Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Нур”ға нур өҫтәлде
“Нур”ға нур өҫтәлдеТеатр сәхнәһендә яңы әҫәр ҡуйылһа, еләҫ ел иҫеп, тормош ығы-зығыһынан “еҫләнә” башлаған күңелдәрҙә һауа алмашынғандай була. Күптән түгел “Нур” татар драма театрында драматургия донъяһына ҡыйыу аҙымдар менән килгән Мөнир Ҡунафиндың “Изи-пизи, лимон сквизи” пьесаһы буйынса “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ” тигән спектаклдең сәхнәләштерелеүе тамашасы йәненә нәҡ шулай тәьҫир иткәндер, моғайын.

Иң беренсе иғтибарҙы гәлсәр һымаҡ ялтырап торған сәхнә биҙәлеше йәлеп итте. Спектаклде ҡарағас ҡына бының юҡҡа түгеллеген аңлайһың. Заманыбыҙ күҙҙе сағылдырырлыҡ ялтырауыҡҡа әйләнә бара. Әҙәм балаһы, утҡа ташлан­ған күбәләк шикелле, шул “балҡыш”ҡа ынтыла. Бер ҡараһаң, ошо “быяла” донъя кинәт ыуалып төшөр һымаҡ...
Әйтергә кәрәк, спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың һәм Татар-с­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов сәхнә биҙәлеше аша әҫәрҙең йөкмәткеһен тулыландырыуға өлгәшкән. Әлбиттә, сәхнәгә сыҡҡан актерҙар ғына түгел, һәр әйбер мөһим. Бына ошоно күҙ уңынан ысҡындырмай режиссер: ғәриптәр коляскаһы ла, бокал­дар ҙа уйнай. Төпкәрәк төшһәң, ысынлап та, улар араһында ла бәйләнеш бар ҙабаһа! Шул “бокалдар” арҡаһында төп герой Пашка (Илшат Салауатов) ғәрип булып ҡала, йәғни ҡаны ҡыҙып, матай менән елдергән саҡта машинаға бәрелә. Хәйер, матай тигәндән, спектакль йөкмәткеһендә йәш быуындың тиҙерәк өлкәнәйергә ашығыуына, тиҙлеккә ашҡыныуына, ғөмүмән, тормоштоң күҙ асып йомған ара булыуына ла ишара ятыуын тояһың.
“Быяла” донъя кинәт ыуалып төшөр һымаҡ, тип бая әйткәйнем. Ысынлап та, йәштәрҙең күңелдәре лә ыуалырға торған быяла ише. Яңылыш ҡағылдың­мы, селпәрәмә килеүе ихтимал.
Спектакль ике егеттең ҡот осҡос һүҙҙәре менән башланып китә: “Пашканы үлтерәбеҙ!” Ни өсөн? Кем ул Пашка? Быларға кисереп булмаҫлыҡ яуызлыҡ ҡылғанмы? Спектаклдең башында уҡ тыуған һорауҙар тамашасы күңелен шунда уҡ ялмап ала, һәм ошо интрига аҙаҡҡа тиклем ысҡындырмай.
Пашка – был ике егеттең, йәғни Сармат (Азат Вәлиуллин) менән Федяның (Риф Ғөбәйҙуллин), иң яҡын дуҫы. Өс таған улар. Егеттәр, Пашканың үтенесе буйынса, уны ағыу эсереп, фани донъя­лағы ғазаптарын еңеләйтергә уйлай. Һүҙ ҙә юҡ, артистар геройҙарының тиреһенә ингән, яһалмалыҡтың остоғо ла һиҙелмәй. Шулай ҙа, үҙем әҫәрҙе уҡыған кеше булараҡ әйтәм, авторҙың тәрән фәлсәфәгә ҡоролған һүҙҙәре, әллә эмоцияларға бирелеү арҡаһында, йотолоп ҡала, тамашасы аңына һеңеп өлгөрмәй.
Пашка тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ әйтке килә. Донъянан ваз кисергә теләгән, ғәрип кешенең образын тыуҙы­рыуы ҡатмарлылыр, бәлки. Миңә ҡалһа, тамашасы уны ҡыҙғанырға, хатта күҙ йәше түгергә тейеш һымаҡ, ләкин герой­ҙың тәьҫир көсө йомшағыраҡ булды.
Мәңгелек юлына киткәндә, исмаһам, ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ҡатын-ҡыҙ наҙын татыһын тип, Пашкаға дуҫтары фәхишә саҡырта. Был образ эргәһенә актрисаларҙың исемен яҙырға ҡул бармай, әммә ролде еренә еткереп башҡарған ҡыҙҙар ышандырҙы. Гөлназ Биктимерова менән Эльвира Биғәлие­ваның “уйыны” образды тулыһынса асты тиергә мөмкин. Был образ ябай түгел, автор уға мөһим бурыс йөкмәткән. Уларҙа тормошобоҙҙоң, кеше күңелдә­ренең “фәхишәлек” һаҙлығына батыуы сағылыш таба. Ҡыҙҙар “итәк ҡыҫҡалығы” менән артыҡ мауыҡмай, йәндәрҙең яланғаслығы, рухтарҙың шәрәлеге хаҡында уйланырға мәжбүр итте.
Спектаклдә тағы бер герой – Фая бар. Эйе, герой тим, сөнки тамашала ҡатнашҡан биш артист та төп ролде башҡара, береһен дә “алып ташлап” булмай. Уның тәрбиәсе тип аталыуы ла юҡҡа түгелдер. Фаяның спектакль башында һәм аҙағында килеп инеүе, бәлки, автор тарафынан уйланыл­ғандыр. Уның образы аша мин ата-әсәләрҙе күҙ алдына килтерҙем. Ысынлап та, шәхси мәнфәғәттәргә сумып, балаларға иғтибар бүлергә онотоп ебәрәбеҙ. Спектаклдә Фаяның ике генә тапҡыр күренеүе лә шуға ишаралай. Әлбиттә, автор асыҡтан-асыҡ әсәй йә атай образын ҡуллана алыр ине, ләкин уның тәрбиәсе тип алыныуы мәғәнәне көсәйтеп ебәрә. Уйлап ҡараһаң, күп кенә ата-әсәләр тәрбиәсе ролен генә башҡармаймы икән?!
Күҙгә сүп булып төшкән тағы бер эпизодҡа төртөп күрһәтке килә. “Изи-пизи, лимон сквизи” нимә аңлатҡанын төшөндөрөр өсөн бер нисә герой ауыҙынан әйттерелә. Яһалмалыҡ килеп сыҡҡан һымаҡ. Ә бит Сарматтың стаканға лимон һығып: “Изи-пизи, тормош – ул лимон һыҡҡан кеүек кенә”, — тип әйтеүе лә барыһын да аңлата.
Ғөмүмән, заман күҙлегенән бағып тыуҙырылған тамаша килеп сыҡты, халыҡ тын да алмай ҡараны, алҡыш­тарға күмде. Тимәк, Мөнир Ҡунафиндың, Байрас Ибраһимовтың һәм артистарҙың маҡсаты бойомға ашты, халыҡҡа еткерер һүҙҙәре әйтелде. Һүҙ ҙә юҡ, үрҙә телгә алған етешһеҙлектәр бара-бара бөтөр, тәгәрмәс тә тәгәрәй-тәгәрәй шымара бит.
Шулай итеп, “Нур”ға күңелдәрҙе яҡтыртырлыҡ сағыу нур өҫтәлде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 76

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 93

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 105

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 113

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 152

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 136

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 338

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 169

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 121

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 75

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 132