Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Биғылый”ҙың исем туйы
“Биғылый”ҙың исем туйыӘхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Спартак Ильясовтың “Биғылый” китабының исем туйы уҙҙы. Сарала роман, уның яҙылыу тарихы тураһында һөйләшеү булды. Шулай уҡ әҙиптең дуҫтары, ҡәләмдәштәре иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Был йәһәттән әҙиптең ҡасандыр бер бәләкәй генә “ихтилал” ойоштороуы, әлеге мәлдә ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләүе лә бәйән ителде. Осрашыуҙа яҙыусының дуҫтары, ҡәләмдәштәре, ғалимдар һәм студенттар ҡатнашты.


Сараның башында уҡ ҡунаҡтар “Романығыҙ ниндәй ваҡиғанан орлоҡ алды?” тип һорағас, әҙип аяғүрә баҫты. “Был булған хәл. Романдың төп геройы хаҡында урмансыларҙан ишеттем. Һуңынан тау-таш араһында йәшәгән кешенең үҙе менән барып таныштым, тарихын тыңланым”, – тип башланы ул һүҙен. Артабан бәйән итеүенән фашистарға әсирлеккә эләгеп, һуңынан немецтарҙың штрафбатына ебәрелеп, унан ҡасып та йәмғиәткә кире ҡайта алмаған кеше күҙ алдына баҫты. Ул ғына булһа әле, ғүмеренең ахыр сәғәте лә был әҙәмде шул тау-таш араһында тап итә...
Һөйләшеү дауам иткән арала йәнә “Тәҡдир” әҫәре лә телгә алынды, әле китапҡа инмәй ҡалған тарихи ваҡиға­ларҙың барлығы асыҡланды, ләкин “Йәшереп йөрөткән тарихығыҙ бармы?” тигән һорауға әҙип “Бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмаҫ”, – тип яуапланы.
Артабан инде ҡунаҡтар авторға әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Был йәһәттән яҙыусыны олуғ ғали­мыбыҙ Рәшит Шәкүр, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы етәксеһе Зәки Әлибаев, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне. Әйтелгән һүҙҙәр араһында “Бәлки, киләсәктә ошо китап буйынса кино төшөрөлөр” тигән фекер ҙә яңғыраны. Ә роман иһә башҡорт әҙәбиәтенең кимәлен билдәләүсе әҫәр тип баһаланды. Рәшит Шәкүр үҙ сиратында әҙипкә арнаған “Хәтер һаҡсыһы” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артынса Әхмәр Үтәбай Спартак Ильясовтың бер ихтилалын һүрәт­ләгән тарихын бәйән итте, “Спартак ихтилалы” исемле шиғырын уҡыны.
Баҡһаң, яҙыусы Әүештауҙағы әүлиә шишмәһенә индермәйенсә аҡса һурып торған “эшҡыуарҙарҙы”, халыҡты йыйып, ҡыуып ебәргән икән. Унан тыш, Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫтары һөйләүенән, студент ваҡытында уның яҡташтар ойошмаһын ойоштороп йөрөүе, көн вә төн ҡәләменән айырылмай яҙыу менән шөғөлләнеүе асыҡланды. Әлеге мәлдә ул “Ҡара мөһөр” исемле әҫәре өҫтөндә эшләй икән.


Спартак ихтилалы

Һәр саҡта ла ул йүнәлтә
Тарихҡа иғтибарын.
Ул башҡорттоң донъяһында
Спартак ихтилалы!

Гел унлыҡҡа тейә уғы,
Ҡоростай ихтыярлы.
Тарих һабағын биреүҙә
Спартак ихтилалы.

Гел еңеүсе, унда һис юҡ
Еңелеү ихтималы.
Рух көрәше феномены –
Спартак ихтилалы.

Тауышында тарих илай,
Моңдары “эх” тимәле...
Ул – Табын ҡағанатының
Спартак ихтилалы.

Октябрҙәр кәрәк түгел
Һәм уның инҡилабы,
Барһа әгәр йөрәктәрҙә
Спартак ихтилалы.


Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.



Автор: Д. ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 86

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 175

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 176

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 68

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 151

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 125

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 118

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 172

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 111

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 302