Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бразилия сәхнәләрен таң ҡалдырып
Бразилия сәхнәләрен таң ҡалдырыпФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла гастролдә булып ҡайтыу айҡанлы матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Сарала ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Ғәбитов, Йәүҙәт Моратов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова, импресарио Олег Узаков һәм ансамбль солистары, бейеүселәре журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.


Ансамбль ағзалары Бразилияла егерме көн дауам иткән гастролдәрҙе бик йылы, сағыу тәьҫораттар менән телгә ала.
– Концерттарға алдан реклама яһап тороу ҙа урынһыҙ ине, бөтә Бразилия буйлап тиерлек “Рәсәйҙән беҙ белмәгән бейеүселәр килгән, улар иҫ киткес шәп бейей икән!” тигән хәбәр таралып өлгөр­гәйне. “Ғәскәровсылар”ҙың сығыштарынан һуң зал аяғүрә баҫып алҡышланы, тамашасы “браво!” тип ҡысҡырҙы. Үҙ ғүмерҙәрендә хатта театрға ла йөрөмәгән кешеләр килде беҙҙең концерттарға. Араларында 90 йәшлек ҡарттар ҙа, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә булды. Бразилияның эшлекле мөхитенә идара иткән кешеләр булыуы ла ғәжәпкә ҡалдырҙы, юғары ҡатлам вәкилдәре лә бик күп ине. Хатта руссалап “спасибо” тип рәхмәт тә белдерҙеләр, был бик күңелгә ятты, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты Олег Узаков.
Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле Бразилияның баш ҡалаһы Рио-де-Жанейронан тыш, Сантос, Витория кеүек ҙур ҡалаларының сәхнәләрендә сығыш яһап, урындағы халыҡты хайран итеп ҡайта. Ансамблдең репертуарында башҡорт бейеүҙәре генә түгел, башҡа халыҡтарҙыҡы ла бар. Төрлө милләттең төрлө мәҙәниәте тамашасыны тәү күреүҙән үк әсир итеп кенә ҡалмай, күп кенә һорауҙар ҙа тыуҙыра икән. “Ер йөҙөндә шундай халыҡ бармы ни, уларҙа һыуыҡ климат булыу сәбәпле, кейемдәре йөндән эшләнгәнме, ҡайһылай ҙа ҡыҙыҡ!” – тип аптырай Көньяҡ Американың гел бер төрлөрәк һауа торошона күнеккән халҡы.
Бынан тыш, хәбәрселәрҙе сираттағы миҙгелгә пландар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы.
– Киләһе йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бик бай, шуға күрә уларға бәйле сығыштарыбыҙ күп буласаҡ. Яңынан-яңы бейеүҙәр өҫтөндә лә бик ентекле эш алып барабыҙ, – тип яуапланы был һорауға ансамблдең баш балетмейстеры Риф Ғәбитов.
Коллектив етәкселеге Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлы­ғына, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа ярҙамдары өсөн йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
– Ер шарының бөтөнләй икенсе өлө­шөнә, шундай алыҫ илгә гастролгә сығыу ниәтен хуплап, терәк-таяныс күрһәткәне, башҡорт халҡының мәҙәниәтенә тәрән ихтирамы өсөн, әлбиттә, Рөстәм Хәмитовҡа ҙур рәхмәт,” – тине Олег Узаков.
Һуңғы арала үҙебеҙҙең башҡорт һылыу­ҙарының Рио-де-Жанейрола “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Заһиҙә”, “Ҡурай” бейеүҙәре менән сығыш яһаған видеояҙмалары интернет киңлектәре аша тотош Башҡорт­останыбыҙҙы урап сыҡты, тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ (Башҡортостанды ғынамы икән?!) Шул ҡыҙҙарҙың береһе – Миләүшә Хәйбуллинаның да Бразилиянан алып ҡайтҡан тәьҫораттары улар булған илдең үҙе кеүек сағыу:
– Һәр сәфәр минең өсөн үтә лә яуаплы, сөнки унда Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең дә йөҙөн сағылдырабыҙ. Сит илдәрҙә сығыш яһағанда ысын мәғәнәһендә туған мәҙәниәтеңдең, Тыуған илеңдең бар мәшһүрлеген тояһың. Үҙемдең шундай йолам бар: һәр илдә репертуарымдағы яратҡан, легендар “Заһиҙә” лирик бейеүе менән сығыш яһайым. Рио-де-Жанейролағы сығышты халыҡ бик йылы ҡабул итте, һоҡланыу, ғәжәпләнеү хистәрен йәшермәне. Интернеттағы видеояҙманың хэштегтары аша башҡа илдәр кешеләре лә был сығышты ҡарап, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Шуны айырыуса билдәләгем килә: ансамблдең концерттарынан һуң күптәр әлеге лә баяғы интернет ярҙамында, төрлө социаль селтәрҙәр аша беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, сығыштарыбыҙҙың яҙмаларынан өҙөктәр һораны, концерттарҙы ҡарағандан һуң беҙҙең мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһына башлауҙарын белдерҙе. Улар Рәсәйҙә рустарҙыҡынан тыш, тағы ла башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәте күп булыуына сикһеҙ ғәжәпкә ҡалды.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бында беҙ сәхнәгә сығыу менән, ғәҙәттә, тамашасының күҙҙәре янып тора. Бразилия халҡы беҙҙе тәүҙә хатта үҙенә күрә бер һағайыу менән ҡаршы алды, сөнки нимә көтөргә лә белмәй ине, ахыры. Концерттан һуң килеп “ни өсөн башҡорт халыҡ бейеүҙәре шул тиклем талғын, нәзәкәтле, ә көйҙәре моңло?” тип һораусылар булды, сөнки был халыҡҡа шау-шыулы карнавалдар, етеҙ бейеүҙәр хас. Беҙ теге йәки был халыҡтың бейеүен сәхнәгә сығарып ҡына ҡалмайбыҙ, уның менән бергә шул халыҡтың рухын да тамашасыға еткерергә тырышабыҙ. Мин һөнәри бейеүсе булараҡ, бразил халыҡ бейеүҙәре, уларҙың ҡуйылышы менән бик ҡыҙыҡһындым. Киләсәктә ансамблебеҙ уларҙың да бейеүҙәре менән сығыш яһай башлар, бәлки.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 48

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 63

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 88

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 53

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 177

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 53

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 117

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 82

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 344

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 84

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 135