Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт генофонды бында һаҡлана
Башҡорт генофонды бында һаҡланаБөгөнгө йәштәребеҙ әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынамы? Киләсәктә милләтебеҙҙең рухын яҡтыртыр шағирҙар һәм яҙыусылар табылырмы? Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә билдәле яҙыусыларыбыҙҙан бер төркөм сираттағы сәфәрҙә булды һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Проектты тормошҡа ашырыусылар шулай уҡ Бөрйән таланттары менән осрашты.

Ысынлап та, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ғәмәлгә ашыр­ған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәк­тәбе” проекты республика­быҙҙың байтаҡ ҡына төбәгендә булып өлгөрҙө. Шулай уҡ йөҙләгән йәш автор үҙ ижад емешен конкурсҡа тапшырҙы ла инде.
Көҙҙөң тәүге айында улар ара­һынан 30 ижадсы был проекттың еңеүсеһе булараҡ бүләкләнәсәк һәм ике көн дауамында баш ҡа­лала күренекле яҙыусыла­рыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә камиллашыу мөмкинлеген аласаҡ. Шулай уҡ уларҙы союздың йәш ағзалары исемлегенә индереү һәм халыҡ-ара мәҙәни-әҙәби сараларҙа ҡатнаштырыу ҙа ҡаралған.
Бөрйән районы сәфәрҙең маҡ­саты булараҡ юҡҡа ғына һай­ланмағайны. Ни тиһәң дә, был тау-урмандар төбәге Самат Ғә­биҙуллин, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Таңһылыу Ҡара­мышева, Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Мөнир Ишбулатов, Зөфәр Толомғужин, Тәнзилә Дәү­ләтбирҙина, Айһылыу Ғари­фул­лина, Иршат Теләүем­бәтов, Сө­ләй­мән Латипов, Рәсүл Сә­ғитов, Зәйтүнә Шәрипова, Ми­ләүшә Ҡа­һарманова, Флүр Ғазин һәм баш­ҡа бихисап танылған әҙиптә­ре һәм ғалимдары менән дан тота.
Башҡорт генофонды бында һаҡланаБашҡортостандың халыҡ ша­ғирҙары Ҡәҙим Аралбай менән Хәсән Назар ҙа ҡасандыр тап ошонда бил нығытҡан бит. Был юлы бөрйәндәр менән осрашыуға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле ғалим һәм әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары, шағир һәм журналист Рәшит Зәйнуллин, та­нылған шағирҙар һәм яҙыусылар Зөфәр Вәлит, Миләүшә Ҡаһар­манова, Рәсүл Сәғитов, Марат Әминев юлланды. Уларға урын­дағы ижадсылар Айһылыу Ғари­фуллина, Сәрүәр Ғәләүетдинов һәм Булат Усманов ҡушылды.
Сәфәрҙе ҡунаҡтар Иҫке Соб­ханғол урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуҙан башланы. Күптән түгел генә күтәрелгән мөһабәт мәктәп бинаһы, заманса йыһазландырылған кластар, бөхтә уҡыусылар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, әлбит­тә. Сара бәләкәй генә тантаналы ваҡиғанан башланды – Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев билдәле шағирә, “Таң” район гәзите хеҙ­мәткәре Айһылыу Ғарифул­ли­наны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотланы һәм уға ижтимағи ойошманың Почет грамотаһын, шулай уҡ иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. “Ысынлап та, Айһы­лыуҙы Бөрйәндең халыҡ шағирә­һе тип атаһаҡ яңылышмаҫбыҙ. Уның ижадында башҡорт те­ленең бөтә һуты сағыла кеүек. Ғөмүмән, бөгөн райондарҙағы ижадсыларыбыҙ, баш ҡалала төпләнгән ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә, әҙәбиәтебеҙ мәнфәғәтендә байтаҡҡа етдиерәк хеҙмәт итә”, – тип билдәләне етәксе. Шулай уҡ Почет грамо­таһы һәм иҫтәлекле бүләк бөтә ғүмерен балаларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған танылған уҡытыусы Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминеваға ла тапшырылды. “Ҡасандыр Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыу­сыһы Марат ағай Муллағолов бында байтаҡ шағир һәм яҙыусы, әммә унан да күберәк үҙ халҡын һәм телен тәрән ихтирам иткән балалар тәрбиәләгән. Ысынлап та, туған телгә, мәҙәниәткә, илгә һөйөүҙе балала иң тәүҙә атай менән әсәй һәм, әлбиттә, уҡы­тыусы үҫтерә. Һеҙ ҙә ошо бөйөк маҡсатҡа фиҙакәр хеҙмәт итте­геҙ”, – тине ҡотлау телмәрендә Зәки Арыҫлан улы.
Артабан ҡунаҡтар бында “Баш­ҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” проекты, бөгөнгө заман әҙәбиәте ту­раһында һөйләне, тормошта үҙ юлыңды табыу һәм һөнәр һайлау кеүек көнүҙәк темаларҙы күтәрҙе, хужаларҙы үҙҙәренең шиғри күстәнәстәре менән һыйланы.
Әлбиттә, Бөрйәнгә килеп тә уның үҫеше өсөн көс түккән хужалар менән аралашмайынса ки­теү дөрөҫ булмаҫ ине. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Яҙыусылар уны “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” проекты менән таныш­тырҙы, союз ойошторған башҡа ҙур саралар тураһында ла һөй­ләне. Үҙ сиратында Рөстәм Динислам улы бөрйәндәр араһында талантлы йәштәрҙең күп булыуына шик белдермәүен һәм районда мәҙәни-әҙәби сараларҙың йыш үтеп тороуын билдәләне. Ғәжәпләнәһе түгел, мәҫәлән, тап ошонда үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса бәйге лә йыл һайын бөтә республика буйынса ҡатнашыу­сыларҙы үҙен­дә туплай бит.
Киләһе туҡталыш Иҫке Монасип урта мәктәбе ине. Унда ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры Рәғиҙә Истәкова ҡаршы алды. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағолов тап ошо ауылда тыуған. Уға туған мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Мәҫәлән, Башҡортос­тандың Яҙыусылар союзы ағзалары Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән Рәсүл Сәғитов тап уның уҡыусылары икән. Бында ла балалар ҡунаҡтарҙың сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы. Араларында “Шоңҡар”, “Аманат”, “Йән­шишмә” кеүек республика баҫма­ларын яратып уҡыусыларҙың ифрат күп булыуы шатландырҙы.
Әйткәндәй, ундай алдынғы уҡыусылар Әбделмәмбәт һәм Байназар урта мәктәптәрендә лә етәһе ине. Тәүгеһе тураһында республика мәғлүмәт саралары йыш ҡына хәбәр итеп тора – быға уларҙың бөтә өлкәлә лә иҫ киткес әүҙемлеге сәбәпсе. Йә сит илдәр­ҙекенән ҡалышмаған роботтар төҙөһөндәрме, йә бөтә республиканы гөрләткән мәҙәни һәм спорт саралары үткәрһендәрме – һәр башланғыс­тарына һоҡла­нырлыҡ! Осрашыу бында ла тантананан башланды – Баш­ҡорт­остан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин уҡытыусы ғына түгел, күптән яҙыу­сы булараҡ танылған Миң­нур Ҡасимоваға билдәле дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән ойошторолған “Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсының дипломын тапшыр­ҙы. Шундай уҡытыусылар белем биргәс, башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер – әҙәбиәткә битараф булмаған талантлы балаларҙың күплеге берәүҙе лә ғәжәплән­дермәне. Күркәм концерт ҡунаҡ­тарҙың күңелен күтәрһә, “Йән­шишмә” һәм “Аманат”тың тоғро дуҫтары булған йәш ҡәләм­дәштәренең сығыштары рухтарҙы елкендереп ебәрҙе!
Байназарҙар ҙа уларҙан һис ҡалышмай икән! Мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев раҫла­уынса, улар ҙа һис кенә лә замандан артта һөйрәлергә телә­мәй. Шулай булмаһа, үҙҙәренең йылҡы фер­маһын булдырып, уҡыусыларын ошо спорт төрөнә йәлеп итә алырҙар инеме ни! Кескәй йәштән һыбай сапҡан егет һәм ҡыҙҙар күңелдәрендә нисек башҡорт рухын һаҡламаһын инде?..
Бында ла осрашыуға ошо ауылдың ғына түгел, шулай уҡ Мәһәҙей, Мора­ҙым, Яуымбай мәктәптәренән дә ҡәләм тирбәт­кән үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйылғайны. Әлбит­тә, улар ҙа өлкән остаз­дарының сығышын иғтибар менән тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарҙы бирҙе. Был осрашыуҙа ла йәш быуын ҡунаҡтарҙы үҙ ижад өлгөләре менән таныштырҙы. Әлбиттә, “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” лә буш ҡул менән килмәгәйне – һәр мәктәптә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең генераль директоры Илһам Йәндәүләтов шәхсән үҙе оҙатҡан китаптарҙы, шулай уҡ “Аманат”, ”Шоңҡар” журналдарын бүләккә тапшырҙы. Әлбиттә, был баҫ­маларҙы уҡып үҫкән һәр үҫмер­ҙең тормошта үҙ урынын таба­сағына, артабан “Башҡортос­тан”, “Йәшлек”, “Ағиҙел” кеүек етди гәзит-журналдарыбыҙҙы уҡыя­сағына һәм рухиәтенә хыянат итмәйәсәгенә шик юҡ.
“Тап һеҙ – башҡорт халҡының генофондын һаҡлаусылар. Ҡай­ҙар­ҙа ғына булһағыҙ ҙа, тормошта ниндәй генә юл һайлаһағыҙ ҙа, бер ҡасан да ошо турала онот­мағыҙ. Башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте, теле, әҙәбиәте һаҡ­лан­һын тип донъяның башҡа бер төбәгендә лә көс түгеүсе булмаҫ. Бының барыһын да үҙебеҙҙең илдә тик үҙебеҙ башҡарырға те­йешбеҙ”, – тине сығыш яһау­сылар һәр мәктәптә.
“Бөгөн Башҡортостан Рес­пуб­ли­каһы Яҙыусылар союзы ағза­ларының уртаса йәше 60-тан уҙҙы”, – тип белдергәйне Зәки Арыҫлан улы. Шуға ла ижадҡа йәш быуынды йәлеп итеү – үтә лә мөһим мәсьәлә. “Башҡорт­остан Әҙәбиәт мәктәбе” тап ошо маҡсатты бойомға ашырыу йүнә­лешендә эшләй ҙә инде. Бөрйән­дәге сәфәр күңелдәрҙә өмөт уятты – йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биргән уҡытыусылар, күңелендә туған халҡына һәм теленә һөйөү йөрөткән балалар, ижадҡа ынтылып торған үҫмер­ҙәребеҙ бар әле. Бары уларҙы үҙ мәлендә күрә, баһалай һәм үҫтерә белергә генә кәрәк. Шул саҡта, әлбиттә, иртәгәбеҙ ҙә ышаныслы буласаҡ.

Бөрйән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 43

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 72

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 47

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 96

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 147

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 128

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 117

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 126