Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғүмеремде ҡабат башлап булһа, ҡайтыр инем үҫмер сағыма...”
“Ғүмеремде ҡабат башлап булһа, ҡайтыр инем үҫмер сағыма...”Башҡортостандың халыҡ артисы Асия Смаҡова йырлай... Уҙған быуаттың 80-се йылдары башынан ул сәхнәнән һәм радио, телевидение тулҡындары аша моң һөйөүселәрҙең күңелен яулай барып, яратҡан башҡарыусыһына әүерелде. Йырҙың, бигерәк тә моңло йырҙың, һәр бер боролмаһын, аһәңен еренә еткереп башҡарған үҙенсәлекле һәм яғымлы тауышын бер кешенеке менән дә бутарлыҡ түгел. Ул ошо сәхнәгә мәшһүр Илфаҡ Смаҡовтың ниндәйҙер яңы ижади күтәрелеше осоронда уның менән бергә килеп инде.
Асия Смаҡова, һөйөклө ире ҡапыл ғына вафат булғас, һынманы, һығылманы. Бергәләп һалған ижад юлын дауам итте. Үҙенең дә, Илфаҡтың да ижади кисәләрен уҙғарҙы, аудио-видеотаҫмалар сығарҙы. Баш ҡалабыҙ сәхнәләрендә лә, ауыл клубтарында ла тыңлаусылары араһында ҙур яуаплылыҡ тойоп сығыш яһаны. Моң яратыусылар ҡайҙа ла бер: улар күңел күтәрерлек, уйландырырлыҡ, йәшәү көсө алырлыҡ матур йырҙарҙы һайлай. Шуға ла репертуарына бик талапсан Асия Вафир ҡыҙы. Халыҡ йырҙарын да, эстрада өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе лә берҙәй яратып, бөтә күңелен һалып башҡара ул. Халыҡ йырҙарынан “Каруанһарай”, “Киленсәк”, “Тәфтиләү”, “Оҙатыу”, “Һыу буйлап”, “Йома”, эстрада репертуарынан “Һағыш даръяһында” (Н. Дауытов көйө, Н. Нәжми һүҙҙәре), “Урман йыры” (А. Ҡобағошов көйө, Н. Измайлова һүҙҙәре), “Бөтә нәмә һине хәтерләтә” (Л. Батырҡаева көйө, Г. Зәйнәшева һүҙҙәре), “Күҙҙәрем тик һине эҙләйҙәр” (Р. Яхин көйө, М. Ноғман һүҙҙәре) һәм башҡа йырҙарға Асия Смаҡова тарафынан өр-яңынан йәшәү һулышы өрөлдө.


Башҡорт йырҙарына
бала саҡтан ғашиҡ


— Асия ханым, тыуған яҡһыҙ кеше — тамырһыҙ гөл, ә һеҙҙең ижадығыҙ әле лә үҫеш юлында. Бер ижад та буш ерҙә үҫә алмай, емеш бирмәй. Йола буйынса бөгөнгө һөйлә­шеүҙе шишмә башы булған тыуған төйәгегеҙ, ҡанатлы хыяллы бала сағығыҙҙан башлайыҡ әле.
— Мин Стәрлетамаҡ районының Латип тигән бәләкәй генә ауылында тыуып үҫкәнмен. Эргәһендә ҡуйы урмандары, йылғалары булмаһа ла, минең өсөн ошо төйәктән дә яҡыныраҡ ер юҡ. Уның сәскәле яландары, егәрле кешеләре күңелемдә ғүмерлеккә урын алған. Мин үҫкән саҡта ауылда электр уты ла юҡ ине әле. Мәктәп менән клуб та булманы. Күрше Ҡыуғанаҡ, Өршәк ауылдарынан “Өфөнән артистар килгән” тигән хәбәр килеп етһә, әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ кисерә инем. Машина булмағанлыҡтан, ауылдаштарым концертҡа арбаларға ултырып китә. Мин дә йәйге ҡараңғы төндәрҙә, әсәйемә күренмәҫкә тырышып, шул арбалар артынан йүгерә-йүгерә барып, күрше ауылдың клуб тәҙрәһе аша, ҡайһы берҙә йәшенле ямғыр аҫтында онотолоп китеп концерт ҡарай торғайным.
Һуңыраҡ әсәйемдең бер туған ҡустыһы Ғәбделхәй ағайым батареяларҙан эшләй торған “Родина” радио алғысы, патефон һәм бик күп пластинка алып ҡайтты. Минең бәхетле көндәрем башланды. Фәриҙә Ҡудашева, Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Зифа Басирова һәм Башҡортостан радиоһы хоры менән таныштым. Шул йырҙарҙы ятлап, өй артына сығып башҡарып ҡарай инем. Беренсе кластан күрше Алға ауылына йөрөп белем алдым. Унда өс класты тамамлағас, Ғәбделхәй ағайым мине үҙе уҡытҡан Бүреҡаҙған ауылына алып китте.
Алтынсы класты тамамлағас, ағайымды Аллағыуат мәктәбенә директор итеп күсереү сәбәпле, уҡыуымды шунда дауам иттем. Бер шатлыҡлы ваҡиға иҫтә ҡалған. Шул мәлдә беҙҙе пароход менән Ҡазанға экскурсияға алып барҙылар. Был сәфәр минең өсөн сит илгә барып ҡайтыуға тиң булды. Етмәһә, әсәйем юлға тип биргән аҡсаға мандолина һатып алдым. Шул ҡоралда уйнар өсөн буш ваҡыттарымды көтөп ала алмай инем. Нота белмәйем. Ҡылдарҙан эҙләп тапҡан көйҙәрҙе онотмаҫ өсөн, дәфтәргә дүрт һыҙыҡ һыҙып, үҙем генә аңларлыҡ итеп һандар менән “нота” яҙа торғайным.
— Ишембайҙар ҙа һеҙҙе яҡташ тип йөрөтә...
— Ишембай ҡалаһында музыкаға өйрәнергә мөмкин булыуын аңлағас, әсәйемдән мине шунда күсереүен һораным. Теләгем ҡабул булды. Ғәбделхәй ағайым мине ҡаланың 1-се һигеҙ йыллыҡ мәктәп-интернатына урынлаштырҙы. Туғыҙынсы класты 2-се мәктәп-интернатында дауам иттем. 1-се интернатта ҡыллы музыка ҡоралдары оркестрында уйнарға өйрәндем, 2-се интернатта инде сәнғәттең төрлө төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге булды.
Музыка уҡытыусыбыҙ Абдулла Бикбулатов ағай тәү башлап ноталар өйрәтте. Аҙнаның бер көнөн дә бушҡа үткәрмәнем. Уҡыу, дәрес әҙерләүҙән тыш, бер көн скрипкасылар ансамблендә уйнаһам, башҡаларында йыр, театр түңәрәктәренә йүгерә инем. Һуңғы кластарҙа хатта Ишембай башҡорт халыҡ театрында ла уйнай башланым.
— Үҙегеҙҙе йәштән үк сәхнә менән бәйләргә әҙерләгәнһегеҙ икән. Артистка булырға хыял­ландығыҙмы?
— Ул бик йыраҡ, буйым етмәҫтәй хыял ине. Түңәрәк етәксебеҙ Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Һайранова: “Асия, һиңә Өфө сәнғәт училищеһына инергә кәрәк”, — ти торғайны. Ә мин унда нисек барып, имтихан тапшырып йөрөйәсәгемде күҙ алдына килтерә алмай инем. Яҙмыштыр, күрәһең, мин мәктәп тамамлаған йылда Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайына йәш таланттар йыйыу өсөн Өфөнән музыка белгесе Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина килде. Ул тауышымды тыңлағандан һуң сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. 1966 йылда хор дирижерҙары бүлегенә уҡырға индем.
— Әсәйең фатихаһын бирҙеме һуң?
— Ул бик теләп риза булды. “Беҙҙең заманда ундай уҡыу эләкмәне, исмаһам, һин теләгеңә өлгәш”, — тине.


“Өләсәйем бик матур
йырлай ине”


— Ғаиләгеҙҙә йыр-моң яратыусылар булдымы?
— Өләсәйем бик матур йырлай торғайны. Әсәйемдең тауышы ла бик моңло, көслө ине. Ялға ҡайтҡан саҡтарҙа кистәрен ағайым баянда, ике туған һеңлем Рәшиҙә мандолинала, мин скрипкала уйнап, әсәйем, ағайым менән еңгәм йырлар ине. Үҙе бер ансамбль килеп сыға торғайны.
— Үҙегеҙҙең иң тәүҙә йырлай башлауы­ғыҙҙы, тәүге тапҡыр ысын артистарҙың йырлағанын ишеткәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
— Сабый сағымдан бер хәтирә: әсәйем Рәйсә Ғүмәр ҡыҙы Ғәббәсова ауылдағы йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙар менән урман киҫергә киткән. Өләсәйем менән икәү генәбеҙ. Боронғоса итеп һалынған, ҡалай түбәле ҙур ағас йорт. Мин көнө буйы сана шыуып арып ҡайтып инәм дә, туң быймаларымды сисеп ташлап, тиҙерәк өләсәйем янына йүгерәм. Ул аш бүлмәһендә туҡмас киҫә. Йылы аштан һуң мине күтәреп мейес башына ултырта ла әкиәттәр һөйләй башлай. Бер аҙҙан һөйләгәнгә ялҡып китәмме икән: “Өләсәй, әйҙә йырлайыҡ”, — тим. Шуны ғына көткән кеүек, ул моңло тауышы менән йырлап ебәрә:

Мин барамын Миңзәләгә,
Миңзәләне күрергә, шул...
Йә булмаһа:
Өй артында шомортом бар,
Яндарында сейәләр...

Эй-й, шулай өләсәйем кеүек матур йырлай белһәм икән ул, тип хыялланам. Көн артынан көн үтә. Мейес башында өләсәйемә ҡушылып йырлай торғас, мин дә матур-матур йырҙар өйрәндем. Ә инде сәхнәлә ҡасан сығыш яһай башлағанымды әйттем шикелле.
— Шулай итеп, Өфө сәнғәт училищеһында уҡый башланығыҙ...
— Вокалдан Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева уҡытты. Уҡыусыларын яратып, илһамланып үткәрә ине ул дәрестәрен. 1969 йылдың көҙөндә Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ғына асылған академик хор капеллаһына өс турҙан торған имтихандар биреп, уның йырсыһы булып киттем.
— Беҙ хор капеллаһы хеҙмәте хаҡында аҙ беләбеҙ, аҙыраҡ яҙабыҙ шул...
— Хор – бик юғары сәнғәт төрө. Унда тиҫтәләрсә кеше бер моңға буйһоноп, бер-береңде аңлап, биш-алты, хатта ун-ун икешәр тауышҡа йырлайһың. Берәүең генә булһа ла саҡ ҡына яңылышып ҡара! Капеллала эшләгән дәүеремдә өс йөҙҙән артыҡ хор әҫәре йырланылған.
— Хор капеллаһына училищела уҡыған саҡта килдем, тинегеҙ, һеҙ сәнғәт институтын да тамамланығыҙ бит.
— Институтта уҡығанда уҡ бөгөнгө күренекле сәнғәт оҫталары Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Зифа Фәйзуллиналар менән Шамил Ҡолбарисов етәкселегендәге ансамблдәрҙә йырлап, радиоға яҙылып, спектаклдәрҙә ҡатнаша башланыҡ. Филармония етәкселеге шул саҡта уҡ эстрадаға саҡырһа ла, мин капелланы һайланым, сөнки институтта уҡыу теләге көслө ине. Гастролдәрҙә план үтәп йөрөһәм, уҡый алмаясағымды аңланым. Ә инде капеллала ун өс йыл йырлағандан һуң, эстрадаға барыбер килергә яҙҙы. Тормошҡа сыҡҡас, ирем — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илфаҡ Смаҡов бригадаһына эшкә күстем.


Илфаҡ Смаҡов менән танышҡаны

— Асия ханым, сер булмаһа, һөйләгеҙ әле, Илфаҡ Смаҡов менән ҡайҙа, нисегерәк таныштығыҙ?
— Тәүҙә Илфаҡ менән тыуған ауылымда телевизор аша таныштым. Сәнғәт училищеһының 2-се курсынан һуң йәйге каникулдамын. Әсәйем менән бесән сабып, хәлдән тайып ҡайтып инһәм дә, скрипкамды ҡулға алыу менән бөтә арыуым юҡҡа сыға. Шул көндө лә уйнай ғына башлағайным, өйҙән әсәйем саҡыра: “Асия, Асия, ин тиҙерәк, концерт бара”, — ти. “Илфаҡ Смаҡов йырлай”, — тип күрше-тирә ҡатын-ҡыҙҙарына ла әйтте. Өләсәйем дә абына-һөрөнә тыштан килеп инде. Өйҙә кеше күп булыуға ҡарамаҫтан, тын да алмай бер-бер артлы “Еҙ ҡыңғырау моңдары”, “Раушаниям”, “Әҡлимә”, “Бәрәңге”, “Томбойоҡ” йырҙарын тыңланыҡ. “Вәт, йырлай, исмаһам!” — тине күрше бабай, әҫәрләнеп. “Асия туғаным, беҙгә Өфөнән Илфаҡ Смаҡовтың пластинкаларын алып ҡайт әле”, — тине ауылдаш апайҙар, концерт бөткәс. Мин өндәшмәнем. Өфөлә лә Илфаҡ Смаҡовтың пластинкаларын табыу еңел түгел ине.
— Ә күрешеп танышыуығыҙ ҡасан булды?
“Ғүмеремде ҡабат башлап булһа, ҡайтыр инем үҫмер сағыма...”— 1970 йылдың июнь айы. Филармония алды артистар менән тулған. Һәр бригада үҙ автобусын көтә. Төрлө райондар буйлап йәйге һабантуйҙарға китергә йыйынабыҙ. Оҙаҡ та үтмәй, автобустар килде. Мин дә капеллаға тип тәғәйенләнгәненә килдем. Ҡараһам, бер урын да ҡалмаған. “Эстрадник”тарға эйәрҙем. Алдымда төҙ, матур һынлы бер егет ултыра. Тулҡынланып торған ҡара сәсе килешле итеп таралған, үҙе күк костюмда. Бер кем менән дә һөйләшмәй. Иғтибар менән ҡарайым... Бәй, Илфаҡ Смаҡов табаһа! Стәрлетамаҡ яҡтарына, тыуған ерҙәремә юл тоттоҡ.
Бер аҙҙан автобустар заправкаға туҡтаны. Мин дә башҡалар менән автобустан сығып, бер үҙем ситкәрәк барып баҫтым. Көн кискә ауышҡан булһа ла, салт аяҙ. Өҫтөмдә аҡ селтәр яғалы ҡыҫҡа еңле зәңгәр күлдәк. Туҙан теймәһен тип, тиҙ генә плащымды алып кейҙем. Бына бер автобус, көтмәгәндә мине баштан-аяҡ бысраҡ һыуға күмеп, янымдан шыжлап үтеп китте. Беҙҙекеләр автобусҡа инеп бөттө. Мин был көйө инә алмайым бит инде. Барыһы ла мине йәлләй. Тәҙрәнән күреп ҡалғанмы икән, Илфаҡ Смаҡов йүгереп тә сыҡты, ерҙән үлән йолҡа-йолҡа, өҫтөмдө таҙартырға тотондо. Аҙаҡ аҡ ҡулъяулығын алып, һөртөп ҡуйҙы. Уға рәхмәт әйтеп, ултырып киттем. Күренекле йырсының бөтә кеше араһында йүгереп килеп миңә ярҙам ҡулы һуҙыуы күңелемдә ғүмерлеккә яҡты тойғо ҡалдырҙы. Ошо осрашыуҙан һуң Илфаҡ мине ҡайҙа күрһә лә хәлемде һорашып, үҙенең дә пландары менән уртаҡлашыр булды. Дуҫлығыбыҙ тора-бара ҙур хискә әүерелде.
— Шунан һуң эстрадала бергә йырлай башланығыҙ инде?
— Эйе, минең оло сәхнә юлына сығыуымда Илфаҡтың профессиональ ярҙамы ҙур булды. Йырҙарҙы өйҙә лә, гастролдәрҙә лә өйрәндек. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә торғайныҡ. Тауышымдағы моңло боролоштарҙы ярата ине. Йыр һайлауға талапсанлығы миңә лә күсте. Көйө лә, һүҙҙәре лә күңелгә ятышлы йырҙарҙы ғына репертуарына индерҙе. Шуға ла уның бөтә йырҙарын да әле булһа яратып тыңлай халыҡ.
— Ә өйҙә, ғаилә башлығы булараҡ ниндәй кеше ине Илфаҡ ағай?
— Ситтән ҡарағанда ҡырыҫ күренһә лә, йомшаҡ тәбиғәтле булды ул. Өй эштәрендә лә ярҙам итте, ә инде ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙе, ялға барыу, концерттар ойоштороу кеүек мәсьәләләрҙе тулыһынса үҙенең яуаплылығына алды. Дуҫтарына ҡарата ихласлығы, ярҙамсыллығы һоҡландырҙы. Ҡыҙыбыҙ Айһылыу өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине.
— Бигерәк иртә китте шул...
— Үлем һәр саҡ ваҡытһыҙ киләлер, күрәһең. Ә Илфаҡҡа әле йәшәргә лә йәшәргә ине... Уны юғалтҡанға тиклем дә яҙмыш бик күп һынауҙар, ҡайғылар ҡуйҙы алдыма. Уҡып йөрөгән сағымда уҡ, ҡырҡ биш кенә йәшендә әсәйем вафат булды. Тормошҡа сыҡҡас, бәхетемә ҡыуанып ҡына йәшәгәндә өләсәйем үлеп китте. Мине тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Ғәбделхәй ағайым Ғәббәсов аварияға осрап һәләк булды. Түҙергә кәрәк, түҙергә, янымда ҡыҙым, Илфағым бар бит әле, тип йыуандым...
1993 йылдың апрелендә. Илфаҡ ҡабаланып филармониянан ҡайтып инде. “Асия, Шишмәлә Назар Нәжми ағайҙың ижад кисәһе үткәрелә. Унда һинең килеүеңде лә һоранылар, әйҙә, тиҙерәк репетицияға!” — тип сабый бала һымаҡ үтенде.
Шығырым тулы залда, тирен һөртә-һөртә, илһамланып йырланы ла йырланы. Был һуңғы тапҡыр икебеҙ бер кисәлә ҡатнашыуыбыҙ булған икән. 27 майҙа Илфаҡ йоҡларға ятҡан еренән уянманы. Күренекле йырсының ҡапыл үлеүе уны яратҡан бөтә халыҡ өсөн дә йәшен һуҡҡандай булды. Ә йәшәргә кәрәк. Әлдә эргәмдә ҡыҙым, туғандарым, дуҫтарым булды. Айһылыуыбыҙ хаҡына мин үҙемде ҡулға ала алдым. Бөтә күңел наҙымды, көсөмдө уны тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуға, музыкаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлттем.


“Тормошомдан ҡәнәғәтмен”

— Айһылыу, белеүебеҙсә, музыкант.
— Эйе, ул – һөнәре буйынса пианист. Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәште. Шөкөр, бик инсафлы, тыйнаҡ, ихтирамлы булып үҫте ҡыҙыбыҙ. Күпселек сәнғәт кешеләре кеүек, матбуғатта күренергә, киң танылыу яуларға яратмай. Бөтә теләгем – иҫән-һау булып, изге теләктәре тормошҡа ашһын.
— Тыуған яҡтарығыҙ, Илфаҡ ағайҙың туғандары менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
— Ҡәйнәм дә, ағайҙары ла вафат булды. Ҡалған туғандары менән үҙ-ара хәл белешеп торабыҙ. Илфаҡтың яҡташтарына, саҡмағоштарға, рәхмәт: иремдең хәтер кисәләрен үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Беҙҙең яҡтарҙа ла ойошторолдо бындай кисәләр. Ә яҡташтарым мине һәр саҡ осрашыуҙарға саҡырып тора, ижад кисәләремдә бик ихлас ҡатнаша.
— Һуңғы йылдарҙа аудио-видеотаҫма­ла­рығыҙ, дисктарығыҙ донъя күрҙе. Тауышығыҙ радио, телевидение тулҡындарында яңғырап тора.
— “Моңдар яуа” (Н. Дауытов көйө, Г. Рәшитова һүҙҙәре), “Һары сәскә”, “Әсәйемдең сулпы сыңдары”, “Ай, был ғүмерҙәр” (бөтәһенең дә һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә М. Ғиләжев ижад итте), “Хушлашыу йыры” (М. Ғиләжев көйө, Г. Юнысова һүҙҙәре), “Ауылдаштарыма” (Р. Хәким көйө, Г. Юнысова һүҙҙәре), “Ҡыҙылғы күл” (Р. Сәхәүетдинова көйө, Б. Ҡотлоев һүҙҙәре), “Айырылып булмай яҙмыштан” (Р. Ханнанов көйө, Б. Ғиниәтов менән Г. Рәшитова һүҙҙәре), халыҡ йырҙарынан “Таң атҡанда”, “Оҙатыу”, “Һандуғас-күгәрсен” һәм башҡа байтаҡ йырҙар яңы репертуарымдан урын алды.
— Мөмкин булып, иң бәхетле сағығыҙға ҡайтырға теләһәгеҙ, ул ғүмерегеҙҙең ҡайһы осоро булыр ине?
— Мине йыр-моңға яҡынайтҡан, яҡты хыялдарға бай үҫмер сағым.
— Һеҙ яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?
— Ышанам, әммә яҙмышының ниндәй булыуы күбеһенсә кешенең үҙенән тора, тип уйлайым.
— Тормошоғоҙҙа һеҙгә гел генә ярҙам итергә торған кешеләр осрамағандыр бит?
— Төрлөһө була инде ижад кешеләре араһында ла. Миҫал итеп ике хәлде һөйләп китәйем әле.

Юбилейҙағы сюрприз

Бер саҡ оҙон юл буйы һабаҡташым Мөҙәрис Мырҙаханов яҙған “Аҙаҡҡы күперҙе яндырма” тигән йырҙы өйрәнеп ҡайттым. Эргәмдә билдәле йырсы ханым тыңлап килде-килде лә: “Ә был йыр миңә лә бик оҡшай”, — тип әйтеп ҡуйҙы.
Бер нисә айҙан мин был йырҙы, еренә еткереп әҙерләп, радиола яҙҙырып ҡуйҙым, концерттарымда башҡарҙым. Мөҙәрис тә радионан ишеткән, оҡшатҡан икән, рәхмәт әйтеп, үҙенең Дүртөйлө ҡалаһында үтәсәк юбилей кисәләренә саҡырҙы һәм сәхнәнән мотлаҡ ошо йырҙы башҡарыуымды үтенде.
...Юбилей кисәһе бик шәп бара, залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Ҡотлауҙар юбиляр ижад иткән йырҙар менән үрелеп алып барыла. Минең йырҙың аранжировкаһы залдағы тауыш операторында, шаршау артында тыныс ҡына үҙемдең сиратты көтәм. Бер ваҡыт ни ишетәм: сәхнәнән теге саҡ яңы йыр өйрәнгәндә юлда бергә ҡайтҡан йырсы ханымдың тауышы сыға: “Әлбиттә, был йырҙы Асия Смаҡова ла йырлаясаҡ, бына һеҙ тәүҙә уны минең башҡарыуҙа тыңлағыҙ әле”, — ти. Мин ҡойолоп төштөм. Бындай сюрпризға әҙер түгел инем, әлбиттә. Бер үк йырҙы бер нисә кеше өйрәнеп йырлаған осраҡтар күп инде ул, тик ошолай, күрәләтә, автор менән дә, төп башҡарыусы менән дә килешмәйенсә, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеү – артистар араһында күрелмәгән хәл. Башҡа йырсылар мине йыуата: “Былайға киткәс, әйҙә, Асия, һин дә сығып йырла”, — тиҙәр. Минең концерт түгел бит, ҡатнашыусылар күп буласағын иҫтә тотоп, ошо йырҙы ғына әҙерләгәйнем.
Халыҡ хәлде дөрөҫ аңланы: ҡул сабып ҡаршы алды, аҙаҡтан баҫып, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәйенсә, алҡышланы. Ә инде етәкселәрҙән берәү сәхнәгә күтәрелеп: “Тәүге ханым үҙенең һүҙҙәре һәм йыры менән беҙҙе уйландырҙы, ғәжәпләндерҙе, ә Асия Смаҡова ҡыуандырҙы”, — тине. Киске табында, мин инде был хәлде онота яҙғайным, теге ханымдың ситтәрәк кенә, оялышынан ҡыҙарып-бүртенеп, башын да күтәрмәй, һөйләшмәй ултырғанын күреп, бик йәлләнем. Дуҫ булып йөрөгән кешеләрҙең хыянатына быға тиклем осрағаным юҡ ине.


Ваҡыт һәр кемде
үҙ урынына ултырта


Бер мәл Шамил Ҡолбарисов етәкселегендәге ҡыҙҙар ансамбле менән Германияға барырға әҙерләнәбеҙ. Тағы ла бер юғары тауышлы йырсы кәрәк булғас, мин тиҙ генә бүлмәләш ҡыҙға һөйөнсөләнем. Киттек етәксегә, ләкин ул ваҡытта капеллала йырлап йөрөй инем. Оҙаҡ көтә алманым, иптәшемдең үҙен генә ҡалдырып, эшкә киттем. Эш бөткәс тә, өйгә ашыҡтым. Борсолам инде: алғандармы бүлмәләшемде сәфәргә? “Юҡ, — ти ул күҙ ҙә йоммай, – сәфәр туҡтатылған”. Сара юҡ, был хәбәргә күнеп, тыныс ҡына эшләп йөрөйөм. Байтаҡ ваҡыт үткәс, уҡытыусым Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева эҙләп тапты: “Асия, ниңә һин сит илгә сәфәрҙән баш тарттың?” Мин аптырап киттем. “Ул сәфәр туҡтатылған да инде”, — тип яуаплайым.
Ә эш былай булған. Әхирәтем Шамил Зөфәр улын көтөп алған да: “Асия Германияға бара алмай, уның урынына әхирәтемде алайыҡ”, — тип икенсе бер ҡыҙҙы тәҡдим иткән. Етәксебеҙ ышанған. Мине юллап тормаған. Йәш кенә ҡыҙҙар шул тиклем оятһыҙлыҡҡа барыр тип кем уйлаһын инде?! Аҙаҡ уҡытыусым минең өсөн йөрөп ҡараһа ла, эш уҙғайны. Коллектив сит ил паспорттары алып өлгөргәйне, ә мин һуңланым.
Күңелле итеп йөрөп ҡайттылар. Республика гәзит-журналдарында был хаҡта бик йомарт итеп яҙылып сыҡты. Шул арала капелланың юбилейы етте. Иң әүҙем коллектив ағзаларын юғары исемдәргә тәҡдим иттеләр. Лайыҡлылар араһында мин дә бар инем. Ә исемдәрҙе Германияла йөрөп ҡайтыусылар алды. Араларында алдашып, минең урында йөрөгән ҡыҙҙар ҙа бар ине...
Кем икәндәрен әйтеп тормайым инде. Күп ваҡыт үткән, икенсенән, уларҙы барыбер белмәйһегеҙ. Ваҡыт һәр кемде үҙ урынына ултырта шул...

***
Күренекле эстрада йырсыһы Асия Смаҡова әлеге көндә лә йырҙан айырылмай. Радио һәм телевидение тулҡындарында элегерәк яҙылған йырҙары менән бер рәттән өр-яңылары ла даими яңғырай. Сәхнәләрҙән сығыш яһауын да көтөп ала Асияның ижадын яратыусылар. Асия һәм Илфаҡ Смаҡовтарҙың ижадына һәм тормош юлына арналған “Беҙҙең заман моңдары” фотоальбомы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Асия Смаҡованы мин йәш саҡтан беләм. Беренсе сиратта һөйкөмлө, мөләйем, ихлас, һүҙендә тора белгән кеше булараҡ, ул – үҙенә йәлеп итә ул. Ә инде йырсы булараҡ – юғары профессионал. Уның репертуар һайлай белеүенән генә лә әйтә алам, сөнки хәҙерге заманда, бигерәк тә йәштәр үҙҙәренең тауышына тура килерлек йырҙы һайлай белмәй.
Ә Асия Смаҡова менән беҙ унлап йыр ижад иттек. Минең шиғырҙарға яҙылған йырҙы өйрәнгән саҡта, төндәме, иртәнме, өйгә килепме, тура килтереп, Асия һүҙҙәрҙе еренә еткереп ҡуйғанды ярата. Бәлки, башҡалар ҙа йырҙарының һүҙҙәрен үҙгәрттерергә теләйҙер, уларҙы белмәйем. Ә инде мине, йөҙләгән йырға шиғыр яҙған кешене, Асия яңынан эшләтеп, һүҙҙәре икебеҙҙең дә күңелгә ятышлы булғас ҡына башҡара. Тыңлаған кешеләр белә: ул бер ваҡытта ла еңел-елпе, мәғәнәһеҙ йырҙар менән сәхнәгә сыҡмай. Бергәләп йөрөгән саҡтар ҙа күп булды. Райондар буйлап ауыл клубтарында, ҡала сәхнәләрендә һәм башҡа ерҙәрҙә сығыш яһағанда бик әҙерләнеп, кейеменә лә, кәйефенә лә иғтибар бүлеп халыҡ алдына сыға моңло тауышлы, яуаплы, ихлас холоҡло сәхнә оҫтаһы.
Рәсәй күләмендә бер тигән йырсыбыҙ Илфаҡ Смаҡовҡа ысын ижади коллега булып, матур итеп донъя көттөгөҙ. Үҙегеҙ һымаҡ талантлы ҡыҙ үҫтерҙегеҙ. Бынан һуң да ижад утың һүрелмәһен. Ҡыҙыңа ла, үҙеңә лә оло бәхет, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ, сәхнә йондоҙобоҙ Асия Смаҡова!
Көҙҙөң тәүге айында Асия Вафир ҡыҙы сираттағы күркәм юбилейын билдәләне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135