Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ХикмәтРәсүл Сәғитов менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер. Уның тауышын радио аша ишетеп, үҙен телевизор экранында күреп, яҙғандарын гәзит-журналдарҙа уҡып тораһығыҙ. Шулай ҙа, әле ҡулыма Рәсүлдең хикмәтле хикәйәләре килеп эләккәс, бер-ике ауыҙ һүҙ әйтмәй ҡала алмайым.
Эйе, хикәйә, ғөмүмән, проза әҫәре яҙыусылар күп әҙәбиәтебеҙҙә, ләкин үҙенсәлекле был жанрҙа (шулай тип атарға булалыр) эшләүселәр юҡ тиерлек. Быға тиклем яҙыусы һәм ғалим Ғайса Хөсәйеновтың хикмәтле хикәйәләрен кинәнеп уҡыныҡ, фәһем алдыҡ.
Әле килеп Рәсүл ҡыуандыра. Һис арттырыу түгел, тормошта йыш осрап торған күренештәрҙән ниндәйҙер фәһем һығып сығарыу һәләте һәр кемгә бирелмәй. Бында маңлай күҙенән бигерәк, күңел күҙенең үткерлеге, тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш ташлай белеү кәрәк. Рәсүл Сәғитов нәҡ ошо сифаттарға эйә. Ябай ғына күренештән йөрәкте семетеп алыр фекер “соҡоп” сығара ул. Хәйер, үҙегеҙ бер нисә хикмәтен уҡып ҡарағыҙ.
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Шыма эшләнгәндә лә кәрәк

“Аirbus А 320” осҡосо үҙен һауала бик ипле тотто — бер сәғәт тә илле минут буйы, менгән-төшкән саҡтағы ҡайһы бер ҡапылыраҡ хәрәкәттәрен иҫәпкә алмағанда, һелкенеп тә ҡараманы. Яңы инде былай үҙе — яңылыҡ эске интерьерҙан ғына ла асыҡ бөркөлөп тора.
Мәскәүҙең Шереметьевоһына тәгәрмәстәрен тейҙергәндәге яҙа-йоҙа тауыш сығарыуын ер менән йәнә осрашыу шатлығы тип кенә баһалап булалыр инде, шунан артыҡ түгел. Ҡыҫҡаһы — осош, рәсми телдә әйтһәк “штат режимында”, үҙебеҙсә белдерһәк — һәйбәт үтте. Һәм ошо минутта мин пассажирҙарҙың, ошоғасағы һымаҡ, ҡул сабыуҙарын көттөм. Әммә был булманы.
Кирегә, Өфөгә, осҡанда лайнер үҙен нисектер тынысһыҙыраҡ тотто, һәм эш бында машинаның был юлы ныҡ ҡына тотонолған булыуында ғына ла түгел шикелле, һәр хәлдә бер мәл, самолет дерелдәй-дерелдәй бара башлағас, динамиктарҙан:
— Һауа судноһы командиры турбулентность тураһында хәбәр итте, — тиелде.
Арабыҙҙа тынысһыҙланған кешеләр булһа, улар, быны ишеткәс, тынысланғандыр, моғайын.
...Иллюминатор аша Өфөнөң тирә-яғы күренә. Ҡар яуа.
Дөбөр-дыңҡ-дөбөр... Шөкөр, имен-һау төшөп ултырҙыҡ. Һәм шул ваҡытта гөрләтеп ҡул сабып ебәрҙеләр. Быны әгәр экипаж ишетһә, сәхнәлә сығышын уңышлы тамамлаған әртистәй, йылмайып ебәргәндер, моғайын.
Тормошта ҡул сабыуҙар ниндәйҙер хәүеф тыуып, ул ыңғай хәл ителгәндә генә түгел, ә эштәр шыма башҡарылғанда ла кәрәктер ул.

Шәп нәмә шул...

Бер көй иҫкә төшмәй ҙә ҡуя.
— Ҡара әле, — тим замандашыма, — белмәйһеңме шуны, элегерәк шуға ауылда ныҡ бейей торғайнылар? — Хәтерләгән әҙ генә өлөшөн көйләп күрһәтәм.
— Әллә инде... — Уныһы яурынын һикертте.
Яҙа-йоҙа хәтерҙә ҡалған һүҙҙәрен дә әйтеп, һаман ныҡышам:
— Иҫеңә төшһә, әйт әле.
Замандашым ҡараштырып ултырған гәзитен ситкәрәк һалды ла:
— Минең иҫкә төшмә-ә-ә-ҫ инде ул, — тип ҡуйҙы.
Уныһы ла дөрөҫ инде: күп нәмәләрҙе эшләй белһә лә, йыр-көй яҡлап, кем әйтмешләй, “ҡолағына айыу баҫҡан”.
Тормошта белгес булып ҡыланып тормау, тураһын әйтеү ҙә — шәп нәмә шул.

Һөнәрҙе кеше йәмләй

Ут һүнде, электр уты. Көндөҙҙәре, ҡояш ялтлап, сағыштырмаса йылытып ебәрһә лә, төндәрен тышта октябрь башы икәнлеге ныҡ ҡына һиҙелә — һыуытып ебәрә. Һалҡынлыҡ электр йылытҡыстарын күпләп ҡабыҙырға мәжбүр иткән һәм ана тегендә моңайып ултырған трансформатор түҙмәгән, янып сыҡҡан. Янған тигәс тә, эш ул хәтлем дөрләүгә үк барып етмәгән былай, китапса, һүҙлексә әйтһәк — “тиҙ иреүсән һаҡлағысы” ғына өҙөлгән.
Нишләргә? Билдәле инде — электрикты саҡырырға.
Белгес килде. Баҫҡыс буйлап өҫкә менде. Ауырлыҡ менән ишеген асты. Ҡайҙандыр алюмин тимер сыбыҡтар килтереп сығарҙы. Ә-ә-ә, шунда мөйөштә уралып ҡуйылған булғандар икән. Бында йыш саҡырталарҙыр инде, үҙе һалып киткәндер. Теге “тиҙ иреүсән һаҡлағыс”тың ысыны, завод сығарғаны, урынына әлеге тимер сыбыҡтың ике өҙөгөн ике яҡлап нығытты ла, уртаһына тағы ла тиҙерәк ирей торғанын — йомшағын ялғап, ике осто тоташтырып ҡуйҙы.
Быны аҫтан диҡҡәт менән күҙәтеп тороусыларҙың береһе шул саҡ:
— И-и-и, былай ябай ғына икән дә... — тине. Үҙе, хуплау эҙләп, бүтәндәргә ҡараны.
Был ваҡытта электрик ағай трансформаторҙың тут баҫҡан ишеген, яман шығырҙатып, ябып маташа ине. Шығырҙау баяғынан, асылғандан да, яманыраҡ яңғыраны. Әллә шулай тойолдо ғынамы?.. Ә, юҡ икән: был — ағайҙың әле әйтелгән “ябай” хәбәргә, кем әйтмешләй, реакцияһы, туғандар. Реакция башта шулай шығырҙау рәүешендә яңғыраны, артабан — баҫҡысты нисектер ҡапылыраҡ, даһырҙатыбыраҡ ситкә ҡуйыу аша.
Шуның һуңынан инде тел аша ла еткерелде:
— Эш ябай ҙа ул, тик ғүмер генә кешегә бер мәртәбә бирелә, — тине.
Быны ишеткәндәр, электриктың эшен өйкөлөшөп күҙәтеп торған ир-ат, геү итте — ну, әйтте, ну һалды, ну ебәрҙе ағай!..
Бында әҙәм балаһының ғүмере ҡәҙеренән бигерәк электрик һөнәренең бәҫен күтәреү күберәк булды шикелле.
Йә, һөнәр кешене түгел, кеше һөнәрҙе йәмләй, тип әйтмәй ҡара инде шунан...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135