Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫ юлда һынала
Үҙең белгән, бигерәк тә дуҫ булған кешең тураһында яҙыуы бигерәк ҡыйын икән: нимәнелер төшөрөп ҡалдырырһың, нимәнелер яңылыш яҙырһың, әйтеп еткермәҫһең, киреһенсә, күпертеп ебәрерһең һымаҡ. Иршат Теләүембәтовтың юбилейы алдынан да йылы һүҙ әйтеү, изге теләктәр теләү маҡсатынан ҡулға ҡәләм алдым да баҙап ҡалдым.
Иршат Теләүембәтовты гәзит уҡыусылар, китап, әҙәбиәт һөйөүселәр яҡшы белә. Шуға ла уның һәр хикәйәһенә, мәҡәләһенә туҡталып тороу кәрәкмәйҙер. Ҡәләм тотоп, әйтер һүҙен аҡ ҡағыҙға төшөрөргә тырышҡан, уй-хисен башҡаларға еткерергә теләгән һәр малай-үҫмергә хас уның ижади инештәре. Бала саҡтан хискә бирелеүсән, уйланырға яратҡан, һығымталар яһарға тырышҡан малай Бөрйән тәбиғәтенең хозурлығын, кешеләрҙең ошо тәбиғәткә ҡарашын, мөнәсәбәтен күңеленә һеңдереп үҫә, ҡайһы саҡта шатланып, ҡайһы ваҡыт борсолоп хистәрен ҡағыҙға төшөрә бара. Һис йәшерен түгел, Иршаттың был ҡылығын ябай мауығыу итеп ҡабул итәләр. Хәйер, быны ижад юлын һайлаған һәр кем беләлер: ни өсөндөр беҙҙең халыҡ яҙыу-һыҙыуға, һүрәт төшөрөүгә маһир кешенең шөғөлөн тәүҙә етди ҡабул итмәй. Тик һуңынан ғына, төрлө күңел ғазаптары аша үтеп, яһалма кәртәләрҙе емереп, үҙ тырышлығы менән белем алып, район, республика кимәленә исеме сыҡҡас ҡына “о-о, был егет беҙҙең ауылдан”, йәки “минең брат бит ул” тип ғорурлана башлайҙар. Уға тиклем бик оҙон, әйтергә кәрәк, еңел булмаған юл үтә ижад һуҡмағын һайлаусы, кешеләр күңеленә һалынған йоҙаҡты асыусы, ошо күңел-тупраҡҡа йәшәүгә йәм, сәм, өмөт орлоғон һалыусы, һуғарып тороусы.
Ижад диңгеҙендә күкрәк киреп йөҙөү өсөн бер-ике хикәйә, мәҡәлә менән генә тулҡындарға ҡаршы барып булмай. Даими яҙышып, кәмә-һалыңды нығытып тороу өсөн халыҡ менән аралашып, уларҙың уй-кисереше, проблемалары менән йәшәргә кәрәк. Иршат Теләүембәтов — нәҡ шундайҙарҙың береһе.
Хәтеремдә, Иршат “Башҡортостан” гәзитенең тәүҙә сәйәси бүлеген етәкләгәндән, аҙағыраҡ мөхәррир урынбаҫары булғандан һуң, 2002 йылда “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнгәс, гәзиттә мәҡәләләре һирәгерәк күренә башланы. Һәр журналистың үҙ аудиторияһы, яҡын күргән уҡыусылары булған һымаҡ, һәр уҡыусының да үҙ авторы, үҙ журналисы, яҙыусыһы була. Шул мәлдәрҙә командировкаларға сыҡҡанда: “Иршат Теләүембәтов ҡайҙа булды ул, бик ҡыйыу яҙа ине. Алдан фаразлағандай, ваҡыт үтеү менән уйҙары ысын була ла ҡуя. Күрәҙәсеме ул әллә?” — тип һораусылар күп була торғайны. Юҡ, күрәҙәсе түгел Иршат, ысын журналист, ти инем.
“Яҙышмай тороуы” шунан ғибәрәт ине: журналдың йөҙөн үҫтерергә кәрәк, яңы, йәштәрсә фекер йөрөткән, йәшлек дәрте ташып, дыуамал йәштәрҙән генә торған коллектив туплау мөһим, “Шоңҡар”ҙы төҫлө итеп, ике айға бер түгел, уҡыусы уны ай һайын алырға тейешлеген иҫбат итеү, документтар артынан йөрөү мәшәҡәттәрен йырып сығыу ҙа лазым. Баҫманы башҡа йүнәлештән алып барыу, йәштәр күңеленә асҡыс табыу, осҡондо ялҡын итеү ҙә еңел эш түгел.
Яҙыусының бер-ике әҫәрен генә уҡыу ҙа уның һәләтен, ерлекле әҫәр тыуҙыра алыуын, халыҡсанлығын билдәләргә етә. Был йәһәттән, Хоҙай Тәғәлә Иршатҡа бер нәмәһен дә йәлләмәгән. Тик һәләт менән генә әллә ни эш ҡыйратыуы, ай-һай, бик мөмкин дә түгел. Беҙҙә һәләтле кешеләр һәр тармаҡта ла етерлек. Ғөмүмән, әҙәм балаһы донъяға нимәгәлер һәләтле булып тыуа. Тик уны үҫтереү, артабан үҙ юлыңды, үҙ өлөшөңә төшкән көмөшөңдө табып, камиллаштыра белеү мөһим. Был йәһәттән Теләүембәтов үҙ юлын тапҡан. Хатта беҙҙең, шағир Рәйес Түләк әйтмешләй, ни социализмда быуын нығытып ҡалмаған, ни капитализмға яраҡлаша алмаған быуын “совет тәрбиәһе” менән көрәшкән арала, Иршат “Азатлыҡ” радиоһында эшләргә лә яйын таба алды, редакция мәшәҡәттәрендә лә ҡатнашып, ижадҡа ла ваҡыт еткерҙе. Ундайҙар тураһында, егеттәр араһында былай тибеҙ: “Ысын егет — трудоголик Иршат!”
Дуҫ юлда һынала, тигән бик матур әйтем бар халыҡта. Иршат менән бынан 16 йыл элек ҡанһыраған Чечняға Башҡортостандан гуманитар ярҙамды таратышырға, ундағы хәлдәр тураһында яҙырға барғайныҡ. Иршат быға тиклем дә һалдат әсәләре комитеты, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған гуманитар йөктө беҙҙең һалдаттарға өләшеп ҡайтҡайны, ошо турала гәзит биттәрендә мәҡәләләр серияһы менән сығыш яһаны.
Икенсе барғандағы бер генә хәлде яҙыу ҙа Иршаттың кем икәнлеге тураһында һөйләйҙер. Фатирға төшкән (ҡунаҡханалар емерелгән) хужабикә газ баллонының булмауы, уны район үҙәге Урус-Мартан юлында цистерналағы машинанан заправкалауҙары тураһында әйткәс, Башҡортостандағы “Барт” чечен мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Лом-Али Исраилов машинаһында шунда киттек. Заправкалаусы егет баллонды тултыра ғына башлағайны, беҙҙән алыҫ түгел генә атыу тауыштары яңғыраны, хатта ҡайһыһы танктанмы, БТР-ҙанмы атҡан һымаҡ та булды. Заправкалаусы егет тә, бүтәндәр ҙә машинанан алыҫыраҡ йүгереп, оло юл аҫтына һуҙылып ятты. Мин аптырап баҫып тик торам. Шул саҡ муйындан кемдер шаҡарып ҡосаҡланы ла оло юл аҫтына тәгәрәтте. Иршат ине ул. Ундай саҡта ҡурҡыу ғәләмәте булмай икән, тик һуңынан ғына килә. Аҙаҡ уйлайым да Теләүембәтов кеүектәр генә ысын егетлеккә бара, ауыр саҡтарҙа үҙен ҡулға алып, дуҫына, ғөмүмән, кешегә ярҙамға ташлана ала, тим.
Иршат Теләүембәтовҡа — 50 йәш. Шулай тинем дә уйға ҡалдым. Бала саҡта берәйһенә иллегә еткән, йәш әле, тиһәләр, аптырай торғайным, илле нисек йәш булһын? Баҡһаң, беҙҙең быуын ошо баҫҡысҡа баҫа лаһа! Илле — ололоҡ түгел, ә олпатлыҡ билдәһе. Ир-аттың, халыҡса әйтһәк, самай аяғында ныҡлы баҫып, еңдәрен һыҙғанып, тауҙар аҡтарыр сағы. Иң мөһиме — йәшлек дыуамаллығынан арынып, аҡылды алдан йөрөтөр мәл.
Бөгөн яҙыусы, публицистың багажы ныҡ: яҙыласаҡ әҫәрҙәр өсөн материал етерлек тупланған. Киләсәктә уның ҙур күләмле әҙәби әҫәрҙәре, бигерәк тә публицистик яҙмалары, күҙәтеү-фараздары ла айырым тупланып сығыр. Кеше фанилыҡта ағас ултыртырға, ул үҫтерергә, өй һалырға тейеш. Иршат иһә йөҙәрләгән ағас ултыртҡан, Асҡар исемле улы үҫә, фатиры бар. Яратҡан эше, шөғөлө менән йәшәй.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. БАТЫРХАН
    БАТЫРХАН от 23.03.2012, 03:01
    ПОЗДРАВЛЯЮ ВАС С ДНЕМ РОЖДЕНИЯ ! ЖЕЛАЮ ТВОРЧЕСКИХ УДАЧ,ЗДОРОВЬЯ,СЧАСТЬЯ, ИРШАТ! ПРАВИЛЬНО ГОВОРИТ РАЛИС,ВЫ ОДИН ИЗ САМЫХ СИЛЬНЫХ ЖУРНАЛИСТОВ РЕСПУБЛИКИ.ЗАОДНО ХОЧУ ПОБЛАГОДАРИТЬ И РАЛИСА УРАЗГУЛОВА ЗА ПРЕКРАСНЫЕ СТАТЬИ,КНИГИ! АХ, ЕСЛИ Б ЧИТАЛИ ВАШИ КНИГИ КИНОРЕЖИССЕРЫ...






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135