Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…”
“Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…” Гүзәл Ситдиҡованың тәүге шиғри шәлкеме “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, әҙәбиәткә тос фекерле, ҡайнар хисле шағирә килә, тип ҡыуанды бик күптәр. Кәтибә Кинйәбулатова апай шәлкемдәге “Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың” шиғырынан
…Ҙурлар ерем булһа – әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа – үҙемдән! –
тигән юлдарҙы оҙаҡ йылдар яттан һөйләп: “Вәт бит Гүзәл ниндәй шағирә!” – тип һоҡланып йөрөнө.

Ә минең хәтерҙә “Һигеҙенсе шинель” тигәне тороп ҡалған. Йәш шағирә әллә ни ҙур булмаған шиғырында тотош ил тарихын асып һалырлыҡ ике образ тапҡан: имән сөй һәм шинель. Ил һағына алмашлап барып ҡайтҡан алты улан шинелдәрен өйҙәрендәге имән сөйгә элеп ҡуя. Атайҙарына бындай бәхет эләкмәгән – ул яуҙа ятып ҡалған. Шиғыр яҡты юлдар менән тамамлана:

Ҡыуаныс.
Һалдат ҡаршылап
Өй эсе шаулай-гөрләй.
Олатай ҡаҡҡан ҡаҙаҡҡа
Ейән дә шинель элгән.

(“Һигеҙенсе шинель”).

Ижадына шул тиклем өмөттәр бағлатҡан Гүзәлебеҙҙең аҙаҡтан республика матбуғатында һирәгерәк күренеүенең сәбәптәре күп булған икән. Тетрәндергес бер бәйәне – район гәзитендә эшләп йөрөгәндә йәйләүҙән ҡайтып килгәндә, юл фажиғәһенә эләгеп, йәшәү менән үлем араһында ҡалып, был донъяға балалары саҡырып алып ҡалыуы хаҡында. Тик үҙенең әжәл тырнағында ҡалған саҡтарын һөйләргә яратмай Гүзәл. Ул – кешеләргә гел яҡтылыҡ өләшкән көслө шәхес.
Шулай тәүге шиғырҙары менән һоҡландырһа, Башҡортостандың суверенитет өсөн көрәш йылдарында республикала саф башҡорт телендә тәүге “Урал” район-ҡала гәзите ойоштороп, уның мөхәррире булып киткән әҙибә йәмәғәтселекте йәнә ҡыуан­дырҙы. Бөгөнгөләй хәтерләйем: гәзитте Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ла яҙҙырып ала һәм һәр һанын ҡәҙерләп һаҡлай ине. Депутат булараҡ, Башҡорт­остандың үҫешенә бәйле закондар ҡабул иткәндә, ялҡынлы сығыштары бик әһәмиәтле булды. Һәр ултырыш һайын тиерлек уҙғарылған митингтарҙа мин дә ҡатнаш­ҡанлыҡтан, залдағы фекер көрәшенең ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа үткәнен бик яҡшы беләм. Шаҡ ҡатып ултыра торғайным – иң көсөргәнешле ваҡыттарҙа Гүзәл микрофонға йүгереп барып, тулҡынлана-тулҡынлана, әммә ҡәтғи итеп сығыш яһай торғайны.
Бөгөн халыҡ араһында ихтирам яулаған баҫмалар “Аҡбуҙат”, “Өмет”тең яҙмышы ла Юғары Советта хәл ителде. Журналды ойоштороу йөкмәтелгәнлектән, мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында мин дә үҙ һүҙемде әйттем. “Веселые картинки” етмәгәнме ни һеҙгә?” – тине шунда берәү. Ситдиҡова шунда журналдың кәрәклеген бик төплө итеп нигеҙләне. “Татарса гәзитте “Йәшлек”тең дубляжы итергә” тигән тәҡдим дә булғайны. Гүзәл дә, мин дә, башҡа депутаттар ҙа гәзиттәр үҙаллы булырға тейеш тигән фекерҙе яҡланыҡ.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының “Үҙемдең статусым өсөн түгел, республикам статусы хаҡына сәйәсәткә килдем” тигән һүҙҙәре бик тә хаҡ.
Ситдиҡованың сәйәси эшмәкәрлегенә ҡағылып китеүемдең сәбәбе шул: был фиҙакәрлек уның бөтөн ижадында сағыла. Мөхәррирлек, депутатлыҡ осоронда ул поэзияла ла, прозала ла, балалар әҙәбиәтендә лә, публицистикала ла яңынан балҡып китте.
Тыштан ҡырыҫыраҡ күренгән Гүзәлебеҙ – нескә хисле тәбиғәт балаһы. Бер мәл Ситдиҡовтар ғаиләһе йәшерәк быуын яҙыусыларына бирелгән “Аҡманай” баҡсаһынан өй һатып алды. Тиҙ арала хужабикә уны гөлдәр иленә әүерелдерҙе. Уның туҡтап берәй сәскәне оҙаҡлап ҡарап торғанын күрә инем. Баҡса аръяғындағы урмандан әллә ниндәй шифалы, матур үләндәр ҙә күсереп ултыртып бөттө – улары ла гөрләп үҫеп китте. Ейәнсәрҙәре Ғәзизә менән Һәҙиә лә өләсәйҙәренә эйәреп йә сүп утай, йә һыу һибә. Бер көн шулай ер ҡаҙып йөрөгәнендә: “Баҡсаңда усың аша үтмәгән бер бөртөк тупрағы ла ҡалмағандыр инде”, – тинем. Емеш-еләк бешһә, ейәндәрен эйәртеп, урманға кәрзинен тотоп сығып киткән дә, баҡса янындағы шишмәнән көйәнтәләп һыу ташыған да – ул, Гүзәлебеҙ.
Шағирәнең тәбиғәт йәнле булыуы уның сәсмә әҫәрҙәрендә лә, поэзияһында ла, сәфәрҙәренән төшөрөп алып ҡайтҡан фотоларында ла ярылып ята.

Берәүҙәрҙе яҙҙар күккә сөйә,
Баш эйҙертә мине тупраҡҡа,
Тарап-тарап ергә орлоҡ һалам,
Өмөт-мая бағлап көҙ яҡҡа.
Ҡырауҙарҙан ҡурсый йән йылыһы,
Йөрәк ҡаным менән һуғарам,
Ергенәйем түлһеҙ ҡалмаһын тип,
Эш аттарын һирәк туғарам.
Сәскәләрем бөгөн тажын асҡан,
Һөйөнөшөп бағып күктәргә.
Һәр береһе емшән үҙәгенә
Йөрәгемде һалып күтәргән.

(“Йөрәгем гөлләмәһе”).

Баҡса тураһында ғына түгел был шиғыр, тормош тупрағына ташлаған орлоҡтары хаҡында…
Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең бер нисәһен хатта фольклор йыйынтығына ла индереп ебәрҙеләр бер саҡ. Тимәк, ысынлап та халыҡсан, ысынлап яраталар уларҙы. Юғары кимәлдә ижад итеүенә Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлап, балалар әҙәбиәте белгесе, библиограф булып сығыуы ла ярҙам итәлер. Эше күп булғанда ла “Аҡбуҙат” журналы үтенесе буйынса шиғыр йә хикәйәһен йүгертеп килтереп еткерер ине. Күп йылдар “Аҡбуҙат”тың мөхәрририәте ағзаһы булып торҙо, төплө кәңәштәре журналды яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Яҙыусылар союзы идараһы һәм балалар әҙәбиәте секцияһы ағзаһы булараҡ, Гүзәл бөгөн йәш быуын өсөн яҙыусыларҙы үҫтереүҙә, уларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙә ихлас ҡатнаша.
Үҙ шиғырҙарында телебеҙҙе бик яҡшы белмәгән сабыйҙарыбыҙҙың хатта өндәргә ҡағылышлы проблемаларын да иҫтә тоторға тырышып яҙа ул, шуның өсөн дә балалар баҡсаларында эшләгәндәр, башланғыс синыф уҡытыусылары уның әҫәрҙәрен эштә теләп файҙалана. Бала өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүенән ҡурҡа, тартына, ти был хаҡта шағирә. Шиғырҙарына башҡорт теленә хас өндәрҙе яйлап индерергә тырыша, махсус сараларҙа һәр уҡыусының әҙерлегенә ярашлы сығыш яһарға мөмкинлеге булырға тейешлеген күҙҙә тота. Мәҫәлән,

Алма, алма,
Алма алам,
Апайыма
Алма һалам:
– Аша, аша,
Йәсе, – тием,
Апай алмай:
– Әсе, – тиеп.


Был шиғырҙа, күреүегеҙсә, башҡорт телен бығаса белмәгән бала өсөн “ә” һәм “һ” өндәре генә ят. “Ә” өнөнә нығыраҡ күнегеү өсөн тағы бер шиғыр:

Бер, бер, бер-бер-бер,
Бәрәс йүгереп килер,
Бер, бер, бер-бер-бер,
Йәнә береһе килер.
Меке-ке, меке-ке,
Бәрәстәр булыр ...ике.


Математика дәресендә лә ҡулланырға була уны.
Ғөмүмән, уның һәр китабын балалар менән эштә файҙаланып була, бигерәк тә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр буйынса халҡыбыҙҙың милли педагогикаһы алымдарын асып һалған, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә “Күсле ил, көслө ил” тигән китабын миҫалға килтерер инем.
Файҙалы яңылыҡты тиҙ генә эләктереп алып, эсендә ҡайнап китә белә Гүзәл. Әле бына Интернет донъяһында үҙенең бер нисә блогы бар. “Балалар өсөн башҡортса әҫәрҙәр”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы”, “Балалар донъяһы (кескәй башҡорт)” – киң билдә­леләрҙән. Унда ингәндәрҙең, әҙибә, йәмәғәт эшмәкәре менән туранан-тура аралашырға теләгәндәрҙең һаны көндән-көн арта бара. Матбуғатта компьютерҙы “башҡортса һөйләштереү” мәсьәләһен дә күтәреп сыға, шунда уҡ төшөнсәләр һүҙлеген дә әҙерләй, Википедия виртуаль энциклопедияһында милләтебеҙҙең һүҙ байлығын, рухи ҡомартҡыларын да донъяға танытып ултыра. Һис шикһеҙ, уның утыҙ йыллап балалар өсөн ижад иткән әҫәрҙәре, йәш быуын өсөн һалған хеҙмәте Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға лайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135