Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ата-бабам мираҫы Булмышыма һалынған...
Һәйкәл

Ата-бабам мираҫы Булмышыма һалынған...2016 йылдың 14 октябрендә башҡорт халҡының мәшһүр ҡыҙы — халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асылды.


Ҡайтып баҫтың баш ҡаланың
Ҙур, матур урамына.
Ҡаяға тиң мәғрур һының —
Оло бүләк халҡыңа.
Үҙең эшләп киткән ергә
Терәлеп торасаҡһың.
Зәйнәб апай, нәшриәттең
Терәге буласаҡһың.
Уҙасаҡбыҙ иртән эшкә
Килгәндә, кис ҡайтҡанда.
Беләсәкһең изге эштәр
Атҡарыуыбыҙ хаҡында.
Ҙур ғорурлыҡ менән данлы
Исемеңде йөрөткән
Нәшриәт йөҙ йылға яҡын
Тарих юлдары үткән.
Үткер ҡәләмең тыуҙырған
Китаптарың баҫылғас,
Һине оло данға күмеп,
Киң офоҡтар асылған.
Китаптарың тәрбиәһен
Быуын-быуын татыныҡ.
Тормош ҡанунын һанлаған
Ҡыла алмаҫ ят ҡылыҡ.
Әҫәрҙәрең өлгөһөндә
Әҙәбиәт һуҡмағына
Төшөп алғандар ынтыла
Хәҙер Олимп һыртына.

Зәйнәб апай, эргәбеҙгә
Ҡайтыуҙарың ҡыуаныс.
Рухи таяныс булыуың —
Халҡың өсөн йыуаныс.


Йөрәк аһы

Мәшһүр шағир, яҡташым Рәшит Назаровтың “Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам” шәлкемен уҡығас...

Таш зинданға һине ташлағандар,
“Ер аҫтынан” хаттар яҙғанһың.
Ситлектәге һинең тыпырсынған
Йәнгенәңде йәлләп һыҙландым.

“Ер аҫтынан” хаттар яҙғанһың һин,
Етер, тиеп, бер саҡ халҡыңа.
Шиғырҙарың бәғеремде киҫә,
Утлы төйөр тора алҡымға.

Таш йөрәкле бәшмәк баштар менән
Уратылған булған һәр яғың.
Шағир әрнеүҙәре уларға ят,
Татымайҙар ғазап тулғағын.

Һинең көнөң һары һағыш тулы,
Әсе әрнеүҙәргә сорналған.
Мең яралы шиғри күңелеңдең
Һыҙланыуы менән ҡуҙланған.

Һинең йоҡоң йоҡо булмағандыр —
Азатлыҡты һөйгән йәнгенәң,
Күҙең асыу менән, асырғанып,
Һоро диуарҙарға бәрелгән.

Һинең аша йыһан нуры аҡҡан,
Сайпылыуы тамған ҡағыҙға.
Быуаттарҙы ашыр шиғри моңдар
Йөрәк аһы булып урғылған.

Йөрәгеңдең ярһып тибешенең
Йылдар аша килә шаңдағы.
Шиғриәтең утлы ҡойон булып,
Тетрәндерә күпме аңдарҙы.

“Ер аҫтынан” яҙған хаттарыңдан
Бәғер ҡанап, меңгә теленә.
Тотҡонлоҡта зар илаған йәнең
Шиғыр юлдарында терелә.

Бикле зарыҡһаң да, рухың азат,
Шиғырҙарың — мәңге тынмаҫ көй.
“Ер аҫтынан” һине ҡотҡарырға
Ҡөҙрәт етмәгәнгә йән әрней...


Һабаҡ

Йылға буйҙарына төштөм иһә,
Күҙ алдыма килә иң элек:
Илай-илай көйләп, Әминә әбей
Ҡаҙ ҡаурыйы йыя эйелеп.

Мин, кескәй ҡыҙ, аптырауҙан
хайран,
Ҡарап торам һушты йыялмай.
“Мендәр өсөн ҡаурый сүпләйме икән,
Күҙ йәштәрен шулай тыялмай?”

...Күңел йыуанысы эҙләгәндер.
Йылдар уҙғас, шуны аңланым:
Ҡайҙа төшһә, яҙмышҡайы шунда,
Эсер һыуы ла — ҡыҙ баланың.

Ҡазан яҡтарынан төшкән килен —
Әминәкәй беҙҙең ауылға.
Ап-аҡ йөҙө, моңһоу ҡараштары
Әле булһа күҙем алдында.

Ғүмер буйы башҡорт араһында,
Лөғәтенән боҙмай бер һүҙҙе,
Тыуған ерен, үҙ милләтен ҙурлап,
Оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерҙе.

Йылға буйҙарында ҡаҙҙар ҙа юҡ,
Ятмай тулып ҡаурый-ҡанаттар.
Әминә әбей иҫтәлеге булып,
Тик күңелдә ҡалған һабаҡ бар.

Ҡайҙа йөрөмәй башҡорт балалары,
Сит яҡтарҙа, яҡын-тирәлә.
Аҙым ситкә баҫһа, ни ғилләлер,
Телдәр боламыҡҡа әйләнә.

Тарихыбыҙ данлы, тамыр тәрән,
Рух ныҡлы — телгә таянһа.
Ҡәүемеңдең теле ни хәлдәрҙә,
Милләттәшем, һиңә шул баһа...

Байлыҡ

Күңел таҙа — түгел яза,
Ул иман байлығынан.
Ата-бабанан мираҫҡа
Булмышыма һалынған.

Алып ташлап булмай уны,
Ҡағып-һуғып, ҡырып та.
Ҡан менән күскән өсөнгә
Йәнгә-тәнгә, холоҡҡа.

Ер йөҙөндә йәшәгәндә
Айырмаһын имандан,
Үҙем булып ҡалыр өсөн,
Тайпылмаҫ өсөн юлдан.


Сәйәхәттә

Ярҙарына ярҙай халыҡ
Йыйылған, Ҡара диңгеҙ,
Зөмрәт тулҡындар йүгертеп,
Моңлана, түгел өнһөҙ.

Мәңгелектең шауы булып
Күңелде иләҫләтә.
Берсә һағышлы һулҡылдай,
Берсә көләслек һирпә.

Һыу даръяһы тулҡынһа ла,
Ҡояш нурын һыуытмай:
Сағыулығы күҙ астырмай,
Ҡырсынташ ҡыҙыу уттай.

Ожмах үҙе ошолор тип,
Һыу инеп, ҡыҙынһаҡ та,
Бер минут та иҫтән сыҡмай
Үҙебеҙ тыуған яҡтар.


Осрашыу

Диңгеҙ менән ҡосаҡлаштым.
Эргәмдә саба-саба,
Сал тулҡындар, ҡыуанышып,
Аҡ күбек шәлен яба.

Битемдән үрелеп үбә
Дымлы ирене менән.
Башҡортостан йылғалары
Ашҡынып янға килгән.

Диңгеҙ эсендә бәүелә
Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим.
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылғаны,
Шишмәне таныным мин.

Тыуған яҡтан китһәләр ҙә,
Ғәзиз ерҙе һуғарып,
Уҙған өсөн иген бешә,
Урман тере, туғайлыҡ.

Һутлы йәшеллеккә бөркөп
Йәншишмәләй тере һыу.
Йылғалар диңгеҙгә ҡоя,
Йәшәтә — берҙәм булыу.

Осрашыу шатлығынан
Күккә тейгәндәй түбәм.
Аяҡ аҫтында булһа ла,
Диңгеҙҙәр түгел түбән.


* * *

Абхазия иле, таң ҡалдыра
Һиндә күргән һәр мәл, һәр миҙгел.
Бейек тауҙар, күлдәр, шарлауыҡтар,
Ҡараш иңләй алмаҫ күк диңгеҙ.

Инжир, киви, йөҙөм тәлгәштәре,
Груша, алма бешкән-өлгөргән.
Фейхоа, финик, хөрмә —
тулышалар,
Мул көтөлә уңыш был көҙҙән.

Йомарт ер был, “тере ҡойма”
булып,
Үҫә икән лавр ҡыуағы.
Шау сәскәлә алһыу олеандр,
Ултырғандай беҙгә ҡыуанып.

Шыр яланғас ағас — эвкалипт,
Олон үҫкән өсөн шәберәк,
Ҡыуып етә алмайынса, ҡабыҡ
Ҡойолоп төшә икән шауҙырап.

Тыуған яҡта өй йәмләгән гөлдәй
Үҫкән ағас — бында бәһлеүән.
Тарбаҡ-тарбаҡ, ирәүәнләп китеп,
Бейек сатыр ҡороп йәйелгән.

Ус аяһы — беҙҙең ҡарамаҡҡа —
Диңгеҙ менән тауҙың араһы.
Әйләндереп йәннәт баҡсаһына
Йәшәп ята әҙәм балаһы.

Ҡара диңгеҙ менән маҡтанырға
Эҙләп кенә тора уңайын.
Үҙегеҙгә булһын ожмахығыҙ,
Башҡортостаныма ҡайтайым!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 64

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 76

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 102

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 98

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 299

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 103

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 61

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 113

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 148

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 153

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 120