Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғыр яҙыу ғына әҙәбиәт түгел әле...
Шиғыр яҙыу ғына әҙәбиәт түгел әле...Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы алдында торған бурыстар менән ҡыҙыҡһынып, яңы етәксе Әҡсән Насретдин улы ХӘЛИЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


— Баш­ҡортостан Яҙыу­сы­лар союзы­на ағза булып алы­ны­уығыҙ һәм яңы ва­зи­фағыҙ менән ҡот­лайбыҙ! Яңы етәк­се ниндәй эштәр менән мәшғүл бө­гөн?
— Тәбрикләүегеҙ өсөн рәхмәт. Әлеге көндә беҙ ең һыҙғанып рәсми документтар өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ бәйләнештәрҙе нығытабыҙ. Ойошманың төрлө телдә ижад иткән утыҙға яҡын яҙыусыһының барыһы ла Стәрлетамаҡта йәшәмәй, шуға күрше-тирә район-ҡалалар, унда эшләп килгән әҙәби түңәрәктәр менән бәйләнеште өҙмәйәсәкбеҙ. Улай ғына түгел, киләһе уҡыу йылы башланғас, ҡала мәктәптәренә йөрөп, төрлө әҙәби түңәрәктәрҙең йәш ижадсылары менән танышырға ине, был маҡсат менән башҡа район-ҡалаларға ла сығырға планлаштырам. Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ республиканың көньяҡ төбәге өсөн иҡтисади, мәҙәни үҙәк булып тора.

— Тимәк, әҙәбиәттең үҫеше шиғыр яҙып, яңы образдар тыу­ҙы­рыуға ғына ҡайтып ҡалмай...
— Әлбиттә. Яңы образ ижад итеү өсөн яңы шарттар тыуҙырыу шарт. Барыһы ла мөһим: таянып эшләрҙәй документтарҙы көн талабына яуап бирерлек итеп тәртипкә килтереү ҙә, төрлө саралар үткәреү, яҙыусыларға нисек тә ярҙам итеү өсөн ойошманың үҙ фондын булдырыу ҙа, ижадсыларҙың ҡулъяҙ­маларын тикшереү, тәнҡит ишетеп, ҡабул итеү ҙә, яҙмаларҙы китап итеп баҫтырыуға булышлыҡ итеү ҙә.
Көҙ Луиза Кирәева, Зөлфиә Билалова, Гөлназ Ишдәү­ләтованың китаптарын тикшереүгә ҡуйып, нәшриәткә тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ. Әммә ҡалабыҙҙа күптән китаптары сыҡҡан, исемдәре яңғыраған шәхестәр ҙә бар, ә бына уларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп күрһәк, ниндәй мәртәбәле булыр ине. Айнур Үтәев, Асия Басирова, Рамаҙан Килмөхәмәтов, минеңсә, мотлаҡ союзға алынырға тейеш.

— Ә саҡ ҡәләм тирбәтә башлаусылар менән ниндәй эш алып бараһығыҙ?
— Бына әле күҙ алдығыҙҙа ғына Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында уҡыған Илшат Байыҡов исемле егет килде. Яҙышыу алымы йәштәрсә: әҫәрҙәрен шунда уҡ компьютерҙа яҙа, әммә был уны традицион алым менән яҙыша башлағандағы етешһеҙлектәрҙән азат итә тигәнде аңлатмай әле. Әгәр ошо юлдан барам тиһә, Илшатҡа эшләргә лә эшләргә. Әйткәндәй, ҡулъяҙмала­рын да ул миңә интернет аша ебәрергә вәғәҙә итте. Ҡайтҡас, Илшаттың шиғырҙарын уҡыйһы бар, фекеремде уға “Бәйләнештә” сайты аша ебәрһәм, башҡа шағир ағай-апайҙары осрашып еткерер. Бынан тыш, ҡала балалары өсөн үҙем эшләгән В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат нигеҙендә әҙәби түңәрәк ойошторорға уйлайым. Был эште лә, бәлки, көҙгөһөн башларбыҙ.
Тағы бер бурыс — йәштәрҙе күберәк сараларҙа ҡатнаштырыу мөһим. Беҙ, әлбиттә, уларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереү, китап нәшерләү, исемдәрен күтәреү буйынса эш алып барасаҡбыҙ, әммә ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү, таратыу, һатыу үҙҙәренән торасаҡ. Ә бына шул китаптарҙы тикшереү, уларҙың авторҙарын тыңлар өсөн аудитория йыйыу, ойоштороуҙан баш тартмайбыҙ. Ғәм алдына сығып, иң тос шиғырҙарын уҡып ебәрһә, был шағир менән нисек ҡыҙыҡһынмаһындар.

— Ҡалала төрлө әҙәби түңә­рәк­тәр, клубтар һәм башҡалары байтаҡ ҡына. Уларҙы һеҙ үҙе­геҙгә дәғүә итеүсе итеп күрәһегеҙме?
— Яңыраҡ ҡына “Стерлит” тигән клубтың ултырышында булдым һәм шуға инандым: һуңғы арала яҙыусылар тик ғилми-мәҙәни өлкәлә эшләй булып сыҡты, “эшсе-шағир” тигән төшөнсә юҡҡа сыҡтымы тиһәм, баҡтиһәң, бер төҙөүсе, бер завод эшсеһе үҙенең шиғырын уҡырға килгән! Минең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ был! Юҡһа бер тирәлә генә әйләнә инек һымаҡ. Тик шуныһы: шиғырҙарығыҙҙы тикшереүгә ҡуйырға кәрәк (русса яҙалар бит), бәлки, киләсәктә донъя кимәленә сығырҙай исемдәр барҙыр тигән тәҡдим индергәс, һирәктәр генә ризалашты.
Күрәһең, әҙәбиәттә кемдер үҙенең шиғырҙарын кескәй мөхиттә генә лә уҡырға тейеш. Һәр хәлдә, асыш яһаным, яңы исемдәр күрҙем. Барыбыҙ ҙа әҙәбиәтте үҫтереүгә хеҙмәт итәбеҙ.
Ғөмүмән, ҡалала төрлө әҙәби берлектәр-берләшмәләр матур эшләп килә. Ж. Кейекбаев исемен­дәге 3-сө гимназия, 5-се гимназия, лицей-интернаттар, Стәрлетамаҡ күп профилле колледжда ла бар улар. Был уҡыу йорттарында бындай түңәрәктәрҙең эшләп килеүендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, белем усаҡтары етәкселегенең әҙәбиәткә ҡарата иғтибары ярылып ята һәм, форсаттан файҙаланып, уларға рәхмәт әйтәм.
Был тәңгәлдә айырым һүҙ, әлбиттә, Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалы “Ашҡаҙар” түңәрәге хаҡында. Факультеттағы әҙәби мөхит, ижади хәрәкәт институт ҡына түгел, республика кимәлендә исемдәр асыуҙа, ғөмүмән, әҙәбиәтселәр, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҫтереүҙә ҙур эш башҡара. Студенттары диплом менән бергә үҙҙәренең йыйынтыҡтарын да ҡулына тотоп хушлаша икән, бында, һис шикһеҙ, Рәйсә Илешева, Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәев һымаҡ етәксе-уҡытыусылар хеҙмәтен дә танырға кәрәк. Иң мөһиме — ошо түңәрәктәр-клубтар менән бәйләнеште нығытырға ине.
Ярты йылдан ярты Стәрлетамаҡ шиғыр яҙа башлаясаҡ, тип вәғәҙә итмәйем. Был мөмкин дә түгел һәм кәрәкмәй ҙә. Шуға көнүҙәк пландар менән генә уртаҡлаштым, ҙур маҡсаттар ҡуйып, улар хаҡында алдан яр һалыу килешмәҫ. Ошоларын башҡарып сыҡһаҡ, тағы осрашырға сәбәп булыр әле. Шағир Дамир Шәрәфи әйтмешләй, әгәр ун шиғыр яҙыусы табып, улар араһынан, ысын талант эйәһе булараҡ, береһен кеше итеп алһаҡ – был да ҙур еңеү!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 41

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 93

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 104

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 139

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 120

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 326

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 160

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 112

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 66

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 123

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 154

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 175