Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ — ҡыр-йылан ырыуынан
Беҙ — ҡыр-йылан ырыуынанОктябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт гимназияһында шәжәрә байрамы үткәреү матур йолаға әүерелде. Тағы шуныһы һөйөндөрә: унда үҙ затының тамырҙарын барлаған, ата-бабалары төйәк иткән ауылдарҙың тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныусы күп ғаиләләр бик теләп ҡатнаша.
— Был изге эштең тәрбиәүи яҡтан да әһәмиәте ҙур, — ти гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Ғәскәрова. — Һәр бала үҙ халҡының мәҙәниәтен, үткәнен һәм бөгөнгөһөн өйрәнергә, тыуған яғының тарихын белергә тейеш. Беҙҙең тамырҙарыбыҙ ҡайҙа? Ата-бабаларыбыҙ ҡайһы яҡ кешеләре, ниндәй ырыу вәкилдәре? Нәҫел ағасын төҙөгәндә улар мотлаҡ шундай һорауҙарға яуап эҙләйәсәк. Шул саҡта ғына беҙ быуындар бәйләнешен нығытыу тураһында ауыҙ тултырып һөйләй аласаҡбыҙ. Тураһын әйткәндә, был эште башлап ебәргәндә, уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен, ауылдарҙың тарихын бик аҙ белә ине. Үҙ ырыуҙарының генеалогик яҙмаһын төҙөү күптәр өсөн яңылыҡ булды. Хәҙер конкурстарға матур әҙерләнеп киләләр. Бына бөгөнгө байрам да беҙгә тарихыбыҙға бер ҡараш ташларға ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта ул нәҫел-нәсәбен барлаған, ҡуйған маҡсатына өлгәшергә тырышҡан дан ғаиләләрҙе бергә осраштыра.
Беҙ — ҡыр-йылан ырыуынанГөлназ Камил ҡыҙы хаҡлы: конкурста ҡатнашыусыларҙың тарихи хәтерҙе яңыртып, үҙҙәренең зат-ырыуы хаҡында нигеҙле мәғлүмәттәр килтереүе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Айырыуса 10-сы урта мәктәптән II класс уҡыусыһы Айҙар Зәйҙуллиндың сығышы беҙҙең күңелдәргә хуш килде.
— Һәр кеше нәҫел ебен ете быуынға ҡәҙәр белергә тейеш. Шуға мин дә үҙебеҙҙең шәжәрәне төҙөргә уйланым. Был эштә әсәйем Тәнзилә Мөсәғит ҡыҙы, апайым Альбина, ә атайым яғынан Себерҙә ҙур акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләгән яҡын туғаныбыҙ Рәмил Әмир улы Һибәтуллин ярҙам итте, — тине сәхнә түрендә үҙен ҡыйыу ғына тотҡан бала. — Беҙҙең нәҫелдең тамырҙары Баҡалы районының Иҫке Ҡуян ауылына барып тоташа. Ул ауылға XVII быуатта ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Мин ата-бабаларымдың ун быуынға ҡәҙәр кемдәр булыуын асыҡланым. Шәжәрә төҙөгәндә архивтағы яҙмаларҙы, 3, 5, 8, 10-сы ревизия материалдарын файҙаландыҡ. Иҫке Ҡуян ауылына нигеҙ һалыусылар араһында беҙҙең нәҫелдән Бикмәт бабайыбыҙ ҙа булған. Ҡартатайыбыҙҙың атаһы Зәйҙулла I Бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан. Шунан һуңғы быуындар уның исемен фамилия итеп ала ла инде. Ә минең ҡартатайым Миңнихан 1941 йылдың июнендә үк фронтҡа китә. Яҡты киләсәгебеҙ өсөн ул яу ҡырында башын һала.
— Был яғымлы баланы икенсе йыл уҡытам, — тине 10-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмүзә Нәбиуллина. — Конкурсҡа бергәләп әҙерләндек. Шәжәрәне төҙөгәндә уның күп туғандары менән таныштым. Шуны асыҡланыҡ: ул нәҫелдең боронғо тамғаһы ҡаҙаяҡ булған. Был мәғлүмәткә бик тә шатландылар. Айҙар, был тамғаның ни аңлатҡанын белергә теләйем, ти. Әле эҙләнеүҙәр дауам итә, ярты юлда туҡталып ҡалмаҫбыҙ, тип уйлайым.
Ҡаланың 2-се гимназияһынан V класс уҡыусыһы Артур Насибуллин да үткәндәргә күҙ һалғанда, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнгәндә күп кенә асышҡа юлыҡҡан. Атаһы Ирек Мөхлис улы ярҙамында ул шәжәрә тармағын ун быуынға тиклем төҙөрлөк материал туплаған.
— Нәҫелебеҙҙең тарихын да өйрәнгәндә үҙ тамырҙарым менән ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө, — тине Артур конкурста. — Беҙҙең тоҡомдоң шәжәрәһе боронғо яҙмалар, архив сығанаҡтары нигеҙендә төҙөлгән. Шул документтарҙа ата-бабаларыбыҙҙан Айҙар Айытов телгә алына. Тик тыуған йылын әлегә билдәләй алманыҡ. Шул шәжәрәне төҙөгәндә ауыл тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле материалдарға юлыҡтыҡ та инде. Әлеге көндә олатайым Мөхлис Ғилемдар улы менән өләсәйем Рәсимә Миңнулла ҡыҙы йәшәгән Уяҙытамаҡ ауылына ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Шуға мин эҙләнеүҙәрҙе киләсәктә дауам итергә, башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнергә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тормош-көнкүреше, йолалары тураһында күберәк белергә теләйем.
Ошо күркәм сарала беҙгә Алтынбаевтар ғаиләһе менән танышыу форсаты ла тейҙе. Уларҙың VI класта уҡыған ҡыҙҙары Гүзәлдең саф башҡорт телендә сығыш яһауы бигерәк тә күңелебеҙгә ятты.
— Беҙ ниндәй ырыу кешеләре? Өләсәйем Рәзиә Хөббәтулла ҡыҙы яғынан Хисмәтуллиндарҙың шәжәрәһен төҙөгәндә, шундай һорауҙарға яуап таптым, — тине һөйкөмлө ҡыҙ бала. — Ата-бабаларыбыҙ, ҡартинәйҙәребеҙ Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан, хәҙерге ваҡытта Туймазы районына ҡараған Яҡшай ауылында тыуып үҫкән. Легендаларҙа әйтелеүенсә, был исем “яҡшы ай” тигәнде аңлата. Тарихи сығанаҡтар тағы шуны раҫлай: Яҡшай Ҡыр-Йылан олоҫона ҡарай. Төрлө йылдарҙағы ревизия материалдарында яҙылыуынса, ауылда башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа йәшәгән. Беҙҙең нәҫелдең башы Искәндәр ошонда ғүмер иткән. Милләте буйынса ул — башҡорт. Оло бабайыбыҙҙың дүрт улы булған. Хисмәтулла, Сәлих, Хәлиулла, Һибәтулла, тыуған ауылдарында нигеҙ ҡороп, зат-ырыуҙарын дауам итә. Шундай фамилиялы туғандарыбыҙҙың күбеһе әле лә Яҡшай, Ҡарат, Уяҙытамаҡ ауылдарында йәшәй. Хисмәтулланың икенсе балаһы Хөббәтулла — минең ҡартатайым. 1940 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Илебеҙҙең азатлығын һаҡлап, ул оҙайлы фронт юлдарын үтә. Румыния ерендә барған ҡаты һуғыштарҙа әсирлеккә эләгә. Совет ғәскәрҙәренең һөжүме уларҙы тотҡонлоҡтан ҡотҡара. Һуғыштан ҡайтҡас, бар көсөн колхозды күтәреүгә, үҫтереүгә һала. Ул алтын ҡуллы балта оҫтаһы була. Тағы бер күңел ятҡан эше — умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Был ҡыҙыҡһыныуы һуңынан ҡыҙҙары Рәзиә менән Ғәлимәгә лә күсә. Бөгөн төп йортта өләсәйемдең һеңлеһе йәшәй. Ғәлимә әбей умарта күстәренең һанын бер ҙә кәметмәй. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә вәкилдәре бик татыу, эшсән һәм изге күңелле. Тиҫтерҙәремә шуны әйткем килә: туғандарығыҙҙы яратығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, ҡан-ҡәрҙәштәрегеҙҙе онотмағыҙ.
Гүзәлдең әсәһе Зәлиә Рафаэль ҡыҙы ҡаланың 15-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Балаларҙың рухын үҫтереүгә, үҙ халҡына, иленә һөйөү тәрбиәләүгә бар һәләтен һәм көсөн һала.
— Нәҫел ағасын төҙөгәндә, ауылдың үткәненә лә байҡау яһаныҡ. Күп кенә тарихи китаптарҙы аҡтарҙыҡ, — тип һөйләне ул беҙгә. — Хәҙер туғандарыбыҙ ҙа үҙҙәренең сығышын яҡшы белә. Әҙәм тамыры ағастыҡынан да көслөрәк, тип халыҡ белмәй әйтмәй. Беҙ халҡыбыҙҙың борондан килгән матур йолаларын һаҡлап ҡалырға һәм үҫтерергә тейешбеҙ.
Эйе, үҙ тамырҙарыбыҙҙы өйрәнһәк, балалар үткәндәрҙе белеп үҫһә, быуындар сылбыры ла өҙөлмәйәсәк, ҡан-ҡәрҙәшлек һаҡланасаҡ. 4-се башҡорт гимназияһында уҙған күркәм сара ла тыуған яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһынған күп кешенең рухын тағы күтәреп ебәргәндер.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Октябрьский ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 44

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 93

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 104

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 140

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 124

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 326

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 160

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 112

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 67

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 123

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 155

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 177