Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...”
Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...”Хәтер итеп

Төштәремдә күҙ алдыма килә
Гөл-сәскәле яҡты болондар.
Төштә генә, ә өнөмдә улар
Ҡояш нурына сумған көндәр.

Ғүмер буйы һалған аҙбарымды
Ташлап сығып ҡасҡан ҡолондар.
Яҡты көндәр – шаян ҡолондар,
Гөл-сәскәле аҫыл болондар.

Инде улар барыһы артта ҡалған –
Зарығып ултыра кеүек аҙбарым.
Тик мин генә аңлап, тоям уның
Эсендәге бөтә аһ-зарын.

Болондағы сәскә-гөлдәремде
Өндә булмай инде ҡайтарып.
Матур хәтирәләр итеп дәфтәремде
Була бары төштә аҡтарып.

Ә ҡолондар үҫеп, саптар булып,
Яңы ярыштарға сығырҙар.
Һыбай егеттәрҙең ҡуйынында
Бергә юртыр беҙҙең шиғырҙар.

Үкенмәйбеҙ барыбер үткәнгә,
Булмаһа ла күпте ҡайтарып.
Төштәремдә генә булһа ла,
Хәтер итеп була аҡтарып.

Йомшаҡ ләмдә аяҡ эҙҙәре

Сәйер бит ул, хәтер ебен һуҙып,
Үткән бала саҡты эҙләнем.
Уйға килде Уразай туғайында
Йомшаҡ ләмдә аяҡ эҙҙәре.

Кескәй генә ялан аяҡ эҙҙәр
Тере һымаҡ ҡарап яталар.
Ян-яғында муйыл ҡыуаҡтары
Ап-аҡ булып сәскә аталар.

Күрше ауылға, шунан мәктәбемә,
Йомшаҡ ләмдә эҙҙәр ҡалдырып,
Һәр көн иртән йүгерә торған инем,
Һүнмәҫ өмөт шәмен яндырып.

Һуғыш мәле ауыр бала сағын
Иҫкә алманым мин ирмәккә.
Бөгөнгөләр, бәлки, ышанмаҫ та
Ялан аяҡ уҡып йөрмәккә.

Ғорурланам, шундай саҡтарҙа ла
Һынатманы ялан аяҡтар.
Сабыйҙарҙың белем һуҡмағында
Һүнмәҫ өмөт булды маяҡтар.

Ил алдында ҡартлыҡта ла яҡты
Һабаҡташтарымдың йөҙҙәре.
Күҙ алдыма килә йомшаҡ ләмдә
Кескәй аяғымдың эҙҙәре.


Теләк булыу ғына етмәй икән

Үҫмер саҡта, башҡа иҫ-аң кергәс,
Миндә тыуған ине шул теләк:
Гел изгелек теләп кешеләргә,
Типһен ине, тинем, был йөрәк.

Теләк булыу ғына етмәй икән,
Дүрт аяҡлы ат та абына.
Хаталанып, ауырлыҡ та һалдым
Кемдәрҙеңдер килтереп алдына.

Ғәфү үтендем дә мин һуңынан,
Ғәфү генә төҙәтә аламы?
Шундай мәлең күңелемдә һаман
Ғүмер буйы оҙата барамы?

Яҡшылыҡ тип тырыштым да бит ул,
Әммә уға көсөм етмәне.
Киләсәктә, тигән ниәт ҡалды,
Ниәт ҡалды, өмөт бөтмәне.

Изгелек тә бик күп ҡылынғандыр,
Кем һанаһын уның һәммәһен.
Теләгем шул, тик файҙалы булһын,
Кешеләрҙең ғүмерен йәмләһен.

Теләк булыу ғына етмәй икән,
Мөмкинлектәр кәрәк ярҙамға.
Яҡты юлдар, уңыш юлы булһын
Изге ниәт ҡылған әҙәмгә.

Берүк бүлгеләмәгеҙ

Башҡорт тиеп, татар тиеп,
Һис тә бүлгеләмәгеҙ.
Беҙ – кешеләр, кеше рухын
Берүк телгеләмәгеҙ.

Әсәм – башҡорт, атам – мишәр,
Ике ҡанатым улар.
Әйтерһең дә, ике аҡҡош
Һауа ярып баралар.

Ә мин мишәр, башҡорт шағир,
Бынан зыян кемдәргә?
Йәшәү ялҡыны бирәмен
Йөҙгә түгел, меңдәргә.

Башҡорт тиеп, татар тиеп,
Беҙҙе бүлгеләмәгеҙ.
Ҡоштай осоғоҙ, күгәүендәй
Безләп үрмәләмәгеҙ.

Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн,
Һәр милләтте үҙ итеп.
Һәм китербеҙ ғүмеребеҙҙе
Үлемһеҙ бер һүҙ итеп.

Еребеҙ берәү, беҙ кешеләр –
Беҙ туғандар һәммәбеҙ.
Ҡулыбыҙҙан нимә килә,
Шул бер ерҙе йәмләрбеҙ.

Күгәүендең ҡанаты бар,
Ҡоштар ҙа бит ҡанатлы.
“Бүлгеләнеү” һүҙе түгел,
“Берҙәмлек” һүҙе татлы.

Еңеллектән генә тормай донъя

Еңеллеккә өйрәнеү бик еңелдер,
Ауырлыҡҡа өйрәнеү ауырҙыр.
Ошо аҡыл бөтә ғүмеремәсә
Күңелемә һеңеп ҡалырҙыр.

Беҙгә тормош кесе йәшебеҙҙән
Еңеллектәр вәғәҙә итмәне.
“Ауырлыҡтан ҡурҡма!” тигән ауаз
Бер ваҡыт та ташлап китмәне.

Ҙур һуғышҡа киткән атайҙарҙың
Ҡамыттарын кейеп, беҙ тарттыҡ.
Ҡар аҫтында ҡалған башаҡтарҙы
Табып, ҡабып, йәнгә көс таптыҡ.

Еңеллеккә түгел, ауырлыҡҡа
Үҫкәнгәлер күнеп, күнегеп,
Һыналыштарҙа, бәлки, шуғалыр ҙа
Төшмәгәнбеҙ һығылып, бөгөлөп.

Килер быуынға ла шуны әйтәбеҙ:
Донъя тормай һәр саҡ еңелдән.
Был йәшәйеш, ғүмер, беҙ – йөк аты
Тормош арбаһына егелгән.

Эҙләмәгеҙ еңел-елпелекте,
Еңеллектәр бик йыш алдаша.
Кешеләр бик йыш ошо еңеллектең
Урманына кереп аҙаша.

Үпкәләмәм һиңә

Бөйөктәрҙең һин бөйөгө, тинем,
Шулай булып ҡалдың ғүмергә.
Күпме алдыҡ һинән йылы яҡты
Ерҙәштәрем менән беҙ бергә.
Күҙһеҙ ҡалдым, бөгөн һинһеҙ ҡалдым,
Ҡараңғылы атлар юлдарым.
Һығылманым, ҡояш, юҡ, һынманым,
Беләм, тоям күктә һин барын.

Оҙон ғүмеремдә һинән, ҡояш,
Күпме алдым яҡты йылылыҡ.
Мәрхәмәттә, тимен, изгелектә
Бармы икән һиңә торорлоҡ?

Һинһеҙ ҡалдым, тинем, дөрөҫ түгел,
Йөрәгемдә һине һаҡлайым.
Һәр көн һайын һинең менән бергә
Ҡараңғыны ярып атлайым.

Һис ваҡыт та һиңә үпкәләмәм,
Һинең йылың минең йәнемдә.
Гел ҡояшлы итеп тоямын мин
Донъя йәмен йәшәү йәмендә.

Әйҙәп барһын

Дуҫым менән шиғыр уҡып
Ултырабыҙ.
Күңелдәргә рухи аҙыҡ
Тултырабыҙ.

Шиғырҙарға бирелгәнбеҙ
Беҙ мөкиббән.
Был мәл кемдер шиғыр уҡыған
Бармы икән?

Шкафтарҙа китаптар күп,
Шиғырҙар бар.
Улар өйҙө биҙәр өсөн
Ҡуйылғандар.

Ҡасан алып уҡырҙар, тип,
Шиғыр көтә.
Улар ҙа бит кеше кеүек –
Ҡартлыҡ етә.

Шиғырҙарҙы ҡартайтмайыҡ,
Йәп-йәш ҡалһын.
Күңелдәргә ялҡын биреп,
Әйҙәп барһын.

Яҙылмайҙар улар өйҙө
Биҙәр өсөн.
Яҙылалар илде иңләп
Гиҙер өсөн.

Һүҙ ҡәҙере

Һүҙҙәр, тибеҙ...
Һүҙҙәр – ил байлығы,
Алтын хазинаһы телебеҙҙең.
Таянысылыр ул һәр милләттең,
Һүҙ – тамсыһы оло диңгеҙҙең.

Тик аяныс шуныһы: ҡай берәүҙәр
Услап-услап сәсә һүҙҙәрҙе.
Фекер булмай, шуға микән әллә
Һүҙҙәр аҙашалар үҙҙәре.

Һүҙ ҡеүәтле, гүзәл, ҡанатлы,
Һүҙ ҡәҙерле үҙенең урынында.
Ул балҡыта уйҙы, алтындарҙы
Балҡытҡандай ҡояш нурында.

Һүҙҙең үткерлеген, наҙлылығын
Сағыштырыр үлсәм бар микән?
Һәр бер һүҙҙең урынын табып һөйлә,
Үҙ урыны менән ул күркәм.

Ни ҡылырға?

Йүнһеҙлекте эшләү бер ни түгел,
Аҡыл яғы һайыраҡ булғанға.
Шул аяныс: бик күп йүнһеҙлектән
Бына тигән донъя болғана.

Үҙ-үҙҙәрен аҡыллыға һанай
Аҡылһыҙҙар ғүмер буйына.
Көндән-көнгә аҡыл кәмей бара –
Аҡылһыҙлыҡ менән туйына.

Шуларҙан бит донъя йәмһеҙләнә,
Тәмһеҙләнә әҙәм араһы.
Шуларҙан бит килә фажиғәләр,
Шунан килә йөрәк яраһы.

Ерҙе ағартырға тыуған йәнде
Борсомаймы яман ҡараһы?!
Шундай хәлдә нисек баш ватмаһын,
Уйланмаһын әҙәм балаһы.
Бәйләнделәр

Кескәй генә уңышымды
Күреп микән әллә,
Көнләштеләр, бәйләнделәр,
Ҡалдырып ауыр хәлгә.

Кескәй генә яңылышымдан
Хаталар таба-таба,
Бәйләнделәр, йөрәгемә
Яралар һала-һала.

“Ниңә беҙҙеңсә түгел һуң,
Ниңә үҙеңсә? – тиҙәр. –
Уйҙарың да, иң тәүендә
Аҙымың үлсә”, – тиҙәр.

“Ниңә беҙгә эйәрмәйһең?
Ҡалаһың, – тиҙәр, – артта”.
Уйым әйтә: “Юҡ, ҡалмайһың,
Абруйың һаман арта”.

Дуҫмын, тиеп тағылалар,
Үҙҙәре “дуҫ”тан йыраҡ,
Ундай бәйләнсек “дуҫтар”ҙан
Торһаҡсы йырағыраҡ.

Байтаҡ бәйләнделәр инде,
Тағы ла бәйләнерҙәр.
Бәлки, бәйләнеүҙән арып,
Яҡшыға әйләнерҙәр.

“Ни кәрәк?” тип һорағыҙ...

Ғүмер тауына күтәрелгәс:
“Ни кәрәк?” тип һорағыҙ.
Шул һорауға яуап эҙләп,
Бик йыш уйлап торабыҙ.

Яңы тыуған сабыйҙарға
Ни кәрәкһә, шул кәрәк.
Ҡартлыҡ бала хөкөмөндә –
Хәстәрлекле ҡул кәрәк.

Тәнеңә генә түгел әле,
Йәнеңә кәрәк дауа.
Хәтерләүҙәр?
Хәтерләүҙәр
Ҡар-ямғыр булып яуа.

Хәтерләүҙәр үткәндәрҙең
Һәммәһен дә уята.
Шәп саҡтарың иҫкә төшөп,
Күңелеңде йыуата.

Хәтерләмә ямандарын,
Улар инде үтелгән.
Йәндәреңде быуған ептәр
Өҙгөләнгән, һүтелгән.

Гел яҡшыларын хәтерлә,
Әгәр килһә йәшәгең.
Өмөт кәрәк, ҡабатлап әйт:
“Йәшәйем!” тиң.
Йәшәйһең!

Килешһеҙҙе килештереп

Кеше аҡылы ғәжәп бит ул –
Йондоҙҙарҙы һөйләштерә.
Йондоҙнамә тыңлай-тыңлай
Килешһеҙҙе килештерә.

Килешһеҙе донъя тулы,
Уның менән килешмәйбеҙ.
Ҡыйыш яғын туралатып,
Йәшәйбеҙ беҙ, бирешмәйбеҙ.

Килешһеҙҙән бөгөлөп төшһәң,
Мөмкин түгел йәшәү ерҙә.
Алға атла, килешһеҙҙең
Моронона берҙе бир ҙә.

Килешһеҙҙе тапап атла,
Һин бит кеше, ятып ҡалма.
Ҡыйыу атла, алда көтә
Һоҡландырып алһыу алма.

Беҙ – кешеләр, йәшәйексе
Килешһеҙҙе килештереп.
Бар ғаләмде шаҡ ҡаттырып,
Көн итәйек “во!” иттереп.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 34

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 86

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 97

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 136

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 114

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 318

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 157

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 65

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 120

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 166