҡталдым, унда ла күпме тарих биттәре асылған, һабаҡ бирелгән, позитив энергетика, тел тәме тупланған. Заманыбыҙҙың ошондай юғары художество кимәлендәге, туған телебеҙҙең киң мөмкин­лектәрен – шағирәнә маһирлығын, ғәзиз моңон, лексик байлығын туплаған, тарихыбыҙҙы байҡаған, халҡыбыҙҙың боронғолоғон, сәсәнлеген, ҡабатланмаҫ милли йөҙөн күрһәткән һәм киләсәгенә оптимистик күҙлектән ҡараған мөхәббәтле “Ҡатындар” трилогияһын тыуҙырған әҙибәбеҙҙең хеҙмәтен мин ижади ҡаһарманлыҡ тип атар инем.

Фәрит ВАХИТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 44

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 93

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 104

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 140

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 124

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 326

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 160

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 112

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 67

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 123

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 155

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 177