Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшһүр театрҙың олуғ маҡсаттары
Бер быуатлыҡ юбилейҙы актерҙар нисек ҡаршылай?

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҙур ваҡиғалар алдында тора. Башҡортостан автономияһына ла бәйле ул үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Йәнә республикабыҙҙың төп театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына әҙерләнә. Бер быуат тип әйтеү менән ялан театрҙарында, ауыл клубтарында, һуғыш мәлдәрендә халыҡ араһына сығып, үҙ һүҙен сәхнә теле аша әйтергә теләгән артистар күҙ алдына баҫа.
Ниндәй уй-теләктәр, ниәттәр менән аяҡ баҫты икән театр яуап­лы миҙгелгә? Ошо хаҡта һөйләүен һорап, Башҡортостандың халыҡ артисы, театрҙың художество етәксеһе Олег ХАНОВҡа мөрәжәғәт иттек.


“Урал батыр” эпосы халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ

– Олег Закир улы, йәйегеҙ нисек үтте? Кәйефегеҙ нисек?

– М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығына әҙерләнәбеҙ бит инде. Шуға ниәтләгән, планлаштырылған саралар нисек үтер икән, тип уйланабыҙ. Бөтәһе лә театр коллек­тивының эшмәкәрлегенә генә бәйле булһа, күп нәмәне бөгөндән атап әйтеп булыр ине. Ә эш ремонт хаҡында ла барғас, был мәсьәләгә Финанс министрлығы, төрлө төҙөлөш ойошмалары ла килеп ҡушыла. Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнә, моғайын, барыһы ла үҙ ваҡытында еренә еткерелер тип ышанабыҙ. Мәҙәниәт министрлығының ярҙамынан тыш бер аҙым да атлай алмаҫ инек, әлегә эштәр һәүетемсә алға бара.

Театрҙы реконструкциялау буйынса күп ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөлә. Иң мөһиме – бер урында тапанмаҫҡа. Әлегә театрҙың түбәһен яптылар, хәҙер инде эске эштәрҙе атҡарыу мәсьәләһе тора.

– Яңыртыу эштәре барышын республика етәкселеге контролдә тоталыр?

– 28 августа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов беҙҙә булып, эш барышын тикшерҙе. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы ремонт эштәренең ойоштороу комиссияһы рәйесе булып тора. Рөстәм Хәбиб улы барыһын да ҡарап, күреп, беҙҙең теләктәребеҙҙе иҫәпкә алып, Хөкүмәт йортонда ҙур кәңәшмә уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә киләсәктә яңыртыу эштәре генә түгел, ижади мөмкинлектәребеҙ ҙә киңәйер тигән уйҙа ҡалабыҙ.

Теләктәр тигәндән шул: беҙгә гастролдәр өсөн автотранспорт паркын яңыртыу мөһим. Яңы спектаклдәр ҡуйыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ.

– Театрҙың алғы майҙансығын үҙ­гәртеп, тышҡа ла сәхнә ҡуйыла тигән хәбәр бар ине...
– Эйе, театрҙың эске генә түгел, тышҡы күренешен дә бер ни тиклем үҙгәртергә ине. М. Ғафуриҙың һәйкәлен алға күсереп, уны ҡалаға, халыҡҡа яҡыныраҡ итеү тураһында уйлайбыҙ. Ә театр алдындағы майҙанды бушатып, унда сәхнә ҡуйырға һәм спектаклдәр күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙең был теләкте ишеттеләр.

– Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр. Элек артис­тарҙың ялан сәхнәләрендә уйнағанын иҫкә төштө. Мин бала саҡта ундайҙы күргәнем булды. Үҙе бер йәм ине. Оупен-эйр, ялан-эйрҙар заманын хәтерләнем...

– Унда инде сәхнә юҡлыҡтан шулай эшләгәндәр (көлә). Әммә, эйе, барыбер үҙ матурлығы була торғайны.
Бына был ысул ҡулланылһа, сәхнә лә, тамаша ла халыҡҡа нығыраҡ яҡынайыр ине. Ҙур концерттар шул рәүешле ойошторолғаны бар, ә бына спектаклдәр булғаны юҡ әле. Күмәк сәхнәле, йыр-бейеүле тамашалар, спектаклдәр халыҡ күңеленә хуш килер тип уйлайбыҙ.
Театрҙың был бинаһы иҫкергән тип әйтмәйем, әммә уны яңыртырға кәрәк, етмәһә, алда юбилей сараһы ла тора.
Эстә балалар бүлмәһен, тамашасыларҙың касса залын яңыртырға, фойены күркәм­ләндерергә уйлайбыҙ. Иң төп эштәр, әлбиттә, тамаша залында, сәхнәлә буласаҡ. Тауыш, яҡтыртыу аппаратураларын алмаштырыу планлаштырылған. Креслоларҙы, люстра­ларҙы яңыртыу эштәре көтә.

– Театрҙың бик үҙенсәлекле кесе залы бар. Уны яңыртыу ҡаралғанмы?
– Тамашасы менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү мөмкинлеген биргән ус төбөндәге был залды күптәр ярата. Эйе, унда ла ремонт эштәре ҡаралған. Креслоларҙы алмаш­тырасаҡтар, ут, тауыш көйләү буйынса яңы аппаратуралар ҡуйыласаҡ.

– Яңы спектаклдәр ҡуйыу хаҡындағы фекерегеҙҙе дауам иткәндә...
– М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ғына түгел, Башҡортостан автономияһының 100 йыл­лығын билдәләү кеүек ҙур ваҡиға алдында торабыҙ. Йәнә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы көтөлә. Бына ошо өс ваҡиға ла театр тормошонда, репертуарында сағылыш табасаҡ, әлбиттә. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Шуныһы ла беҙҙең сәнғәт әһелдәре өсөн мөһим: 2019 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Театр йылы тип иғлан итте. Бөтә яҡлап та беҙгә ҙур мөмкинлектәр асыла, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та икеләтә арта тигән һүҙ был. Шул йәһәттән ижади пландар хаҡында ла баш ватабыҙ. Әле әүҙем эш башланды. Беҙ мәшһүр “Урал батыр”ҙы сәхнәләштерергә йыйынабыҙ. Саха (Яҡут) Республикаһынан күренекле театр эшмәкәре, билдәле режиссер Андрей Борисовты саҡырҙыҡ. Ул эпос буйынса инсценировка эшләгән, үҙе ҡуйырға ла йыйына. Бергә рәссамын да алып киләсәк. Был әҫәрҙе нисек күрә, шулай тамашасыға тәҡдим итергә уйлай. Текст әле миндә. Ошо арала артистар менән бергә уҡып, эшкә тотонорға ниәтләйбеҙ. Октябрь урталарында репетиция башланырға тейеш.

– Режиссерҙы кем һайланы?
– Андрей Борисов менән 2012 йылда “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фес­тивалендә танышҡайныҡ. Ул беҙҙең сәхнәлә берәй спектакль ҡуйыу теләген белдергәйне – ижади бәйләнеш барырға, булырға тейеш. Шуны иҫтә тотоп, төрлө классик әҫәрҙәрҙе барлап сыҡтыҡ. Әммә аныҡ фекергә килмәгәйнек әле. Күптән түгел иһә “Урал батыр”ҙы яҡут теленә тәржемә иткәндәр. Был ижади бәйләнеш һүҙ сәнғәте, халыҡ ижады өлкәһендә лә бара. Ул ошо әҫәрҙе уҡып сыҡҡан да шул тиклем һоҡланып, дәртләнеп шылтыратты. “Башҡа халыҡтарҙа бындай эпос юҡ. “Олонхо” – бөйөк әҫәр, әммә уның йөкмәткеһе башҡа. Фәлсәфәүи, мәғәнәүи яҡтан “Урал батыр” мине таң ҡалдырҙы. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше, уның ҡиммәттәре, хаҡы тураһында ниндәй тәрән әҫәр ижад иткән халҡығыҙ!” – бына уның һүҙҙәре. Ысынлап та, беҙҙең “Урал батыр” – ул иҫ китмәле ҙур ҡомартҡы! Бына башҡаларҙың да баһалауы, аңлауы яҡшы күренеш. Андрей Борисов – үҙҙәренең “Олонхо”һы менән ныҡ мауыҡҡан режиссер, шуға күрә уның “Урал батыр”ға ғашиҡ булыуы һис ғәжәп түгел. Был эпостың ошо көнгә килеп еткәне өсөн беҙҙең халыҡ Хоҙайға рәхмәт әйтергә тейеш.
Коллегамдың идеяһы миңә лә оҡшаны һәм уйлана башланым. Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, ошо әҫәрҙе Башҡортостан автоно­мияһына бағышлап сәхнәләштерергә теләүебеҙҙе белдерҙем. Әйткәндәй, август башында Андрей Саввич үҙе лә Баш­ҡортостанға килеп ҡайтты. Беҙ уның менән Шүлгәнташҡа барҙыҡ. Күрҙе лә тағы шаҡ ҡатты.

– Башҡорт режиссеры ла ҡуя алыр ине тигән фекерҙәр ҙә ишетелгәндер? Ул башҡорт халҡының йолаларын тәрән аңлап, милли асылыбыҙға хыянат итмәй эшләһә ине!

– Дөрөҫ аңлаһындар ине мине. Эш унда түгел. Андрей Борисовтың маҡсаты – ЮНЕСКО линияһы буйынса бер нисә эпосты: үҙҙәрендә “Олонхо”ны, Алтайҙа – “Маадай Кара”ны , әрмәндәрҙә – “Давид Сасунский”ҙы һәм беҙҙең “Урал батыр”ҙы сәхнәләштереп күрһәтеп, Евразия майҙанына халыҡ эпос­тарын сығарыу. Ошо әҫәрҙәр гөлләмәһен ул кешелек хазинаһы, мәңге һаҡланырға тейеш ҡомартҡы итергә уйлай. Ә уның бындай мөмкинлектәре бар. Бөтә донъяға театр сәнғәте аша “Урал батыр”ҙы донъяға күрһәтергә тигән теләк бик ҙур беҙҙә. Ғәҙәти алымдар менән генә ҡуйһаҡ, әкиәт тип ҡабул итеүҙәре лә ихтимал. Шуға заман техникаһын да ҡулланып, эпостың йөкмәткеһен халыҡҡа яңынан һөйләү өсөн барыһын да эшләргә уйлайбыҙ. Бик ҡатмарлы был хеҙмәт, әммә атҡарып сығырға кәрәк. “Урал батыр”ҙы халыҡ-ара кимәлгә сығарыу мөмкинлеге ҙур көс-ҡеүәт бирә.

– Киләһе миҙгелдә тағы ла ниндәй яңылыҡтар көтә тамашасыны?
– “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фес­тивале май айында ойошторолор. Унан тыш, дуҫтарыбыҙ, Татарстан театр әһелдәре йыл да уҙғарылған “Науруз” фестивален тап Башҡортостан театрҙарына бағышларға уйлай.

– Күршеләр тарафынан ҡайһылай йылы мөнәсәбәт был!
– Эйе, ғәҙәттә, улар фестивалдәрен бер йылда уҡытыу, дәрестәр формаһында ойоштора, икенсе йылы спектаклдәр күрһәтәләр. Ә бына тап киләһе йыл – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейында – беҙҙең театрҙарҙы үҙҙәренә саҡырып, фестивалде уларҙың эшмәкәрлегенә бағышларға уйлайҙар. Сара “Башҡортостандың театр сәнғәте” тип аталасаҡ. Унда үҙебеҙҙең спектаклдәрҙе күрһәтәсәкбеҙ. Беҙҙән тыш, Милли йәштәр, “Нур”, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙары ҡатнашасаҡ.

Йәнә киләһе миҙгелдә лә Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Бүрәт Республикаһына, Ырымбурға гастролдәр ҡаралған. Шулай уҡ театрыбыҙҙың 100 йыллығына ҙур спектакль әҙерләйбеҙ. У. Шекспирҙың “Гамлет”ын режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләш­терәсәк. Мостай Кәримдең 100 йыллығына иһә режиссер Рифҡәт Исрафилов “Ҡыҙ урлау”ҙы ҡуйырға тейеш. Яртылаш ризалашты, буғай. Көтәбеҙ. Яңынан сәхнәгә сығасаҡ әҫәрҙәрҙе халыҡ та көтөп алыр, моғайын, сөнки улар – киң танылған, һәр кем тарафынан яратып ҡабул ителгән спектаклдәр.

P.S. Гәзиткә ҡул ҡуйғанда, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ярославлдә Рәсәй Хөкү­мәтенең Ф. Волков исемендәге театр сән­ғәте өлкәһендәге премия алыуы билдәле булды. Ҡотлайбыҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 37

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 87

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 98

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 136

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 115

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 320

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 158

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 110

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 65

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 121

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 153

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 168