Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай ҡушҡан мәғәнәле исем
Атай ҡушҡан мәғәнәле исемОшо көндәрҙә яҡташым, элек мәғариф министры булып эшләгән Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова шылтыратты:
– Телевизор ҡарайһығыҙмы? Унда Ҡазандан яҡташыбыҙ Абрек Әмир улы Абыҙгилдинды күрһәтәләр бит!
– Рәхмәт, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы, хәҙер, – тинем дә ТНВ төймәләренә баҫтым. Күпме генә баҫһам да, “канал эшләмәй” тигән яҙыу сығып тик торҙо. Шунан һуң, бәлки, БСТ күрһәтәлер тип, үҙебеҙҙең телеканалды асып ҡараным, аптырағас. Бында балалар өсөн урыҫса тапшырыу бара ине. Ҡарай алмауым минең йөрәктә әрнеү һәм хәтер хистәрен уятып ебәрҙе. Рәсәй кимәлендә киң танылған рәссамды беҙҙә беләләрме һуң?

Һикһән йәшенә етә алмай мәңгелеккә киткән талантлы рәссамды тыуған ерендә хәтергә алып үтеү изгелек күрһәтеү булыр ине бит. Абрек Әмир улының тыуған ере – Баймаҡ ҡалаһы. Мин үҙем дә шул райондан, шуға күрә уның тураһында бер аҙ асыҡлыҡ индереп китергә уйланым.
Абрек 1937 йылда Баймаҡ ҡалаһында артистар ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе Йәмилә Зөлкәфил ҡыҙы Әбитаева Ырымбур өлкәһендә тыуған. Үҫә башлағас, унда актриса булыу теләге өҫтөнлөк ала, һәм ул шул ниәт менән Өфөгә килә.
Баш ҡалала ул ваҡытта уның ағаһы Зәкәриә Әбитаев Башҡорт хөкүмәтендә эшләй. Йәмилә ағаһында йәшәй һәм театр училищеһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, ҡыҙҙы Баймаҡ ҡалаһындағы театрға ебәрәләр. Күп тә үтмәй, унда тағы бер йәш артист килә. Ул Әмир Мырҙагилде улы Абыҙгилдин була, сығышы менән Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылынан. Йәш артистар ихлас эш башлай. Күп тә үтмәй, Әмир Мырҙагилде улын Баймаҡ театрының режиссеры итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, эш тә, тормош та йәнләнеп китә.
Йәмилә менән Әмир ҡауышып, тағы ла дәртлерәк эшләй башлай. Әмир Абыҙгилдин бик талантлы артист, режиссер булып сыға. Эше буйынса бер нисә тапҡыр Ленинградта курста уҡып ҡайта. Ул бөтә көсөн Баймаҡ сәхнәһенең сәскә атыуына йүнәлтә. Ленинградта булғанда Кавказ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһынып китә, баҡтиһәң, уларҙа азатлыҡ өсөн көрәшкәндәрҙе Абрек тип атағандар батша заманында. Был исемде бик оҡшата ул. Аэлита тигән ҡыҙ исемен дә үҙ итә – Л. Толстойҙың Йыһан хаҡында яҙған әҫәрендә бар был образ. Бына шулай Әмир Абыҙгилдин үҙенең эше тураһында ғына түгел, ә тыуасаҡ балаларының киләсәген дә уйлап, матур исемдәр әҙерләп ҡуйған. Уның уйы, ысынлап та, киләсәк менән бәйле була. Улы Абрек, ауырлыҡтарҙы еңеп, атаҡлы рәссам, ҡыҙы Аэлита билдәле табип булып китә.
Һуғыш башланған ваҡытта Абрек Абыҙгилдинға өс кенә йәш була. “Атай, мин дә һуғышҡа барам, минең мылтығым бар!” – тип, уйынсыҡ мылтығын күтәреп, атаһының ҡулында военкоматҡа тиклем бара. Ир-егеттәрҙе машиналарға тейәп фронтҡа алып китәләр. Абрек илай-илай әсәһе ҡулында атаһын оҙатып ҡала.
Әмир Абыҙгилдинды шунда уҡ фашистарға ҡаршы һуғышҡа алмайҙар. Уны Көнсығышҡа япондарға ҡаршы әҙерләнгән фронтҡа ебәрәләр. Ғаилә архивынан уның бер хатын миңә лә уҡырға насип булды: “…Йәмилә, ҡәҙерлем, ғәфү ит мине, фашистарҙың этлегенә түҙеп Көнсығыш фронтта ята алмайым. Улар Европаның театр сәхнәләрен ат һарайына әйләндереп бөттө. Үҙ теләгемде белдерҙем. Мине немецтарға ҡаршы ебәрәсәктәр…”
Дошманға ҡаршы оҙаҡ һуғыша алмай Әмир Абыҙгилдин. Орел өлкәһендә ҡаты һуғышта һәләк була. Был ауыр юғалтыуҙы, һуғыш һәм сәхнә ауырлыҡтарын Йәмилә Әбитаева нисек күтәргәндер, йөрәге нисек түҙгәндер? Был һорауға ошо рәүештә генә яуап бирә алам: кешенең рух көсө, киләсәккә ышанысы, балаларын аяҡҡа баҫтырыу ниәте уға бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер. Ошо рухты әсә кеше балаларына ла һала алған.
Һуғыштан һуң илдә тыныс тормош башлана. Тыныс тормош тигәнем илдәге ҡайнар хеҙмәткә бәйле. Совет халҡы Тыуған илен аяҡҡа баҫтырыуға, төҙөлөшкә, колхоз эшенә, әҙәбиәткә күп көс һала. Улар үҙҙәрен юғары рухта күрһәтә.
Юғары рухлылар театр сәхнәһенә лә сыға, сөнки түбәнселек менән халыҡ алдында алдынғы булып булмай. Фашистарҙы еңгәс, һуғыш һәм сәхнә ауырлыҡтарын күтәргән артистарға иғтибар күбәйә. Уларға маҡтаулы исемдәр бирелә. Күп кенә Баймаҡ артистары лайыҡ була уға, тик Йәмилә Әбитаеваны ғына ул исем оҙаҡ йылдар урап үтә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа театр директоры булып Әмир Абыҙгилдинға фамилиялаш Ғәлиә Абыҙгилдина эшләй.
Йәмилә Әбитаева, һуғыш мәлендә түҙемлек күрһәткән кеше, үҙенең хеҙмәтенә директорҙың иғтибар бирмәүенә оҙаҡ түҙә. Ә бер көн директор янына кереп:
– Ни өсөн бүтән артистарға иғтибар бирәһегеҙ, ә миңә юҡ?! – тип һорай.
– Һинең Зәкәриә ағайың халыҡ дошманы булған! Һиңә, уның һеңлеһенә, нисек маҡтаулы исем бирә алабыҙ?
Тик һуңғараҡ ҡына “халыҡ дошманы” мөһөрө ҡуйылған кешеләр аҡланғас, Йәмилә Әбитаеваға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирәләр.
Атай ҡушҡан мәғәнәле исемӘмир Абыҙгилдин һуғышҡа киткәс, уның ҡыҙы тыуа. Йәмилә иренең әйтеп киткән һүҙен тормошҡа ашырып, уға Аэлита тип исем ҡуша.
Йыһандан килгән исемде йөрөткән Аэлита менән һуңғараҡ Түбә руднигында клубта танышып киттем. Баймаҡ тау-механика техникумынан шахтаға практикаға килгәйнем. Аэлита Сибай медучилищеһынан дауаханаға практикаға килгән булып сыҡты. Шул осрашыу беҙҙең күңелдәргә мөхәббәт осҡоно һалды һәм һуңғараҡ Сибай ҡалаһында тормош ҡороп ебәрҙек.
Балалар бәләкәй саҡта, ололар рөхсәт итмәһә лә, уларҙың һөйләшкәнен ситтән булһа ла тыңлап йөрөп үҫә. Күрәһең, Ғәлиә апайҙың һүҙҙәрен Йәмилә кемгәлер һөйләгәндер һәм улар Аэлитаның күңелендә ауыр йөк булып һаҡланып ҡалғандыр. Өйләнешкән саҡта унан: “Атайыңдың фамилияһында ҡалаһыңмы?” – тип һораным. Ул билдәле кеше булған бит! “Юҡ, атайымды хәтеремдән сығармаясаҡмын, ләкин Ғәлиә апайҙы хәтерләмәҫ өсөн генә һинең фамилияға күсәм”. Бына шулай ул Аэлита Әмир ҡыҙы Мостафина булып китте.
Беҙ Өфөгә күстек. Аэлита медицина институтының киске бүлеген тамамланы һәм 5-се поликлиникала табип булып эшләй башланы. Ҡәйнәм Сибай ҡалаһында улыбыҙ Марселде ҡараны. Шунан һуң беҙ фатир алғас, уларҙы Өфөгә алдыҡ. Сибайҙағы ике бүлмәле фатирын Йәмилә Әбитаева икенсе атайҙан тыуған улына – Урал Ишмулла улы Дилмөхәмәтовҡа бүләк итте.
Ҡәйнәм һуңғы көндәренә тиклем беҙҙә йәшәне, балаларыбыҙҙы ҡарашты, тәрбиәләне. Уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Ул тәрбиәләгән Марсель улыбыҙ билдәле табип булып китте, халыҡ һаулығы һағында тырышып эшләй. Ейәнсәре Земфира иҫәп-хисап эшендә.
Хәҙер мин хаҡлы ялда һәм хәтирәләргә бирелеп киттем. Иҫтәлектәрҙе тергеҙергә миңә телевизор ярҙам күрһәтә. Бер кис ҡараһам, экрандан билдәле Башҡортостан йырсыһы йәш баянсыға аңлатма бирә: “Беҙҙең бер аяғыбыҙ – Башҡортостанда, икенсеһе – Татарстанда”. Башҡортостанда тыуған талантлы артистарға ике яҡтан да ихтирам булыуын аңлатты ул. Ике республиканың талантлыларға шундай ихтирамлы ҡарашта булыуына шатландым.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135