Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йөрәк һүҙе” саҡыра
“Йөрәк һүҙе” саҡыраЯңы йыл байрамдарында, ял көндәрендә, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән “Башҡорт йыры” һәм “Байыҡ” конкурстарында еңеүселәрҙең йомғаҡлау концерттары – күпселек өсөн көтөп алған яратҡан тапшырыуҙар. Уларҙа халҡыбыҙҙың рухи даирәһендәге йондоҙсоҡтар сағыла, яңылары тыуа.
Быйыл иһә Яңы йыл көндәрен “Ҡурай” телеканалы ойошторған тағы бер рухиәт байрамы “Йөрәк һүҙе” биҙәне.

Был Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһенең йомғаҡлау финалындағы сығыштар беҙҙе, телевизор ҡараусыларҙы, һүҙ ҡөҙрәте менән арбап, милләте­беҙҙең сихри рухиәт күгенә күтәргән тиңдәшһеҙ иҫ китмәле тамаша булды. Ун ике парҙың – шиғриәт һөйөүсе, ифрат талантлы һүҙ оҫталарының сығышы үҙе бер сәхнә күренеше, үҙенсәлекле спектакль ине. Телебеҙ өсөн кинәнеп ғорурландыҡ, күҙҙәрҙе йәш томаланы. Быны һүҙ менән генә аңлатып булмай, уларҙы күрергә, ишетергә кәрәк. Барыһына ла – хөрмәтле конкурсанттарға, һүҙ оҫталарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
“Йөрәк һүҙе” саҡыраМинең фекеремсә, “Йөрәк һүҙе”н­дә тупланған һүҙ көс-ҡөҙрәтен әүҙем файҙаланырға, мөмкин тиклем күберәк милләт­тәштәребеҙ – уҡытыусылар, тәр­биәселәр, уҡыусылар, атай-әсәй­ҙәр, бигерәк тә йәштәр күрһен ине. “Йөрәк һүҙе”нең телевизион яҙмалары тағы ла күрһәтелһә, “Ҡурай” каналы сайтына индерел­һә, яҡшы булыр. Был уңайҙан 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө отошло.
Шул уҡ ваҡытта яҙманы сифатлы итеп дискыларға яҙҙырып сығарыу һәм таратыу, район-ҡала­ларҙа туған телебеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа файҙаланыу кәрәк ине. Бәлки, “Йөрәк һүҙе” балаларын туған телендә тәрбиәләүҙе, уҡытыуҙы инҡар итеп, ҡул һелтәп йөрөгән­дәрҙең дә йөрәгенә үтеп инер, күңелдәрен иретер?
Мин проекттың авторы Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова менән телефон аша аралашып, рәхмәт һүҙҙәре белдереп, үҙемдең фекерҙе еткерҙем. “Бындай теләктәр менән шылтыратыуҙар башҡа төбәктәрҙән дә булды, был йүнәлештә эш алып барабыҙ”, – тине ул.
Беҙ – бөйөк Рәсәй дәүләте граждандары. Хоҡуҡтарыбыҙ, шул иҫәптән туған телдәр тураһын­дағылары ла Конституцияла яҙылған, закондарҙа раҫланған. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙенән башларға, “юҡ, булмай ул” тип ҡул һелтәргә түгел, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек күрһәтергә тейешбеҙ. Телһеҙ башҡорт булмай. Беҙҙең төп ҡорал – һүҙ көсө.
Ошо урында туған телебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәгән, йәнен биргән бөйөк Рәми Ғариповтың шиғыр юлдарын нисек ҡабатламайһың:
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем
кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!
Халҡым теле миңә –
хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
“Йөрәк һүҙе” милләттәштәре­беҙ­ҙе шуға саҡыра, ул аҡыл-фиғелебеҙҙе лә яулаһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 41

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 57

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 66

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 92

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 55

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 196

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 56

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 120

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 83

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 346

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 86