Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Серле шиғриәт иле
Серле шиғриәт илеБына тағы шағир илен урап ҡайттым. "Тағы" тиеүем шунан, сөнки унда йыш барам, йыш булам. Матурлыҡ тарта.
Шағир донъяһына сәфәрем ҡасан башланды икән? Хәҙер инде әйтеүе лә ҡыйын. Моғайын, уның осо уҡый-яҙа башлаған көндәргә үк барып тоташалыр. Тимәк, ҙур шағирыбыҙ Назар Нәжми тыуҙырған гүзәл ижад иленә 60 йылдан да ашыуыраҡ ваҡыт сәйәхәт итәм. Һәр сәфәрем хис-тойғоға тулы. Йөрәкһейем. Болоҡһойом. Һоҡланам. Әрнейем. Нәфрәтләнәм. Йылмаям. Тағы моңаям. Ә бигерәк тә — уйланам...


Ғүмер буйы үҙенә тартып, саҡырып торған шағир иленең арбар көсө нимәлә һуң? Ошо һорауҙы биреүемә, бер хикмәтле Көнсығыш хикәйәһе иҫкә килеп төштө...
Батша һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙҙы төшөндә күргән. Сибәрлеге уның һушын алған. Уяныу менән барлыҡ хеҙмәтселәрен янына йыйған да:
— Әле генә төшөмдә донъялағы иң матур ҡыҙҙы күрҙем. Ул йөрәгемде әсир итте. Миңә шул һылыуҙы табып килтерегеҙ, — тип әмер биргән.
Тиҙ арала батша алдына йөҙәрләгән һылыу-һылыу йәш ҡыҙҙы килтереп баҫтырғандар. Тик уларҙың береһе лә батша төшөндә күргән сибәргә тиңләшә алмаған. Батша асыулана башлаған. Шул саҡ ялсыларҙан берәү ҡурҡа-ҡурҡа ғына:
— Хөрмәтлеләрҙән-хөрмәтле батшабыҙ! Һеҙ төштә күргән ҡыҙҙың матурлығын һөйләп бирә алмаҫһығыҙмы, ул саҡта беҙгә табыуы еңелерәк булыр ине, — тип һорарға батырсылыҡ иткән.
Батша ҡыҙҙың тышҡы бер нисә матурлығын әйтеүен-әйткән, әммә был һылыуҙың ни яғы менән йөрәген әсир итеүен, бөтә хыялын, булмышын биләп алыуын һөйләп аңлата алмаған. Аптырағас:
— Мин һеҙгә шағир түгел! — тигән. — Шағир саҡырығыҙ. Ул ғына минең йөрәгемә инеп сыға ала.
Баяғы һорауыма ошо ҡыҫҡа ғына хикмәтле хикәйәлә яуап та бар кеүек. "Кеше йөрәгенә инеп сығыу". Шағирлыҡтың төп асылы, моғайын, ошондалыр. Шунан башланалыр. Хәйер, ниңә башлана? Ғүмер буйы шулай раҫланалыр ул.
Назар Нәжми шиғриәтенең илаһи көсө лә, тылсымлы сере лә бына шунда — "кеше йөрәгендә" булыуҙалыр. Ул үҙе әйтмешләй:
Шиғыр юлы — ҡоро аҡыл түгел,
Шиғыр юлы — йөрәк арҡылы.
"Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә" тигән иҫке хәҡиҡәт сәнғәт өсөн мәңге яңы бит ул, ләкин шағир шуны ла онотмаҫҡа ҡуша:
Юғары аң, бейек күңел кәрәк
Керер өсөн кеше йәненә.
Шағир иле: тормош, йөрәк, хәҡиҡәт, күңел, аң-аҡыл, музыкаллек, тәбиғәт, теүәллек... Бына ошо һәм башҡа бик күп үҙенсәлектән тора уның "ижад" тип исемләнгән мәңге тынғыһыҙ донъяһы... Асыштар иле... Ана шуға ла ул "илгә" юлыбыҙ яңырып ҡына тора, сөнки күңел тартҡан урынға сәйәхәт итеү ялыҡтырмай ҙа, йонсотмай ҙа. Киреһенсә, арыуҙар бөтөп ҡала, йән рәхәтлеге тояһың. Назар Нәжми шиғриәте лә — нәҡ шундай ер ул. Ҡәләм оҫтаһына ошоно тойоуҙан да олораҡ бәхет юҡтыр. Эйе, һүҙенә түбәндәге юлдар менән шағир үҙе лә ҡушыла:
Яҙғандарым һинең йөрәгеңә
Ятһа икән минең башта уҡ:
Шағирҙың бит бар икмәге шунда —
Шағир өсөн бәхет башҡа юҡ!
Баяғы һорауымды яңынан бирәм: шағир иленең арбап торған илаһи көсө тағы ла нимәлә?
Һорауҙарыма яуапты шағир тураһында яҙылған мәҡәләләрҙән, унан килеп, күренекле әҙәбиәтсе, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әхмәтйәновтың "Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы" тигән ихлас, һиҙгер күңел, аҡыл менән яҙылған китабынан эҙләйем. Күп һорауҙарыма яуап табам, ауаздашлыҡ һиҙәм.
Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙәр быуынына тиҫтерҙәрем йөрәк түрендә айырым бер мөхәббәт һаҡлай. Улар йөҙөндә яуҙа ятып ҡалған ағайҙарының төҫөн, яҡындарының ғүмер дауамын күрәбеҙ. Яҙған әҫәрҙәрен дә ниндәйҙер эске бер йылы тойғо менән ҡаршы алабыҙ. Ысын сәнғәт күрһәк, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, сөнки улар әйткән һүҙ — тормоштоң үҙенән, ысынбарлыҡтан, һуғыш һәм йәшәү дөрөҫлөгөнән.
Назар Нәжмиҙең тәүге китаптарын — "Тамсылар" менән "Тулҡындар"ын — бер тынала уҡып сығыуым хәтерҙә. Һуңынан да уларҙы ҡулыма йыш алдым. Ҡабат-ҡабат уҡыуҙан ҡайһы бер юлдар, строфалар, айырым шиғырҙар ятланып бөттө, күңелгә уйылып ҡалды. Уларҙы һаман да хәтерләйем, ҡәләмдәштәр менән юл-сәфәрҙә йөрөгәндә шаярып, тауышымды шағирҙыҡына оҡшатып, ҡайһы бер шиғырҙарын яттан да һөйләштерәм... Йыйып ҡына әйткәндә, Назар ағай Нәжми шиғриәтенә ғүмер буйы ғашиҡ булдым. Шулай булып ҡалам.
1967 йылда "Назар Нәжми лирикаһы" тигән темаға диплом эшен уңышлы яҡлап, университет тамамланым. Шағирҙың үҙенә был хаҡта оҙаҡ ҡына өндәшмәнем. Китап нәшриәтендә хеҙмәт иткәндә, һүҙҙән-һүҙ сығып, ошо турала әйткәс: "Беләм, Ким Әхмәтйәнов ғилми етәксең булған", — тине. Бер аҙ уйланып ултырғас: "Унда беҙҙең ижадты айырым өйрәнәләрме һуң?" — тип һорай ҡуйҙы. Уңайһыҙланыңҡырап: "Беҙ уҡығанда юҡ ине, хәҙер өйрәнәләр, буғай", — тигәс, бүлмәләгеләрҙең барыһы ла ишетерлек итеп: "Их, егеттәр, беҙ ҙә шағир булып йөрөйбөҙ инде!" — тип ултырған урынынан ҡуҙғалды.
Был һүҙҙәре хәтеремдә ҡалды. Эйе, үҙ баһаһын белә ине шағир. Уның хис-тойғоға бай, тәрән мәғәнәле ижады шул саҡтарҙа уҡ һәр яҡлап өйрәнелергә, айырым курстар уҡырға ла лайыҡлы булғандыр, моғайын. Бәлки, тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре, ҡәләмдәштәр шағирҙың ҙур талантын үҙ ваҡытында баһалап еткерә алмағандыр...
Миңә һуңғараҡ ҡөҙрәтле, серле, тылсымлы шиғриәте хаҡында, Назар ағай үҙе иҫән саҡта, бер нисә мәҡәлә баҫтырыу, 70 йәшенә сценарий яҙып, телевизион фильм эшләүҙә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Осрашыуҙарға сыҡҡанда бер нисә тапҡыр шағирҙың юлдашы ла булырға тура килде. Бигерәк тә 1984 йылдың мартында Ҡариҙел районында өсәүләп — Назар ағай Нәжми, шағирә Зарема Әхмәтйәнова һәм мин — йөрөгәнебеҙ, күңелле осрашыуҙар хәтерҙән сыҡмай. Сәфәр сығыр алдынан Назар ағай үҙе шылтыратып: "Союздан әллә кемдәрҙе таҡмаҡсылар, баш тарттым, әйҙә, бергә йөрөп ҡайтайыҡ", — тигән тәҡдим яһағайны.
Ҡариҙелдә, Назар ағайҙың теләге буйынса, бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Көйөнә генә тормаһаң, ағай мыжығыраҡтыр инде, тигән уйым тәүге көндә үк юҡҡа сыҡты. Балаларса бер ҡатлылыҡ, теләһә ниндәй темаға һөйләшеп-серләшеп була торған берсә етди, берсә шаян шағир менән үткәргән сәғәттәр һаман да күңел түрендә, һаман да күҙ алдында...
Көндәр йүгереп, йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Шағир менән аралар ихласыраҡ, яҡыныраҡ була барҙы. Берәй яҡҡа ижад йортона китһә, Назар ағай хат-хәбәр ебәреп торор ине. Архивымда уның биш хаты, бер нисә ҡотлау телеграммаһы, открыткалары һаҡлана. Хаттарҙың береһе менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып китмәксемен.
М. Горький исемендәге РСФСР дәүләт, республиканың Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты Назар Нәжми, ҙур шағир булыу менән бергә, билдәле драматург та, өҫтәүенә, әҙәбиәт, бигерәк тә шиғриәт белгесе лә булды. Матбуғатта йөҙәрләгән мәҡәлә баҫтырҙы, уларҙы айырым йыйынтыҡтар итеп тә сығарҙы. Поэзия хаҡында һүҙ барған бер генә мәҡәләне лә күҙенән, күңел-аҡылынан үткәрмәй ҡалмаҫ ине ул. Яйын, ваҡытын табып, хат аша булһа ла уй-фекерен әйтер ине.
"Совет Башҡортостаны" гәзитенә килгән шиғырҙарға күҙәтеүем сыҡҡас, Назар ағай түбәндәге хатын ебәрҙе:
"Риф ҡусты! "Йыр-моң даръяһына күмеп" тигән мәҡәләңде уҡығас, шуны әйтке килә: һин мәҡәләләрҙе юғары профессиональ уйланыу оҫталығы менән яҙаһың. "Н. Нәжми" тигән исемде иҫкә алыуың өсөн түгел (иҫкә алмауҙарға күнегеп барам инде), быға тиклем шундай мәҡәләләрең һәйбәт тәьҫир ҡалдырғайны.
Шулай ҙа ниндәйҙер һаҡһыҙлыҡ күрһәтеүең тураһында әйткем килә. Йәйә эсендә, фәлән-фәлән кешенең шиғыры, тип әйтеп китәһең. Талапсан түгелһең бит, ҡусты! Уларҙың бөтәһе лә шиғыр түгел дә баһа! Улар — һүҙҙәр теҙмәһе, музыкаһыҙ йәшәй алмаған һүҙҙәр!
Йәш йырсыларҙы "йәш быуын ижадсылары" тип әйтеүең менән дә килешеп бөткө килмәй. Ижадсы булыуҙың ауырлығын һин үҙ тиреңдә лә татыйһың бит.
Мәҡәләнең исеме! Даръя — йылға, һыу. Минеңсә, йылға күммәй, ә баҫа. "Һыу баҫа" тибеҙ түгелме һуң? Бәлки, йыр-моң даръяһында йөҙөү мөмкиндер! Был ваҡлыҡтарҙа хаҡ та түгелмендер, уны минең ҡартлыҡ мыжыҡлығына ҡайтарып ҡалдыр.
Ә асылда ундай мәҡәләләр йышыраҡ булһа икән.
Сәләм менән Назар Нәжми."
Алтмыш йылдан ашыу әҙәбиәттә, әҙиптәр араһында ҡайнап йәшәгән ҙур шағир хаҡында һүҙ алда дауам ителер. Назар ағай үҙе яҙғанса, "шиғриәт мәңге асыла барған сер" булһа, уның үҙ ижады ла, үҙ тормошо ла ана шундай асыла барыр оло сер. Ул матурлыҡ — шиғриәт иле. Мин унда йыш булам. Матурлыҡ тарта.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 73

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 82

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 116

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 103

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 300

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 149

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 157

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122